16 март
Уҡыу көйләүҙәре
(16 марта битенән йүнәлтелде)
16 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 март Викимилектә |
16 март — григориан стиле буйынса йылдың 75-се (кәбисә йылында 76-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 290 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Көтөлмәгәнлек көнө.
- «Һин барыһын да дөрөҫ эшләйһең» көнө.
- Төҫлө ҡәләмдәр (буяу ҡәләмдәре) көнө.
- АҠШ: Мәғлүмәт азатлығы көнө.
- Бөйөк Британия: Әфлисун һәм лимон көнө.
- Ҡаҙағстан: Республика гвардияһы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәр менән көрәш бүлеге (ОБЭП, элек ОБХСС) хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Сүриә: Уҡытыусылар көнө.
- Словакия: Инженерҙар көнө.
- 1754: Рәсәй империяһы Сенатының башҡорттар, мишәрҙәр һәм татарҙарҙы яһаҡтан азат иткән, ә уның урынына ҡаҙнанан мотлаҡ тоҙ һатып алырға тейешле тип билдәләгән указы сыға. Был 1755—1756 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы сәбәптәренең береһе була.
- 1929: Өфө халыҡ мәғарифы институты Башҡорт педагогия институты (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тип үҙгәртеп ҡорола.
- 1962: Никита Хрущёв СССР-ҙың континенталь-ара ракеталары барлығын иғлан итә.
- 1966: Нил Армстронг Джемини-8 космос карабын Agena карабы менән тоташтыра.
- 1994: Өфөлә Рудольф Нуриев иҫтәлегенә Халыҡ-ара балет фестивале асыла.
- 1997: Башҡортостан Хөкүмәте һәм Санкт-Петербург Хакимиәте араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
- 2001: Википедияның немец телендәге бүлеге эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ридик Фәсхетдинов (1940—16.05.2022), музыкант, баянсы. 1962—1974 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, 1975 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсы-солисы, 2004—2010 йылдарҙа Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1982) артисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
- Ғәниева Лидия Камалетдин ҡыҙы (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. 1985—2009 йылдарҙа Мәсетле районы Әләгәҙ мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мишәр ауылынан.
тулы исемлек
- Мартынов Вячеслав Иванович (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. 1970 йылдан хәҙерге Күмертау педагогия колледжы уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Билалова Сулпан Билал ҡыҙы (1965), рәссам, дизайнер, педагог. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбулатов Хәжиәхмәт Исхаҡ улы (1851—1921), хәрби эшмәкәр. Генерал-лейтенант (1918). Беренсе бөтә донъя һәм гаждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1866—1908 һәм 1915—1918 йылдаарҙа Рәсәй империяһы армияһы хеҙмәткәре, генерал-майор (1908); 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрендә — 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы начальнигы, Башҡорт айырым корпусы командующийы; 1919 йылдың ғинуарынан Башҡорт ғәскәр идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы, һуңынан Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы Хәрби комиссариатының 1-се мобилизация комиссияһының хәрби етәксеһе, рәйесе. 4-се дәрәжә Изге Владимир, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Анна, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.
- Вәхитов Ҡасим Мисбах улы (1916—4.10.1942), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ниғмәтулла ауылынан.
тулы исемлек
- Батыргәрәев Рауил Ибәт улы (1941), мәҙәниәт өлкәһе ветераны. 1977–1991 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, 1991—1994 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығы начальнигы, 1999—2003 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының иректор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Хәбибрахманова Лилиә Ғәзиз ҡыҙы (1951), Өфө медицина колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башилов Пётр Петрович (1857—12.09.1919), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1911—1917 йылдарҙа Өфө губернаһы губернаторы, тайный советник.
- Лотфуллин Ғәйнулла Лотфулла улы (1907—25.01.1992), финанс органдары хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1932—1967 йылдарҙа Әбйәлил район Советы башҡарма комитетының финанс идаралығы бухгалтеры, ревизоры, мөдир урынбаҫары. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән райондың Ишҡол ауылынан.
тулы исемлек
- Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы (1927—29.03.2005), хор дирижёры, педагог. 1959—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры (хор етәксеһе), бер үк ваҡытта 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1968—1982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Садиҡов Юрий Вәли улы (1947-4.05.2015), ауыл хужалығы эшмәкәре һәм муниципаль хеҙмәткәр. Ҡырмыҫҡалы районының элекке хакимиәт башлығы. 1990—1993 йылдарҙа РСФСР Юғары Советының халыҡ депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән Белорус ССР-ының Борисов ҡалаһынан.
- Халиҡова Хәсибә Йомағужа ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны, малсылыҡ алдынғыһы. 1964—2002 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» совхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1982). Сығышы менән ошо райондың Мерәҫ ауылынан.
- Әюпов Нурлығаян Фәйзулла улы (1957), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. Ҡариҙел районы Салауат исемендәге хужалығының элекке баш агрономы һәм рәйесе, Иҫке Аҡбүләк ауыл советының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондан.
- Ямғуров Рифат Латифйән улы (1957), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Нәсибаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петрова Ираида Алексеевна (псевдонимы Нарс Урини; 1913—4.10.1983), сыуаш телендә ижад иткән шағир, драматург. 1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районының Йылболаҡ-Матвеевка ауылынан.
- Горбунов Фёдор Михайлович (1928—6.03.2003), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960—1986 йылдарҙа Балаҡатай районының К. Е. Ворошилов исемендәге колхозы рәйесе. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың хәҙерге Ләүәле ауылынан.
тулы исемлек
- Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы (1933—2.01.2018), педагог. 1955 йылдан Сибай ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1963 йылдан ҡала мәғариф бүлеге инспекторы, 1965 йылдан — мөдире; 1972 йылдан Сибай педагогия училищеһы (хәҙер колледж) директоры; 1998—2008 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының факультет деканы урынбаҫары. РСФСР һәм Башҡортостан (1994) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф (1985), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1972), Башҡортостан Республикаһының (1994) мәғариф отличнигы. Башҡортостан Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы.
- Мәғжәнов Рим Вәли улы (1943), ғалим-невролог, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан нейрохирургия һәм медицина генетикаһы курсы менән бергә неврология кафедраһы мөдире. 1978—2005 йылдарҙа Медицина генетиктары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, 2014 йылдан Бөтә Рәсәй неврологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәйҙең (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Ильинка ауылынан.
- Ҡәйепова Хәлимә Усман ҡыҙы (1948), һатыусы. 1966—2010 йылдарҙа Хәйбулла райпоһы магазиндары һатыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1992), совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1987). Сығышы менән ошо райондың Мәмбәт ауылынан.
- Захаркин Игорь Владимирович (1958), Рәсәй физик культура дәүләт университетының хоккей теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры һәм Рәсәй хоккей тренеры. 2009—2011 йылдарҙа «Салауат Юлаев» командаһының өлкән, 2015—2017 йылдарҙа баш тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
- Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (1968), рәссәм, педагог. 1995 йылдан Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы, 2002 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009—2013 йылдарҙа художество бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәновтың улы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төхвәтуллин Фәтих Насир улы (1894—10.07.1938), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, дәүләт органы хеҙмәткәре. 1919—1920 йылдарҙа Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының эске эштәр халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Макарова Людмила Васильевна (1924—29.08.2018), педиатр-инфекционист-ғалим. 1950—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1986 йылдарҙа кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1978), профессор (1979). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Сығышы менән хәҙерге Төмән өлкәһенең Ишем ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (1934—14.09.2005), телсе-ғалим. 1973 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1993—2001 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, башҡорт теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).
- Хәкимов Салауат Хәзип улы (1959), тарихсы-ғалим, эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты. Отставкалағы милиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Волкова Екатерина Станиславовна (1964), патофизиолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостан физик культура институтының кафедра мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең үҙәге Һамар ҡалаһынан.
- Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы (1974), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). СССР (1991), БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—97) йыйылма командалары ағзаһы.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1855: Алексей Поливанов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. «Военный сборник» журналы һәм «Русский инвалид» гәзитенең баш мөхәррире.
- 1865: Алексей Корин, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы.
- 1890: Соломон Михоэлс, актёр, режиссёр, йәмәғәт эшмәкәре, Еврей дәүләт театры етәксеһе. СССР-ҙың халыҡ артисы (1939).
- 1895: Владимир Левков, СССР инженеры, һыу караптары конструкторы.
- 1927: Владимир Комаров, СССР-ҙың лётчик-космонавы.
- 1935: Сергей Юрский, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1987).
- 1940: Вагиф Мустафа-заде, СССР музыканты, композитор, XX быуаттың мәшһүр джаз пианистарының береһе. Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған артисы (1979).