27 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
27 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 ғинуар Викимилектә |
27 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 27-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 338 көн ҡала (кәбисә йылында 339).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Рәсәй: Хәрби дан көнө. Ленинград фашист блокадаһынан тулыһынса азат ителә (1944).
- Исландия: Ҡояш кофе.
- Сербия: Изге Савва көнө.
- Босния һәм Герцеговина: Изге Савва көнө.
- Төркмәнстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
- 1962: Өфөлә троллейбус йөрөй башлай.
- 1983: Японияла иң оҙон һыу аҫты тоннеле асыла (53.85 км, Хонсю — Хоккайдо).
- 1993: «Башкредитбанк» (хәҙер «УралСиб») республика инвестицион-кредит банкы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәлих Харис (1915—14.03.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир.
- Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (1950), ғалим-тел белгесе. 1985—1993 йылдарҙа Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 1994 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдрахман Ҡадиров (1941—31.07.1993), СССР спортсыһы, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).
- Азат Айытҡолов (1956), ҡурайсы, педагог, йәмәғәтсе. 1975—1978 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1978 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсы-солисы. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Ҡурайсылар союзы идараһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990) лауреаты.
- Фәриха Вәлиуллина (1956), матбуғат ветераны, журналист, яҙыусы. 1981—2013 йылдарҙа Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000). Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге премияһы лауреаты (2006).
- Кедрина Людмила Владимировна (1961—10.10.2015), тау саңғысыһы, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, тау саңғыһы спорты буйынса ун тапҡыр Рәсәй чемпионы, СССР йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнашыусы, Европа беренселеге призеры. 2009—2015 йылдарҙа — Санкт-Петербургтың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы йыйылма командаһының баш тренеры.
- Хәйретдинов Айрат Миңлейәр улы (1961), хеҙмәт алдынғыһы. 1980 йылдан Мәсетле районы Фрунзе исемендәге колхоз һәм «Йондоҙ» йәмғиәте механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Ясин ауылынан.
- Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы (1961), инженер-төҙөүсе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2012—2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2015).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйәпов Ғәйнетдин Сайпатал улы (1912—26.09.1979), бухгалтер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1935—1976 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Дүртөйлө районы Крупская исемендәге колхоз хисапсыһы, 1954 йылдан — баш бухгалтеры, 1973—1976 йылдарҙа баш бухгалтер урынбаҫары. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Йәрмиә ауылынан.
- Каменева Раиса Павловна (1922—2004), хеҙмәт алдынғыһы, китапханасы. 1945—1982 йылдарҙа Илеш район үҙәк китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Яңы Балыҡлы ауылынан.
- Ихтисамов Хәмзәфәр Сабир улы (1937—13.12.2008), музыка белгесе, фольклорсы. 1970—1987 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы һәм фольклор кабинете мөдире. 1976 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997).
- Ҡәипов Мәһәҙей Хәкимйән улы (1937—2002), хеҙмәт алдынғыһы. Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының элекке механизаторы һәм һарыҡ көтөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Саушин Анатолий Захарович (1942), хеҙмәт ветераны. 1982 йылдан «Почёт Билдәһе» орденлы Ишембай трикотаж фабрикаһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған текстиль һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре (2000). Ишембай районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Никольское ауылынан.
- Вәкилов Булат Ғәлимйән улы (1947—2021), агроном. Салауат районы ауыл хужалығы идаралығының элекке баш агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Лағыр ауылынан.
- Мартазанова Людмила Александровна (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1981 йылдан Салауат ҡалаһының 8-се мәктәп уҡытыусыһы; 1992 йылдан Уҡыу—методик үҙәге директоры, 2007—2017 йылдарҙа — методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Федотовская ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы (1928—19.03.2003), ҡурайсы, педагог. 1961—1996 йылдарҙа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһы һәм 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Сафин Әсхәт Мөхтәр улы (1928—?), механизатор. Ҡырмыҫҡалы районы «Бүләк» һәм Шайморатов исемендәге колхоздарҙың элекке тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Сөләймәнов Килдебай Сөләймән улы (1943—23.03.2021), малсы. 1959 йылдан Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы һауынсыһы, 1967 йылдан — малсы. СССР-ҙың ун беренсе (1984—1989), РСФСР-ҙың туғыҙынсы (1975—1980) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- Симонова Сайма Миңнәхмәт ҡыҙы (1948), педагог, 1971—2017 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Асҡарова Зәкиә Шәмсимөхәмәт ҡыҙы (1953), фельдшер. 1982 йылдан Әбйәлил районы санитар-эпидемиология станцияһы хеҙмәткәре, 2014 йылдан — Асҡар үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡайынды-Ҡумаҡ совхозының үҙәк усадьбаһынан.
- Минғәлиев Закир Арыҫлан улы (1953), педагог. 2007 йылдан Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбе директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Дәүләтов Рәшит Мостафа улы (1958), инженер, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1980 йылдан Нефтекама автомобиль заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2000 йылдан — кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса директор; 2014—2018 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1993).
- Кәлимуллина Зиләриә Зиннәт ҡыҙы (1958), малсы. Балтас районы «Рәсәй» хужалығының элекке һауынсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Мәсәлимов Тәлғәт Хәсән улы (1958), рәссам-график, педагог. 1982 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан художество графикаһы факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012) һәм мәғариф отличнигы (2005), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Букин Василий Николаевич (1899—21.01.1979), биохимик-ғалим. 1966 йылда илдә тәүге тапҡыр Өфө витамин заводында B15, 1970 йылдан — U витаминдары етештереүҙе башлау инициаторы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1964), биология фәндәре докторы (1943). 3-сө дәрәжә Сталин премияһы (1949), А. Н. Бах исемендәге премия (1963) лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры.
- Рәшит Ниғмәти (1909—13.10.1959), Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1955) ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Бабушкин Роман Романович (1919—29.07.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945). 1947—1979 йылдарҙа СССР эске эштәр органдары хеҙмәткәре, эске хеҙмәт полковнигы (1961). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районынан.
- Йосопов Дамир Арыҫлан улы (1949), терапевт, Ейәнсура районы Иҙелбәк участка дауаханаһының элекке баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Михайлова Антонина Николаевна (1949), педагог, мәғариф хеҙмәткәре. 1970 йылдан Балаҡатай районы Ҡарлыхан, 1971 йылдан Яңы Балаҡатай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1980 йылдан район мәғариф бүлеге инспекторы, 1984 йылдан Яңы Балаҡатайҙағы 1-се урта мәктәп директорының тәрбиә, 1989 йылдан — уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡыытыусыһы (2000). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Мәжитов Фәнил Хажигәрәй улы (1959), инженер, комсомол органдары һәм нефть эшкәртеү тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2001 йылдан «Өфөоргсинтез» йәмғиәтенең, 2006—2010 йылдарҙа «Башкирнефтепродукт» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө (2003—2008) һәм 4-се (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан.
- Меркулова Татьяна Вячеславовна (1974), спортсы, муниципаль орган хеҙмәткәре. Өфө ҡала хакимиәте физик культура һәм спорт буйынса идаралығының спорт әҙерлеге бүлеге начальнигы. Спорт акробатикаһы буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1756: Вольфганг Амадей Моцарт, Австрия композиторы, музыкант-виртуоз.
- 1775: Пётр Фролов, Рәсәй империяһы дәүләт эшмәкәре, тау инженеры.
- 1790: Петро Гулак-Артемовский, Рәсәй империяһы тарихсыһы, яҙыусы, 1841—1849 йылдарҙа Харьков университеты ректоры.
- 1980: Марат Сафин (1980), тенниссы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.