8 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
8 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 251-се (кәбисә йылында 252-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 114 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
- Уҡый-яҙа белеү көнө.
- Физиотерапия көнө.
- Андорра: Милли көн.
- Испания: Ирекмән (волонтёр) көнө.
- Төньяҡ Македония: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө: Рәсәй империяһы армияһының 1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышында француздарҙы ҡыйратыуы.
- Ленинградты һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу көнө.
- АҠШ: Актёрҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Финансистар көнө.
- 1930: АҠШ-тың «МММ» химия компанияһы хеҙмәткәре Ричард Дрю йәбешкәк таҫма — скотч уйлап таба.
- 1970: СССР-ҙа урта мәктәп уставы раҫлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Калинина Людмила Ивановна (1915—24.06.2014), СССР һәм Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — танк ғәскәрҙәренең ремонт-тергеҙеү полкы командиры; инженер-полковник.
- Сафин Хәниф Усман улы (1935), хеҙмәт ветераны, 1955—1995 йылдарҙа Кушнаренко районының «Алға» хужалығы механизаторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1981).
- Конашова Светлана Ивановна (1950), ғалим-урман белгесе. 1983 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Расстрижено ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәзиәхмәтов Шамил Сафуан улы (1941—22.12.2012), инженер, журналист, яҙыусы, тәржемәсе. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2005—2012 йылдарҙа Өфөлә үҙе ойошторған «Скиф» нәшриәтенең баш мөхәррире.
- Дауытов Гәрәй Дәүләтбай улы (1946—6.12.2008), уҡытыусы, комсомол, партия һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре, журналист. 1990 йылдан Бөрйән районының «Таң» гәзите хәбәрсеһе. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Собханғол ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Əхәтов Ғабделхәй Хурам улы (1927—25.11.1986), ғалим-тел белгесе. 1958—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970).
- Майстренко Валерий Николаевич (1947—18.05.2023), ғалим-химик. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан химия факультеты деканы, 1992 йылдан органик булмаған химия, 2012 йылдан — аналитик химия кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары, 1996—2009 йылдарҙа — директоры. 1998—2009 йылдарҙа «Башкирский экологический вестник» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), химия фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
- Ғарипов Рим Мөхәрәм улы (1947), ғалим-хирург. 1978 йылдан Үрге Ҡыйғы район үҙәк дауаханаһының баш табибы. 1986 йылдан Өфөләге 21-се дауахананың бүлек мөдире, 1992 йылдан — ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табип урынбаҫары, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 2003 йылдан — университет клиникаһы директоры, 2011 йылдан БДМУ-ның Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Әхмәҙиев Әлим Әхәт улы (1952—8.08.2022), ғалим-социолог, политолог. 1981 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы; 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының бүлек мөдире урынбаҫары, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһы рәйесе урынбаҫары, 1999 йылдан — Закондар сығарыу палатаһының власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берекмәләр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, 2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында бүлек мөдире урынбаҫары, 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Республика балалар (үҫмерҙәр) ижады үҙәге директоры. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әҙелмырҙин Үлмәҫбай Абдулхаҡ улы (1928—1.03.2011), иҫәпсе. 1953 йылдан Әбйәлил районы «Путь Ленина» колхозы иҫәпсеһе, 1968 йылдан — ағас әҙерләүсе, 1984—1990 йылдарҙа — келәт мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1967). Сығышы менән ошо райондың Салауат ауылынан.
- Ғәлиев Графит Мөбәрәк улы (1938), нефтсе. 1965 йылдан «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1988). Ленин (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1970). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Йосоп ауылынан.
- Ғәниев Ишдәүләт Солтан улы (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Путь Ленина» колхозының элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984). Сығышы менән ошо райондың Дәүләт ауылынан.
- Адушев Игорь Евгеньевич (1958), төҙөүсе. 1955—2013 йылдарҙа «Востокнефтезаводмонтаж» тресының хәҙерге «Металлоконструкция» йәмғиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2010 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2013). Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Төркмәнабад ҡалаһынан.
- Хызырова Зөмәрә Мөнир ҡыҙы (1963), йырсы, педагог. 1986 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы; 1991—1994 йылдарҙа һәм 2003 йылдан Асҡар мәҙәниәт йорто директоры; 1994—2003 йылдарҙа Асҡарҙың 1-се мәктәбенең педагог-ойоштороусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010), төрлө кимәл ижади конкурстар еңеүсеһе һәм лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районының Яңы Ишле ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1830: Фредерик Мистраль, Франция шағиры, Нобель премияһы лауреаты (1904).
- 1841: Антонин Дворжак, Чехия композиторы.
- 1910: Жан-Луи Барро, Францияның театр һәм кино актёры, режиссёр.
- 1920: Александр Граве, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1923: Рәсүл Ғамзатов, СССР шағиры, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Дағстандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
- 1923: Иван Земнухов, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Краснодонда «Йәш гвардия» йәшерен ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе, Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- 1924: Любовь Шевцова, «Йәш гвардия» йәшерен ойошмаһы ағзаларының береһе, Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- 1925: Питер Селлерс (төп исеме Ричард Генри Селлерс), Британия киноактёры, «Алтын глобус» премияһы лауреаты.
- 1930: Марио Адорф, Германияның театр һәм кино актёры.
- 1945: Владимир Фокин, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист һәм актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2008).
- 1960: Ия Нинидзе, СССР, Грузия һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы, йырсы.
- 1975: Елена Лиховцева, Рәсәй тенниссыһы.
- 1811: Петер Симон Паллас, Германия һәм Рәсәй империяһының энциклопедист-ғалимы.