21 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(21 февраля битенән йүнәлтелде)
21 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
21 февраль Викимилектә |
21 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 52-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 313 көн ҡала (кәбисә йылында 314).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Зимбабве: Йәштәр көнө.
- Канада: Ғаилә көнө.
- Мираҫ көнө.
- Франция: Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан сит ил граждандарын иҫкә алыу көнө.
- Ер: Халыҡ-ара экскурсовод көнө.
- Беларусь: Ер төҙөлөшө һәм картография-геодезия хеҙмәткәрҙәре көнө.
- КАР: Хәрби көстәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Фельдшерҙар көнө.
- 1784: Екатерина II күрһәтмәһе буйынса Ҡырымдағы порт һәм ҡәлғә Севастополь исемен ала.
- 1804: Пар көсө менән йөрөгән тимер юл локомотивы — паровозды — һынау уңышлы үтә.
- 1811: Гемфри Дэви үҙе асҡан газ — хлорҙың үҙенсәлектәрен иғлан итә.
тулы исемлек
- 1848: Карл Маркс менән Фридрих Энгельс «Коммунистар партияһы манифесы»н нәшер итә.
- 1872: Император Александр II Мәскәүҙә Дәүләт тарих музейы булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя.
- 1885: Вашингтонда Джордж Вашингтонға һәйкәл асыла.
- 1918: Халыҡ Комиссарҙары Советы «Социалистик Ватанға ҡурҡыныс янай!» тигән декрет-саҡырыу ҡабул итә.
- 1919: Совет Рәсәйе тимер юл транспортында эске эштәр органдары подразделениелары ойошторола.
- 1919: 1-се Бөтә Башҡорт хәрби съезы була, ул Башҡорт Хөкүмәте һәм ғәскәренең РСФСР яғына күсеүен раҫлай.
- 1919: Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының төп дәүләт органы Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) ойошторола.
- 1919: Тифлис опера һәм балет театрында З. П. Палиашвилиҙың боронғо грузин эпосы мотивтары буйынса «Абесалом һәм Этери» операһының премьераһы.
- 1920: Рәсәйҙе электрификациялау буйынса дәүләт комиссияһы (ГОЭЛРО) төҙөлә.
- 1935: Мәскәүҙә СССР-ҙағы тәүге Халыҡ-ара кинофестиваль асыла.
- 1953: Джеймс Уотсон һәм Френсис Крик ДНК-ның төҙөлөш моделен тәҡдим итә (икеләтә ишелмә).
- 1961: СССР-ҙа «Яңылыҡтар» матбуғат агентлығы — Агентство печати «Новости» (АПН) ойошторола, хәҙер — «РИА Новости».
- 1965: СССР-ҙа «Космос-54», «Космос-55» һәм «Космос-56» яһалма юлдаштары осорола.
- 1973: Вьентьян килешеүенә ҡул ҡуйыла, Лаоста граждандар һуғышы тамамлана.
- 1995: Эстонияла «Тел тураһында» закон ҡабул ителә.
- 1995: Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь араһында 10 йылға дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә, ул ике илдең берлеген булдырыу өсөн нигеҙ була.
- 2006: «Хаббл» телескопы «SCP 06F6» объектын теркәй, астрономдар уның тәбиғәтен әле булһа аңлата алмай.
- 2008: Тулыһынса ай тотолоу: иң юғары фазаһы 03:26 UTC.
- 2013: Бөрйән районында «Алтын Солоҡ» тәбиғи ҡурсаулығы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һәҙиә Дәүләтшина (1905—5.12.1954), яҙыусы. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Совет яҙыусыларының I Бөтә Союз съезы делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң).
- Атанова Людмила Петровна (1920—6.01.1994), музыка белгесе, педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964—1978 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. 1963 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1970). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1964) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кривов Тимофей Степанович (1886—16.08.1966), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1905 йылдан РСДРП-КПСС ағзаһы. 1902 йылдан Өфө тимер юл оҫтаханалары, 1906—1907 йылдарҙа Златоуст ҡалаһында паровоз депоһы слесары. 1905—1907 йылдарҙа РСДРП‑ның Өфө хәрби дружинаһы ағзаһы, 1917—1918 йылдарҙа Өфө ҡала хеҙмәт биржаһы мөдире, Өфө губерна эшсе һәм һалдат депутаттары Советы башҡарма комитеты, Өфө губерна революцион комитеты, Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабы, РКП(б)‑ның Өфө губерна комитетыы ағзаһы. 1919 йылдың авгусынан Өфө губерна революцион комитеты рәйесе. Артабанғы йылдарҙа Мәскәүҙә, партия һәм дәүләт органдарында яуаплы вазифаларҙа. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы (1936—12.06.2005), хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм прозаик. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Сафуан Әлибай (1941—6.07.2014), шағир һәм журналист. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
- Фрид Аркадий Исаакович (1946), ғалим-инженер электромеханик. 1972 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2002). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2002), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәфәрғолова Әлмира Әғзәм ҡыҙы (1961), хеҙмәт ветераны, режиссёр. 1984 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль‑әҙәби лекторийы концертмейстеры, 2003 йылдан — художество етәксеһе, 2008—2011 йылдарҙа директорҙың ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маликов Әүхәҙи Сәғәҙи улы (1937—1991), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957—1991 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Билал ауылынан.
- Хлопотина Лилия Ивановна (1952), мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1973 йылдан Мәләүез ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире; 1982 йылдан мәғариф бүлеге инспекторы, баш инспекторы, бүлек начальнигы урынбаҫары; 2001 йылдан Мәләүез район хакимиәтенең кадрҙар менән эшләү идаралығы начальнигы, 2003 йылдан — хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, 2006 йылдан — хакимиәт башлығы урынбаҫары. Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Владивосток ҡалаһынан.
- Ғәзизов Риф Рәшит улы (1957), хеҙмәт ветераны. 1975—2010 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе слесары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Бәләкәй Аллағыуат ауылынан (хәҙер бөткән).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заһиҙуллин Әмирйән Шәрифулла улы (1923—2022), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1982 йылдарҙа Йәрмәкәй районы «Байраҡ» колхозы механизаторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондан.
- Хажиев Тимерйән Динмөхәмәт улы (1933—31.12.1997), механизатор. 1960—1995 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Әсән» колхозы тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1989). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ҡарғауыл ауылынан.
- Әхтәмов Фәрит Хөснийәр улы (1933), механизатор. Саҡмағош районы «Игенче» колхозының элекке тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы, райондың почётлы гражданы (1995).
тулы исемлек
- Мәжитов Урал Таһирбирҙе улы (1943), педагог. 1960 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1966 йылдан (өҙөклөк менән) Байыш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1972—1977 һәм 1983—2003 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Улицкая Людмила Евгеньевна (1943), урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе һәм сценарист. Сит ил һәм Рәсәй әҙәби премиялары лауреаты. Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Байрамғолова Нилә Ильяс ҡыҙы (1948), йырсы. 1969—2003 йылдарҙа Хор капеллаһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
- Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (1948), журналист, яҙыусы, журналист. 1970 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитенең бүлек мөдире, яуаплы секретары; 1980 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, 1986 йылдан — Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының баш мөхәррире, 1991 йылдан — СССР һәм Рәсәй Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Рәжәпов Раузат Камалетдин улы (1958), инженер-механик, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2016 йылдан Ишембай араҡы-шарап заводы директоры. Башҡортостан аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Йәнырыҫ ауылынан.
- Нотфуллин Азат Самат улы (1963), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1992 йылдан Ҡыйғы районы «Әй» хужалығы рәйесе. 2006 йылдан район советы рәйесе урынбаҫары, 2016—2020 йылдарҙа — рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2021). Сығышы менән ошо райондың Йүкәлекүл ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәҙуллин Фиҙай Сәфиулла улы (1929—1994), ауыл хужалығы, партия һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1972—1985 йылдарҙа Кушнаренко район советы башҡарма комитеты рәйесе. РСФСР-ҙың 7-се (1967—1971), Башҡорт АССР-ының 9-сы (1975—1980) саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, КПСС-тың 24-се съезы делегаты (1971). Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Ислан ауылынан.
- Абрамзон Леонид Семёнович (1934—25.11.1986), инженер-механик-ғалим. 1971—1986 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәрифуллин Фринат Йәүҙәт улы (1954), педагог. 1995 йылдан Ағиҙел ҡалаһындағы 146-сы һөнәри лицей, 2014—2021 йылдарҙа — урындағы «Ағиҙел» спорт-ял үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәкәре. «Ағиҙел ҡалаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе менән бүләкләнеүсе (2018). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Солтанай ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1835: Михаил Микешин, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1875: Жанна Луиза Кальман, Францияла йәшәгән, донъя тарихында иң оҙон ғүмерле кеше, 1997 йылда вафат була.
- 1895: Евгений Беляев, СССР-ҙың ғалим-шәрҡиәтсеһе, ислам тарихын өйрәнеүсе.
- 1905: Лев Атаманов, СССР кинорежиссёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978).
- 1915: Евгений Лифшиц, СССР-ҙың ғалим-физигы, академик.
- 1925: Алексей Парамонов, СССР футболсыһы, 1956 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1925: Игорь Шамо, СССР композиторы, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1975).
- 1935: Владимир Скулачёв, СССР-ҙың ғалим-биохимигы, академик.
- 1935: Борис Тимеркәев, СССР-ҙың ғалим-физигы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2000).