6 март
Уҡыу көйләүҙәре
6 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
6 март Викимилектә |
6 март — григориан стиле буйынса йылдың 65-се (кәбисә йылында 66-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 300 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Донъялағы эшһеҙлек менән көрәш көнө.
- Австралия: Хеҙмәт көнө.
- АҠШ: Аҙаштар көнө.
- Күлдәк көнө.
- Печенье көнө.
- Туңдырылған ашамлыҡ көнө.
- Гана: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Гуам: Магеллан көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тәмлетамаҡтар көнө.
- Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары көнө.
- Франция: Оләсәйҙәр көнө.
- Ер: Теш табибы көнө.
- Монголия: Матбуғат көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Театр кассиры көнө (марттың беренсе дүшәмбеһе).
- 1521 йыл: Фернан Магеллан Ер шары тирәләй сәйәхәтендә Гуам утрауын аса.
- 1617 йыл: Француз Луи Эбер беренсе булып Квебекта (Яңы Франция) фермер хужалығы алып барыу хоҡуғын ала.
тулы исемлек
- 1661 йыл: Сэр Роберт Морей Лондон король йәмғиәтенең (Британ фәндәр академияһының) тәүге президенты итеп һайлана.
- 1665 йыл: Лондонда донъялағы тәүге фәнни журнал сыға («Король йәмғиәтенең фәлсәфәүи хеҙмәттәре»).
- 1749: Британия хөкүмәте Яңы Шотландияға (Канаданың көнсығышындағы провинция) халыҡ күсереү планын хуплай.
- 1762: Император Петр III Йәшерен канцелярияны бөтөрөү тураһында манифесҡа ҡул ҡуя.
- 1810: Иллинойс АҠШ штаттарынан тәүге булып мотлаҡ вакцинация индерә.
- 1834: Канаданың Йорк ҡалаһы Торонто тип үҙгәртелә.
- 1853: Венецияла Джузеппе Вердиҙың «Травиата» операһының премьераһы була.
- 1857: АҠШ-тың Юғары суды ҡолдарҙы граждан түгел, ә мөлкәт итеп раҫлай.
- 1882: Сербия короллек итеп иғлан ителә.
- 1899: Германия химигы Феликс Хоффманн аспиринға патент ала.
- 1902: Мадридтың легендар футбол клубы «Реал» ойошторола.
- 1913: Ургала Монголия тарихында тәүге гәзит сыға — «Новое зерцало».
- 1917: Финляндияның автономияһын тергеҙеү тураһында манифест.
- 1918: Үҙәк Рада Украинаның административ реформаһын иғлан итә.
- 1919: Украинаның беренсе конституцияһы ҡабул ителә.
- 1924: Ватиканда тәүге радиоалғыс ҡуйыла.
- 1925: СССР-ҙағы балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Пионерская правда»ның тәүге һаны сыға.
- 1930: Спрингфилдта «Clarence Birdseye» маркаһы аҫтында тәүге туңдырылған аҙыҡ һатыла башлай.
- 1938: Лондонда трамвайҙарға алмашҡа троллейбустар килә.
- 1944: Өфө ҡалаһының Дим районы ойошторола.
- 1948: Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асыла.
- 1957: Гананың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
- 1964: Бокс буйынса донъя чемпионы Кассиус Клей ислам динен ҡабул итә һәм Мөхәммәт Али исемен ала.
- 1970: Англияла Битлздың һуңғы синглы «Let It Be» сыға.
- 1970: СССР һәм Ботсвана араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1975: «Як-42» пассажир самолеты тәүге осош яһай.
- 1980: Франция академияһына ағза итеп тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ — яҙыусы Маргерит Юрсенар һайлана.
- 1985: Гектор Мерседесты нокаут менән еңеп, Америка боксеры Майк Тайсон һөнәри карьераһын башлай.
- 1986: «Вега-1» автоматик планета-ара станцияһы Галлей кометаһын тикшереү программаһын үтәй.
- 1990: СССР халыҡ депутаттары съезы бөтә милек төрҙәрен таный. Ер шәхси милек булараҡ танылмай.
- 1992: Әзербайжандың беренсе президенты Аяз Моталибов ҡораллы оппозиция баҫымы аҫтында вазифаһынан баш тарта.
- 1992: Ҡырғыҙстанда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе тураһындағы килешеү үҙ көсөнә инә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нечаев Евгений Павлович (1915—27.02.1999), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы. 1954 йылдан «Псковская правда» гәзите, 1966—1970 йылдарҙа Псковтың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса комитет хеҙмәткәре. «Под горой Метелихой» (1962) романында Башҡортостан ауылдарының береһендә йәшәгән өс быуындың яҙмышын һүрәтләгән. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Александр Невский (1945), 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Миәҙек ауылынан.
- Чуркин Юрий Васильевич (1935—1.09.1998), ғалим-химик-технолог. 1962 йылдан Өфөләге Нефть химияһы производстволары ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире, 1973 йылдан — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары; 1993—1998 йылдарҙа Нефтехимия һәм катализ институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәре докторы (1980), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1966), СССР-ҙың уйлап табыусыһы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1970).
- Бобылёв Пётр Миронович (1950—2.04.2021), хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1984—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һәм рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы; 1994—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт контроль комитеты рәйесе; 2003—2008 йылдарҙа — Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе. 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостандың Юғары Советы, 1995—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Юнир Минзаһир улы (1941), ветеран-спортсы, көрәшсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1969 йылдан республиканың төрлө спорт ойошмалары етәксеһе, шул иҫәптән 1990—2010 йылдарҙа Башҡортостан профсоюздарының берләштерелгән спорт ойошмаһы рәйесе. Самбо буйынса биш тапҡыр Башҡорт АССР-ы чемпионы һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1967), милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың спорт мастеры (1972). Башҡортостан Республикаһының (1990) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Ханнанов Рәйес Ямалетдин улы (1956), муниципаль хеҙмәткәр, музыкант, үҙешмәкәр композитор һәм йырсы. 1977 йылдан Йәрмәкәй районының мәҙәниәт хеҙмәткәре, шул иҫәптән район мәҙәниәт һарайы директоры, район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), халыҡ ижадының төрлө кимәл фестивалдәре лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Яңы Шах ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зөлҡәрнәев Ниғмәт Зөлҡәрнәй улы (1892—19.04.1968), педагог, журналист һәм яҙыусы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949), Ленин ордены кавалеры (1949). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
- Абдуллин Булат Низам улы (1932—5.10.2014), педагог. 1953—1992 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы мәктәптәрендә уҡытыусы, уҡытыу эштәре мөдире, директор. 1981—1984 йылдарҙа Амангилде ауыл Советы рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан.
- Ишкилдина Сәлимә Ноғман ҡыҙы (1942), мәғариф ветераны. 1962—2002 йылдарҙа Бөрйән районы Нәби мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987). Сығышы менән ошо райондан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шакир Насиров (1913—3.10.1968), яҙыусы, журналист, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 1955—1961 йылдарҙа «Һәнәк» журналы хеҙмәткәре, бүлек мөдире. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).
- Фәрит Иҫәнғолов (1928—20.05.1983), прозаик, тәржемәсе. 1957—1963 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Ағиҙел» журналының мөхәррир урынбаҫары, 1971—1977 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы консультанты. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1970).
тулы исемлек
- Вәлиева Клара Батыр ҡыҙы (1938), педагог, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1970 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының ясли-балалар баҡсаһы, 1979—1984 йылдарҙа хәҙерге «Бәпембә» балалар баҡсаһы мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡ Республикаһының Ҡара Үҙәк ауылынан.
- Калинина Елена Алексеевна (1963), йырсы. 1996 йылдан хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2016). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Исмәғилев Ринат Фазлетдин улы (1968), рәссам. Бөгөнгө һынлы сәнғәттәге концептуаль ағым вәкиле. «Волигамси» псевдонимы менән ижад итә. 1995 йылдан Рәсәйҙең Дизайнерҙар союзы, 2000 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылынан.
- Конова Алла Петровна (1978), спортсы, педагог. 1996 йылдан Салауат ҡалаһының 4-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Йәйге полиатлон буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1994), донъя (1993—1994) һәм Рәсәй (1994) чемпионы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таһиров Зияф Саяп улы (1909—1980), совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танкист, гвардия подполковнигы. Ленин (1956), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1949), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1940, 1944) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк ауылынан.
- Әхтәмов Михаил Бикбай улы (1939—2000), педагог. 1968—1999 йылдарҙа Хәйбулла районы Маҡан урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Туҡбирҙе ауылынан.
тулы исемлек
- Ғималетдинов Сәйетғәле Фәхрәзи улы (1949), шофер, урман хужалығы эшсеһе, малсылыҡ тармағы хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Ахун ауылынан.
- Шакирйәнов Венер Тимерйән улы (1959), тренер-уҡытыусы. 1994 йылдан Өфө ҡалаһындағы 9-сы «Академия футбола» спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2009), мәғариф отличнигы (2007) һәм иң яҡшы тренеры (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылынан.
- Малинин Сергей Анатольевич (1964), конструктор. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы баш конструктор бүлегенең бюро начальнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Миһранов Марс Шәрифулла улы (1964), инженер-механик-ғалим. 2015 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, инженер-механик-ғалим. 2015 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, 2022 йылдан Рәсәй транспорт институты (Мәскәү) уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1475: Микеланджело Буонарроти, Италияның Яңырыу дәүере скульпторы, рәссам, архитектор һәм шағир.
- 1815: Пётр Ершов, Рәсәй империяһы шағиры, прозаик һәм драматург, «Конёк-Горбунок»шиғри әкиәте авторы.
- 1928: Габриэль Гарсиа Маркес, Колумбия прозаигы.
- 1929: Фазыл Искәндәр, рус яҙыусыһы.
- 1937: Валентина Терешкова, беренсе ҡатын-ҡыҙ-космонавт, Советтар Союзы Геройы.
- 1937: Светлана Моргунова, СССР-ҙың Үҙәк телевидение дикторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).
- 1948: Михаил Чернышёв, Рәсәй сәйәси эшмәкәре, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
- 2008: Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы, актёр, режиссёр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.