19 август
Уҡыу көйләүҙәре
19 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
19 август Викимилектә |
19 август — григориан стиле буйынса йылдың 231-се (кәбисә йылында 232-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 134 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Гуманитар ярҙам көнө.
- Фотография көнө.
- Филателия көнө.
- АҠШ: Авиация көнө.
- Ҡытай: Табип көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Мотоуҡсы ғәскәрҙәре көнө.
- Рус тельняшкаһының тыуған көнө.
- Украина: Умартасы көнө.
- 1905: Рәсәй империяһында Дәүләт думаһын ойоштороу тураһында манифест ҡабул ителә.
- 1927: Туймазы ауылында метеостанция эшләй башлай.
- 1945: Манжурияла Японияның Квантун армияһы, еңелеүен тулыһынса танып, ҡорал ташлай.
- 1960: Тарихта беренсе булып СССР тере йән эйәләре – Белка һәм Стрелка ҡушаматлы эттәрҙе космосҡа осора.
- 1991: ГКЧП-ның СССР-ҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән саралары.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабитова Лена Бинйәмин ҡыҙы, ҡыҙ фамилияһы Садиҡова, псевдонимы Иҙелбикә (1930—14.06.2020), Ульяновск ҡалаһында йәшәп ижад иткән шағир. 2001 йылдан Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстандың Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге, Ульяновск өлкәһенең Ғәбделжаббар Ҡандалый һәм Сәхәп Урайский исемендәге әҙәби премиялары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Фәтхуллин Ғәфүрйән Фәтхинур улы (1930), партия органдары һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим. 1965—1986 йылдарҙа КПСС-тың Балтас район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Балтас ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Губанов Иван Яковлевич (1921—1991), хужалыҡ һәм партия органдары эшмәкәре. Белорет металлургия комбинаты идаралығының элекке бүлек начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Камалетдинов Әғзәм Шәмси улы (1921—21.02.1992), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы капитан. 1955—1981 йылдарҙа хәҙерге Илеш районы Этәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1972) һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Миңлебаев Радик Абдулхай улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тупраҡ белгесе. 1976 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
- Усманов Әхмәтшәйех Муллағәли улы (1941), финансист, муниципаль хеҙмәт ветераны. 1981—2001 йылдарҙа Кушнаренко район Советы башҡарма комитетының һәм район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Исламов Фидус Әмир улы (1946), ғалим-зоотехник, дәүләт хеҙмәткәре, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 1986 йылдан Башҡорт АССР-ы Ауыл хужалығы министрлығының баш зоотехнигы, 1991 йылдан — Министрҙар Советының баш белгесе, 1994 йылдан — Министрҙар Кабинетының бүлек мөдире урынбаҫары, 2001 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты проректоры, 2003 йылдан — Йоматау аграр техникумы директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Костин ауылынан.
- Носратуллин Вил Ҡасим улы (1946), ғалим-иҡтисадсы. 2000—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1997), профессор (2001). Н. И. Тоҡомбәтов исемендәге премия лауреаты (2012).
- Чернов Владимир Васильевич (1956), муниципаль хеҙмәт ветераны. 2004 йылдан Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Валентиновка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гудзь Борис Игнатьевич (1902—27.12.2006), чекист-разведчик. 1923—1937 йылдарҙа СССР именлек органдары хеҙмәткәре, артабан автобус водителе һәм автобаза директоры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәфәров Тәүис Әғләм улы (1937—7.10.2008), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—2001 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты ректоры. Тарих фәндәре кандидаты (1981), иҡтисад фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Кушнаренко районы Илек ауылынан.
- Хәлитов Шамил Нурмый улы (1937—2013), артист. 1998—2013 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһының эстрада-оригиналь жанр артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Абдулғужин Рәүил Сәлим улы (1942), геолог. 1967 йылдан Бүребай, 1981 йылдан «Башкиргеология» берекмәһенең Көньяҡ-көнсығыш геология-разведка экспедицияһы, 1986 йылдан — Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты (Сибай ҡалаһы), 1988 йылдан — Медногорск баҡыр-көкөрт комбинаты (Ырымбур өлкәһе), 1990 йылдан — Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, 2000—2004 йылдарҙа Хәйбулла тау компанияһы геологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Хоҙайбәндә ауылынан.
- Ғәбиҙуллин Ринат Ғиндулла улы (1942), журналист, ймәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (1995—1999), КПРФ фракцияһы ағзаһы. КПРФ-тың Башҡортостан Республика комитетының элекке икенсе секретары.
- Ишморатов Хәләф Ғәбделхәй улы (1957), ғалим-зоотехник. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006).
- Пинашина Тамара Борисовна (1962), педагог. 1983 йылдан Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡманов Ирек Ғайса улы (1933), башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.
- Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (1973), ғалим-филолог, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2019 йылдың 28 июненән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Филология фәндәре кандидаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Курбатова Надежда Васильевна (1944), рәссам-педагог, Стәрлетамаҡтың Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Саттаров Рифғәт Миҙехәт улы (1949—25.11.2021), бейеүсе, балетмейстер. 1974—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1998—2009 йылдарҙа Нефтекама филармонияһының баш балетмейстеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1977). Халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусыларҙың һәм балетмейстерҙар‑бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1990, 1993). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Гремячинск ҡалаһынан.
- Рәхмәтуллина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы (1964), график. 1996 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997), «Йыл аквареле» Халыҡ‑ара конкурсы (Мәскәү, 2005) лауреаты, «Арт‑Мост‑Акварель» Халыҡ‑ара конкурсы (Санкт-Петербург, 2013) дипломанты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1780: Пьер Жан Де Беранже, Франция шағиры, йыр текстары авторы.
- 1830: Юлиус Лотар Мейер, Германия ғалимы, химик.
- 1945: Иэн Гиллан, Британияның рок-йырсыһы, «Deep Purple» рок төркөмө вокалсыһы.
- 1950: Рубин Абдуллин, музыкант-органсы, юғары мәктәп эшмәкәре, 1988 йылдан Ҡазан дәүләт консерваторияһы ректоры, профессор (1992). Рәсәйҙең (1992) һәм Татар АССР-ының (1988) халыҡ артисы.
- 1951: Владимир Конкин, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры («Как закалялась сталь», «Место встречи изменить нельзя» фильмдары).
- 1975: Трэйси Томс, АҠШ киноактрисаһы.
- 14: Октавиан Август, Боронғо Рим императоры.
- 1819: Джеймс Уатт, Шотландия инженеры.
- 1918: Бәхтегәрәй Шәфиев, Башҡортостанда революцион хәрәкәттә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, журналист.
- 1918: Мулланур Вахитов, татар революционеры һәм сәйәси эшмәкәре.