24 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
24 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
24 февраль Викимилектә |
24 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 55-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 310 көн ҡала (кәбисә йылында 311).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Лотереяның тыуған көнө.
- АҠШ: Кукуруза күмәсе көнө.
- Мексика: Флаг көнө.
- Парагвай: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Эстония: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Әрмәнстан: Изге эштәр һәм милли бурыс көнө.
- Ер: Бармен көнө.
- Иран: Инженерҙар көнө.
- Таиланд: Милли артистар көнө.
- 1466: Брюггела (Бельгия) билдәле булғандарҙан иң тәүге лотерея үткәрелә, ойоштороусыһы рәссам Ян ван Эйктың тол ҡатыны була.
- 1582: Рим Папаһы Григорий XIII үҙенең Inter gravissimas буллаһы менән йыл иҫәбен реформалау һәм Григориан календарын индереү тураһында иғлан итә.
тулы исемлек
- 1852: Николай Гоголь «Үле йәндәр»енең икенсе томын яндыра.
- 1881: Рәсәй һәм Ҡытай араһында Петербург килешеүе төҙөлә.
- 1902: Дискалы тормозға патент алына.
- 1910: Швецияла «Мальмё» футбол клубы ойошторола.
- 1920: «Башҡортостан уҡытыусыhы» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1938: Oral-B компанияһы донъяла тәүге нейлон сүсле теш щеткаһы сығара.
- 1942: «Америка тауышы» радиостанцияһы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1955: Бағдадта Ираҡ һәм Төркиә араһында килешеү төҙөлә (Бағдад пакты), һуңынан уға Бөйөк Британия, Иран, Пакистан ҡушыла.
- 1961: Парижда Орли аэропорты тантаналы асыла.
- 1973: СССР Үҙәк телевидениеһының «Очевидное — невероятное» тапшырыуы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1976: Мәскәүҙә КПСС-тың XXV съезы эш башлай.
- 1983: РСФСР Мәҙәниәт министрлығы Өфөлә хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1985: СССР-ҙа союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Юғары Советтарына һәм барлыҡ урындағы советтарға халыҡ депутаттары һуңғы тапҡыр һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсин Салауат Мөхтәр улы (1940—5.01.2023), элемтәсе, йәмәғәтсе. 1992—2011 йылдарҙа «Башинформсвязь» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһының I—IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған элемтәсеһе. «Почёт Билдәһе» (1981), Почёт (2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев (2002) ордендары кавалеры.
- Урманов Зинфир Нәғимйән улы (1940), төҙөүсе, проект ойошмаларының элекке етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2000).
тулы исемлек
- Краснов Александр Владимирович (1950), инженер. Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының генераль директор урынбаҫары – баш конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2002) һәм Почёт ордендары кавалеры.
- Байков Виталий Әнүәр улы (1955), ғалим-математик. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан математика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан «РН—Уфа НИПИ нефть» ойошмаһының генераль директор урынбаҫары. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Михаил Старостин (1955), спортсы. Спидвей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1976), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы (1896—27.09.1937), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хəрəкəтендә ҡатнашыусы һәм уның идеологы, Башҡорт ғәскәрен ойоштороусыларҙың береһе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политсекретары, 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (1921—11.04.1996), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы (1961), ветеран-уҡытыусы, шағир. 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гаврикова Раиса Павловна (1932), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Яңауыл үҙәк район дауаханаһының клиник лабораторияһы лаборанты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Сурин Рамазан Әүхәҙи улы (1932—2019), ауыл хужалығы алдынғыһы. Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозының элекке механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Байморатов Вәли Ғәбит улы (1942), матбуғат ветераны, журналист. 1985—2002 йылдарҙа Күгәрсен район гәзите мөхәррире. 1986 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), райондың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Тирмән ауылынан.
- Рәхимов Рәйес Сәйетғәле улы (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1970 йылдан хәҙерге Силәбе аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993—2013 йылдарҙа ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2002—2008 йылдарҙа һынауҙар буйынса проректор һәм 2002—2005 йылдарҙа Силәбе ҡалаһындағы Урал ауыл хужалығы техникаһын һынау үҙәге директоры. Аграр белем академияһы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002).
- Ҡазыханова Азалия Зиннәт ҡыҙы (1952), хеҙмәт ветераны һәм малсылыҡ алдынғыһы. 1967 йылдан Балтас районы «Урал» колхозы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1982), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Аҫау ауылынан.
- Рәхимов Дәриғәт Муллағәли улы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1996—2014 йылдарҙа Ғафури районы Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, райондың почётлы гражданы (2014).
- Сурова Әлфиә Мәүлитйән ҡыҙы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. 1985 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһы хирургы, икенсе хирургия бүлеге мөдире, 1997—2009 йылдарҙа баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Сәғиҙуллин Рәмил Шәйҙулла улы (1952), хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1987—1991 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Туймазы ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе, 1999 йылдан Туймазы район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гәрәев Риф Рәхим улы (1938), төҙөлөш тармағы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1985 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1989—1991 йылдарҙа РСФСР Коммунистар партияһы Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Холопов Анатолий Александрович (1943), рәссам-график, дизайнер. 1963—1989 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. 1989—1991 йылдарҙа республиканың Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1981).
- Рамазанов Айрат Шәйхулла улы (1953), ғалим-физик, геофизик. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Ҡырла ауылынан.
- Хисаметдинов Фларис Венарис улы (1973), музыкант, оркестр артисы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районының Ҡәҙер ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чунин Евгений Петрович (1919—18.11.1998), селекционер-ғалим, агроном, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1996 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты селекция бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1970). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Петропавловка ауылынан.
- Торомтаев Сәмиғулла Иҙрис улы (1924—20.09.1989), мәғариф, партия, матбуғат һәм урындағы башҡарма органдар хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1970 йылдан Хәйбулла район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1982—1988 йылдарҙа «Госстрах»тың район инспекцияһы начальнигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), «Почёт Билдәһе» (1971) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың 1963 йылда бөткән Утарбай ауылынан.
тулы исемлек
- Шәймәрҙәнов Фәрәғәт Әхмәт улы (1929—25.08.2008), инженер-электромеханик-ғалим. 1972—1998 йылдарҙа Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, 1977—1996 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1986). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы Салпы ауылынан.
- Дистанова Нурия Мәһәҙи ҡыҙы (1939), педагог. Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се урта мәктәбенең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987).
- Никитин Пётр Иванович (1949), спортсы, тренер. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылынан.
- Старикова Валентина Ивановна (1949), музыкант-пианист. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.
- Маннапов Әлфир Ғабдулла улы (1954), зооинженер-ғалим. 2010 йылдан Рәсәй аграр университеты — К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы уҡытыусыһы, аквакультура һәм умартасылыҡ кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Боғаҙы ауылынан.
- Хисамова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы (1954), тел белгесе-ғалим. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Саров ҡалаһынан.
- Ибраев Рәшит Әхмәтзыя улы (1959), математик-ғалим. 1988 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Г. И. Марчук исемендәге Иҫәпләү математикаһы институтының ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1988 йылдан Мәскәү физика-техник институты уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор (2008).
- Мөҙәрисов Рушат Сәлих улы (1974), театр артисы. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2019) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (2021) артисы.
- Ғатауллин Рәмил Сөләймән улы (1969), тележурналист. 1992 йылдан «Башҡортостан» дәүләт радиотелекомпанияһы, 1997 йылдан — Үҙәк телеканалдар хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2013 йылдан «Однако» мәғлүмәт-аналитик проекты күҙәтеүсеһе.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1875: Александр Гадд, Рәсәй империяһы хәрби эшмәкәре, контр-адмирал.
- 1895: Всеволод Иванов, СССР яҙыусыһы.
- 1930: Григорий Чапкис, СССР һәм Украина бейеүсеһе, хореограф, Украинаның халыҡ артисы (2010).
- 1939: Кукушин Вадим Сергеевич, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-педагогы.
- 1956: Джудит Батлер, Америка Ҡушма Штаттары философы.
- 1971: Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2003: Вәлиева Баныу Нурғәли ҡыҙы, РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1947) халыҡ артисы.