20 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
(20 декабря битенән йүнәлтелде)
20 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
20 декабрь Викимилектә |
20 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 354-се көнө (кәбисә йылында 355-се). Йыл тамамланыуға 11 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Украина: Эске эштәр министрлығы пенсионерҙарын һәм ветерандарын ҡотлау-хөрмәтләү көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Беларусь: Дәүләт һәм милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ҡаҙағстан: Энергетиктар көнө.
- Фельдегерҙәр көнө.
- Ҡырғыҙстан: Дәүләт һәм милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Украина: Милиция көнө.
- Әрмәнстан: Дәүләт һәм милли именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1699: Пётр I Яңы йыл байрамын 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсереү тураһындағы Указға ҡул ҡуя.
- 1828: Канада менән Рәсәй араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1879: Эдисон Томас Алва электр лампаһын беренсе тапҡыр яҡтыртып күрһәтә.
- 1892: Александр Браун һәм Джордж Стиллман автомобиль шинына патент ала.
- 1917: Контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы ойошторола.
- 1934: Мордва АССР-ы ойошторола.
- 1938: СССР-ҙа Хеҙмәт кенәгәһе индерелә.
- 1934: Эфиопия үҙен социалистик дәүләт тип иғлан итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зудов Петр Иванович (1885—1937), дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советының элекке рәйесе, сәйәси золом ҡорбаны.
- Солтанғәлиев Фәрит Хәйҙәрғәли улы (1920—7.08.1990), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1941 һәм 1952—1985 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1952 йылдан «Ишембайнефть» тресы 1-се быраулау контораһының өлкән инженеры, 1955 йылдан — участка начальнигы, 1957 йылдан — баш инженер; 1964 йылдан — «Туймазабурнефть» тресының 4-се быраулау контораһы директоры, 1970 йылдан Нефтекама быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978) һәм почётлы нефтсеһе (1971). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Дәүләтбирҙин Исхаҡ Ғүмәр улы (1925—4.11.2011), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1986 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1971). Ленин (1973), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Байғусҡар ауылынан.
- Зудова Люция Рәхимйән ҡыҙы (1945—2002), педагог. 1980—2002 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 1-се мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халиҡов Мансур Хатип улы (1886—1934), дәүләт хеҙмәткәре, дин әһеле, йәмәғәтсе, башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 1918—1921 йылдарҙа Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Юстиция һәм Мәғариф халыҡ комиссариаттары хеҙмәткәре. Башҡортостан мосолмандары Баш дини назаратының беренсе рәйесе (1921—1923). Өфө губернаһы крәҫтиәндәр съезы (1917), Беренсе һәм икенсе Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы (1918) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Шәйәхмәтова Анастасия Филипповна (1921—1.03.2003), малсылыҡ алдынғыһы. 1961—1976 йылдарҙа Дүртөйлө районының «Шишмә» колхозы сусҡа ҡараусыһы. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Новосибирск ҡалаһынан.
- Асанбаева Любовь Васильевна (1946), хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, 1970 йылдан Өфөләге 8-се дауахананың шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Оло Кәлтәй ауылынан.
- Сабитов Мөхтәр Абдрахман улы (1946), мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист һәм яҙыусы. 1992 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, 2002 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. 1977 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры хеҙмәткәре, 1984 йылдан — ҡаланың мәҙәниәт паркы директоры, 2001—2006 йылдарҙа «Салауат» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989). Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (1998).
- Һунарғолова Флүрә Харис ҡыҙы (1946—2011), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы, табип-анестезиолог. 1985—2006 йылдарҙа Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенең баш табибы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Наманған ҡалаһынан.
- Игнатенко Светлана Владиславовна (1956), сәнғәт белгесе. 1979 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының ғилми, 1982 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1992 йылдан музей директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балабанов Павел Прокофьевич (1907—1988), нефтсе. 1936 йылдан «Ишембайнефть» тресы, 1941—1950 йылдарҙа — «Туймазынефть» тресы быраулаусыһы, мастеры. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1949). Ленин (1948) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1951) ордендары кавалеры.
- Евбатыров Рәфғәт Төхвәт улы (1922—15.09.2015), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бәләбәй районы Карл Маркс исемендәге колхоз райесе, КПСС район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
- Саттаров Фәхри Насыри улы (1922—25.06.2008), судья. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1981 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил район халыҡ суды стажёры, судьяһы, шул иҫәптән 1960—1963 һәм 1965—1975 йылдарҙа — суд рәйесе; 1982—1987 йылдарҙа — адвокат. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылынан.
- Байтирәкова Динора Нурлығаян ҡыҙы (1927), театр белгесе. 1952 йылдан Башҡорт академия драма театрының әҙәби бүлеге мөдире. 1955 йылдан СССР Мәҙәниәт министрлығының Театр һәм музыкаль учреждениелар баш идаралығы инспекторы, 1961—1968 йылдарҙа Кремль театрының репертуар художество бүлеге мөдире, 1970—1987 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығының Театрҙар идаралығы театр бүлеге мөдире урынбаҫары һәм мөдире, бер үк ваҡытта 1978—1986 йылдарҙа Бөтә Союз мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институты уҡытыусыһы. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәфәрғәлин Вәзир Сәфәрғәли улы (1927—5.01.1997), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1942—1990 йылдарҙа Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Байым ауылынан.
- Усманов Рәфҡәт Мирғәлим улы (1927—1996), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Бәләбәй районы «Алга» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, мөхәррире, берләштерелгән «Алга»—«Белебеевские известия» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Туҙлыҡыуыш ауылынан.
- Вәхитов Әнүр Хисмәт улы (1932—24.12.1984), ғалим-әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1958—1961 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1964 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1965). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2002, үлгәндән һуң).
- Мөлөков Эдуард Инсаф улы (20.12.1937—13.11.2015), ғалим-инженер-төҙөүсе, геотехник. 1977—1987 йылдарҙа Өфө нефть институты, 2002 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1996—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының төҙөлөш һәм архитектура кафедраһы мөдире. Техник фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1991), Рәсәйҙең уйлап табыусыһы (1992). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981).
- Мельникова Ирина Альбертовна (1952), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1974 йылдан Салауат ҡалаһының «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайының түңәрәк етәксеһе, методисы, художество етәксеһе; 2001—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрының художество-спектакль ҡуйыу бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сержанин Вячеслав Михайлович (1952), ғалим-хәрби хеҙмәткәр, вице-адмирал. 1994 йылдан Тымыҡ океан сик буйы округы командующийы урынбаҫары, 1999 йылдан Рәсәй Федераль сик буйы хеҙмәтенең диңгеҙ һағы департаменты начальнигының беренсе урынбаҫары, 2004 йылдан Рәсәй ФСБ-һы Сик буйы хеҙмәтенең яр буйы һағы начальнигы, 2007 йылдан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Яр буйы һағы академияһы уҡытыусыһы. Хәрби фәндәр кандидаты. Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Титов Борис Иванович (1903—28.02.1992), агроном. 1937—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Бөрө районы Баҙан машина-трактор станцияһының (Иҫке Баҙан ауылы) баш агрономы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Сығышы менән хәҙерге Омск ҡалаһынан.
- Һағынбаев Ғәбит Һиҙиәт улы (1918—20.04.1988), педагог, ауыл хужалығы, мәғариф, партия, профсоюз һәм урындағы башҡарма органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964—1981 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылындағы психоневрология интернаты директоры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943). Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы (1918—4.01.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Үтәк ауылынан.
- Лисафин Николай Петрович (1923—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан «Туймазабурнефть» тресы быраулау контораһы, 1958—1979 йылдарҙа — «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы быраулаусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районы Чирков ауылынан.
- Шакиров Үлмәҫ Шакир улы (1923—20.08.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Яңы Аҫау ауылынан.
- Ғарифуллин Фәрит Шәрифулла улы (1928—16.08.2018), агроном-ғалим, йәмәғәтсе. 1980—2009 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылдан тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — фәнни эштәр буйынса проректор, 1990 йылдан игенселек һәм тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Перепелко Анна Денисовна (1928—?), малсы. 1962—1984 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының сусҡа ҡараусыһы. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971, 1973). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Любимовка ауылынан.
- Садиҡов Мәркәз Тимерхан улы (1928—?), нефть тармағы хеҙмәткәре. 1948—1996 йылдарҙа Туймазы технологик транспорт идаралығы водителе, автомототранспорт сараларының техник торошо контролеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Балтай ауылынан.
- Давыдков Виктор Константинович (1933), эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 1963 йылдан Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1971 йылдан — бүлек начальнигы урынбаҫары, 1975—1989 йылдарҙа — бүлек начальнигы. Милиция полковнигы (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2008). Ҡаланың почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Дмитриевка ауылынан.
- Трофимов Фёдор Егорович (1938—15.09.2009), рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).
- Фазлетдинов Мөъмин Ғәләүетдин улы (1938—9.01.2005), агроном. 1968 йылдан Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоздың баш агрономы, 1981 йылдан «Путь Ленина», 1992—1996 йылдарҙа Шайморатов исемендәге колхоз рәйесе. СССР-ҙың 12-се саҡырылыш (1984—1989) Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған агрономы, ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1980) кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Байым ауылынан.
- Йәрмөхәмәтов Дамир Ҡаһарман улы (1948), педагог. 1973 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының хәҙерге 1-се, 1976 йылдан — хәҙерге 2-се мәктәп уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1987—1988 йылдарҙа балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1993), Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Таналыҡ ауылынан.
- Фәтхуллин Таштимер Рәйес улы (1953), механизатор. 1971 йылдан Әбйәлил районы 22-се партсъезд исемендәге колхоз, 2005 йылдан — Сыбаркүл хужалығы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1982), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1985). Сығышы менән Магнитогорск ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы; Ғабдулла Дәүләт (1894—12.12.1963), башҡорт милли һәм революцион хәрәкәте эшмәкәре. 1918 йылда Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы рәйесе. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы.
- Зәйнәғәбдинов Мостафа Шәрифйән улы (1899—1978), педагог, 1919—1959 йылдарҙа Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1951). Сығышы менән ошо райондың Юлыҡ ауылынан.
- Третьякова Евгения Николаевна (1899—1.08.1986), ғалим-педиатр, йәмәғәтсе. 1946—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1950—1969 йылдарҙа балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. 1950—1971 йылдарҙа Башҡортостан балалар табиптары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы (1934—24.05.2019), ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан — бүлек мөдире; 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
- Фисинин Владимир Иванович (1939), ғалим-зоотехник селекционер. 2002—2013 йылдарҙа Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының 1-се вице-президенты. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (1988), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2011). Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1995), ике тапҡыр СССР Министрҙар Советы премияһы (1979, 1990) лауреаты. Ленин (1986), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975, 1981), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Почёт (2006), шулай уҡ сит ил ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Омск өлкәһендәге элекке 358-се совхоздан.
- Юзеев Сәғит Саяр улы (1939), ауыл хужалығы ветераны. 1954—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы тракторсыһы, бригадиры, инженер-экспедиторы һәм бүлексә идарасыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Шәйбәков Ринат Гәрәй улы (1954), уҡытыусы, тарихсы, йәмәғәтсе. 2011 йылдан Белорет районы Йөйәк ауылы старостаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1993), Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий премияһы лауреаты (2004).
- Богословский Владимир Александрович (1964—10.11.2004), спортсы, Әлшәй районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1995).
- Шәйхуллин Ғәзнәүи Талихйән улы (1969), механизатор. 2006 йылдан Балтас районы «Луч» хужалығы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо райондың Яңы Яҡшый ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1629: Питер де Хох, Голландия рәссамы.
- 1873: Мехмет Акиф Эрсой, Төркиә шағиры, илдең дәүләт гимны авторы.
- 1934: Николай Яковлевич Марр, Рәсәй империяһы һәм СССР шәрҡиәтсеһе, филолог, тарихсы, этнограф һәм архелолог.
- 1941: Игорь Северянин, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1970: Ғәниев Хәбиб Абдрахман улы, Башҡортостанда тыуған генерал-майор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.