23 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
(23 января битенән йүнәлтелде)
23 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 ғинуар Викимилектә |
23 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 23-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 342 көн ҡала (кәбисә йылында 343).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ҡулдан яҙыу көнө.
- «Йәшел төҫ» көнө.
- АҠШ: Пирог көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1918: III Бөтә Рәсәй эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советтары съезы асыла.
- 1927: СССР-ҙа ОСОАВИАХИМ — Оборонаға, авиация һәм химик төҙөлөшкә булышлыҡ итеү ойошмаһы эшләй башлай (хәҙер РОСТО — Рәсәй оборона спорт-техник ойошмаһы.
- 1938: Башҡорт АССР-ының Архитекторҙар союзы ойошторола.
- 1998: «Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шляпкин Иосиф Тимофеевич (1925—7.12.2014), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. III дәрәжә Дан (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылынан.
- Китманов Роальд Викторович (1930—5.05.2007), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр кандидаты (1978). 1962 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геология разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1988—1999 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторҙан.
- Мөхәмәтйәров Альфред Муллағәли улы (1935), ғалим-иҡтисадсы. 1987 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылға тиклем финанс һәм иҡтисади анализ кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005—2011 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының һәм 1992—1997 йылдарҙа Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1984), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (1997).
- Бәҙретдинов Ғүмәр Ғосман улы (1950), хеҙмәт ветераны. 1976—2004 йылдарҙа Мәсетле районы Әжекәй ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Егуткин Наум Лазаревич (1950), ғалим-физик-химик. 1972 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институты хеҙмәткәре, 2013 йылдан — Өфөләге «Петон» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы (1916—12.06.1994), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1936–1974 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры (1968 йылдан — Сибай башҡорт драма театры) актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
- Соколова Лилиана Гәрәй ҡыҙы (1931—9.08.2014), журналист. 1959—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының совет төҙөлөшө редакцияһы мөхәррире, бер үк ваҡытта Бөтә Союз радиоһының Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Киров ҡалаһынан. Башҡортостандан беренсе Олимпия чемпионы Игорь Соколовтың әсәһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәйретдинов Нил Шәһитйән улы (1932—24.12.2009), ғалим-геолог-нефтсе. 1973 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1979—1980 йылдарҙа тау-нефть факультеты деканы; 1988 йылдан Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, 1994 йылдан — директор урынбаҫары, 1998 йылдан — директоры; 2001 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Нефть-газ технологиялары һәм яңы материалдар институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1971), профессор (1976). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Хәсәнйәнов Әлтәф Имай улы (1937), хеҙмәт ветераны. Павловка урман хужалығы производство берекмәһенең элекке директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урмансыһы.
тулы исемлек
- Ғәлимов Флүр Зиннур улы (1942), хеҙмәт ветераны. 1961—2002 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
- Манапова Сәмәрә Ноғоман ҡыҙы (1947), мәғариф ветераны. 1978—2002 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), уҡытыусы-методист (1991).
- Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (1952—18.09.2002), театр актёры. 1973—2002 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
- Хәзимуллина Луиза Хәниф ҡыҙы (1957), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Балтас район үҙәк дауаханаһының табип-педиатры, балалар бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Балтас ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (1908—29.06.1980), ғалим-инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964—1980 йылдарҙа Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник институты (Мәскәү) уҡытыусыһы, йылылыҡ энергияһы ҡулайламалары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1955), профессор (1955). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан. Тереғоловтар нәҫеленән.
- Ғәбитов Ғәйфулла Ғәбит улы (1923—?), газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе, механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы. 1948—1995 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатының газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсеһы һәм механизаторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 2-се (1945) һәм 3-сө (1944) дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Ғәббәсов Ҡасим Ҡотдос улы (1938), ғалим-биолог. Башҡорт дәүләт университеты география факультетының элекке уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (1977).
тулы исемлек
- Нәғимов Зәки Әбүбәкер улы (1938), мәҙәниәт хеҙмәткәре. Миәкә район мәҙәниәт йорто концерт бригадаһының элекке етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо райондың Боғҙан ауылынан.
- Камалов Ирек Камалетдин улы (1948), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1973 йылдан Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхоз агрономы, 1980 йылдан — баш агрономы; 1983 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы; 1985 йылдан — «Рассвет», 1990 йылдан — «Шишмә» колхозы рәйесе, 1994 йылдан — Еникеев исемендәге йәмғиәт директоры; 2007—2008 йылдарҙа Тәкәрлек ауыл хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең (1997) һәм Башҡортостандың (1992) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән ошо райондың Исмаил ауылынан.
- Закиров Илгиз Ғәзиз улы (1953), педагог. Ишембай балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әләгәҙ ауылынан.
- Андреева Әлфиә Васильевна (1958), ғалим-ветеринар врач. 1979 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан паразитология, эпизоотология, зоогигиена һәм ветеринар- санитар экспертиза кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, биология фәндәре докторы (2003), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ерекле ауылынан.
- Юлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙы (1958), педагог, йәмәғәтсе. 1984—2015 йылдарҙа Бөрйән районы Нәби, 2019—2021 йылдарҙа Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы. 2017 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2021) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лерман Исай Абрамович (1884—13.02.1954), фармаколог-ғалим. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1934 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, 1946—1948 йылдарҙа — факультет деканы. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1940). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Житомир өлкәһе Бердичев ҡалаһынан.
- Холоднов Михаил Николаевич (1914—23.09.1989), тау эштәре техник-механигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Хәйбулла районындағы Бүребай руда идаралығының техник контроль бүлеге, 1950 йылдан — тау цехы, 1957—1974 йылдарҙа байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы. 1-се (1944) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Чернигов өлкәһенең Сосница ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ибраһимов Мөғәллим Фәйзелхаҡ улы (1939), агроном. 1973—1997 йылдарҙа Ҡариҙел районы «Ҡариҙел» совхозы агрономы – директор урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Винокурова Валентина Васильевна (1949), педагог. Ишембай ҡалаһы 12-се лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2022 йылдан – лицей директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Майстренко Евгений Николаевич (1949—25.08.2020), иҡтисадсы-ғалим, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1990—2015 йылдарҙа Өфө районының «Алексеевка» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—4-се саҡырылыш (1999—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Рәсәйҙаң Почёт, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Өфө районының почётлы гражданы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баймырҙина Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы (1954), педагог. 1986—2009 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006).
- Атауллин Ринат Юмор улы (1959—17.01.2022), рәссам, 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010), Әбйәлил районы хакимиәтенең Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (1998).
- Сыртланова Эльза Рәйеф ҡыҙы (1969), терапевт-ғалим. 1998 йылдан Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһының кардиология бүлеге мөдире, 2001 йылдан баш табип урынбаҫары, 2010 йылдан 33-сө поликлиника мөдире, 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2017 йылдан 13-сө ҡала клиник дауаханаһының, 2019-2020 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1600: Александр Кейринкс, Бельгияның барокко дәүере рәссамы.
- 1785: Карл Адольф Агард, Швеция ботанигы.
- 1820: Александр Серов, Рәсәй империяһы композиторы.
- 1862: Давид Гильберт, Германия математигы.
- 1870: Уильям Джордж Морган, АҠШ-тың физкультура уҡытыусыһы, волейболды уйлап сығарыусы.
- 1897: Ева Симонайтите, Литва ССР-ының халыҡ яҙыусыһы.
- 1915: Артур Льюис, Бөйөк Британия иҡтисадсыһы, Нобель премияһы лауреаты (1979).
- 1918: Гертруда Элайон, Америка биохимигы һәм фармакологы.
- 1935: Георгий Голицын, СССР һәм Рәсәй геофизигы, академик.