8 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
(8 декабря битенән йүнәлтелде)
8 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 декабрь Викимилектә |
8 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 342-се көнө (кәбисә йылында 343-сө). Йыл тамамланыуға 23 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Раштыуа ёлкаһы көнө.
- Сало көнө.
- Албания: Йәштәр көнө.
- Куба: Кариб берләшмәһе көнө.
- Панама: Әсәйҙәр көнө.
- Румыния: Конституция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Федераль казначейство көнө.
- Орнаменталь музыка көнө.
- Уругвай: Пляж көнө.
- Үзбәкстан: Конституция көнө.
- Финляндия: Фин музыкаһы көнө.
- АҠШ: Бармен көнө.
- Болгария; Төньяҡ Македония: Студенттар көнө.
- Ҡырғыҙстан: Радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәссамдар көнө.
- 1861: Румыния дәүләтенә нигеҙ һалына.
- 1917: Ырымбурҙа III Бөтә башҡорт ҡоролтайы асыла.
- 1965: Хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский ҡалаһындағы филиалы эшләй башлай.
- 1991: Беловежье килешеүе нигеҙендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ойошторола.
- 1992: Рәсәй Федераль ҡаҙналығы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нимвицкий Борис Николаевич (1885—25.05.1969), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1918 йылдан Өфө губерна Халыҡ Хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары, губерна революцион комитеты рәйесе. 1920—1921 йылдарҙа РКП(б)-ның Өфө губерна комитеты секретары, бер үк ваҡытта 1920—1922 йылдарҙа Советтарҙың Өфө губерна башҡарма комитеты рәйесе, 1923 йылда РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Ленин ордены кавалеры.
- Бикбулатов Шәһит Хәйбулла улы (1925—16.09.2001), ғалим-иҡтисадсы, журналист, дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964—1970 йылдарҙа Ауыл хужалығы һәм әҙерләүҙәр хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1970 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1980 йылдан — Магнитогорск дәүләт педагогия институты, 1993—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1991), профессор (1995). 1-се (1985), 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың ағаһы.
- Иҫәнбикә Туған (1940), Төркиәнең ғалим-тарихсыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (2012), Төркиә фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2010). Философия докторы (1973), профессор (1995). Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе һәм күренекле ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡыҙы.
- Гәрәева (Әҙиева) Наилә Сабит ҡыҙы (1950), педагог. 1974—2007 йылдарҙа Краснокама районы Яңы Нуғай мәктәбенең немец теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Сумара ауылынан.
- Дудка Ольга Михайловна (1960), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. Башҡортостан һәм Ҡырым Республикаларының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богданов Иван Антонович (1926—23.09.2004), сәнәғәт, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1986 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
- Филиппов Рудольф Васильевич (1926—27.08.2001), ғалим-тарихсы. 1954 йылдан Петрозаводск университеты уҡытыусыһы, 1970—1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының СССР тарихы кафедраһы мөдире, Бөтә Союз тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәте республика бүлексәһенең тарих секцияһы рәйесе. Тарих фәндәре докторы (1969), профессор (1971). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ореховка ауылынан (хәҙер бөткән).
- Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы (1946—26.06.2019), дин әһеле. 1992—2019 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө. Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2016) ордены һәм Рәсәй Мөфтөйҙәре советының 2‑се дәрәжә «Әл‑Фәхр» (2006), «Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2017) ордендары кавалеры (2007).
- Мырҙабаев Хәсән Хәмзә улы (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-гистолог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан гистология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003—2015 йылдарҙа педиатрия факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Ибрай ауылынан.
- Кәлимуллин Рәшит Шәрифулла улы (1956), матбуғат ветераны. 1985—2002 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире; 2011 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары, 2015 йылдан — баш мөхәррир ҡарамағындағы махсус хәбәрсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Илсе ауылынан.
- Степанов Андрей Васильевич (1961), хеҙмәт алдынғыһы. 1982—1998 йылдарҙа «Башкируголь» берекмәһенең электровоз машинисы ярҙамсыһы һәм электровоз машинисы; 1999—2012 йылдарҙа «Локомотив» предприятиеһы инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1997).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхсән Баян (тулы исеме Әхсән Фәтхелбаян улы Баянов, 1927—7.05.2013), шағир, прозаик һәм драматург, Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры (2004) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999), Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Ашман ауылынан.
- Савочкина Елизавета Михайловна (1952), педагог. 1982—2008 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының Пионерҙар йорто һәм Балалар ижады үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Сурина Сәрүәр Рәшит ҡыҙы (псевдонимы Кинйә Мәзит; 1957), журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. 1980 һәм 2002 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының телевидение студияһы мөхәррире, 1992 йылдан «Хазина» ижади берекмәһе мөхәррире. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы, 2000 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004) һәм мәғариф отличнигы (2007). Мифтахетдин Аҡмулла (2007), Шәһит Хоҙайбирҙин (2013) исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы (2002) лауреаты.
- Фәтхуллин Ришат Нурғәли улы (1957—12.03.2010), педагог, һәүәҫкәр йырсы. 1983 йылдан Баймаҡ районы 1-се Төрөкмән урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987 йылдан — директоры; 1990—2010 йылдарҙа Оло Басай мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Йәш йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика конкурсы (1982), фольклор ансамблдәренең «Халыҡ ижады ынйылары» республика конкурсы (1984) һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт смотры (1985) лауреаты. Сығышы менән Оло Басай ауылынан.
- Новиков Сергей Владимирович (1977), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Иҡтисади үҫеш һәм социаль сәйәсәт идаралығының баш белгесе, бүлек мөдире һәм идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары. 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт заказдарын урынлаштырыу дәүләт комитеты рәйесе. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры, 2019 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы һәм ректор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, 2020 йылдан — университет ректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2019).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мифтахова Әминә Садиҡ ҡыҙы (1923—25.11.2005), табип-ғалим, балалар неврологы. 1953—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1972—1983 йылдарҙа кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1973), профессор (1974). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылынан.
- Зыятдинова Наталья Ғәлим ҡыҙы (1958), хеҙмәт ветераны, 1974—2013 йылдарҙа Тәтешле районының «Танып» хужалығы һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сөләймәнова Тәнзилә Абдулғәни ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны. 1974—2003 йылдарҙа Өфө уҡыу-уҡытыу производство комбинаты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1997), совет сауҙаһы отличнигы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Борғатъя ауылынан.
- Әхмәҙиев Марсил Шакир улы (1949), нефть сығарыу һәм төҙөлөш тармағы ветераны. 2000—2011 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең «Нефтестроймонтаж» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Асауҙыбаш ауылынан.
- Рафиҡов Мансур Миңлебай улы (1964), хәрби хеҙмәткәр, 2012 йылдан запаста, гвардия полковнигы. 1994 йылдың декабре — 1995 йылдың февралендә Чечен Республикаһы территорияһында конституцион ҡоролошто тергеҙеү буйынса һәм 1999 йылдың сентябре — 2000 йылдың июнендә Төньяҡ Кавказ төбәгендә террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- б. э. т. 65: Гораций, Боронғо Рим шағиры.
- 1542: Мария Стюарт, Шотландия короле.
- 1865: Ян Сибелиус, Финляндия композиторы, скрипкасы һәм дирижёр.
- 1943: Джим Моррисон, АҠШ йырсыһы.
- 1864: Джордж Буль, Англия математигы.
- 1978: Голда Меир, Израиль премьер-министры.
- 1980: Джон Леннон, Британия йырсыһы, «The Beatles» төркөмө ағзаһы.