7 июль
Уҡыу көйләүҙәре
(7 июля битенән йүнәлтелде)
7 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 июль Викимилектә |
7 июль — григориан стиле буйынса йылдың 188-се (кәбисә йылында 189-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 177 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө (Рәсәй империяһы флотының Чесмән алышында төрөк флотын еңеүе, 1770).
- Иван Купала көнө.
- Соломон Утрауҙары: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Төньяҡ Осетия — Алания: Республика көнө.
- Башҡортостан: Республика авиацияһы көнө.
- Танзания: Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1770: 1768—1774 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышындағы Чесмән алышында Рәсәй империяһы флотының төрөк флотын еңеүе.
- 1787: Өфөлә тәүге шәхси дарыухана асыла.
- 1920: Бельгияның ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы Антверпенда Йәйге Олимпия уйындары башлана.
- 1940: Львов ҡалаһында Иван Франконың әҙәби музейы асыла.
- 1941: Өфө пехота училищеһы эш башлай.
- 1950: Англияның Фарнборо ҡалаһы янындағы авиасалонда донъялағы тәүге авиашоу үтә.
- 1985: Германия тенниссыһы 17 йәшлек Борис Беккер, Уимблдон теннис турнирында еңеү яулап, тарихтағы иң йәш чемпион була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гальперин Давид Самойлович (1925—1993), СССР журналисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан «Ленинец» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 1970—1993 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы идараһының яуаплы секретары. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Умань ҡалаһынан.
- Төхвәтов Миңлеғәли Бәҙретдин улы (1930), ғалим-математик. 1994—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). Үзбәк ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Теләш ауылынан.
- Байҡара Тунжер (1940), ғалим-тарихсы. 2009 йылдан Ушак университетының Төркиә тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1971), профессор (1987). Фәнни тикшеренеүҙәре төрки телле халыҡтарҙың милли хәрәкәттәренә арналған. Әхмәтзәки Вәлиди тураһындағы китап авторы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (1993). Сығышы менән хәҙерге Төркиәнең Ятаған ҡалаһынан.
- Лукьянов Валериян Михайлович (1960), спортсы, Өфө авиация институтының спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе; тренер. 1995 йылдан Октябрьский ҡалаһының «Электронефтегаз» спорт клубы, 2001 йылдан — «Спартак» спорт һауыҡтырыу комплексы директоры. Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002), СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Хәрбиҙәр араһында СССР һәм донъя чемпионы (икеһе лә — 1990), «Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы» халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (1988).
- Ғиниәтуллина Светлана Ғәйнулла ҡыҙы (1975), театр актёры. 1997 йылдан Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишмөхәмәт сәсән (төп исеме Мырҙаҡаев-Балапанов Мырҙаҡай Мәһәҙей улы; 1781—1878), шағир-импровизатор, йырсы һәм ҡурайсы. 1830-сы йылдарҙа 6-сы башҡорт кантонында йорт старшинаһы, хорунжий (1829).
- Андреев Кирилл Дементьевич (1901—2.01.1972), граждандар һуғышында ҡатнашыусы һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының батальон парторгы, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Бушмелёв Сергей Адольфович (1966—28.08.1992), спортсы. 1990—1991 йылдарҙа шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың, 1992 йылда — БДБ йыйылма командалары ағзаһы. РСФСР халыҡтарының ҡышҡы спартакиадаһы (1981) һәм Бөтә донъя универсиадаһы (1989) чемпионы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев Павел Фёдорович (1912—28.04.1985), хәрби осоусы, подполковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Степанова Зинаида Ивановна (1937—5.09.2002), хеҙмәт алдынғыһы. 1954—1992 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының Дүртөйлөләге 2-се һәм 1-се төҙөлөш идаралыҡтарының штукатур-маляры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1988), Дүртөйлө ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районынан.
- Хунафин Һәүбән Нурлығаян улы (1937), ғалим-хирург. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—2010 йылдарҙа термик травма һәм трансфузиология курстары менән ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2006 йылдарҙа дипломдан һуң белем биреү институты директоры, 2001—2003 йылдарҙа дауалау эштәре буйынса проректор. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған табибы. Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967) һәм уйлап табыусыһы (1983). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡаръяуҙы ауылынан.
- Закиров Ринат Закир улы (1947), ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, банкир. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, II дәрәжә Бөйөк Петр, Хаҡас Республикаһының «Хаҡасия алдындағы хеҙмәттәре өсөн» һәм «Изге эштәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән Тәтешле районының Кәлтәй ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иблиев Ғәбделбарис Иблиәмин улы (1928—?), механизатор. 1952—1992 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы автотранспорт цехының күтәргес машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мишкә районының Оло Шаҙы ауылынан.
- Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы (1928—20.02.2009), хәрби хеҙмәткәр һәм тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1956 йылғы Венгрия ваҡиғаларында ҡатнашыусы, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1957). Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан.
тулы исемлек
- Зәйнуллина Сәүиә Исмай ҡыҙы (1948), педагог. Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылы 1-се балалар баҡсаһының элекке мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Бондаренко Виктор Николаевич (1953), философ-ғалим. 2003 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996), профессор ([1997).
- Әмирова Гөлнара Ирнес ҡыҙы (1968), театр актёры. 1991 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019).
- Хәкимова Айгөл Мираҫ ҡыҙы (1973), театр артисы. 1995 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы (1909—10.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яүгир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1860: Густав Малер, Австрия композиторы.
- 1882: Янка Купала, белорус әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, публицист.
- 1887: Шагал Марк Захарович, Рәсәй, белорус һәм француз рәссамы.
- 1980: Мишель Кван, АҠШ фигурисы, биш тапҡыр донъя чемпионы.