22 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(22 сентябрҙә битенән йүнәлтелде)
22 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
22 сентябрь Викимилектә |
22 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 265-се көнө (кәбисә йылында 266-сы). Йыл аҙағына тиклем 100 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Оҙон ғүмерлеләр көнө.
- Болгария: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Канада: Ағастар көнө.
- Мали: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: «Эшкә — велосипедта» Бөтә Рәсәй акцияһы.
- Украина: Партизан даны көнө.
- Уругвай: Уҡытыусылар көнө.
- 1792: Француз Республикаһы иғлан ителә.
- 1935: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ҡарары менән Ҡыҙыл Армияла хәрби званиелар индерелә.
тулы исемлек
- 1989: Ҡаҙаҡ теле Ҡаҙағстанда дәүләт теле тип иғлан ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беленький Константин Рувимович (1920—22.06.1981), ғалим-офтальмолог, хәрби хеҙмәткәр. 1942—1958 йылдарҙа Совет Армияһы хәрби табибы, 1958—1979 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория етәксеһе. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944, 1954). Сығышы менән Одесса ҡалаһынан.
- Ҡудашева Флорида Хөсәйен ҡыҙы (1940—10.10.2016), ғалим-химик. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1978—1986 йылдарҙа химия факультеты деканы, 1987 йылдан дөйөм химия технологияһы һәм аналитик химия кафедраһы мөдире, 2004—2012 йылдар аналитик химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы һәм профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1990) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1996). Ҡудашевтар нәҫеленән, театр актёрҙары Хөсәйен Ҡудашев менән Фәриҙә Камалетдинованың ҡыҙы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Пензин Юрий Гаврилович (1940), тау инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. 1989—2005 йылдарҙа «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Рәсәй Федерацияһы Йылылыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе, Нефть сәнәғәте отличнигы, Почётлы нефтсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Яңауыл районының почётлы гражданы. Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
- Дворник Александр Александрович (1950—4.09.2020), рәссам, педагог, йәмәғәтсе. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы рәссамы. 1974—1999 йылдарҙа Өфөләге 3-сө балалар художество мәктәбе директоры. 1998—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
- Сәйетова Зилә Һаҙый ҡыҙы (1970), театр актёры. 1994 йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Әзекәй ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Паллас Пётр Симон (1741—8.09.1811), Германия һәм Рәсәй империяһының энциклопедист ғалимы, тәбиғәтте өйрәнеүсеһе, географ һәм сәйәхәтсе. 1767—1810 йылдарҙа Рәсәйҙә йәшәй. Илдең көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен тикшереү буйынса Академик экспедициялар етәксеһе. Ботаника, геология, шулай уҡ Уралда йәшәгән башҡорт һәм башҡа халыҡтар тарихы һәм этнографияһына арналған ғилми хеҙмәттәр авторы.
- Молодцов Геннадий Порфирьевич (1926—8.09.1983), уҡытыусы, шағир, тәржемәсе. 1948 йылдан Ғафури районының Ҡормантау тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1954—1968 йылдарҙа Софья тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Хизбуллин Фәйез Фәрүәз улы (1956), ғалим-физик. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институтының аналитик химия бүлеге мөдире, 2009—2011 йылдарҙа институт директоры; 2012 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының транспорт системалары сервисы кафедраһы, 2016 йылдан – Өфө дәүләт нефть техник университетының идара итеү һәм техник системаларҙағы сервис кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матвей Нагаев (1892—28.02.1984), Башҡортостанда йәшәп ижад иткән рус яҙыусыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1939—1941 һәм 1948—1950 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус телле яҙыусылар секцияһы етәксеһе. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Васильев Григорий Семёнович (1897—28.01.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкы командиры, подполковник (1942). Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкин ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтйәнов Мөхтәр Сафа улы (1922—25.02.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары кавалеры.
- Ғиләжев Зәйнетдин Низаметдин улы (1932—11.12.1996), механизатор. 1947 йылдан Әбйәлил районы «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы тракторсыһы, бригадиры, бүлексә идарасыһы, механигы, 1976—1991 йылдарҙа — келәт мөдире. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан.
- Соловьёв Анатолий Михайлович (1932), киномеханик. 1950—1951 һәм 1956—1992 йылдарҙа Әбйәлил районы кино селтәрҙәре киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986), СССР кинематографияһы отличнигы (1976). Сығышы менән ошо райондың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылынан.
- Хәмитов Эдуард Шәйхулла улы (1937), ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1983—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры. Рәсәй Федерацияһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (2005—2007). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1998), педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Башҡортостан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2003) һәм Салауат Юлаев (2017) ордендары кавалеры.
- Буканова Люция Ғафар ҡыҙы (1947), ғалим-табип, йәмәғәт эшмәкәре. 2013 йылдан Санкт-Петербург Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе. Медицина фәндәре кандидаты.
- Таңсулпан Ғарипова (1947), прозаик һәм драматург. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2018), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006).
- Гөлшат Зыязитдинова (1947—22.07.2023), театр һәм кино актёры. 1973 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003), «Йылдың иң яҡшы актёры» премияһы лауреаты (2005).
- Ҡаҙарғолов Мирхәт Закир улы (1962), ауыл хужалығы, мәғариф өлкәһе һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1990—2000 йылдарҙа Мораҡтағы 90-сы һөнәри лицей директоры, 2000—2003 йылдарҙа Күгәрсен район хакимиәте башлығы; 2003—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары; 2006 йылдан Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ураҡай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грязнов Владимир Иванович (1918—19.08.2002), режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1979 йылдарҙа «Стерлитамакстрой» тресының «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайы директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһынан.
- Ғәлиев Ғөбәйҙулла Сәхибкамал улы (1923—01.2017), мәғариф һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры һәм взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. 1955—1984 йылдарҙа Ауырғазы районы Ворошилов исемендәге колхоз рәйесе. Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2000). Сығышы менән Семёнкин ауылынан.
тулы исемлек
- Әбхәлимов Владилен Васильевич (1958), хәрби хеҙмәткәр, 1-се ранг капитаны, атом һыу аҫты кәмәләре командиры. Отставкаға сыҡҡандан һуң Белгород дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институты проректоры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Ноғоманов Радис Ғилуан улы (1963), журналист. 1987 йылдан «Һәнәк» журналының бүлек мөдире, 1989 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары, 1999 йылдан «Толпар» журналының, 2001 йылдан «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Ҡаҙаҡлар ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ватолин Иван Вениаминович (1929), хеҙмәт ветераны. 1958–1989 йылдарҙа Ҡариҙел районы «Урғыш» совхозы водителе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Рөстәм Асанбаев (1954—26.05.2016), СССР һәм Рәсәй музыканты, йырҙар авторы. DDT төркөмөнөң беренсе составы гитарасыһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың улы.
тулы исемлек
- Голдобин Сергей Анатольевич (1954—21.01.2011), архитектор. 1990—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1985 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1992) архитекторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2000).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1791: Майкл Фарадей, Англия физигы.
- 1900: Сергей Ожегов, СССР-ҙың тел ғалимы.
- 2013: Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы, химия фәндәре докторы (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).