11 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
11 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 июнь Викимилектә |
11 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 162-се (кәбисә йылында 163-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 203 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Ер: Жак-Ив Кусто көнө.
- Бразилия: Хәрби-диңгеҙ көстәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Мебель эшләүселәр көнө.
тулы исемлек
- 1930: АҠШ зоологы Уильям Биб һәм инженер Отис Бартон үҙҙәре эшләгән батисферала океан төбөнә 400 метр тәрәнлеккә төшә.
- 1930: Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы эшләй башлай.
- 1975: Төньяҡ диңгеҙҙә нефть сығарыу башлана.
- 1992: Рәсәйҙә ваучерҙар ярҙамында хосусилаштырыу программаһы ғәмәлгә инә.
- 2010: Көньяҡ Африка Республикаһында футбол буйынса донъя чемпионаты тантаналы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стулова Ольга Петровна (1915—11.03.1995), ғалим-морфолог. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1985 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Сығышы менән хәҙерге Әстерхан өлкәһенең Үрге Баҫҡынсаҡ станцияһы ҡасабаһынан.
- Сәмиғуллин Сәйфулла Нурулла улы (1940), ғалим-селекционер. 1993—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылға тиклем селекция һәм орлоҡсолоҡ кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡарамалы ауылынан.
тулы исемлек
- Әбдрәшитов Рифҡәт Сөләймән улы (1940), хеҙмәт ветераны, 2005 йылға тиклем Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), СССР-ҙың кинематография отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Вәлиәхмәтов Рим Марс улы (1960), социолог, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (1993). Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы (2020). Сығышы менән Миәкә районыны Сәтәй-Бөрйән ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еремеев Пётр Васильевич (1911—2.10.1941), Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәүге төнгө таран яһап, батырҙарса һәләк булған летчик- истребитель, эскадрилья командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995, үлгәндән һуң).
- Варшавская Хана Леопольдовна (1921—5.09.2006), театр актёры, 1965—1985 йылдарҙа Республика рус драма театры актрисаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1981). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. СССР-ҙа ГДР драма сәнғәте фестивале дипломанты (Мәскәү, 1975).
тулы исемлек
- Пашин Сергей Тимофеевич (1946), нефть һәм газ сәнәғәте ветераны, тау инженеры, ғалим-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 2003—2012 йылдарҙа «Газпром трансгаз Өфө» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2004), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2000), Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2001). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1980), Дуҫлыҡ (2007) һәм 3‑сө дәрәжә преподопный Сергий Радонежский (2000) ордендары кавалеры.
- Буранғолова Рәмилә Мөнәүәр ҡыҙы (1961), ветеран-спортсы. Еңел атлетика буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР, 1992 йылдан БДБ һәм 1993—1996 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 1992 һәм 1996 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Згурский Иван Кондратьевич (1912—1990), төҙөүсе. «Востокнефтезаводмонтаж» тресын ойоштороусы һәм уның тәүге идарасыһы (1958—1973). Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Лоҡманов Үзбәк Риза улы (1932), педагог, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, журналист. 1973 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлеге инструкторы, 1982 йылдан «Руссий язык в башкирской школе» журналы мөхәррире, 1991—2001 йылдарҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире, бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әхмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Прокопенко Алексей Владимирович (1972), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1995 йылдан «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре: 2006 йылдан «Мономер» заводы директоры, 2009 йылдан «Газ-химия» заводының техник директоры, 2010 йылдан «Этилен-пропилен ЭП-380 проекты» етәксеһе. Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2009). Сығышы менән ошо ҡаланан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәмсетдинов Рауил Фәттәхетдин улы (1938), малсы. Миәкә районы «Урожай» колхозының элекке мал ҡараусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән ошо райондың Сатый ауылынан.
- Богомолова Любовь Юрьевна (1953), педагог. 1975 йылдан Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк, 1981—2011 йылдарҙа Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009) һәм мәғариф отличнигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воронинский Сергей Сергеевич (1919—3.06.2006), инженер, сәнәғәт өлкәһе, урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1961 йылдан халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе, 1969—1975 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. РСФСР-ҙың алтынсы—туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXII—XXIV съездары делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
- Шәрәфетдинов Виктор Хөсәйен улы (1944), рәссам-монументалист, педагог. 2001 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2008 йылдан — һүрәт кафедраһы мөдире, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1988).
тулы исемлек
- Мәүлитова Фәнүзә Хәмит ҡыҙы (1949), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1970 йылдан Балаҡатай район үҙәк дауаханаһының шәфҡәт туташы, 1992 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Апут ауылынан.
- Гөлдәр Ильясова (1954), сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәре, бейеүсе, театр актёры һәм режиссёры. 1990 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссёры, 1992—2008 йылдарҙа — художество етәксеһе; 2009—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ филармонияһы режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1845: Эжен Мюнц, Францияның сәнғәт тарихсыһы.
- 1864: Рихард Штраус, Германия композиторы.
тулы исемлек
- 1895: Николай Булганин, СССР-ҙың сәйәси һәм хәрби эшмәкәре.
- 1910: Жак-Ив Кусто, Донъя океанын өйрәнгән Франция тикшеренеүсеһе, аквалангты уйлап табыусы.
- 1925: Уильям Стайрон, АҠШ яҙыусыһы, Пулитцер премияһы лауреаты (1968).
- 1935: Нина Тимофеева, балет артисы, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1955: Юрий Седых, СССР спортсыһы, сүкеш ырғытыусы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1970: Веня Д’ркин (тулы исеме Александр Литвинов), СССР һәм Украина музыканты, автор-башҡарыусы һәм шағир.
- 1985: Дмитрий Колдун, Белоруссия йырсыһы, композитор, «Евровидение—2007» конкурсында ҡатнашыусы.
- 1990: Мырҙағәлимов Ғәзис Ғәбиҙулла улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).