7 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(7 февраля битенән йүнәлтелде)
7 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 февраль Викимилектә |
7 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 38-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 327 көн ҡала (кәбисә йылында 328).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
Ер: Ут һүндергестең тыуған көнө.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Бизнес белеме көнө.
- АҠШ: Балет көнө.
- 457 йыл: Лев I Макелла Византия тәхетенә ултыра.
- 1311 йыл: Иоанн Люксембургский Чехия тәхетенә ултыра.
- 1550 йыл: Джованни Мария Чокки дель Монте 221-се Рим папаһы итеп һайлана, «Юлий III» исемен ала.
- 1780: Сыктывкар ҡалаһына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1855: Симодала Рәсәй империяһы һәм Япония араһында «даими тыныслыҡ һәм ихлас дуҫлыҡ» иғлан иткән килешеү төҙөлә.
- 1863: АҠШ инженеры Алан Крей ут һүндергескә патент ала.
- 1889: Сан-Францискола Тымыҡ океан астрономия йәмғиәте төҙөлә.
- 1920: Башҡортостанда «Ҡарағош яуы» ихтилалы тоҡана.
- 1924: СССР һәм Италия араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1926: Ашҡабад кинофабрикаһы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә (1958 йылдан «Төркмәнфильм»).
- 1941: Совет крейсер дизель-электр һыу аҫты кәмәһе «К-55» һыуға төшөрөлә.
- 1950: СССР-ҙың осоусы аппараты — «Ка-10» вертолеты донъяла тәүге тапҡыр карап палубаһына ултыра.
- 1972: Джек Маршалл Яңы Зеландия премьер-министры була.
- 1974: Гренада Милләттәр Берләшмәһе сиктәрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1977: Байконур космодромынан «Союз-24» совет йыһан карабы осорола.
- 1984: НАСА астронавы Брюс Маккэндлесс (Челленджер STS-41B шаттлының осоу белгесе) асыҡ йыһан киңлегендә карап менән бер ниндәй бәйләнешһеҙ, ирекле осошта эшләгән тәүге кеше була.
- 1991: Жан-Бертран Аристид Гаити президенты итеп һайлана.
- 1992: Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында» закон ҡабул итә.
- 1992: Татарстан Совет Социалистик Республикаһының исеме «Татарстан Республикаһы» тип үҙгәртелә, Татарстан гербы ҡабул ителә.
- 1996: Рене Преваль Гаити президенты итеп иғлан ителә.
- 1998: Японияның Нагано ҡалаһында XVIII Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
- 1999: Абдулла II ибн Хөсәйен Иордания короле итеп иғлан ителә.
- 2000: Хорватияла президент һайлауҙарының икенсе турында Степан Месич еңеп сыға.
- 2010: Украиналағы президент һайлауҙарының икенсе турында Виктор Янукович иң күп тауыш йыя.
- 2010: Коста-Рикала президент һайлауҙарында Лаура Чинчилья еңеп сыға.
- 2014: Сочи ҡалаһында XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Закирйән Ханов (1920—9.08.1990), театр актёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1987 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1978).
- Александров Владимир Емельянович (1955), хужалыҡ эшмәкәре. 1998—2016 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы (1960), йәмәғәтсе. Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда эшләп килеүсе «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
- Мөхәмәтшина Рәмиҙә Санир ҡыҙы (1965), бейеүсе, балетмейстер. 1984—2006 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1997), XII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале дипломанты (Мәскәү, 1985). «Арлекин» Бөтә Рәсәй милли премияһы (2009) һәм VII Балалар театр сәнғәте Бөтә Рәсәй фестивале (2010) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңы Алдар ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙы (1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-фольклорсы. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән, 1999 йылдан — төп, 2005 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
- Ганченко Владимир Александрович (1971), спортсы, боксёр. «Ринг Башкортостана» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. СССР (1991), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1992—1996) йыйылма командалары ағзаһы. 1992 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Бокс буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995), Рәсәй чемпионы. (1992), Германияла халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе (Галле ҡалаһы, 1992), СССР Ҡораллы Көстәре чемпионы (1991). Сығышы менән Иркутск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәнгиров Радмир Мәрүән улы (1937), фән һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. Башҡорт дәүләт университетының элекке уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1976), доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Миңлебаева Наилә Мәсғүт ҡыҙы (1947), комсомол һәм партия органдары, дәүләт хеҙмәте ветераны. 1968 йылдан комсомол эшендә, шул иҫәптән 1971 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Совет район комитетының беренсе секретары, 1973 йылдан — ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитеты секретары; 1977 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1988 йылдан — яуаплы ойоштороусыһы; 1990 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының яуаплы хеҙмәткәре, артабан 1996—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мстислав Ҡулаев (1873—1959), табип, телсе, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919), Үҙәк Совет власы менән һөйләшеүҙәрҙә Башҡорт Хөкүмәте делегацияһы етәксеһе һәм «Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостаны тураһында килешеүе»нә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
- Байымов Берйән Сафа улы (1948—26.11.2004), ғалим-фольклорсы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист. 1983—2002 йылдарҙа (өҙөклөк менән) хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1993). Баймаҡ район гәзитенең Сәғит Мифтахов исемендәге премияһы лауреаты (1987).
- Ҡотоева Йәмилә Ибраһим ҡыҙы (1948), педагог. 1995—2003 йылдарҙа Йылайыр районы Йомағужа урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Ғәликәйев Айрат Әғзәм улы (1958), малсы, йәмәғәтсе. 1973 йылдан Әбйәлил районы хужалыҡтарының мал ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2014). Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. 2-се (1986) һәм 3-сө (1981) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Дауыт ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никитин Иван Александрович (1929—2006), табип-нейрохирург-ғалим. Санкт-Петербург ҡалаһындағы профессор А. Л. Поленов исемендәге Рәсәй нейрохирургия ғилми-тикшеренеү институтының элекке баш ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1997). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Мортаза Рәхимов (1934—11.01.2023), инженер-нефтсе, нефть эшкәртеү тармағы хеҙмәткәре, дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. 1990 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе, 1993—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977). СССР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1980), Рәсәй Федерацияһының 1-се (2010) һәм 2-се (1999) дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн», Дуҫлыҡ (1994) һәм Башҡортостандың «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000), Халыҡтар дуҫлығы (2009) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Хәмзин Адоль Сағман улы (1934—17.05.2020), балет артисы, педагог. 1953 йылдан Ленинград Бәләкәй опера һәм балет театры солисы, 1974—1980 йылдарҙа Ленинград боҙ балетының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1963 йылдан А. Я. Ваганова исемендәге Урыҫ балеты академияһы уҡытыусыһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1966). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Корзуев Николай Васильевич (1944), осоусы. 1974—2004 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының инструктор ооусыһы, һынау осоштары станцияһының осоштар етәксеһе, предприятиеның осоу хеҙмәте начальнигы урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы «Арыҫлан» совхозының үҙәк усадьбаһы ауылынан.
- Шамуратов Мазит Мусинович (1949—12.2013), юғары мәктәп хеҙмәткәре. Өфө дәүләт авиация техник университетының элекке административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү, Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
- Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы (1959), философ-ғалим. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011—2019 йылдарҙа БДУ-ның философия һәм социология факультеты деканы. Философия фәндәре докторы (2011), профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған (2022) һәм Рәсәйҙең почётлы мәғариф хеҙмәткәре (2015).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1870: Альфред Адлер, Австрия психиатры, психолог, психотерапияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1870: Пётр Струве, Рәсәй империяһы иҡтисадсыһы, философ.
- 1906: Пу И, Цин дәүләтенең һуңғы императоры.
- 1915: Семён Ислюков, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1955—1968 йылдарҙа КПСС-тың Сыуашстан өлкә комитетының беренсе секретары, 1968—1985 йылдарҙа Сыуаш АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. .
- 1935: Мәғсүм Гәрәев, яҙыусы, журналист, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005).
- 1979: Тавакуль Карман, Йемен хоҡуҡ яҡлаусыһы, журналист һәм сәйәсмән.