8 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
(8 января битенән йүнәлтелде)
8 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 ғинуар Викимилектә |
8 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 8-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 357 көн ҡала (кәбисә йылында 358).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ер әйләнеше көнө.
- Компьютерҙа текст йыйыу көнө.
- Шатлыҡ микробтары таратыу көнө.
- АҠШ: Ярлылыҡ менән көрәш көнө.
- Монако: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Балалар киноһы көнө.
- Таиланд: Балалар көнө.
- 1851: Ерҙең үҙ күсәре тирәһендә әйләнеүенә физик иҫбатлау алына.
- 1861: «Вокруг Света» журналының тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1918: Ҡазанда 2-се Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезы эш башлай.
- 1998: Нефтекама ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһының филиалы асыла, 2005 йылдан — үҙ аллы Нефтекама дәүләт филармонияһы.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәйниев Гельсий Зәйни улы (1940), журналист, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе. 1967 йылдан Йошкар-Ола ҡалаһында нәшер ителгән «Марий коммуна» («Мари коммунаһы») гәзите хеҙмәткәре, 1971 йылдан — бүлек мөдире, 1975 йылдан — яуаплы секретарь; 1991 йылдан «Кече» («Кесе») журналының, 1993—2005 йылдарҙа «Ончыко» («Алға») журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР-ҙың матбуғат отличнигы (1978). Марий-Эл Республикаһының әҙәбиәт өлкәһендәге С. Чавайн исемендәге дәүләт премияһы (2005), М. А. Кастрен фин мәҙәни йәмғиәте премияһы (2002) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
- Савиных Галина Васильевна (1940), педагог. 1969—1995 йылдарҙа Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылының 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
- Ғиниәтуллина Миләүшә Хизбулла ҡыҙы (1955), ғалим-химик, инженер. 1980 йылдан «Сода» берекмәһенең үҙәк лабораторияһы инженеры, 1987 йылдан — йәмғиәттең фәнни-технологик үҙәк лабораторияһы етәксеһе. Техник фәндәр кандидаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тимерәк ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәли Соҡорой (Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы; 1826—10.12.1889), башҡорт суфый шағиры.
- Гудков Георгий Фёдорович (1916—24.12.1995), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995).
- Моратов Йәүҙәт Әхнәф улы (1951—13.02.2021), музыкант-баянсы. 1970 йылдан (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленың баянсы-концертмейстеры, шул иҫәптән 1994—1995 йылдарҙа музыка етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Ҡалмаш ауылынан.
- Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы (1966), йырсы (меццо сопрано). 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003). Опера йырсыларының Дж. Виотти исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Верчелли ҡалаһы, Италия, 1994), шулай уҡ күп кенә халыҡ-ара конкурстар дипломанты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бутырин Сергей Иванович (1912—1996), тау инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, миномёт полкы командиры урынбаҫары һәм командиры, гвардия подполковнигы (1946). 1957—1971 йылдарҙа «Башуглеразрезстрой» («Кумертаустрой») тресы идарасыһы, 1972—1987 йылдарҙа Күмертау тау-механика техникумы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1944, 1945, 1945), ике Александр Невский (1943, 1944), 1-се (1985) һәм 2-се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Заһир Исмәғилев (1917—30.05.2003), композитор, педагог, йәмәғәтсе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1954—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы идараһы рәйесе. Хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын ойоштороусы һәм уның тәүге ректоры (1968—1988). Профессор (1977). СССР-ҙың (1982), РСФСР-ҙың (1968), Башҡорт АССР-ының (1963) халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955). РСФСР-ҙың Глинка исемендәге дәүләт премияһы (1973), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1966), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия (1996) лауреаты. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1987), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967), Халыҡтар Дуҫлығы (1977), «Почёт Билдәһе» (1949), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997), Салауат Юлаев (2000) ордендары кавалеры.
- Байегетов Нурбәк Хәлис улы (1932), механизатор. 1944—1993 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге колхоз тракторсыһы, инженер-механигы, ферма мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Мозаһитов Риф Имам улы (1932—21.08.2016), театр актёры. 1960—1975 һәм 1992—2004 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 1975—1992 йылдарҙа хәҙерге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).
- Мәҡсүтова Сулпан Фәйзрахман ҡыҙы (1942), педагог. Күмертау ҡалаһының 10-сы урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы һәм директор урынбаҫары, 9-сы мәктәптең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәсәнов Илмир Йосоп улы (1942), ғалим-инженер-механик. 1983 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
- Мусина Рәзифә Әүхәҙи ҡыҙы (1957), педагог. Ҡариҙел районы Урғыш ауыл лицейы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пичугин Юрий Александрович (1923—3.02.2000), хәрби хеҙмәткәр, генерал-полковник (1984). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкының взвод, батарея һәм дивизион командиры. 1946 йылдан — артиллерия полкының штаб начальнигы ярҙамсыһы, 1948 йылдан — уҡыу батареяһы командиры, 1953 йылдан — Капустин Ярҙағы Үҙәк дәүләт полигонында өлкән офицер-һынаусы, бүлек начальнигы урынбаҫары, бүлек начальнигы, часть начальнигы урынбаҫары, 1973 йылдан — Капустин Яр полигоны начальнигы; 1975—1984 йылдарҙа СССР-ҙың Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары — Ракета ҡоралдары баш идаралығы начальнигы. Ленин премияһы лауреаты (1976). Ленин (1984), Октябрь Революцияһы (1979), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Александр Невский (1945), 1-се (1985) һәм 2-се дәрәжә (1943) Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1956) һәм «Почёт Билдәһе» (1968) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәбдрәхимов Фәрит Ибраһим улы (1933), журналист, шағир. 1969—1994 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Фәйзрахманов Илүс Тимерхан улы (1938), нефтсе. 1964 йылдан нефть сәнәғәте эшсеһе, шул иҫәптән 1981—1994 йылдарҙа Дүртөйлө быраулау эштәре идаралығы быраулаусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), нефть сәнәғәте отличнигы (1991). Сығышы менән ошо райондың Үрге Әлкәш ауылынан.
- Семёнов Асхат Геннадьевич (1963), педагог, йәмәғәтсе. Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән Баймаҡ районының 1970-се йылдарҙа бөткән Һәүәнәк фермаһы ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фуфаев Николай Павлович (1934—27.08.2016), зоотехник, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1962 йылдан Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары зоотехнигы һәм баш зоотехнигы, 1968 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт тоҡомсолоҡ станцияһы директоры, район ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, начальник урынбаҫары һәм начальнигы, 1987—1990 йылдарҙа КПСС район комитетының парткомиссия рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977), ике «Почёт Билдәһе» ордены (1973, 1979) кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2005). Сығышы менән Покровка ауылынан.
- Байғужин Һөйөндөк Садиҡ улы (1939—2000), механизатор. 1955—1999 йылдарҙа Хәйбулла районының «Аҡъяр» совхозы тракторсыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1994).
тулы исемлек
- Кирсанов Станислав Николаевич (1939—23.08.2017), спортсы, судья, тренер. 1964—1966 йылдарҙа бокс буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1996 һәм 2000 йылғы Олимпия уйындары судьяһы. СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы (1965) һәм почётлы (1963) спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996), халыҡ‑ара категориялы судья (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сафин Зөфәр Нурулла улы (1949), юрист, дәүләт, партия һәм прокуратура органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы, 2007—2008 йылдарҙа Өфө ҡалаһы прокуроры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1999), Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006). Орджоникидзе районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылынан.
- Юлай Ғәйнетдинов (1954), ҡурайсы, фольклорсы, телерадиожурналист һәм йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002).
- Кучугура Виктор Николаевич (1964), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1988 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Рассвет» колхозы рәйесе һәм артабан «Максимовка» ауыл хужалығы предприятиеһы итеп үҙгәртелгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2022) Сығышы менән ошо райондың 1960 йылдар аҙағында бөткән Кондратьевка ауылынан.
- Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы (1969), театр актёры. 1996 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры, 2003 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2013), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (2021) артисы.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1867: Эмили Болч, АҠШ иҡтисадсыһы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1902: Карл Роджерс, АҠШ психологы.
- 1935: Элвис Пресли, АҠШ йырсыһы, актёр.
- 1947: Дэвид Боуи, Бөйөк Британияның рок йырсыһы.
- 1978: Илшат Шабаев, Рәсәй бейеүсеһе, хореограф, мюзиклдар артисы.
- 1982: Гүзәл Уразова, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы.
- 1642: Галилео Галилей, Италия физигы, астроном.
- 1993: Хөсәйен Әхмәтов, СССР композиторы.