24 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
(24 января битенән йүнәлтелде)
24 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
24 ғинуар Викимилектә |
24 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 24-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 341 көн ҡала (кәбисә йылында 342).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Комплимент көнө.
- Арахис майы көнө.
- Һиндостан: Ҡыҙҙар көнө.
- Иран: Әсәләр көнө.
- Румыния: Берләшеү көнө.
- Украина: Тышҡы разведка көнө.
- 1736: Полковник А. И. Тәвкилев Балыҡсы улусы Һөйәнтүҙ ауылын юҡ итергә бойора. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар менән бергә 1000 башҡорт үлтерелә, шул иҫәптән 105 ир-егет тереләй яндырыла.
- 1848: Калифорнияла Колома ҡалаһы янында «алтын ығы-зығы» башлана.
- 1931: Мәскәүҙә «Ромэн» сиған театры ойошторола.
- 1952: ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Өфөлә Ағиҙел аша автомобилдәр өсөн күпер һалыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герасимов Владимир Иванович (1925—31.05.2010), СССР шағиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Асҡын ауылынан.
- Йосопов Фәрит Сабир улы (1925—23.01.2001), балет артисы. 1970—2000 йылдарҙа Өфө һығылмалы материалдар һәм конструкциялар заводының Мәҙәниәт һәм техника һарайының балет студияһы етәксеһе. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955).
- Бәхти Ғайсин (1930—5.10.1991), музыкант-аккардеонсы, композитор. 1961—1990 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы концертмейстеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1986) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1962) артисы.
- Абдраҡов Фаил Сәлих улы (1950—18.01.2010), үҙешмәкәр композитор. 1970—2010 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы һәм районы мәҙәниәт йорттарының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Юрматы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Әлфәрит Мөхәмәт улы (1926—1988), баянсы. 1946—1986 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (1951—2011), композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).
- Бугера Владислав Евгеньевич (1971), ғалим-философ, сәйәси публицист һәм һул йүнәлешле ижтимағи-сәйәси хеҙмәткәр. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туйкин Тәлғәт Кәбир улы (1912—2.05.1990), ауыл хужалығы эшмәкәре, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан Башҡорт АССР-ының Матрайнда (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла) районында яңы ойошторолған «Матрай» совхозы, 1960—1972 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Цюрупа исемендәге һәм «Тепличный» совхоздары директоры. Ленин (1957), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (?; 1985) ордендары кавалеры. Хәйбулла районының атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974).
- Вәлитова Гөлнара Әнүәр ҡыҙы (1957), сәнғәт өлкәһе ветераны, актёр һәм режиссёр. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссёры һәм баш режиссёры, артабан Сибай ҡалаһының «Сулпан» башҡорт балалар театрының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәнисламов Мәхмүт Ғәлләметдин улы (1918—4.06.1971), ғалим-зоолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Биология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1956—1957 йылдарҙа сектор, 1959 йылдан — лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1952). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Насыров Рәсим Мотиғулла улы (1933), табип. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районынан.
- Байбурин Фәүзи Зәки улы (1943), ғалим-инженер-механик, хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы 1-се ранг капитаны. 1975 йылдан хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһындағы Хәрби-диңгеҙ инженерҙар институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—1994 йылдарҙа эске яныулы двигателдәр кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
- Кузин Александр Павлович (1948), педагог. 1988—2010 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы мәктәп-ара уҡыу комбинаты директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәле улы (1948), ғалим-математик. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан химик кибернетика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991).
- Ғәзәйеров Борис Миҙхәт улы (1963), юрист. 1989 йылдан прокуратура органдары хеҙмәткәре, 2009—2016 йылдарҙа Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы. Чернобыль атом станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы (1986). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баязит Дим (Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 1909—10.10.1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусы, журналист. 1929—1932 йылдарҙа Туймазы районының «Ленинский путь» — «Ленин юлы» гәзите мөхәррире. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).
- Попов Пётр Дмитриевич (1924—9.07.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Шәрипов Әҙип Хәбип улы (1924—1984), инженер, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1953 йылдан «Сельхозтехника»ның Учалы район берекмәһенең баш инженеры, идарасыһы, «Ҡыҙыл партизан» колхозы рәйесе, 1971—1984 йылдарҙа КПСС-тың Учалы ҡала комитетының икенсе секретары. Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Альтерман Лев Григорьевич (1929—28.12.2004), төҙөүсе-инженер. 1963 йылдан «Салауатстрой» тресының баш инженеры, идарасыһы; 1972 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары, начальнигы; 1976 йылдан «Башнефтезаводстрой» тресының идарасы урынбаҫары, 1983—2004 йылдарҙа «Башстрой» йәмғиәтенең генераль директор ярҙамсыһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1987) атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1963).
- Лэнгдон Теренс (1939), физик-ғалим. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1991). Физика фәндәре докторы (1980), профессор (1976). Рәсәй Фәндәр академияһының почётлы докторы (2003), Бөйөк Британияның Король инженерлыҡ Фәндәр академияһы ағзаһы (2002), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән Бөйөк Британияның Троубридж ҡалаһынан.
- Кузьминых Александр Андреевич (1944—18.05.2009), инженер-механик-ғалим. 1968 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2003 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Һынны ауылынан.
- Антонов Василий Сергеевич (1949), уҡытыусы, эске эштәр органдары ветераны, сыуаш телендә ижад итеүсе шағир һәм прозаик, тәржемәсе. 2003 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы, 2002 йылдан — Сыуаш Республикаһы Профессиональ яҙыусылар союзы ағзаһы. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Яңы Ҡарамалы ауылынан.
- Пашуткина Людмила Васильевна (1949), педагог. Йошкар-Олалағы Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының хор буйынса уҡытыусыһы, «Эрвел Марий» халыҡ ансамбле хормейстеры. Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Оло Кәлтәй ауылынан.
- Сирғәлин Рәмил Ишбулды улы (1959), иҡтисадсы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1996—2017 йылдарҙа Баймаҡ районы хакимиәт башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2009). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Яйыҡбай ауылынан.
- Әхмәтйәнов Рауил Роберт улы (1959), театр хеҙмәткәре. 2001—2015 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының генераль директор урынбаҫары Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
- Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы (1964), график. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы, 2004 йылдан — Халыҡ-ара графика академияһы ағзаһы (Санкт-Петербург). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
- Тимербулатов Мәхмүт Вил улы (1974), хирург-ғалим. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан факультет хирургияһы кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2018) һәм профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2020), Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2018). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007) һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премияһы (2000) лауреаты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1875: Глеб Кржижановский (1875—31.03.1959), СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- 1904: Берта Карлик, Австрия ғалим-физигы, Вена университетының беренсе ҡатын-ҡыҙ профессоры.
- 1910: Андрей Тутышкин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1946).
- 1924: Мөхәмәтғата Мансуров, башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, эшҡыуар һәм меценат.
- 1943: Майский Сәхиб Нурлығаян улы, граждандар, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1940).
- 1971: Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы, Советтар Союзы Геройы (1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, майор.
- 1984: Кирәй Мәргән, башҡорт СССР яҙыусыһы, фольклорсы ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1986: Лафает Рональд Хаббард, яҙыусы һәм философ. Дианетика һәм сентология дини ағымдарына нигеҙ һалыусы.
- 1999: Суфиянов Суфый Хажи улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).