19 март
Уҡыу көйләүҙәре
(19 марта битенән йүнәлтелде)
19 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
19 март Викимилектә |
19 март — григориан стиле буйынса йылдың 78-се (кәбисә йылында 79-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 287 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Оҫталар көнө.
- Клиенттар көнө.
- Шприц көнө.
- Испания Италия Португалия: Атайҙар көнө.
- Финляндия: Тиң хоҡуҡлылыҡ көнө.
- АҠШ: Ҡошсолар көнө.
- Сертификатлы шәфҡәт туташтары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәр көнө.
- Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө (марттың өсөнсө йәкшәмбеһе).
- 1474: Венецияла уйлап табыуҙы һаҡлау тураһында закон ҡабул ителә, был — автор хоҡуғын яҡлаған беренсе ҡанун.
- 1898: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы беренсе рус һынлы сәнғәт музейы — Рус дәүләт музейы асыла.
- 1899: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы беренсе «Ашығыс ярҙам» станцияһы эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғатауллин Барый Бакир улы (1925—16.01.2023), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1980—1986 йылдарҙа Ауырғазы районы «Агропромхимия» берекмәһенең баш агрономы, 1989—1996 йылдарҙа 82-се һөнәри училищеның уҡыу хужалығы идарасыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан.
- Ғәлиев Әхмәтғәли Мөхәмәтғәли улы (1950), ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1996—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры. Рәсәй Федерацияһының 1-се саҡырылыш (1993—1996) Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Рафиҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Семёнов Виктор Васильевич (1955), эшсе. 1985—1997 йылдарҙа «Ишимбайтрансмаш» предприятиеһы токаре. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Сығышы менән хәҙерге Мордва Республикаһының ҡала тибындағы Явас ҡасабаһынан.
- Афанасьев Марк Данатович (1960), музыкант-виолончелист, педагог. 1995 йылдан Өфөләге урта махсус музыка колледжы һәм бер үк ваҡытта 2002 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө кимәлдәге һөнәри конкурстар лауреаты.
- Чистяков Константин Сергеевич (1970), спортсы, педагог-тренер. 1996 йылдан тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервының Өфөләге балалар-үҫмерҙәр махсус мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2013 йылдарҙа — директоры. Тау саңғыһы спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Слалом-гигантта (1988), тиҙлеккә төшөүҙә һәм супергигантта (1989) СССР чемпионы. Үҫмер спортсылар араһында өсбәйгелә донъя чемпионы (1988). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1988, 1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Закиров Әхмәт Закир улы (1911—29.03.1988), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты (1944). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Павлов Алексей Николаевич (1921—1997), кино күрһәтеү һәм кинопрокатты ойоштороусы. 1962—1982 йылдарҙа Башҡортостан республика кинофильмдар прокатлау контораһы директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Раянов Камил Сабирйән улы (1931), нефтсе, ғалим-инженер. 1954—1996 йылдарҙа Нефтекама быраулау эштәре идаралығының баш инженеры. Техник фәндәр кандидаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Фәррәхов Минихәзи Миңлевәли улы (1931—1.02.2003), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1978—1991 йылдарҙа хәҙерге Ханты-Манси автономиялы округының Пыть-Ях ҡалаһында урынлашҡан «Мамонтовнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Йомаҙыбаш ауылынан.
- Хәлимов Элик Мәзит улы (1931—25.09.2014), нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-тау инженеры-геолог. 1954 йылдан «Башнефть» берекмәһендә төрлө яуаплы вазифаларҙа, 1965 йылдан — Башҡортостан нефть ғилми тикшеренеү һәм проект институтының директор урынбаҫары; 1975 йылдан Мәскәүҙә төрлө яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптәп СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары; 1988 йылдан СССР Фәндәр Академияһының Янар ҡаҙылмалар геологияһы һәм уларҙы эшкәртеү институтының директор урынбаҫары, 2001 йылдан — генераль директорҙың 1-се урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре докторы (1970), профессор (1972). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974), РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1979), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры. Ике тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1971, 1976). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Корнилов Геннадий Емельянович (1936), ғалим-тел белгесе. 1968 йылдан Сыуаш дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылдан дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан филология факультеты деканы. Сыуаш Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (2008), филология фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған (2011) һәм почётлы (1997) хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Иван-Ҡыуалат ауылынан.
- Беглова Елена Ивановна (1961), ғалим-тел белгесе. 1983 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2005), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Иван Ҡыуалат ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кожевников Павел Андреевич (1942), хеҙмәт алдынғыһы. 1965—1994 йылдарҙа «Башкирстройтранс» тресының 1-се автобазаһы водителе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1989).
- Шакиров Мәғнәүи Мәүли улы (1942—16.11.2006), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, агроном. 1979 йылдан КПСС-тың Мишкә район комитетының икенсе секретары, 1985 йылдан халыҡ депутаттарының Борай районы Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1989 йылдан КПСС-тың Борай район комитетының беренсе секретары, 1991 йылдан халыҡ депутаттарының Борай районы Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2000 йылдарҙа — район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2000).
тулы исемлек
- Солтанов Илдар Мәхмүт улы (1952), музыкант-кларнетсы. 1977 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылдан тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1980—1983 һәм 2002—2004 йылдарҙа кафедра мөдире; бер үк ваҡытта 1976 йылдан хәҙерге Урта махсус музыка колледжы һәм 1988 йылдан — Гәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназия уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Исмаил ауылынан.
- Ғаянов Илдар Ихсан улы (1957), рәссам, график. 1998 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әминев-Тамъяни Шафиҡ (төп исеме Әминев Шафиҡ Әмин улы; 1858—1931 йә 1936), шағир, уҡытыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әбделғәзе ауылынан.
- Мыздриков Алексей Матвеевич (1903—2.02.1983), ғалим-инженер-механик. 1930 йылдан Рыбинск ҡалаһындағы, 1941 йылдан Өфөләге 26-сы авиация заводының баш инженеры һәм баш технологы (1942—1946), бер үк ваҡытта 1957—1982 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, 1975 йылға тиклем машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире. Профессор (1960). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967). Ленин (1943), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1936) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1941) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Черниговка ауылынан.
тулы исемлек
- Моталов Миңләхмәт Ғилметдин улы (1928—5.04.2012), ғалим-тау инженеры-геолог-химик. 1958 йылдан Геология институты хеҙмәткәре, 1964 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1979—1982 һәм 1994—2001 йылдарҙа Өфө технология сервис институты, 1985 йылдан — Өфө нефть институты, 2001—2007 йылдарҙа Рәсәй сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты уҡытыусыһы. «Башҡортостан энциклопедияһы» нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1961), профессор (1994). 1963 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
- Погорелов Михаил Дмитриевич (1928—28.05.1996), радиотехник. 1949 йылдан Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы иҫәпсеһе, 1950 йылдан — радиотехник-диспетчер, 1960—1988 йылдарҙа — бригадир. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Яңы Украинка ауылынан.
- Юртаев Сергей Федорович (1928—2012), авто-трактор предприятиеһының элекке автослесары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Беляев Сергей Егорович (1938—9.10.2003), ғалим-педиатр. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1976 йылдан балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире, 1982—1986 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1978). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Иҫке Ежов ауылынан.
- Янченко Вячеслав Михайлович (1938), граждандар авиацияһы лётчигы. 1960 йылдан пассажир самолёттары, шул иҫәптән 1971 йылдан «ТУ-104», 1975 йылдан «ТУ-154» һауа карабы командиры. КПСС-тың 25-се съезы делегаты (1976). Советтар Союзы Геройы (1973). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Рассоха Михаил Григорьевич (1948), ғалим-педагог. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.
- Сигачёв Владимир Николаевич (1958—1993 йылдан һуң), рок-музыкант, гитарасы, йырҙар авторы. «DDT» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Небо и земля» төркөмөн ойоштороусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғимазов Рауил Әлдәм улы (1963—19.07.2003), саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткәр. Чечен Республикаһында террорға ҡаршы операцияла ҡатнашыусы. Батырлыҡ ордены кавалеры (2003). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Ғималова Вилә Зәки ҡыҙы (1963), табип. Үрге Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы терапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2017), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2020). Сығышы менән ошо ауылдан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Софроний (донъяуи исеме Арефьев Иван Алексеевич; 1879—23.12.1937), дин әһеле. 1933—1934 йылдарҙа Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы. Дини тәғлимәт кандидаты. (1903). Архиепископ (1929), архимандрит (1915). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенән.
- Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы (1909—17.02.1995), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой. Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945, 1985).
тулы исемлек
- Нассонова Руфина Анатольевна (1939—14.11.2022), ҡурсаҡ йөрөтөүсе артист. 1961—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. 1963 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985). Бөтә Рәсәй драма һәм балалар театрҙары спектаклдәре конкурсы дипломанты (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вәлинурова Вәсимә Шәймулла ҡыҙы (1949), ашнаҡсы. 1965 йылдан Ҡариҙел районы Магинск леспромхозы, 1982—1994 йылдарҙа «Түбәнге Салда» совхозы ашнаҡсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Балмаҙы ауылынан.
- Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (1949), (1949), зоотехник-ғалим. 1995—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, малсылыҡ продукттары етештереү технологияһы кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Хәкимов Тимур Артур улы (1984), инженер-ғалим, эшҡыуар, меценат, йәмәғәтсе. 2017 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 5—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты. Техник фәндәр кандидаты, доцент (2017). Башҡортостан Республикаһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2022), академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2018).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1800: Василий Бажанов, дин белгесе, Библияны рус теленә тәржемә итеүселәрҙең береһе.
- 1895: Максим Рыльский, СССР шағиры, XX быуат Украина шиғриәте классигы.
- 1930: Борис Штоколов, опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1966).
- 1949: Валерий Леонтьев, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, актёр, манси милләтенән.
- 1950: Надежда Бабкина, йырсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1992), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1978).
- 1963: Әкрәм Вәли, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе.