26 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
(26 апрелдә битенән йүнәлтелде)
26 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
26 апрель Викимилектә |
26 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 116-сы (кәбисә йылында 117-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 249 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Интеллектуаль милек көнө.
- Рихтер шкалаһы көнө.
- Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Картуф бешереү көнө.
- АҠШ: Диссертация көнө.
- Балалар һәм йорт хайуандары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы, Украина: Радиация авариялары һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
- Танзания: Берләшеү көнө.
Төбәк байрамдары
- Мари Республикаһы: Милли батырҙар көнө.
- Татарстан Республикаһы: Туған тел көнө.
- Ер: Профессиональ административ хеҙмәткәрҙәр көнө (апрелдең һуңғы тулы аҙнаһының шаршамбыһы).
- Осоусы (пилот) көнө.
- АҠШ: Мәктәп автобусы водителдәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Нотариустар (нотариат) көнө.
- Смета төҙөүселәр көнө.
- Снайперҙар көнө.
- Әрмәнстан: Ил сиге һаҡсылары көнө.
- 1960: Өфөлә дәүләт циркы эшләй башлай.
- 1960: Өфө тимер юл транспорты техникумы асыла.
тулы исемлек
- 1987: Бөтөрөлгән «Зенит», «Буревестник», «Труд», «Урожай» һәм «Спартак» ирекле спорт йәмғиәттәренең Башҡортостан республика советтары базаһында Профсоюздарҙың бөтә союз ирекле физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шихов Владимир Васильевич (1920—18.03.2004), ғалим-иҡтисадсы. 1956 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Президиумының ғилми секретары; 1959 йылдан филиалдың Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире, 1970 йылдан — сектор мөдире, 1986 йылдан — төп, 1988—1991 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1961). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). 1-се (1985) һәм 2-се (1951) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Губаха ҡалаһынан.
- Мусин Хәбир Хәләф улы (1950), партия, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1992—2008 йылдарҙа Миәкә район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2018).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдулла Туҡай (1886—15.04.1913), шағир, татар әҙәбиәте классигы. Яңы татар әҙәбиәтенә, хәҙерге татар теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Азаматов Фәтих Хәсән улы (1926—6.07.2014), журналист, партия органдары хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1958—1967 йылдарҙа Күгәрсен һәм Хәйбулла район гәзиттәре мөхәррире, артабан КПСС-тың Өфө район комитеты инструкторы. Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2001) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2000) премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Липаев Николай Филиппович (1926—1.11.1994), совет органдары хеҙмәткәре һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1963 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ишембай ҡала Советы рәйесе урынбаҫары, 1971 йылдан — Ишембай станоктар эшләү заводы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992), Башҡорт АССР-ы торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1984). Ленин (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры.
- Мозговой Валерий Александрович (1946), мәғариф ветераны. 1987—2011 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы.
- Шәрифйәнов Билус Ғәлимйән улы (1961), ғалим-зоотехник. 1992 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре; 1993—2004 йылдарҙа һәм 2009 йылдан өлкән, 2005 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2007—2008 йылдарҙа ауыл хужалығы малдарын ашатыу һәм мал аҙыҡтары технологияһы лабораторияһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫке Татыш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Теләпова Зөһрә Әхмәтзыя ҡыҙы (1952), педагог, музыкант. Өфө ҡалаһындағы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең бүлек мөдире, баян буйынса уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Буганин Александр Андреевич (1957), рәссам, график. 1989 йылдан Өфөләге «Сәнғәт», 1998 йылдан — Мәскәүҙәге А. В. Булянская галереяһы хеҙмәткәре. 1993 йылдан Рәсәй Рәсамдар союзы ағзаһы. Йөҙҙән артыҡ төрлө кимәл ижади күргәҙмәлә ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шабалов Анатолий Егорович (1953), инженер. 1999—2013 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте капиталь төҙөлөш ижаралығының баш инженеры, идаралыҡ начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы Федоровка ауылынан.
- Хәсәншин Ринат Әхиәр улы (1958), Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник-инженер. Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы. Батырлыҡ ордены кавалеры (2002). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сулькова Вера Васильевна (1968), техник. 1986 йылдан хәҙерге Мәләүез минераль ашламалар берекмәһе лаборанты, 2001 йылдан — дистанцион идара итеү пульты операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2020).
- Изотов Алексей Николаевич (1973), банк өлкәһе, сәнәғәт тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, сәйәсмән. 2004 йылдан Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводының башҡарма, 2007 йылдан — генераль директоры; 2010—2016 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең етенсе саҡырылыш (2016—2021) Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы һәм Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Даниил Квят (1994), Рәсәй автоуҙышсыһы. 2014—2017 йылдарҙа «Формула-1» уҙыштарында сығыш яһаусы. GP3 автоуҙыш серияһы еңеүсеһе (2013).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 121: Марк Аврелий, Рим императоры, философ.
- 1575: Мария Медичи, 1600—1610 йылдарҙа Франция королеваһы.
тулы исемлек
- 1710: Томас Рид, Шотландия философы.
- 1785: Джон Джеймс Одюбон, АҠШ рәссамы.
- 1830: Пётр Капнист, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург һәм шағир.
- 1840: Пётр Алексеев, Рәсәй империяһы ғалимы, химик-органик.
- 1885: Пётр Новицкий, оператор-кинодокументалист, СССР документаль киноһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1890: Николай Зеров, СССР шағиры, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе һәм тәржемәсе, профессор.
- 1890: Сергей Конобеевский, ғалим-физик, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
- 1900: Чарльз Фрэнсис Рихтер, АҠШ физигы, сейсмолог, ер тетрәүҙәр көсөн баһалаған шкаланы төҙөүсе.
- 1905: Жан Виго, Франция кинорежиссёры.
- 1910: Томоюки Танака, Япония продюсеры, кинорежиссёр, Годзилла тураһындағы сериал авторы.
- 1925: Юрген Ингманн, Дания музыканты, гитарист, ҡатыны Грета менән дуэтта 1963 йылғы «Евровидение» конкурсында еңеүсе.
- 1940: Джорджо Мородер, Италия композиторы, продюсер.
- 1963: Джет Ли, Ҡытай актёры, ушу оҫтаһы.
- 1970: Мелания Трамп, АҠШ-тың 45-се президенты Дональд Трамптың ҡатыны.
- 1978: Стана Катич, Канаданың серб-хорват сығышлы актёры.
- 1998: Булат Рафиҡов, СССР яҙыусыһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990).