27 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(27 февраля битенән йүнәлтелде)
27 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 февраль Викимилектә |
27 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 58-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 307 көн ҡала (кәбисә йылында 308).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Доминика Республикаһы: Мөстәҡиллек иғлан ителгән көн.
- Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Ингушетия: Конституция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Оборона министрлығының Махсус операция көстәре көнө.
- 380 йыл: Рим империяһы башлығы Бөйөк Феодосий I христианлыҡты Никей инаныуы формаһында дәүләт дине итеп раҫлай.
- 425 йыл: Константинополдә университет асыла.
- 1598 йыл: Земство соборы ҡарары менән Борис Годунов батша итеп һайлана.
тулы исемлек
- 1617 йыл: 1614—1617 йылдарҙағы урыҫ-швед һуғышы Столбов солохо төҙөү менән тамамлана, уның буйынса Новгород Рәсәйгә ҡайтарыла.
- 1693 йыл: Лондонда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн донъялағы тәүге журнал сыға (The Ladies' Mercury).
- 1781: Екатерина II Санкт-Петербургта «ҡала мәктәптәре» — Рәсәй империяһында халыҡ өсөн асыҡ тәүге мәктәптәр асыу хаҡында ҡарар сығара.
- 1813: Рәсәй империяһы һәм Пруссия араһында Наполеонға ҡаршы Калиш союз трактатына ҡул ҡуйыла.
- 1825: Александр Сергеевич Пушкиндың «Евгений Онегин» поэмаһының беренсе бүлеге баҫыла.
- 1844: Доминика Республикаһы Гаитиҙан бойондорҡһоҙлоҡ ала.
- 1875: Өфө губерна земство йыйылышының тәүге ултырышы була.
- 1882: Рәсәй империяһында шәхси кешеләргә телефон менән файҙаланырға рөхсәт ителә.
- 1883: Сигара төрә торған автоматҡа патент алына.
- 1897: Яһалма татлыландырғыс шәкәрин эшләп сығарыла.
- 1900: Германияның «Бавария Мюнхен» футбол клубы ойошторола.
- 1915: Себер уҡсы дивизиялары немецтарҙы Прасныш янында ҡыйрата, уларҙы Көнсығыш Пруссияға сигендерә.
- 1917: Рәсәйҙә Февраль революцияһы башлана.
- 1919: Семберҙә Көнсығыш фронт революцион хәрби советы ағзалары (И. Т. Смилга, С. И. Гусев, С. С. Каменев) һәм Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре (М. А. Ҡулаев, М. Д. Халиҡов, Ә. И. Бикбауов) араһында Башҡортостан автономияһы шарттары һәм гарантиялары тураһында предварительный договор төҙөлә.
- 1919: Вильнюста Литва-Белорус Совет Социалистик Республикаһы (Литбел) төҙөлөү тураһында иғлан ителә.
- 1932: Харьков өлкәһе (Харьковщина) ойошторола.
- 1932: Джеймс Чедвик нейтронды аса.
- 1935: Әлшәй район гәзите сыға башлай.
- 1942: Джеймс Хей ҡояш радионурланышын теркәй.
- 1951: Израилдә Ашкелон ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1964: Донъялағы тәүге туристик һыу аҫты аппараты «Огюст Пикар» мезоскафы һыуға төшөрөлә.
- 1965: Ан-22 («Антей») транспорт самолетының тәүге осошо.
- 2000: Тажикстан парламентының түбәнге палатаһына һайлауҙар үтә.
- 2002: Рәсәйҙә «Диңгеҙ хеҙмәте өсөн» ордены булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буйлов Александр Сергеевич (1950), хеҙмәт ветераны. 2002—2005 йылдарҙа «БелЗАН» йәмғиәтенең генераль директорының урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2010). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1981), «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе эйәһе (2006). Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Абдулла районы Ерекле ауылынан.
- Антипина Наталья Климентьевна (1965), оркестр артисы. 1985 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008).
- Мамедова Татьяна Султановна (1965), опера артисы. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең ҡала тибындағы Баҙар-Ҡараболаҡ ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҙрисова Гөлфиә Фәйзелҡәүи ҡыҙы (1956), табип-гигиенист, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, йәмәғәтсе. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһының СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табип урынбаҫары. 2017 йылдан һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарының республика советы президиумы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хромченко Эвелина Леонидовна (1971), Рәсәй журналисы, яҙыусы, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы. Сығышы менән Өфөнән.
- Раян Алтыншин (1976), йырсы, Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы, «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
- Зинов Аркадий Владимирович (1976), балет артисы, мәҙәниәт һәм дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Красноярск крайының мәҙәниәт министры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2011), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы.
- Йәрмөхәмәтов Рөстәм Зиннур улы (1976), ғалим-иҡтисадсы. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004 йылдан дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр кандидаты (2002), иҡтисад фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чанышев Яҡуп Йыһангир улы (1892—6.11.1987), хәрби хеҙмәткәр. Генерал-лейтенант (1944). Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 4-се дәрәжә Георгий тәреһе, ике Ленин (1945, 1945), дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1944, 1945, 1947), 2-се дәрәжә Суворов (1944), 1-се дәрәжә Кутузов (1944), Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1923), һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1967, 1968) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Туҡай ауылынан.
- Вәлиханов Әғзәм Вәлихан улы (1927—5.10.2006), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан «Татнефть» берекмәһе начальнигы, 1977 йылдан — СССР газ һәм нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1985—1987 йылдарҙа Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәте иҡтисадын ойоштороу ғилми-тикшеренеү институты директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Татар АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Бабай ауылынан.
тулы исемлек
- Моряков Юрий Петрович (1937—5.03.1997), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1973 йылдан Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхозының баш агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).
- Приказчиков Василий Иванович (1937), хеҙмәт ветераны. 1973—1998 йылдарҙа «Күмертаугаз» предприятиеһы директоры. Башҡортостан хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
- Морозов Юрий Дмитриевич (1942) сәнәғәт өлкәһе ветераны. 1966 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Каустик» производство берекмәһе технологы, цех начальнигы, баш технологы һәм баш инженеры, 1986—2010 йылдарҙа «Технолог» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы, Рәсәйҙең почётлы химигы.
- Хаустов Анатолий Тихонович (1942—21.08.2017), актёр. 1965—2017 йылдарҙа Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театры актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984).
- Емельянов Евгений Иванович (1952), спорт ветераны, тренер. Фехтование буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989), СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Рәсәйҙең (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. 1-се (2006) һәм 2-се (1998) дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалдары, Халыҡтар дуҫлығы (2004) һәм Салауат Юлаев (2016) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шәүәлиев Вәлиәхмәт Миншакир улы (1952), төҙөлөш тармағы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1978—2000 йылдарҙа Бүздәк күсмә механизацияланған колоннаһының ПТО начальнигы, баш инженеры һәм начальнигы, 2003 йылдан Бүздәк район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһынан.
- Ғәзим Ильясов (1967), йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты (2012).
- Семёнова Әлфиә Наил ҡыҙы (1977), спортсы, Башҡортостандың йыйылма командаһы ағзаһы. Үтә еңел авиация спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Донъя чемпионы, Европа чемпионы һәм призёры, Рәсәй чемпионаты еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе Кәттәҡурған ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зеркина Анастасия Васильевна (1943), математик, педагог. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре 2003. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Мөхәмәтшин Урал Ғүмәр улы (1953—1.01.2017), рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006), Рәсәй Рәссамдар союзының «Духовность. Традиции. Мастерство» алтын миҙалы менән бүләкләнеүсе (2014).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исанбаев Николай Исанбаевич (1929—24.09.2020), телсе-ғалим. 1996 йылдан Мари дәүләт университеты, 2002—2013 йылдарҙа — университеттың Милли мәҙәниәт һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (2002). Мари Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Түбәнге Ҡасмаш ауылынан.
- Хәкимова Флүрә Басим ҡыҙы (1929—2013), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1956—1989 йылдарҙа Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһы акушеркаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Проскурин Леонид Иванович (1934), педагог, 1960—1994 йылдарҙа Дыуан ауыл хужалығы техникумының директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Кондрашев Олег Фёдорович (1949), физик-ғалим. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005), доцент. Сығышы менән Ҡытайҙың Порт-Артур ҡалаһынан.
- Кирәева Лүзә Кәшәфетдин ҡыҙы (1959), педагог. Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының тарих уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019).
- Мостафина Сәймә Фәхер ҡыҙы (1959), китапханасы. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының ғилми-техник китапханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәрипов Фәиз Вилдан улы (1979), ҡурайсы. 2003 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1870: Башкиров Василий Николаевич, Рәсәй империяһы архитекторы.
- 1932: Элизабет Тейлор, кино актёры, «Голливуд королеваһы» исемен һәм өс тапҡыр «Оскар» премияһын яулаусы.
- 1956: Анне Вески, йырсы, Эстония ССР-ының атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2011) кавалеры.
- 1936: Иван Петрович Павлов, рус физиологы, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1904).
- 1943: Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы (Александр Матросов), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы (1943).