12 май
Уҡыу көйләүҙәре
(12 мая битенән йүнәлтелде)
12 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 май Викимилектә |
12 май — григориан стиле буйынса йылдың 132-се (кәбисә йылында 133-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 233 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Шәфҡәт туташтары көнө.
- Экологик белем көнө.
- АҠШ: Дауаханалар көнө.
- Йәмәғәт парктары көнө.
- Одометр көнө.
- Грузия: Изге апостол Андрей Первозванный көнө.
- Сербия: Армия көнө.
- Тимер юлсылар көнө.
- 922: Ибн Фаҙлан ҡатнашлығындағы илселектең Волга буйы Болғарына визиты башлана.
- 1951: СССР Министрҙар Советы «СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалын ойоштороу тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
тулы исемлек
- 1951: СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология һәм Органик химия институттары ойошторола.
- 1965: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1975: Михаил Шолохов романы буйынса режиссёр Сергей Бондарчук төшөргән «Они сражались за Родину» фильмы СССР экрандарына сыға.
- 1980: СССР-ҙа төшөрөлгән беренсе фильм-катастрофа «Экипаж» ил кинотеатрҙарында күрһәтелә башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Колышев Таис Ғөбәй улы (1925), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1982 йылдарҙа Салауат ҡалаһының баш архитекторы урынбаҫары — геодезия хеҙмәте начальнигы; 1982—1995 йылдарҙа РСФСР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Салауаттағы «Роскоммунзапчасть» базаһы директоры; 1998—2005 йылдарҙа ҡаланың Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, 2006—2016 йылдарҙа Салауат ҡалаһының Уҙамандар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
- Хазанкин Вениамин Григорьевич (1950), ғалим, мәғариф эшмәкәре. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1986 йылдан — Өфө авиация институты уҡытыусыһы, 1989 йылдан — Урал төбәк эксперименталь уҡытыу-ғилми комплексы (Өфө) ректоры. Техник фәндәр кандидаты (1980). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хазов Валерий Иванович (1950), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре, 1994 йылдан Туймазы бетон ташыусы машиналар заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы машина эшләүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Рябиновка ауылынан (хәҙер бөткән).
- Мәғлиев Рәмил Рафаэль улы (1960), рәссам, педагог. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы графигы, 1983 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1996 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хәлимов Айрат Андалис улы (1970), ғалим-инженер‑механик. 2007 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты. Техник фәндәр докторы (2009).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡотлобаева Раҡия Шәйхәттәр ҡыҙы (1886−1966), табип, акушер-гинеколог, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге табип. 1913—1956 йылдарҙа Өфө дауаханалары табибы, шул иҫәптән ҡалалағы беренсе бала табыу йортоноң һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының баш табибы. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1944) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1942), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1943).
- Әмиров Ғилван Ғилметдин улы (1916—1.06.1991), Башҡортостандың беренсе кинооператоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, хәрби кинооператор. СССР Кинематографсылар союзы ағзаһы. 1948 йылдан Куйбышев кинохроника студияһының Өфө хәбәрселәр пункты операторы һәм етәксеһе, 1956 йылдан Свердловск фәнни-популяр һәм хроникаль фильдар киностудияһының Өфө хәбәрселәр пункты операторы, 1965—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитеты операторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1948). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы (1941—5.09.2005), шағир, ғилми хеҙмәткәр. 1979—1984 һәм 1989—1990 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте хеҙмәткәре, 1990—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).
- Харасов Салауат Фәттәх улы (1961), хәрби хеҙмәт һәм һалым полицияһы органдары ветераны, дәүләт эшмәкәре. 2009—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Тажикстан Республикаһынан.
- Бикбулатова Нина Степановна (1936), хеҙмәт ветераны, провизор. 1961 йылдан Өфөләге 143-сө дарыухананың идарасы урынбаҫары, 1977 йылдан — мөдире, 1997—2004 йылдарҙа провизор-технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1989), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Лостяговка ауылынан.
- Коляскин Андрей Александрович (1971), ғалим-хирург. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы, 2001 йылдан — Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хангилдин Васиҡ Хәйҙәр улы (1907—15.06.1998), ғалим-селекционер, дәүләт һәм йәмәғәт хеҙмәткәре. 1932—1993 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы ғилми-тикшеренеү институтының (БНИИЗиС) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1939 һәм 1971 йылдан — лаборатория мөдире, 1949 йылдан — бүлек мөдире, 1960—1971 йылдарҙа институт директоры, бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1974), профессор (1961). РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1957), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963). Ленин (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры.
- Макеева Клавдия Ивановна (1927—4.03.2006), РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Билалов Нәҡип Ғәлип улы (1932), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1947 йылдан Әбйәлил районы Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхоз бригадиры, 1958 йылдан — рәйес урынбаҫары, 1960 йылдан — парторгы, 1965—1983 йылдарҙа – колхоз рәйесе; 1988 йылдан Ташбулат ауылындағы бригада етәксеһе, 1994—2004 йылдарҙа «Уңыш» крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ташбулат ауылынан.
- Латыпов Рафаил Саттар улы (1937—30.05.2023), дәүләт именлеге органдары ветераны, полковник. Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты рәйесенең һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигының элекке урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы һәм КГБ-ФСБ органдары наградалары менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Евсюков Андрей Александрович (1957), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табип, дәүләт хеҙмәткәре. 1981 йылдан Өфөләге 6-сы ҡала клиник дауаханаһы табибы; 2000 йылдан — Республика кардиология диспансерының баш табибы; 2002—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары, 2006—2010 йылдарҙа — министры. Медицина фәндәре кандидаты (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Майкоп ҡалаһынан.
- Ибраһимов Раил Хажиморат улы (1957), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар ветераны. 2011 йылдан Хәйбулла район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2012—2019 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы. Сығышы менән ошо райондың Оло Әбеш ауылынан.
- Әлмөхәмәтова Фирҙәүес Сабирьян ҡыҙы (1957), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1978 йылдан Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһы шәфҡәт туташы һәм өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылынан.
- Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы (1967), ҡурайсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мутаев Ашраф Минһаж улы (1928—26.12.1985), агроном. 1964 йылдан Баймаҡ районы «Сибай» совхозы агрономы, 1967—1985 йылдарҙа — баш агрономы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Сибай ауылынан.
- Краснова Зоя Игнатьевна (1938—16.01.2014), аппаратсы, йәмәғәтсе. 1960—1980 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. РСФСР-ҙың 9-сы (1975—1980) һәм Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советтары, Салауат ҡала советы (1982—1983) депутаты. КПСС-тың 25-се съезы (1976) делегаты, КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1981—1986). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Поповка ауылынан.
тулы исемлек
- Хоҙайҙәтов Риф Ғәндәлиф улы (1938), ғалим-инженер, йәмәғәтсе. 1974—1984 йылдарҙа Өфө нефть институтының Салауат филиалы уҡытыусыһы. 1978—1981 йылдарҙа филиалдың профком рәйесе, 1985—1996 йылдарҙа ҡала судының халыҡ заседателе. Техник фәндәр кандидаты (1973), доцент (1979). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ҡәҙер ауылынан.
- Өмөтбаев Флүр Мөхәмәтзакир улы (1943), спортсы. Октябрский ҡалаһы спорт һарайының элекке директоры. Рәсәйҙең (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Нурғәлин Нәғим Зәйләғи улы (1963), театр һәм кино артисы, телетапшырыуҙар алып барыусы. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры, бер үк ваҡытта 2012 йылдан Башҡортостан телевидениеһының «Алтын тирмә» телеуйын-викторинаһын алып барыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, төрлө ижади фестивалдәр еңеүсеһе һәм призёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пандиков Геннадий Александрович (1899—10.06.1961), терапевт-ғалим. 1940—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, факультет терапеяһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1940—1947 йылдарҙа — институт директоры. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1949), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1939). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордены (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Мари Республикаһы Усолка ауылынан.
- Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы (1929—21.03.2015), (1929—21.03.2015), нефтехимик, йәмәғәтсе. 1955—1974 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе аппаратсыһы. РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Салауаттың өс саҡырылыш ҡала советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Семёнкин ауылынан.
тулы исемлек
- Хәмиҙуллин Мөғәллим Мәсәғүт улы (12.05.1929—27.02.2020), агроном-ғалим. 1961—2007 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1982 йылдарҙа мал аҙығы әҙерләү һәм мелиорация кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1963), профессор (1993). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1980). Йәрмәкәй районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Йәрмәкәй ауылынан.
- Зәйҙуллин Хәмит Вәли улы (1934—23.11.1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1946—1990 йылдарҙа Татар АССР-ының Баулы районы «Баулы» совхозында тракторсы, звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Сөйәрмәт ауылынан.
- Кацерик Георгий Иванович (1934—26.12.2020), табип, журналист һәм яҙыусы, шағир һәм тәржемәсе. 1960 йылдан Бөрйән район үҙәк дауаханаһы хирургы, баш табип урынбаҫары, 1969 йылдан — Стәрлетамаҡ психоневрология диспансерының баш табибы, 1977—1978 йылдарҙа — Бөрө үҙәк район дауаханаһының, 1993—1994 йылдарҙа — Республика наркология диспансерының (Өфө) бүлек мөдире. 2004—2011 йылдарҙа «Истоки» гәзите хәбәрсеһе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2007) һәм «Бельские просторы» журналы премияһы лауреаты.
- Әрмәншин Фрид Мөхәмәтша улы (1939—9.04.2020), агроном, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1986 йылдан Тәтешле район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2000 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1994), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999). Сығышы менән ошо райондың Кәлтәй ауылынан.
- Гладков Александр Серафимович (1959), спортсы. 1982—1989 йылдарҙа грек-рим көрәше буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең Өфө спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). 1980—1986 йылдарҙа РСФСР чемпионы, СССР чемпионаттарының көмөш (1982) һәм бронза (1989) призёры. 1979—1988 йылдарҙа үткән халыҡ-ара турнирҙарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһе Махнёво ауылынан.
- Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙы (1989), тел белгесе-ғалим, педагог. 2020 йылдан Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2016).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1755: Джованни Баттиста Виотти, Италияның виртуоз скрипкасыһы, Францияла скрипка мәктәбен ойоштороусы.
- 1770: Карл Бистром, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал-адъютант.
тулы исемлек
- 1790: Йоханнес Карстен Хаух, Дания яҙыусыһы, шағир, тарихи романдар авторы.
- 1820: Флоренс Найтингейл, Британия шәфҡәт туташы, 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы барышында шәфҡәт туташтары отрядын ойоштороусы һәм уның етәксеһе.
- 1895: Уильям Джиок, АҠШ ғалимы, физик-химик, 1949 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1895: Джидду Кришнамурти, Һиндостан философы, рухани.
- 1900: Хелена Вайгель, Германияның театр актрисаһы, Бертольт Брехттың икенсе ҡатыны.
- 1910: Дороти Ходжкин, Британия ғалимы, химик-биохимик, 1964 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1925: Фрэнк Пирсон, АҠШ сценарисы, кинорежиссёр.
- 1930: Хесус Франко, Испания кинорежиссёры, оператор, актёр, композитор, сценарист.
- 1930: Владимир Ухин, диктор, телетапшырыуҙар алып барыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1982).
- 1936: Марчук Иван Степанович, Украинаның халыҡ рәссамы.
- 1950: Гэбриэл Бирн, Ирландияның театр, кино һәм телевидение актёры.
- 1950: Брюс Бокслейтнер, АҠШ актёры.
- 1960: Роман Моисеев, Рәсәй дирижёры, педагог, йәмәғәт эшмәкәре.
- 1970: Саманта Мэтис, АҠШ-тың кино актрисаһы.
- 1983: Алина Ҡабаева, Рәсәй спортсыһы.