9 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(9 сентября битенән йүнәлтелде)
9 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
9 сентябрь Викимилектә |
9 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 252-се (кәбисә йылында 253-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 113 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Индонезия: Спорт көнө.
- КХДР: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Коста-Рика: Бала көнө.
- Ҡәһүә көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй империяһының Севастополде обороналауҙа һәм Ҡырым һуғышында һәләк булған яугирҙарын иҫкә алыу көнө.
- Һуған көнө.
- Тажикстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Таиланд: Ҡурсаулыҡтар көнө.
- Япония: Хризантема көнө.
- Ер: Тестировщиктар көнө.
- Бразилия: Администраторҙар, менеджерҙар көнө.
- Молдова: Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: График-дизайнерҙар көнө.
- 1776: «Америка Берләшкән Колониялары» атамаһын «Америка Ҡушма Штаттары» итеп үҙгәртеү рәсми раҫлана.
- 1886: Швейцария баш ҡалаһы Бернда Әҙәби һәм нәфис әҫәрҙәрҙе һаҡлау тураһында Конвенцияға ҡул ҡуйыла, был автор хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тәүге халыҡ-ара килешеү була.
тулы исемлек
- 1892: АҠШ астрономы Э. Барнард Юпитерҙың бишенсе юлдашы — Амальтеюны аса.
- 1893: Германияла «Штутгарт» футбол клубы ойошторола.
- 1911: Англияла авиапочта эшләй башлай.
- 1913: Рәсәй империяһы хәрби осоусыһы Пётр Нестеров тәү тапҡыр ҡатмарлы юғары пилотаж фигураһы «мёртвая петля» яһай.
- 1933: Мәскәү «ДЕТГИЗ» (1963 йылдан «Детская литература») китап нәшриәте ойошторола.
- 1970: «ВАЗ-2101» - «Жигули» еңел автомобилен сығарыу башлана.
- 2000: Рәсәй Федерацияһының Мәғлүмәт именлеге доктринаһы раҫлана.
- 2008: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән Башҡорт дәүләт филармонияһына Хөсәйен Әхмәтов исеме бирелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хомяков Константин Петрович (1935—21.05.2001), спортсы-сәйәхәтсе, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһы Турист-спорт союзының беренсе президенты (1991—2001), «Урал» туристик клубының тәүге рәйесе. СССР-ҙың спорт мастеры (1972), Рәсәй Федерацияһы Турист-спорт союзының «Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе» исемен алыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылынан.
- Барабаш Владимир Валериевич (1980), эшҡыуар. 2014 йылдан Өфө ҡалаһының Ҡала проекттары фонды директоры. 2019 йылдың 17 сентябренән — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса совет (СПЧ) етәксеһе. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Губкин Иван Михайлович (1871—21.04.1939), ғалим-геолог-нефтсе. Башҡортостан биләмәләрендә нефткә тәүге геологик разведка эштәрен ойоштороусы. 1929 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы, 1936 йылдан — вице-президенты, профессор (1920). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1929). Ленин премияһы лауреаты (1929). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Навашин ҡала округына ҡараған Поздняков ауылынан.
- Гөлли Мөбәрәкова (1936—20.02.2019), башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976). Почёт (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы (1946), ғалим-химик-технолог. 1991 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, махсус химик технология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан химик технология факультеты деканы, 1997—2003 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор; бер үк ваҡытта 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының баш ғилми секретары, 2011 йылдан — вице президенты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника хеҙмәткәре (2006).
- Ҡалмантаев Нурислам Мирхәйҙәр улы (1956), ғалим-тарихсы, 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1988), доцент. Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенән.
- Макрушина Татьяна Владимировна (1961), театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1983 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Халыҡ-ара «Театр без границ» фестивале (Магнитогорск ҡалаһы, 1997) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (1912—16.07.1999), ғалим-инженер-механик. 1949—1964 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1954 йылға тиклем һәм 1957—1962 йылдарҙа нефть промыслаһы механикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1950—1954 йылдарҙа тау һәм нефть факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1964), профессор (1965).
- Сафаров Мисбах Әбүләис улы (1927—17.07.2003), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Дүртөйлө районы Ильич исемендәге колхозының ветфельдшеры һәм һөт-тауар фермаһы мөдире, 1969—1978 һәм 1983—1988 йылдарҙа 3-сө комплекслы бригада бригадиры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Урманаҫты ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәниева Тәлиғә Ғази ҡыҙы (1947), юрист. Бүздәк район судының элекке рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.
- Алимов Юрий Борисович (1952—9.05.2008), хужалыҡ, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1974—1988 йылдарҙа Салауат тимер-бетон заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән баш инженеры һәм директоры; 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм юл комплексы министры урынбаҫары, 2001 йылдан — беренсе урынбаҫары; 2002—2005 йылдарҙа Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
- Григорьев Александр Владимирович (1952), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғосманов Нәзих Миннихан улы (1952), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1989—2016 йылдарҙа «Дүртөйлөгаз» предприятиеһы директоры. 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дүртөйлө район Советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Салпар ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбулатов Ғәйнулла Ғөбәйҙулла улы (1903—1975), уҡытыусы, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1955 йылдарҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1955), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).
- Бедренко Николай Васильевич (1923—3.07.1985), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, һауа-десант батальоны сапёры, гвардия ефрейторы. Еңеү Парадында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Казанка ауылынан.
тулы исемлек
- Лев Толстой (1828—20.11.1910), Рәсәй империяһының бар донъяға танылған яҙыусыһы, мәғрифәтсе һәм публицист. Башҡорттар тураһында әҫәрҙәр авторы.
- Серёгин Иван Тимофеевич (1933—24.06.1996), нефтсе, 1962—1994 йылдарҙа Краснохолм быраулау идаралығы мастеры. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1979). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Богородский ауылынан.
- Тимерғазина Эмма Мөхәмәтвәсил ҡыҙы (1938), балет артисы, педагог. 1956 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1978—1993 йылдарҙа балетмейстеры, репетитор-педагогы, ҡуйыусы балетмейстеры. 2002 йылдан хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969). Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Бүре ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Евстигнеев Александр Семёнович (1894—20.01.1945), Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкы яугиры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Санъярова Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы (1929—12.02.2010), төҙөүсе, 1957–1984 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы ташсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
тулы исемлек
- Рәхмәтуллин Рафаэль Йосоп улы (1944), ғалим-философ, 1988—2002 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Сосновоборский районы Индерка (Усман) ауылынан.
- Рязанов Леонид Иванович (1949—8.05.2011), тимер юлсы. 1970—2004 йылдарҙа Көньяҡ Урал тимер юлының Златоуст локомотив депоһы машинисы. Почётлы тимер юлсы (1985). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Староверовка ауылынан (хәҙер бөткән).
- Баянов Илдар Рәүис улы (1959), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983) һәм йыйылма командаһы ағзаһы (1983—1985). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Шәхси һәм команда зачёттарында Европа кубогын яулаусы (1983). РСФСР чемпионы (1985). Үҫмер спортсылар араһында СССР чемпионы (1982). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Садиҡов Рәфис Рауил улы (1959), спортсы, дәүләт хеҙмәткәре. 1999—2010 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе. Грек‑рим көрәше буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994) һәм атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1790: кенәз Сергей Петрович Трубецкой, Рәсәй империяһы офицеры, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, декабрист.
- 1828: Лев Толстой, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1930: Надежда Румянцева, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1968: Лила Дoунс, Мексика актёры, йырсы.
- 1793: Питер Перез Бурдетт, картограф, художник, геодезист.
- 1976: Мао Цзэдун, Ҡытайҙың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.