21 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
21 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
21 июнь Викимилектә |
21 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 172-се (кәбисә йылында 173-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 193 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Ер: Йәйге ҡояш торошо көнө.
- Гидрография көнө.
- Йога көнө.
- Скейтбординг көнө.
Рәсми булмаған
- Ер: Гуманистар көнө.
- Атеистарҙың теләктәшлек көнө.
- Сәскә көнө.
- Ҡул ҡыҫышыу көнө.
- Сельфи көнө.
- Футболка көнө.
- Жирафтар көнө.
Төбәк байрамдары
- Саха Республикаһы: Ысыах — йәйҙе ҡаршы алыу көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Кинологтар көнө.
- 1925: Мәскәүҙә «Рено» маркалы 16 автомобилдән торған такси хеҙмәте эшләй башлай.
- 1974: Волгоград дәүләт университеты асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грибанов Евгений Никитич (1895—20.03.1941), ғалим-физик. Профессор (1932). 1923 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1934—1939 йылдарҙа физика- математика факультеты деканы, бер үк ваҡытта Өфө физика институты һәм Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1932 йылдан физика кафедраһы мөдире. Башҡорт телендәге «Радиотехника» дәреслеге авторы (1934). Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
- Ҡурамшина Наталья Георгиевна (1945), ғалим-зоолог, эколог. Башҡорт дәүләт аграр университетының дөйөм биология һәм экология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторҙан.
тулы исемлек
- Никонов Владимир Иванович (1945), ғалим-селекционер, комсомол органдары эшмәкәре. 1962—1965 йылдарҙа һәм 1970 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1971 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1973 йылдан — лаборатория, 1988 йылдан — бүлек, 1997 йылдан — лаборатория мөдире. 1965 йылдан комсомол органдарында, шул иҫәптән 1967—1969 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Шишмә район комитетының беренсе секретары. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1983). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Аксёнов станцияһы ҡасабаһынан.
- Пастушенко Евгений Валерьевич (1950—20.12.2011), ғалим-химик-органик. 1983—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1985). Ленин комсомолы (1983) һәм Башҡортостан комсомолы (1981) премиялары лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сәфәров Валерий Фидан улы (1950), ғалим-архитектор, педагог. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2007—2012 йылдарҙа «БашНИИстрой» институтының баш архитекторы. 1978 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2010). (1978). Сығышы менән хәҙерге Хабаровск крайының Таскан ауылынан.
- Шакиров Миңтаһир Баян улы (1950), партия һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 2002—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Яңы Николаевка ауылынан.
- Мәрҙәмшин Айрат Ғәбиҙулла улы (1955—20.02.2001), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 1976—1982 йылдарҙа һәм 1985 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биохимия һәм цитохимия бүлеге хеҙмәткәре, 1988 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1992 йылдан — лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вишнякова Елена Кондратьевна (1926—?), табип-педиатр. 1969—1985 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы медик-санитар бүлегенең балалар бүлексәһе мөдире. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Һарытау районы Боковка ауылынан.
- Юдичева Любовь Тимофеевна (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-терапевт. 1967 йылдан Салауат ҡалаһының 1-се дауаханаһы табибы, 1975 йылдан – терапея хеҙмәте мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Анохина Нина Георгиевна (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-психиатр. 1972 йылдан Республика психиатрия дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1979 йылдан — психиатрия, 1987 йылдан — клиник бүлектәр мөдире, бер үк ваҡытта 1976—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001). Сығышы менән Кингисепп ҡалаһынан.
- Әбдрәхимов Зөфәр Ниғәмәт улы (1946), иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәте ветераны. 2002—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мөлкәт мөнәсәбәттәре министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан.
- Миңлеғәзимов Шамил Солтан улы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-хирург. 1974 йылдан Туймазы үҙәк район дауаханһы табибы, 2001 йылдан хирургия бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001) һәм Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). Сығышы менән ошо райондың Мәтәүтамак ауылынан.
- Гавве Николай Алексеевич (1956), инженер-төҙөүсе, дәүләт хеҙмәткәре. 2011—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Латыпов Бәҙретдин Яхия улы (1932—26.09.2014), механизатор. 1951—1990 йылдарҙа Әбйәлил районы «Ленин юлы» колхозы комбайнеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы. Ленин (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Таштимер ауылынан.
- Дәминев Дим Абдрахман улы (1942—23.04.1994), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән шағир, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
тулы исемлек
- Вәлиев Фәрит Абдулла улы (1952), ғалим-химик-органик. 1977 йылдан Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1995 йылдан — ғилми секретарь, бер үк ваҡытта 1998 йылдан — лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1997), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (1992) һәм Ленин комсомолы премияһы (1986) лауреаты.
- Фазылова Римма Фәми ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1975 йылдан Яңауыл районындағы 101-се урта һөнәри-техник училище уҡытыусыһы, 1977 йылдан уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире. 1991—2007 йылдарҙа район мәҙәниәт бүлеге мөдире, 2015 йылдан райондың ветерандар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү хеҙмәткәре.
- Әсфәтуллин Салауат Ғәзим улы (1952), 1988 йылдан Калуга өлкәһендә йәшәп, рус телендә ижад итеүсе журналист һәм яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының Журналистар (1998) һәм Яҙыусылар (2007) союздары ағзаһы. Калуга өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002).
- Хисмәтуллин Хөбөтдин Мөхөтдин улы (1957), Ҡариҙел районының «Азатлыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васильев Серафим Алексеевич (1903—22.06.1989), сыуаш шағиры, Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1947, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Һыуыҡҡул ауылынан.
- Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы (1913—6.09.1952), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, батарея командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылынан.
тулы исемлек
- Пудяков Юрий Александрович (1938—18.02.2013), инженер. 1992—2007 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводының баш инженер урынбаҫары, техник директорҙың икенсе майҙансыҡ цехтары буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1998), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
- Ложкина Лилия Борисовна (1943), табип. Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы оториноларингологы, 2000—2020 йылдарҙа оториноларингология бүлеге мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Бүләкҡолов Рәфҡәт Миңлеәхмәт улы (1948), төҙөүсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Дүртөйлө ауылынан.
- Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы (1963), театр актёры, йырсы. 1991 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Златоверховников Иван Егорович (1854—1920), сиркәү тарихсыһы, педагог‑мәғрифәтсе. «Өфө епархияһы. Географик, этнографик, административ‑тарихи һәм статистик очерк» (1899) китабының төҙөүсе‑авторы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шелехова Нәсимә Тайфур ҡыҙы (1949), педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Өфө районы мәғариф идаралығының элекке етәксеһе, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесенең беренсе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1730: Мотоори Норинага, Японияның фән һәм мәҙәниәт эшмәкәре.
- 1832: Луиза Рэйнер, Бөйөк Британия рәссамы.
тулы исемлек
- 1840: Акакий Церетели, Грузияның лирик шағиры.
- 1905: Жан-Поль Сартр, Франция философы, яҙыусы һәм драматург.
- 1910: Александр Твардовский, СССР шағиры, яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре.
- 1925: Евгений Симонов, театр эшмәкәре, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1975).
- 1935: Франсуаза Саган, Франция яҙыусыһы, драматург.
- 1935: Нинель Шахова, СССР тележурналисы, 1971—1992 йылдарҙа «Время» программаһы комментаторы.
- 1947: Ширин Эбади, Ирандың хоҡуҡ яҡлаусыһы, Нобель премияһы лауреаты (2003).
- 1950: Джоуи Крамер, АҠШ музыканты, «Aerosmith» рок төркөмө барабансыһы.
- 1950: Жерар Ланвен, Франция актёры.
- 1955: Мишель Платини, Франция футболсыһы, Европа чемпионы (1984), тренер.
- 1960: Ринат Ғөбәйҙуллин, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Татарстандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- 1965: Лана Вачовски, АҠШ сценарисы, кинорежиссёр.
- 1990: Мириам Гёсснер, Германия спортсыһы, саңғысы һәм биатлонсы, 2010 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш призёры.
- 2011: Ғәйнетдин Моталов, беренсе башҡорт дирижёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969).