12 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
12 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 октябрь Викимилектә |
12 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 285-се көнө (кәбисә йылында 286-сы). Йыл аҙағына тиклем 80 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Испан теле көнө.
- Артрит менән көрәш көнө.
- Багам Утрауҙары: Колумб көнө.
- Испания: Испан милләте көнө.
- АҠШ: Колумб көнө.
- Экватор Гвинеяһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Бразилия: Балалар көнө.
- Башҡортостан: Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы көнө.
- АҠШ: Тиҙ медицина ярҙамының шәфҡәт туташы көнө.
- Фермерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Кадрҙар хеҙмәтендә эшләүселәр көнө.
- Эске эштәр министрлығының Медицина хеҙмәте көнө.
- Уругвай: Инженерҙар көнө.
- 1492: Христофор Колумб Американы аса.
- 1901: Теодор Рузвельт АҠШ Президенты резиденцияһына рәсми рәүештә «Аҡ йорт» исемен бирә.
тулы исемлек
- 1909: Мәскәүҙә беренсе китап баҫыусы Иван Фёдоровҡа һәйкәл асыла.
- 1928: Ҡыҙыл Армияның М. В. Фрунзе исемендәге Үҙәк йорто ҡарамағында ойошторолған Ҡыҙыл Армия йыр ансамбленең беренсе сығышы. Хәҙер был коллектив — «Рәсәй Армияһының А. В. Александров исемендәге академия йыр һәм бейеү ансамбле».
- 1940: Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге концерт залы асыла.
- 1968: Мехикола XIX Олимпия уйындары башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы (1915—22.02.1965), театр актёры, режиссёр. 1940—1941 йылдарҙа һәм 1945 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актёры, 1958—1963 йылдарҙа — баш режиссёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
- Малмыгин Владимир Иванович (1950), инженер-физик, хеҙмәт алдынғыһы. 1974—1992 йылдарҙа «Прогресс» производство берекмәһе хеҙмәткәре. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Мәләүез ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белов Григорий Андреевич (1901—23.06.1994), Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, генерал-лейтенант (1953). 1942 йылдың июленән 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының командир урынбаҫары, 1943 йылдың февраленән — командиры. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Чичерова Вера Семеновна (1921), йөҙйәшәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының санитар инструкторы, ҡыҙылармеец. Демобилизацияланғандан һуң Башҡортостан хәрби комиссариаты хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Закиров Мәсғүт Закир улы (1926—2001), уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Мишкә районы Оло Шаҙы урта мәктәбенең элекке рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Мөхәмәтйәнов Әбүзәр Мөғин улы (1951), мәғариф, комсомол, партия органдары һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, һәүәҫкәр йырсы. 1976 йылдан ВЛКСМ-дың Йәрмәкәй район комитетының ойоштороу, 1977 йылдан – уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире, 1978 йылдан – беренсе секретары; 1982 йылдан КПСС-тың район комитеты инструкторы, 1988 йылдан – агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире; 1991 йылдан Йәрмәкәй урта мәктәбе уҡытыусыһы; 2000 йылдан район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика, 2005–2013 йылдарҙа – мәғариф бүлеге начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011). Сығышы менән ошо райондың Рәтамаҡ ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суздальцев Александр Иванович (1937), нефтсе. 1956—1958 йылдарҙа, 1961 йылдан һәм 1980—1998 йылдарҙа «Октябрьскнефть», 1964—1980 йылдарҙа «Нижневартовскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). Туймазы районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Аллабирҙин Урал Тәлғәт улы (1942), ғалим-табип-физиолог. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976 йылдан төрлө факультеттарҙа декан урынбаҫары һәм декан. Медицина фәндәре кандидаты (1971), доцент (1980). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ҡашҡадаръя өлкәһе Гузар ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы (1942), театр актёры, 1964 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы.
- Вәлиева Зөһрә Сибәғәт ҡыҙы (1947), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1968—2002 йылдарҙа Өфөләге Эре панеллы йорттар төҙөү тресының биҙәүселәр бригадиры. СССР-ҙың 12-се саҡырылыш (1989—1991) Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), 2-се (1986) һәм 3-сө (1977) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән хәҙер Өфө ҡалаһы составындағы Иҫке Турбаҫлы ауылынан.
- Ғафаров Фидан Сафа улы (1947), театр актёры. 1966 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Салауат Юлаев (2017) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2022) ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).
- Нәсибуллина Маргарита Рәниф ҡыҙы (1952), медицина өлкәһе алдынғыһы. 1979—2016 йылдарҙа Ҡалтасы район үҙәк дауаханаһының табип-терапевы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Ҡариҙел районынан.
- Зарипов Айрат Йәнсура улы (1962), ғалим-философ. 1994 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1995—2007 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте хеҙмәткәре. Рәсәй Гуманитар фәндар академияһының мөхбир ағзаһы, философия фәндәре докторы (2004).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөсәлләмов Рафаил Мостафа улы (1923—12.01.2014), педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномет расчеты командиры, гвардия старшинаһы. Ауырғазы районы Кешәнне урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы, директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары; пропагандист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хәсәнов Миңләхмәт Гәрәй улы (1923—1989), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсы, гвардия сержанты. 1955 йылдан Ишембай районы «Коммунизм» колхозы рәйесе. Ике Ленин, Октябрь революцияһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан.
тулы исемлек
- Абдуллина Сәниә Әхәт ҡыҙы (1928), уҡытыусы, сәсән. 1989 йылда СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә һәм Татар АССР-ында Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнашыусы. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тайыш ауылынан.
- Тәлғәт Тажетдин (1948), дин әһеле, шәйех-әл-ислам (1990). 1980 йылдан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, 1992 йылдан Рәсәйҙең Баш мөфтөйө. IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2013), Почёт (2008), Дуҫлыҡ (1998), Халыҡтар дуҫлығы (2008), Салауат Юлаев, 2-се дәрәжә Дан һәм Намыҫ (2013), 2-се дәрәжә Изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2008) ордендары кавалеры.
- Әхмәтова Әлфирә Фәтих ҡыҙы (1943), табип. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мансуров Фазлығаян Мансур улы (1909—1990), уҡытыусы, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1926—1940 йылдарҙа Кушнаренко районы Илек башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1943–1960 йылдарҙа урындағы «Коминтерн» колхозы рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1350: Дмитрий Донской, Мәскәү кенәзе.
- 1929: Рола́н Бы́ков, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1990).
тулы исемлек
- 1944: Дәйләғи Ноғоманов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 1991: Аркадий Стругацкий, СССР яҙыусыһы.