30 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
30 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
30 апрель Викимилектә |
30 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 120-се (кәбисә йылында 121) көнө. Йыл аҙағына тиклем 245 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Джаз көнө.
- Өҫтәл уйындары көнө.
- Скульптура көнө.
- Тай-цзи һәм цигун көнө.
- АҠШ: Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары көнө.
- Вьетнам: Еңеү көнө.
- Колумбия: Балалар көнө.
- Мексика: Бала көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәрен иҫкә алыу көнө.
- Таиланд: Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө.
- Ер: Ветеринар табиптар көнө.
- Грузия: Армия көнө.
- Парагвай: Уҡытыусылар көнө.
- Днестр буйы республикаһы: Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Янғын һүндереүселәр көнө.
- Украина: Ил сиге һаҡсылары көнө.
- 1893: Новосибирск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1905: Рәсәй императоры Николай II дин тотоу ирке тураһындағы указға ҡул ҡуя.
тулы исемлек
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәре Берлин операцияһы барышында рейхстагты шутрмлай башлай.
- 1960: СССР матбуғатында Төмән өлкәһе тайгаһында нефть эҙләүҙәге уңыш тураһында хәбәр ителә: 7-се скважинанан «ҡара алтын» атыла.
- 1971: Мәскәүҙең Ленин тауҙары биҫтәһендә Ҙур Мәскәү дәүләт циркы асыла.
- 1975: Вьетнамда 1955 йылдан бирле дауам иткән һуғыш туҡтала.
- 1990: Хәҙерге Рәсәйҙә дәүләткә ҡарамаған тәүге коммерция радиостанцияһы — «Европа плюс» тапшырыуҙарын башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наливкин Василий Дмитриевич (1915—5.11.2000), ғалим-геолог. 1939 йылдан Өфө геология партияһы начальнигы, 1942 йылдан — Урал экспедицияһының баш геологы, 1946 йылдан — начальнигы. Башҡортостан биләмәләрендә нефть ятҡылыҡтары булыуын нигеҙләүселәрҙең береһе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1968), Башҡорт АССР-ы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1951), профессор (1964). СССР-ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1958). Ленин премияһы (1964), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (1996), И. М. Губкин исемендәге премиялар (1951, 1986) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1948, 1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Рәхимҡолов Морат Ғәлим улы (1925—4.05.2015), ғалим-әҙәбиәт белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1957 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1968—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, филология факультетында эшләгән «Тропинка» рус әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР-ҙың Юғары мәктәп отличнигы (1982), В. П. Бирюков (1975) һәм Степан Злобин исемендәге премиялар лауреаты (1996).
- Хәбибуллина (Мөзәғитова) Флүрә Ғабдулла ҡыҙы (1935), театр актёры. 1960 йылдан хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1975—1982 һәм 1989—1992 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1992—1994 һәм 1996—1999 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
- Степанов Александр Сергеевич (1990), спортсы, ҡаяға үрмәләүсе. Рәсәйҙең спорт мастеры 2005), үҫмер спортсыларҙың донъя беренселеге еңеүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы (1871—07.1931), мәғрифәтсе-шағир, мулла һәм уҡытыусы. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батыршин Рәйес Мансур улы (1942—30.03.2014), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1961—1995 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе машинисы. 1970—1985 йылдарҙа предприятиеның күп тиражлы «За передовую технику» гәзитенең эшсе-хәбәрсеһе. 2-се (1981) һәм 3-сө (1973) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Сәлмәнов Салауат Рафиҡ улы (1952), композитор, педагог. 1979 йылдан Учалы музыка училищеһы, 1989 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. 1995 йылдан Рәсәй Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).
тулы исемлек
- Әбдрәшитова Нурзиә Әхмәт ҡыҙы (1957), театр һәм кино актёры. 1979—2013 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1984 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
- Ташбулатов Виталий Васильевич (1967), хеҙмәт алдынғыһы. Мишкә юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығы мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Хәмиҙуллин Артур Искәндәр улы (1977), спортсы. Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Саңғыла трамплиндан һикереү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмитов Кирам Нуретдин улы (1918—25.02.1980), урман хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1980 йылдарҙа Темәс урман хужалығы директоры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.
- Солтанов Фаат Мөстәҡим улы (1928—1.02.2001), нефтехимик. 1956—1991 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе операторы. Октябрь Революцияһы (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы Наҙытамаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Маннапов Рауил Заһри улы (1938), малсы, механизатор. 1956—1998 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозының мал ҡараусыһы, тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән райондың Юлыҡ ауылынан.
- Хәсәнов Әҙеһәм Абдулла улы (1948—26.09.2005), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1975 йылдан Әбйәлил районы 22-се партсъезд исемендәге колхоздың партком секретары; 1985 йылдан «Йәнгел» предприятиеһы агрономы, 1987 йылдан — етәксеһе; 1999 йылдан «Зауралье» МТС-ының генераль директоры; 2000 йылдан район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2003—2005 йылдарҙа район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән райондың Үрге Әбдрәш ауылынан.
- Әбүзәров Марат Тәлғәт улы (1958—21.07.1996), журналист, комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире; 1982 йылдан «Ленинсы»—«Ленинец» гәзите мөхәррире; 1989 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре; 1990—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының редакция-нәшриәт секторы мөдире, матбуғат хеҙмәте етәксеһе. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. ВЛКСМ-дың 20-се съезы (Мәскәү, 1987) делегаты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Ташаҫты ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Каневский Лев Львович (1924—9.01.2002), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1964—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1997 йылдарҙа криминалистика һәм суд экспертизаһы кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Юридик фәндәр докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡорт АССР‑ының (1983) атҡаҙанған юрисы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы өлкәһе Золотоноша ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1870: Франц Легар, Венгрия композиторы, дирижёр.
- 1875: Илья Сац, Рәсәй империяһы композиторы, дирижёр һәм виолончелист.
тулы исемлек
- 1905: Сергей Никольский, СССР һәм Рәсәй математигы, академик, СССР-ҙың өс Дәүләт премияһы лауреаты.
- 1930: Адриана Асти, Италия актрисаһы.
- 1930: Пьер-Феликс Гуаттари, Франция психиатры, философ.
- 1940: Бёрт Янг, АҠШ актёры.
- 1949: Антониу Гутерреш, 2017 йылдан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының генераль секретары.
- 1967: Филипп Киркоров, СССР һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, актёр һәм композитор.
- 1985: Галь Гадот, Израиль актрисаһы.
- 2010: Роберт Байымов, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).