16 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(16 сентября битенән йүнәлтелде)
16 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 сентябрь Викимилектә |
16 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 259-сы көнө (кәбисә йылында 260-сы). Йыл аҙағынаса 106 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Озон ҡатламын һаҡлау көнө.
- АҠШ: Эшләүсе ата-әсәләр көнө.
- Пластилин көнө.
- Ҡаҙағстан: Әсәйҙәр көнө.
- Малайзия: Федерация көнө.
- Мексика: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Папуа — Яңы Гвинея: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Һут көнө.
- Сент-Китс һәм Невис: Батырҙар көнө.
- Ҡырғыҙстан: Дәүләт һағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Малайзия: Ҡораллы көстәр көнө.
- 1492: Христофор Колумб Саргасс диңгеҙен аса.
- 1810: Мексика Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
тулы исемлек
- 1857: Джейн Пирпонт «Jingle Bells» йырына авторлыҡ хоҡуғы ала.
- 1907: Санкт-Петербургта трамвай йөрөй башлай.
- 1908: «General Motors» компанияһы ойошторола.
- 1908: Өфө медицина колледжы асыла.
- 1918: СССР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены булдырыла.
- 1931: Башҡорт АССР-ы Балтас район гәзитенең тәүге һаны баҫыла.
- 1931: С. В. Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры эш башлай.
- 1975: Папуа — Яңы Гвинея бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1998: «Нотр-Дам де Пари» мюзиклы тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡуйыла.
- 2000: Сиднейҙа XXVII Йәйге Олимпия уйындары асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горчилин Александр Михайлович (1925—6.05.1970), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия мотоуҡсылар батальонының отделение командиры урынбаҫары, рядовой, Советтар Союзы Геройы (1943).
- Семавин Владимир Петрович (1935), йылылыҡ энергетикаһы инженеры. 1970 йылдан Ҡарман ГРЭС-ында өлкән мастер, 1972 йылдан цех начальнигы урынбаҫары, 1978 йылдан — цех начальнигы, 1983 йылдан — бүлек начальнигы, 1986 йылдан — баш инженер урынбаҫары, 2004—2007 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1996) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Панферов Владимир Дмитриевич (1945), энергетика тармағы алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. 1973—2004 йылдарҙа «Күмертау электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре» дәүләт унитар предприятиеһы эшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
- Парамонов Сергей Владимирович (1945), спортсы-фехтовальщик һәм тренер, ғалим-педагог һәм ғалим-философ. 1989 йылдан фехтование буйынса СССР йыйылма командаһының, 1992 йылдан — Украина йыйылма командаһының баш тренеры. 1976 йылдан Киев дәүләт физик культура институты уҡытыусыһы, 1980—1984 йылдарҙа фехтование, хәҙерге бишалыш,ат спорты һәм атыу кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), философия фәндәре докторы (1997). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры һәм тренеры (1991), Украина ССР-ының атҡаҙанған тренеры (1985). Олимпия уйындары призеры (1972).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиев Ғатаулла Фәсхетдин улы (1861—1939), шағир-импровизатор. 1892—1929 йылдарҙа тыуған ауылында мөҙәрис һәм мулла. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылынан.
- Батанов Николай Яковлевич (1916—13.03.1983), партия һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан КПСС-тың Боҙаяҙ район комитетының икенсе, 1952 йылдан — Хәйбулла һәм 1962 йылдан — Ҡырмыҫҡалы район комитеттарының беренсе секретары. 1972—1979 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының партия комиссияһы рәйесе. РСФСР-ҙың 5-се, Башҡорт АССР-ының 4—9-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
тулы исемлек
- Абдуллин Кинйәғәли Әбүбәкир улы (1941—14.01.2020), агроном, журналист, шағир, йәмәғәтсе. 2010 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1988—2001 йылдарҙа Көйөргәҙе район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 2001 йылдан Күмертау яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе. Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2011), райондың почётлы гражданы (2018).
- Яҡупова Валентина Тимофеевна (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. 1963—2001 йылдарҙа Кушнаренко ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992).
- Михайлова Ирина Даниловна (1956), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, хореограф. Белорет ҡалаһының «Вдохновение» халыҡ бейеү театрын ойоштороусы һәм 1981 йылдан уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо ҡаланан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мирғәзов Шәүҡәт Мирғәзетдин улы (1927—8.10.2004), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, операторы, мастеры. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969) һәм почётлы нефтсеһе (1980). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылынан.
- Арыҫланов Салауат Сафа улы (1942—2007), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1993—2007 йылдарҙа Нуриман районы «Луч» фермер хужалығы башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Мәүлитова Разия Фәтих ҡыҙы (1947), педагог. 1967 йылдан Баймаҡ районы 2-се Этҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы; 2004 йылдан мәктәптең Д. С. Ибраһимов исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо райондың Ниғәмәт ауылынан.
- Йомағужин Юлай Мөхәмәт улы (1952), ғалим-физик. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университетының ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Баҙарғол ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисмәтуллин Арыҫлангәрәй Солтангәрәй улы (1903—?), партия, дәүләт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре. 1931 йылдан ВКП(б)-ның Хәйбулла район комитетының беренсе секретары; 1935 йылдан Башҡортостан Баш суды рәйесе, 1936 йылдан — юстиция халыҡ комиссары; 1938 йылдан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының секретариат мөдире; 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы прокуратураһының енәйәт-суд бүлеге, 1943 йылдан — кадрҙар бүлеге начальнигы; 1945—1946 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Ленин районы прокуроры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (1913—5.02.1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Яңы Абзан ауылынан.
тулы исемлек
- Чаругин Константин Петрович (1928—1998), рәссам-педагог, 1963—1988 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһе Спасск районы Устрань ауылынан.
- Гареев Николай Асылгареевич (1938—31.12.2021), педагог. 1962 йылдан Дүртөйлө районы Миәҙәк урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1972—1979 һәм 1980—1999 йылдарҙа — директоры. СССР-ҙың мәғариф, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Миәҙәк ауыл советының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хәйретдинов Әлфәт Фазлетдин улы (1938), урмансы-ғалим. 1973 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1982—2009 йылдарҙа — урмансылыҡ кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1990) атҡаҙанған урмансыһы, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
- Курносова Людмила Петровна (1953), педагог. 1972 йылдан Салауат ҡалаһы балалар баҡсалары тәрбиәсеһе, 1989—2009 йылдарҙа 44-се «Кристаллик» балалар баҡсаһы мөдире. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Красноусольский ауылынан.
- Бураҡаева Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы (1973), прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург. 2009 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, 2016 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәбирйәнов Илфир Хәбирйән улы (1934—14.01.2007), төҙөүсе. 1966—1996 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе ташсыһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1989). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылынан.
- Сергиенко Иван Викторович (1969), ғалим-иҡтисадсы һәм педагог, 1992 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2000), педагогия фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Рөстәм Ғиззәтуллин (1974), йырсы, композитор, продюсер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1745: Михаил Кутузов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре.
- 1853: Альбрехт Коссель, Германия биохимигы.
тулы исемлек
- 1900: Иван Масленников, (1954 йылда үлгән), СССРҙың хәрби эшмәкәре, армия генералы, Советтар Союзы Геройы.
- 1916: Атилла Расих, яҙыусы, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- 1936: Михаил Кокшенов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002). Уйнаған фильмдары — «Женя, Женечка и „катюша“», «Спортлото-82», «Вечный зов», «В зоне особого внимания», «Гараж», «Самая обаятельная и привлекательная» һәм башҡалар).
- 1938: Валерий Гатаев, СССР һәм Рәсәйҙең кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986).
- 1942: Ангели́на Вовк, СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһы дикторы, тапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2006).
- 1945: Евгений Петросян, СССР һәм Рәсәйҙең юмор артисы, телетапшырыуҙар алып барыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1947: Александр Руцкой, Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең беренсе һәм һуңғы вице-президенты.
- 1956: Дэвид Копперфильд, АҠШ иллюзионисы.
тулы исемлек