8 июль
Уҡыу көйләүҙәре
(8 июля битенән йүнәлтелде)
8 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 июль Викимилектә |
8 июль — григориан стиле буйынса йылдың 189-сы (кәбисә йылында 190-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 176 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя аллергия менән көрәш көнө.
- АҠШ: Математика көнө.
- Замбия: Берҙәмлек көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө.
- Тажикстан: Инвалидтар һәм оло йәштәгеләр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-космос көстәренең зенит ракета ғәскәрҙәре көнө.
- 1682: Батшалар Иван һәм Пётр Алексеевичтар исеменән батша хөкүмәте халыҡты көсләп христианлаштырыуҙан баш тартыуы тураһындағы грамота менән башҡорт ихтилалсыларына мөрәжәғәт итә.
- 1922: СССР-ҙа ауыл хужалығы ҡоротҡостары менән көрәштә тәүге тапҡыр авиация ҡулланыла.
- 1944: СССР-ҙа «Герой әсә» маҡтаулы исеме булдырыла.
- 1945: СССР Фәндәр академияһының Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тергеҙелгән Ҡырым астрофизик обсерваторияһы эш башлай.
- 1974: Байкал-Амур тимер юл магистрален төҙөү башлана.
- 1998: Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ойошторола.
- 2015: Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Советының һәм БРИКС дәүләттәре һәм уларҙың хөкүмәт башлыҡтарының саммиттары башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Копейкин Игорь Валентинович (1920—7.12.2002), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик; 1952—1983 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре, полковник (1983). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Сәғитов Марат Усман улы (1925—15.11.1988), ғалим-астроном, гравиметрист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика-математика фәндәре докторы (1976), профессор (1977). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1979), СССР-ҙың геодезия һәм картография отличнигы (1986). 1954 йылдан Мәскәү дәүләт университетының П. К. Штернберг исемендәге Астрономия институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1961 йылдан һәм 1973–1987 йылдарҙа бүлек мөдире, 1967–1975 йылдарҙа директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Ике 2 се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Книсс Владимир Александрович (1945), ғалим-зоолог, йәмәғәтсе. 1986 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007—2013 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире; 2015 йылдан — Башҡортостан физик культура институты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Иванов Юрий Анатольевич (1960), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-химик. 1982 йылдан Стәрлетамаҡтағы «Сода» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2014 йылдан хәҙерге «Башҡортостан сода компанияһы»ның производство буйынса директоры. Техник фәндәр кандидаты (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2007), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Закиров Тәбрик Фридрих улы (1980—25.12.1999), Рәсәй Армияһының Төньяҡ Кавказда террорсыларға ҡаршы ойошторолған операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәре. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры (2000, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Черепанов ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маннуров Рәшит Ниғмәтулла улы (1926—21.07.1993), хеҙмәт алдынғыһы. 1943 йылдан Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Дим станцияһының локомотив депоһы кочегары, паровоз машинисы, 1955 йылдан — электровоз машинисы, 1959—1989 йылдарҙа — машинист-инструктор. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1967).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсин Илгиз Сөләймән улы (1937), ауыл хужалығы алдынғыһы. Көйөргәҙе районы тоҡомсолоҡ совхозының элекке механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Абдул ауылынан.
- Кароза Альберт Иосифович (1937), геофизик, шағир. 1957—1998 йылдарҙа Шкапов геофизик экспедицияһы хеҙмәткәре. Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты. Приют ауылының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районындағы Ғәйнә тимер юл разъезынан.
- Әйүпов Мансур Әнүәр улы (1947), ғалим-философ, партия һәм дәүләт органдары, юғары мәктәп һәм матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1990—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министр урынбаҫары, 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт секретары, 1998—2003 һәм 2007—2011 йылдарҙа Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Рәсәй Федерацияһының 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2009), сәйәсәт фәндәре докторы (2004), философия фәндәре кандидаты, профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). «Башҡортостан Республикаһы алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2012). Сығышы менән Дәүләкән районы Исмәғил ауылынан.
- Һөйөндөков Халил Төхфәт улы (1957), хәрби табип, яҙыусы-прозаик, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014). Сығышы менән Баймаҡ районы Мәмбәт ауылынан.
- Сәйетгәрәев Зинур Рәхимйән улы (1957), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1997 йылдан Баҡалы район статистика бүлеге начальнигы. «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе (2010). Сығышы менән ошо райондың Мулланур ауылынан.
- Иҙрисов Ирек Фәйзрахман улы (1962), педагог. 1987 йылдан Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Кудашкина Наталья Владимировна (1967), ғалим-фармакогност. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2005 йылдан ботаника һәм фитотерапия нигеҙҙәре курсы менән фармакогнозия кафедраһы мөдире. Фармакология фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Пермь ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҫәнбирҙин Ғиззетдин Сабит улы (1888—1968), уҡытыусы һәм яҙыусы.
- Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (1888—09.1922), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919-1922 йылдарҙа Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе. Ҡарамышевтар нәҫеленән.
- Холоднова Евдокия Ивановна (1918—?), педагог. 1953 йылдан Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк урта мәктәбе директоры, 1964—1974 йылдарҙа — уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Зәйнәғәбдинов Фәрит Шәрифйән улы (1923—10.07.1997), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт башланғыс мәктәбе мөдире, 1966—1983 йылдарҙа Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 3-сө съезы делегаты (1959). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Иванова Мария Степановна (1923—?), нефтсе. 1940—1944 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы моторисы һәм инструменталсыһы; 1947—1978 йылдарҙа — майлаусы, үлсәүсе һәм оператор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Татьяновка ауылынан.
- Мортазин Наил Сафа улы (1938—28.10.2008), механизатор. Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхозының элекке тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Шәрипов Миҙхәт Вилдан улы (1948), журналист. «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» республика гәзиттәренең элекке үҙ хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Вәлиев Юнер Сәлим улы (1953), ветеринария табибы, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1980 йылдан Йылайыр районы «Башҡорт» совхозының өлкән ветврачы, 1982 йылдан «Юлдыбай» совхозының баш зоотехнигы, 1984 йылдан «Һабыр» совхозы директоры, 1993—2011 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм мәғариф отличнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Соколов Леонид Алексеевич (1953), Башҡортостандың сатира һәм юмор өлкәһендә ижад итеүсе рус яҙыусыһы. 2013 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары берләшмәһенең өлкән әҙәби консультанты. 1994 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013). «Золотое перо Руси» милли әҙәби премия, «Клуб 12 стульев» ойошмаһының «Золотой телёнок» премияһы (2017) һәм Фәтих Кәрим исемендәге премия (2015) лауреаты.
- Ғайсина Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙы (1973), фольклорсы. 2007 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы (2007). Филология фәндәре кандидаты (2013).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәрипов Шамил Ғосман улы (1959), инженер-механик, ғалим-иҡтисадсы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2012 йылдан «Газпромтрансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. Почёт ордены кавалеры (2020). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1785: Карл Фридрих фон Ледебур, Рәсәй империяһында хеҙмәттә булған немец ғалимы, педагог һәм сәйәхәтсе.
- 1839: Джон Рокфеллер, АҠШ сәнәғәтсеһе.
- 1885: Эрнст Блох, Германия философы, социолог һәм публицист.
- 1885: Пауль Лени, Германия рәссамы, декоратор һәм кинорежиссёр.
- 1890: Ганс Йост, Германия шағиры, прозаик һәм драматург.
- 1895: Игорь Тамм, СССР-ҙың ғалим-физигы, академик, физика буйынса 1958 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1905: Леонид Амальрик, СССР-ҙың режиссёр-мультипликаторы.
- 1915: Николай Крюков, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1991).
- 1920: Жәүәт Тәржеманов, СССР ғалимы, яҙыусы, Татар АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), 1947 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- 1935: Виталий Севастьянов, СССР космонавы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1950: Константин Райкин, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, «Сатирикон» театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы (1992).
- 1965: Юлия Рутберг, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2016).