12 август
Уҡыу көйләүҙәре
(12 августа битенән йүнәлтелде)
12 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 август Викимилектә |
12 август — григориан стиле буйынса йылдың 224-се (кәбисә йылында 225-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 141 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Йәштәр көнө.
Рәсми булмаған
- Ер: Каллиграфия көнө.
- Филдәр көнө.
- АҠШ: Йөк машинаһы водителдәре көнө.
- Ҡырғыҙстан: Хөкөм язаһын башҡарыу системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Һауа көстәре көнө.
- Һиндостан: Китапханалар көнө.
- 1099: Ашкелон янындағы алыш: тәре йөрөтөүселәр армияһы (яҡынса 10 000 кеше) Иерусалимды азат итергә ебәрелгән Фатимидтарҙы ҡәтғи ҡыйрата. Вәзир Әл-Афдал Мысырға сигенергә мәжбүр була.
- 1851: АҠШ-та тегеү машинаһына патент алына.
- 1877: Марстың юлдашы — Деймос асыла.
- 1928: Мәскәүҙә хәҙерге М. Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы асыла.
- 1953: СССР-ҙа донъялағы беренсе водород бомбаһын һынау үткәрелә.
- 1959: СССР-ҙа «оҙайлы ҡулланылыш» тауарҙарын кредитҡа һатыу рөхсәт ителә.
- 1980: Өфөлә миллионынсы кеше теркәлә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сутягин Александр Васильевич (1915—10.01.1991), СССР йырсыһы. 1941—1957 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Республика радиолаштырыу комитеты дикторы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1949) халыҡ артисы.
- Фәрхетдинов Мирғәй Әхмәй улы (1915—28.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, пулемёт ротаһы командиры, өлкән лейтенант.1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Мортазина Бәһиә Ниғәмәтйән ҡыҙы (1930—2008), педагог, 1953—1975 йылдарҙа Борай районы Иҫке Бикмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Бикембетов Сыңғыҙ Шәйәхмәт улы (1945), хеҙмәт ветераны, нефтехимик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
- Бадиков Юрий Владимирович (1950), ғалим-химик-технолог. 1982—1989 һәм 1998—2010 йылдарҙа Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2007 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002). Сығышы менән Могилёв ҡалаһынан.
- Камалов Атлас Закир улы (1950), ғалим-агроном, педагог, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1991—1995 йылдарҙа Мәсетле район хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2005). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Рогожникова Татьяна Михайловна (1960), ғалим-тел белгесе. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991―2006 йылдарҙа сит телдәр, 2006 йылдан тел коммуникацияһы һәм психолингвистика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2015 йылдан ― ректорат советнигы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан.
- Сәхибгәрәева Мәүлиҙә Фән ҡыҙы (1960), терапевт. Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһының бүлек етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ғайсина Гүзәл Сәғит ҡыҙы (1980), педагог. 2007 йылдан Нефтекама ҡалаһының Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2023), «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2023» төбөк-ара конкурсы һәм «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» республика (2013) конкурстары еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алтынбаев Сәмиғулла Ғиләж улы (1916 — ?), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы кавалерисы, гвардия кесе сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Әхмәтшин Мирйән Иҙиәтулла улы (1931—10.01.2013), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1954—1991 йылдарҙа Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән баш инженеры, директоры, директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары. СССР-ҙың 10-сы саҡырылыш (1979—1984) Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1974), СССР Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү министрлығы отличнигы (1967). Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Үрмәкәй ауылынан.
- Борзенко Валентин Иванович (1936—26.02.2013), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1954—1997 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1980 йылдан — Химия заводы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы, 1997—1999 йылдарҙа Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Златоустовка ауылынан.
- Цаплин Юрий Матвеевич (1946), хеҙмәт ветераны, инженер-химик-технолог. 1964—2006 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1989 йылдан Нефтехимик производстволар заводы директоры; 1994 йылдан — техник бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2004). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цыбин Иван Максимович (1922—26.07.1996), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Новофедоровка ауылынан. Һуғыштан һуң хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районында йәшәй һәм эшләй.
- Түләкова Нәғимә Ибраһим ҡыҙы (1927—18.12.2005), малсы. 1944 йылдан Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы һауынсыһы, 1961—1982 йылдарҙа — быҙау ҡараусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1970). Сығышы менән ошо райондың Ҡыуат ауылынан.
- Хәйбуллин Ғәзимулла Ғәйнулла улы (1927—16.09.1995), эшсе, йәмәғәтсе. 1951—1993 йылдарҙа «Гидравлика» предприятиеһы токаре. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Иҙрис ауылынан.
- Авдиенко Виктор Николаевич (1947), техник-электромеханик, рационализатор. 1970—2008 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе «Мономер» заводының ҡоролма начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Гавриловка ауылынан.
- Гребенчук Елизавета Семёновна (1952), педагог. 1975 йылдан Салауат ҡалаһы балалар баҡсаларында өлкән тәрбиәсе, 1987—2012 йылдарҙа 37-се «Миләшкәй» балалар баҡсаһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Тамбов ҡалаһынан.
- Игебаева Римма Хөснихаҡ ҡыҙы (1962), педагог. 1985 йылдан Баймаҡ районы Ниғәмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1991 йылдан район мәғариф бүлеге методисы, 2002 йылдан — начальник урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наркевич Иван Иосифович (1938), нефть һәм газ сығарыу объектарын төҙөүҙә ҡатнашҡан хеҙмәт ветераны, 1968—1998 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» ойошмаһы бульдозерсыһы, 1970 йылдан — таҙартыу машинаһы машинисы. СССР Нефть‑газ төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1988). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Витебск өлкәһе Пуховка ауылынан.
- Хаматшин Фәнзир Хаматхан улы (1938), ауыл хужалығы ветераны, 1960—1995 йылдарҙа Кушнаренко районының Ленин исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1981).
- Кәримов Роберт Юнир улы (1958), педагог, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы директоры, 2000—2016 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район мәғариф бүлеге етәксеһе. IV саҡырылыш район Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Мәхмүтов Салауат Мансур улы (1958), рәссам, Стәрлетамаҡтың 1-се сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ямалеева Анна Александровна (1944), ғалим-биохимик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Бозор ауылынан.
- Чернов Николай Васильевич (1949), ғалим-табип, юғары мәктәп уҡытыусһыһы. 1986 йылдан Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Суд-медицина экспертизаһы бюроһы етәксеһе. Медицина фәндәре кандидаты (1999). Юғары категориялы суд-медицина эксперты. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1990).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1820: Авдотья Панаева, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, мемуарсы.
- 1920: Валентин Филатов, цирк артисы, дрессировщик, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1930: Джордж Сорос, АҠШ финансисы һәм йәмәғәт эшмәкәре, сығышы менән Венгриянан.
- 1950: Рон Маел, «Sparks» поп-рок төркөмө музыканты һәм йыр текстары авторы.
- 1950: Александр Сидельников, СССР хоккейсыһы, ҡапҡасы, олимпия һәм ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы.
- 1960: Лоран Финьон, Франция спортсыһы, велосипедта уҙышыусы, «Тур-де-Франс» (1983, 1984) һәм «Джиро д’Италия» (1989) ярыштары еңеүсеһе.
- 1980: Доминик Суэйн, АҠШ актрисаһы, «Лолита» (1997) фильмында төп ролде башҡарыусы.
- 1990: Марио Балотелли, Италия футболсыһы, Европаның 2012 йылғы чемпионатының көмөш призёры.
- 1952: Давид Бергельсон, СССР яҙыусыһы.
- 1922: Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1991: Ғайсин Хәсән Назар улы, Советтар Союзы Геройы (1945).