8 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
8 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 октябрь Викимилектә |
8 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 281-се көнө (кәбисә йылында 282-се). Йыл аҙағына тиклем 84 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Шахмат көнө.
- Иран: Балалар көнө.
- Куба: Батыр партизан көнө.
- Монголия: Ағас ултыртыу көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Гомеопатия көнө.
- Тажикстан: Ауыл хужалығы көнө.
- Хорватия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ер: Подиатрия көнө.
- АҠШ: Гәзит таратыусылар көнө.
- Мотоуҙышсылар көнө.
- Беларусь: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө (октябрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Рәсәй Федерацияһы: Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө (октябрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Һыу аҫты, һыу өҫтө һәм һауа карабы командирҙары көнө.
- Украина: Юристар көнө.
- Һиндостан: Хәрби-һауа көстәре көнө.
- Әрмәнстан: Танкистар көнө.
- 1818: Инглиздәр тәүге тапҡыр боксёр бирсәткәһе ҡуллана.
- 1917: Хәҙерге «Белебеевские известия» гәзитенең беренсе һаны баҫылып сыға.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баязитов Мәсәғүт Хәйрулла улы (1930), ауыл хужалығы эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1959—1991 йылдарҙа Благовар районы «Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1981). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1965) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трушин Владимир Алексеевич (1936), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1968 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985—1987 йылдарҙы квалификация күтәреү факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Борисоглебовка ауылынан.
- Мидзяева Галина Ивановна (1941), театр сәнғәте һәм юғары мәктәп ветераны, театр актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1965—2012 йылдарҙа Өфөләге Рус драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1992—2007 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
тулы исемлек
- Ғөбәйҙуллин Рөстәм Мансур улы (1946), сәнғәт өлкәһе һәм юғары мәктәп ветераны, музыкант-пианист. 1971—1998 йылдарҙа һәм 1998 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2009). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Литваның Друскининкай ҡалаһында уҙған ике (2006, 2007) Халыҡ-ара «Музыка без границ» конкурс-фестивале лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Күсемов Рәшит Йәмғетдин улы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-математик. 1969 йылдан Өфө нефть институты, 1988 йылдан хәҙерге Төмән нефть-газ университеты уҡытыусыһы, нефть-газ сығарыу процестарының моделен әҙерләү һәм уларға идара итеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2002—2007 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе (2008). В. И. Муравленко исемендәге премия лауреаты (1997).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шиленко Борис Петрович (1912—2.11.1983), ғалим-агроном. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ тәжрибә станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире, 1956—1976 йылдарҙа агрохимия лаборатория мөдире; 1977—1982 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1964). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм атҡаҙанған агрономы, СССР-ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1949). Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (икеһе лә — 1945) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) ордендары кавалеры.
- Сәғитов Зәйнулла Мөхәмәтхужа улы (1932—?), шахтёр. 1950 йылдан Баймаҡ районындағы төрлө рудник һәм шахта эшсеһе, 1978 йылдан Сәңкем карьеры быраулаусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Бәхтегәрәй (Манһыр) ауылынан.
тулы исемлек
- Купцов Валентин Михайлович (1937—2009), урмансы. 1975—1998 йылдарҙа Баҡалы урман комбинатының тракторсы-машинисы. Башҡортостандың атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Яңы Балыҡлы ауылынан.
- Ковалёв Михаил Михайлович (1947—1998), рәссам, дизайнер. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ежов Александр Анатольевич (1957), мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө сәнғәт галереяһы директоры. Рәсәй Рәссамдар союзының почётлы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Йәнгиров Азат Вәзир улы (1977), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мәғәрифты үҫтереү институты ректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (2007).
- Ғафуров Ренат Зәйтүн улы (1982), спортсы, спидвей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры. Мотоциклда уҙышыуҙа Европа чемпионы, шәхси иҫәптә ике тапҡыр, команда иҫәбендә өс тапҡыр Рәсәй чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аксаков Иван Сергеевич (1823—27.01.1886), Рәсәй империяһы шағиры, публицист, йәмәғәтсе. Славянофиллыҡ идеологтарының береһе. Сергей Тимофеевич Аксаковтың улы. Сығышы менән Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Надеждино ауылынан.
- Шәмсебаров Шакир Хәкимйән улы (1953), төҙөүсе. Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы «Водоканал» йәмғиәтенең участка начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Ситдиҡов Ринат Даян улы (1968), педагог, мәғариф, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1994 йылдан (өҙөклөктәр менән) Салауат районы Лағыр урта мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2014) һәм мәғариф отличнигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәсәнов Илүс Хәсән улы (1949), рәссам. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Искәндәров Зөфәр Ғүмәр улы (1964), спортсы, тренер. 1997 йылдан Салауат ҡалаһындағы «Снайпер» махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры, 2009 йылдан — «Олимп» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән уҡытыусы‑тренеры. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1892: Марина Ивановна Цветаева, СССР шағиры.
- 1911: Алексей Ляпунов, Рәсәй математигы, кибернетикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1911: Марк Бернес, СССР-ҙың кино актёры һәм эстрада артисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1931: Юлиан Семёнов, СССР яҙыусыһы.
- 1936: Леонид Куравлёв, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1976).
- 1946: Александр Горшко́в, СССР фигурисы, олимпия, күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1970).
- 1956: Рәшит Нурғәлиев, 2004—2012 йылдарҙа Рәсәйҙең эске эштәр министры, армия генералы.
- 1826: Фридрих Крупп, Германия сәнәғәтсеһе.
- 1897: Алексей Саврасов, Рәсәй империяһы рәссамы.
тулы исемлек
- 1982: Ғәйнан Әмири, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм тәржемәсе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969).
- 2006: Солтан Бикәев, совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).