18 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
18 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
18 ноябрь Викимилектә |
18 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 322-се көнө (кәбисә йылында 323-сө). Йыл аҙағынаса 43 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Йәмәғәт ойошмалары көнө.
- Төймәле телефон көнө.
- Оккультизм көнө.
- Латвия: Республика иғлан ителгән көн.
- Марокко: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡыш бабайҙың тыуған көнө.
- Серҙәр уйлап сығарыу көнө.
- Үзбәкстан: Флаг көнө.
- АҠШ: Алмаштырыусы уҡытыусы көнө.
- 1775: Рәсәй империяһының яңы административ бүленеше буйынса 50 губерна булдырыла.
- 1868: Дмитрий Менделеев башланғысы менән Рус химия йәмғиәте ойошторола.
- 1926: Хәҙерге «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы эшләй башлай.
- 1971: СССР Ҡораллы Көстәрендә прапорщик һәм мичман хәрби дәрәжәләре индерелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәҙина Шәмсиә Мөхәмәҙи ҡыҙы (1945), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тарихсы. 1996 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996—2013 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһы мөдире). Тарих фәндәре докторы (1994), профессор (2000). Сығышы менән Ҡаҙаҡ ССР-ы Орнек ауылынан.
- Сөләймәнова Рима Нөғәмән ҡыҙы (1960), ғалим-тарихсы. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре һәм хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡортостандың иң яңы тарихы бүлеге мөдире. Тарих фәндәре докторы (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Гусев ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баязитов Ишдәүләт Зәйнулла улы (1901—1954), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән лейтенант.
- Неганов Михаил Иванович (1926—15.07.2001), сәнәғәт өлкәһе эшмәкәре. 1979—1997 йылдарҙа Күмертау авиация производство предприятиеһының баш инженеры. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (1996).
- Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы (1931—2019), педагог, йәмәғәтсе. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. СССР-ҙың мәғариф, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Бөрйән районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Байназар ауылынан.
- Солдаткин Василий Васильевич (1931—14.12.2001), хеҙмәт алдынғыһы. Элекке «Башавтотранс» берекмәһенең Салауат ҡалаһындағы 1831-се автоколоннаһы водителе. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Гоголевка ауылынан.
- Колокольников Владислав Леонидович (1941—7.07.2021), журналист. 1977 йылдан республика гәзиттәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1983—1991 йылдарҙа «Советская Башкирия» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары; 1991—2011 йылдарҙа – «Версия» гәзитенең, артабан «Версия» республика мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығы һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының әҙәби мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Кемерово өлкәһе Белое ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вуколов Филипп Николаевич, Вукулов-Эрлик (1902—28.07.1979), шағир һәм прозаик, драматург һәм фольклорсы, тәржемәсе һәм педагог, режиссер һәм музыкант, Башҡортостандың беренсе сыуаш композиторы. Төрлө йылдарҙа Бәләбәй районы Аделькин урта мәктәбенең сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Бәләбәй ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән Аделькин ауылынан.
- Вәлиев Хәниф Фәйез улы (1927—18.11.1991), комсомол, партия органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан ВЛКСМ-дың Дүртөйлө район комитетының сектор мөдире, 1953—1958 йылдарҙа КПСС райкомы инструкторы, 1962—1991 йылдарҙа БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоз (хәҙер Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы) рәйесе. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1987). Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иванай ауылынан.
- Камалетдинов Ғәфүрйән Муллайән улы (1927—1986), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1952—1986 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Шишмә ауылынан.
- Солтанов Рәйес Зөлҡәрнәй улы (1937), инженер. 1952 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы эшсеһе, 1967 йылдан хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер; 1970 йылдан — бүлексә идарасыһы; 1974 йылдан Темәс леспрохозының баш инженеры; 1986 йылдан — Темәс кирбес заводы директоры; 1995—1997 йылдарҙа «Һәүәнәк» совхозының хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Үҙән ауылынан.
- Галышева Юлия Порфирьевна (1947), китапханасы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районының Фёдоровка ауылынан.
- Лузина Ирина Александровна (1947—02.11.2001), ғалим-иҡтисадсы. 1976—1978 йылдарҙа һәм 1981 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1993 йылдан — Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡтисад институтының Өфө факультеты уҡытыусыһы; 1996—2001 йылдарҙа. Өфө технология сервис институтының кафедра мөдире, 2000 йылдан — мәғариф һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә хеҙмәттәшлекте координациялау буйынса проректор. Иҡтисад фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Молдавия ССР-ының Чимишлия ауылынан.
- Хәйруллин Сәлих Ғөбәйҙулла улы (1947), инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Бәләбәй ҡалаһындағы «Автонормаль» заводының (БелЗАН) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1980 йылдың октябренән 1984 йылдың июненәсә — предприятиеның партком секретары, 2002—2003 йылдарҙа заводтың генераль директоры. Бәләбәйҙең дүрт саҡырылыш ҡала советы, Бәләбәй район советы депутаты. Ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2001), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Суҡраҡлы ауылынан.
- Хәсәнов Ғәлийән Зәкир улы (1947), журналист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1975—1987 йылдарҙа Күгәрсен районы «Слава труду» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире; мөхәррир урынбаҫары; 1987—1991 йылдарҙа — Нуриман районының «Красный ключ» гәзите мөхәррире. 1991 йылдан Башҡортостандың Юғары Советы Секретариаты редакция-нәшриәт бүлегенең әйҙәүсе һәм баш белгесе; 1995 йылдан — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты редакция-нәшриәт бүлегенең сектор мөдире һәм бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Сапыҡ ауылынан.
- Атанов Борис Сәйфулла улы (1952—15.01.2014), төҙөүсе. 1975—2013 йылдарҙа республика төҙөлөш ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2004), Рәсәйҙең почётлы (2007) төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Ивановка ауылынан.
- Журавлёв Сергей Иванович (1957), радиомеханик. 1979 йылдан Салауат, 1983 йылдан — Сибай радиотелевизион аппаратура ремонтлау заводтарының Баймаҡ участкаһы радиомеханигы; 2003 йылдан радиотелевизион аппаратура йүнәтеүсе шәхси эшҡыуар. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәрифуллин Тимершәйех Ғәриф улы (1928—22.11.2002), нефтсе. 1957—1984 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының оператор ярҙамсыһы, операторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Почётлы нефтсе (1969), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Үрге Маншыр ауылынан.
- Мусин Мәснәүи Фәйзрахман улы (1928—11.06.2004), табип-ғалим, педагог. 1958 йылдан (өҙөклөктәр менән) Ҡазан дәүләт медицина институты һәм Ҡазан дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969—1994 йылдарҙа рентгенология һәм радиология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989 йылдан республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире; 1964—1966 йылдарҙа Монголия Халыҡ Республикаһының Улан-Батор ҡалаһындағы махсуслашҡан клиника консультанты; 1979—1983 йылдарҙа Лаостың Вьентьян медицина институтында рентгенология һәм радиология кафедраһын ойоштороусы. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1975). Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Үткен ауылынан.
тулы исемлек
- Мортазин Сәғит Хәбип улы (1948), педагог, комсомол һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре. 1964 йылдан Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозының комсомол ойошмаһы секретары; 1968 йылдан Амангилде урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1981—2008 йылдарҙа — директоры. СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1989). Сығышы менән Магнитогорск ҡалаһынан.
- Бикембетов Шатморат Шәйәхмәт улы (1953), инженер. 1982—1998 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Капиталь төҙөлөш идаралығының бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Болотнов Анатолий Миронович (1953), математик-ғалим. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2005 йылдан мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Смоленск өлкәһенең Родьковка ауылынан.
- Трубина Татьяна Борисовна (1963), гинеколог-ғалим. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).
- Нуриханов Данил Мүким улы (1973), театр артисы, йырсы. 1991 йылдан Туймазы татар дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Тирәкәй ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәниев Ревмир Ғәли улы (1929—7.05.2007), ғалим-тарихсы. 1976—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылға тиклем тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (1961), профессор (1982). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
- Томилов Михаил Иванович (1929—15.07.2008), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2000 йылдарҙа Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1787: Луи Жак Манде Дагер, Франция уйлап табыусыһы.
- 1828: Джон Даун, Англия генетигы.
- 1889: Станислав Косиор, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1899: Михаил Водопьянов, СССР-ҙың хәрби осоусыһы, генерал-майор. Алтынсы Советтар Союзы Геройы (1934).
- 1923: Алан Бартлетт Шепард, Америка астронавы.
- 1940: Наилә Гәрәева, Татарстандың театр актёры.
- 1964: Рәшит Заһиҙуллин, театр педагогы, режиссёр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008).
- 1969: Олег Яковлев, Рәсәй йырсыһы, «Иванушки International» төркөмөнең элекке солисы.
- 1856: Михаил Семёнович Воронцов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, генерал-фельдмаршал.
- 1886: Честер Алан Артур, АҠШ-тың 21-се президенты.
- 1962: Нильс Бор, Дания физигы.