30 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
30 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
30 октябрь Викимилектә |
30 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 303-сө көнө (кәбисә йылында 304-се). Йыл аҙағына тиклем 62 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Тормош (йәшәү) көнө.
- Радиоспектакль көнө.
- Шәкәргә бәйлелек тураһында хәбәрҙар булыу көнө.
- Индонезия: Милли валюта көнө.
- Малайзия: Балалар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Рәсәй империяһының Хәрби-диңгеҙ флотына нигеҙ һалынған көн.
- Словакия: Словак милләте декларацияһы ҡабул ителгән көн.
- Ер: Ортопедия шәфҡәт туташтары көнө.
- АҠШ: Публицистар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Инженер-механиктар көнө.
- Тренерҙар көнө.
- 1860: Ырымбур губернаторы «Об открытии в Уфе приходского училища» тигән указ ҡабул итә.
- 1967: Космоста беренсе тапҡыр караптар тоташа («Космос-186» һәм «Космос-188»).
тулы исемлек
- 1959: Сибай медицина училищеһы (хәҙер колледж) эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кривенко Анна Сидоровна (1930), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1952—1988 йылдарҙа «Туймазанефтестрой» тресы технигы, мастеры, өлкән инженеры, проектсылар төркөмө етәксеһе һәм трестың техник бүлек начальнигы. «Туймазанефтестрой» тресының музейын ойоштороусы һәм 1992 йылдан уның директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Б. Е. Щербина исемендәге премия лауреаты (2015),Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Запорожье өлкәһе Запорожье районынан.
- Попов Борис Константинович (1935—2.05.2011), ғалим-селекционер. 1963—1973 йылдарҙа һәм 1980 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1980 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан — лаборатория мөдире, 2007 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1976). 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм биш уйлап табыу авторы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ожиганов Дмитрий Герасимович (1892—27.10.1978), ғалим-геолог, 1930—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1954), профессор (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949) кавалеры.
- Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы (1897—10.07.1938), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1930—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары, 1931—1937 йылдарҙа — ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары. Башҡортостандың 8-се һәм 9‑сы саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин ордены кавалеры (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Зотова Вера Фёдоровна (1917—4.06.2012), табип-хирург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте капитаны. 1958 йылдан Салауат нефть химияһы комбинаты медсанчасының поликлиника, 1959 йылдан — хирургия бүлеге мөдире; 1965—1983 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» берекмәһе медсанчасының табип-хирургы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
- Сергеев Дмитрий Степанович (1922—13.03.2003), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия уҡсылар дивизияһы гвардия артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы (1957), театр актёры, режиссёр. 1979—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы; 1993 йылдан — Сибай филармонияһының, 2003—2006 йылдарҙа Республика халыҡ ижады үҙәгенең художество етәксеһе, 2009 йылдан Өфөләге «Алтынай» йәмғиәтенең генераль директоры. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004).
- Тереғолов Айрат Рәүеф улы (1957), рәссам, график. 2015 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған рәссамы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2016) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр (1990) премиялары лауреаты. Дворян Тереғоловтар нәҫеленән.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Корольков Юрий Васильевич (1948), төҙөүсе-инженер, төҙөлөш ойошмалары, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар, энергетика тармағы хеҙмәткәре. 1966 йылдан «Аксаковнефть» НГДУ-һы төҙөлөш-монтаж идаралығының мастеры, инженеры, өлкән инженеры; 1975—1978 йылдарҙа Бәләбәй ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1980 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының төҙөлөш буйынса инженеры; 1983 йылдан Туймазы ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе, 1989 йылдан КПСС-тың Октябрьский ҡала комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан Октябрьский ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы; 2005 йылдан Октябрьский электр селтәрҙәре директоры, директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1993) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1994). Ҡаланың почётлы гражданы.
- Солтанов Василий Исаевич (1948), төҙөүсе. 1976—1989 һәм 1997—2008 йылдарҙа Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы ташсыһы, монтажсыһы, ташсылар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1983), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының Кәкүш ауылынан.
тулы исемлек
- Солтанова Миңниса Сәлимйән ҡыҙы (1953), мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Хәйбулла район мәҙәниәт йортоноң өлкән методисы, 1982 йылдан — Сиҙәм ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Ауылдың ветерандар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылынан.
- Хәмитов Зөбәйер Тимерхан улы (1953), артист. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хоры йырсыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районынан.
- Ковалёв Сергей Григорьевич (1958), геолог-ғалим. 1980 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2012 йылдан директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары һәм баш ғилми хеҙмәткәр, 2017 йылдан директор вазифаһын башҡарыусы, артабан — директор; бер үк ваҡытта 2002—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, 2008 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2012—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (2005).
- Фәйзуллина Лира Әнүәр ҡыҙы (1973), мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берекмәһе филармонияһының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы (1929–19.12.2011), педагог. 1950—1986 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1966).
- Самат Ғәбиҙуллин (1939—21.03.1997), журналист, шағир. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты (1994).
тулы исемлек
- Кушнирук Зоя Георгиевна (1949), педагог. 1975–2006 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001).
- Морат Кейекбаев (1959), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), социология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының 5‑се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Ғалим-төркиәтсе, профессор Жәлил Кейекбаевтың улы.
- Фәрхетдинова Луиза Вәли ҡыҙы (1959), педиатр-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1762: Андре Шенье, Франция шағиры.
- 1806: Степан Шевырёв, Рәсәй империяһы әҙәби тәнҡитсеһе, шағир.
- 1855: Пётр Гнедич, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, тәржемәсе.
- 1877: Борис Вышеславцев, Рәсәй империяһы философы.
- 1888: Василий Морозов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал-майор, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында аҡтар яғында ҡатнашыусы.
- 1908: Дмитрий Устинов, СССР-ҙың хәрби, дәүләт һәм партия эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1976), ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1942, 1961), Советтар Союзы Геройы (1978).
- 1924: Владимир Гуляев, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1976). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1941: Рогволд Суховерко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2002).
- 1960: Диего Марадона, Аргентина футболсыһы.
- 1953: Александр Полещук, Рәсәй космонавы.