22 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
(22 декабря битенән йүнәлтелде)
22 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
22 декабрь Викимилектә |
22 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 356-сы көнө (кәбисә йылында 357-се). Йыл тамамланыуға 9 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бард (автор) йыры көнө.
- АҠШ: Һәләттәр көнө.
- Зимбабве: Берҙәмлек көнө.
- Индонезия: Әсә көнө.
- Һиндостан: Математика көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: СССР (Рәсәй) хоккейының тыуған көнө.
Төбәк байрамдары
- Ульяновск өлкәһе: Герб һәм флаг көнө.
- Беларусь, Ҡырғыҙстан, Рәсәй Федерацияһы, Украина, Әрмәнстан: Энергетиктар көнө.
- Вьетнам: Ҡораллы көстәр көнө.
- Куба: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ҡораллы Көстәрҙең Гидрометеорология хеҙмәте көнө.
- Украина: Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
- 1692: Мәсетле районының Оло Аҡа ауылына нигеҙ һалына.
- 1790: Рәсәй Империяһы ғәскәрҙәре Измаил ҡәлғәһен штурм менән ала.
- 1857: Рәсәй Империяһында беренсе почта маркаһы сығарыла.
- 1886: Ито Хиробуми Японияның беренсе премьер-министры итеп һайлана.
- 1932: Өфөлә хәҙерге Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры эшләй башлай.
- 1946: Мәскәү, Ленинград, Рига, Каунас һәм Архангельск ҡалаларында шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың беренсе чемпионатының тәүге уйындары үтә.
- 1972: Өфө йылға училищеһы асыла.
- 1989: ГДР һәм ФРГ дөйөм дәүләткә берләшә.
- 1990: Рәсәй Пенсия фонды ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиев Мансаф Нурый улы (1925), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-майор (1977). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә «Ҡораллы Көстәрҙә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡалмаш ауылынан.
- Шамаева Светлана Сәми ҡыҙы (1955), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (1965), тележурналист, дәүләт хеҙмәткәре. 1988—2010 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мөхәррире һәм баш мөхәррире, 2011 йылдан «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбдиев Рифғәт Фәйез улы (1926—6.04.2019), ғалим-философ, инженер. 1955 йылдан СССР Оборона министрлығының 4-се Үҙәк ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, конструктор бюроһы начальнигы; 1978 йылдан Бөтә Союз машиналар эшләү ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1983 йылдан Мәскәү урман университеты, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Мәскәү техник университеты, 1995—2001 йылдарҙы Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатия академияһы уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996).
- Горбанева Вера Александровна (1936), педагогик хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы мәктәптәренең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1976). Сығышы менән ошо райондан.
- Ковалёва Лиана Ароновна (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-физик. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1976 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2003 йылдан — ғәмәли (прикладной) физика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп (2020) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү (2006) хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
- Нафиҡов Рим Ғәфүр улы (1956), медцина өлкәһе ветераны, ғалим-невропатолог. 1984 йылдан УфНИИГПЗ-дың ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2003 йылдан лаборатория мөдире, 2006 йылдан —өлкән ғилми хеҙмәткәр. Медицина фәндәре кандидаты (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баһаутдинов Абрар Мөхәмәт улы (1917—31.01.1968), табип-хирург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 3-сө рангтағы хәрби табип. 1956—1968 йылдарҙа Учалы район дауаханаһының баш табибы һәм баш хирургы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1965), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1961). Сығышы менән Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Теләү улусы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Агаповка районы) Әбләз ауылынан.
- Конюкова Софья Нурый ҡыҙы (1922—4.12.2019), табип. 1957 йылдан Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы, 1963 йылдан — поликлиника, 1966 йылдан — инфекция бүлеге мөдире, 1985—1991 йылдарҙа — табип-инфекционист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1975), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
- Одиноков Виктор Николаевич (1937), ғалим-химик-органик. 1970 йылдан Өфөләге Органик химия институтының, 1992 йылдан — Нефтехимия һәм катализ институтының лаборатория мөдире. 1995—2004 йылдарҙа «Вестник Академии наук Республики Башкортостан» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР Фәндәр академияһының А. М. Бутлеров исемендәге премияһы лауреаты (1988).
- Фәрәхетдинова Мәнирә Әүхәт ҡыҙы (1947—30.03.2005), шағир, ғалим. Физика-математика фәндәре кандидаты. 1999 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Әҙәби конкурстар лауреаты. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Мусакаев Миҙхәт Биктимер улы (1952), ғалим-педагог, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Стәрлетамаҡ физик культура техникумы, 1996 йылдан — Стәрлетамаҡ физик культура институты директоры. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент (1999). Бер нисә саҡырылыш Стәрлетамаҡ район советы депутаты, өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш совет рәйесе. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2014). Сығышы менән Түбәнге Уҫылы ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Щетинина Светлана Исаевна (1958), режиссёр-педагог. 1979 йылдан Стәрлетамаҡтағы хәҙерге Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.
- Ғәбитов Илдар Исмәғил улы (1963), инженер-механик-ғалим, йәмәғәтсе. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, проректоры, 2008 йылдан — ректоры. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006).
тулы исемлек
- Миндийәрова Резеда Миңлебай ҡыҙы (1963), журналист. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Юлдаш ауылынан.
- Заһитов Дамир Камил улы (1968), тыумыштан һуҡыр музыкант, үҙешмәкәр композитор һәм шағир. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Игенсе ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улы (1924—6.06.2017), йырсы, йыраусы, сәсән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. «Вашшои» Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнашыусы (Осака ҡалаһы, Япония, 2000). «Йомабай Иҫәнбаев көндәре» республика халыҡ сәнғәте байрамы (Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, 1989), «Башҡорт халыҡ йыры» республика радиоконкурсы (Өфө, 1991; Гран при) лауреаты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Хайбрахманов Рәшит Фәйзи улы (1939), мәғариф ветераны. 1998—2001 йылдарҙа Борай районы Яңы Киҙгән мәктәбе директоры. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1823: Жан Анри Фабр, Франция этномологы.
- 1858: Джакомо Пуччини, Италия композиторы.
- 1887: Сриниваса Рамануджан, Һиндостан математигы.
- 1937: Эдуард Успенский, СССР яҙыусыһы.
- 1943: Пол Вулфовиц, АҠШ сәйәсмәны, Халыҡ-ара банк президенты (2005—2007).
- 1554: Алессандро Бонвичино, Италия рәссамы.
- 1936: Николай Островский, СССР яҙыусыһы.
- 2002: Рафаэль Сафин, башҡорт шағиры, драматург.