8 май
Уҡыу көйләүҙәре
8 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 май Викимилектә |
8 май — григориан стиле буйынса йылдың 128-се (кәбисә йылында 129-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 237 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО:
- Хәтер һәм татыулыҡ көнө.
- Ер:
- Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай көнө.
- Ғәҙел сауҙа итеү көнө.
- Америка, Европа: Еңеү көнө.
- Беларусь: Дәүләт Флагы һәм гербы көнө.
- Бөйөк Британия: Балаларҙы яҡлау көнө.
- Корея республикаһы: Ата-әсә көнө.
- Монголия: Ағас ултыртыу көнө.
- Норвегия: Ветерандар көнө.
- Румыния: Атайҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-техник хеҙмәттәшлек буйынса федераль хеҙмәттә эшләүселәр көнө.
- Яза башҡарыу системаһының оператив хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1945: Берлин янындағы Карлсхорстта фашист Германияһының Икенсе донъя һуғышында ҡаршылыҡһыҙ капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
- 1953: Өфө урамдарын яҡтыртыу менән шөғөлләнгән хәҙерге «Уфагорсвет» предприятиеһы ойошторола.
тулы исемлек
- 1965: СССР-ҙың «Герой-ҡала» тигән маҡтаулы исеме тураһындағы положениены раҫлаған, Брест ҡәлғәһенә «Герой-ҡәлғә» исеме биреү, герой-ҡалалар Волгоградҡа, Севастополгә һәм Одессаға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы, ә герой-ҡалалар Ленинград менән Киевҡа «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыу тураһындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указдары иғлан ителә.
- 1980: Өфөлә Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға һәйкәл асыла.
- 2000: Өфөлә Республика Хәрби Дан музейы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәйнетдинов Мисбах Фәхри улы (1925—2.09.2011), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1972—1995 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ауыл хужалығы техникаһы һәм ауыл хужалығы дәүләт комитетының Рязань ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй етәксе хеҙмәткәрҙәр һәм белгестәр квалификацияһын күтәреү институтының кафедра мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре докторы (1980), профессор (1981). СССР Ауыл хужалығы техникаһы дәүләт комитеты отличнигы (1980). СССР Министраҙар Советы премияһы лауреаты (1971). Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Бишкәзә ауылынан.
- Абдулов Марсель Хәбиб улы (1930—23.11.2007), инженер-урмансы, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының урман хужалығы министры. БАССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған урмансыһы (1978), Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (1991). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Сидоренко Николай Семёнович (1950—15.09.2017), табип, 1973—2017 йылдарҙа Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһының бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәһәҙиев Ғәфүр Дәүләткирәй улы (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-акушер-гинеколог. 1973 йылдан Әбйәлил районы Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы, 1978 йылдан Ейәнсура районы Абҙан участка дауаханаһы, 1983 йылдан — Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).
- Фәйрушина Әлфиә Зәки ҡыҙы (1951), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-терапевт, профсоюз эшмәкәре. 1981 йылдан Өфөләге 42-се поликлиниканың цех хеҙмәте мөдире; 1983 йылдан медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Өфө ҡалаһы Совет район комитеты рәйесе; 1989 йылдан Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитетының бүлек мөдире, 1991 йылдан ошо һөнәри союздың Өфө ҡала комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Сахалин өлкәһенең Шахтёрск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Мильшина Елена Александровна (1971), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса 1994 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Төрлө программаларҙа күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы, донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионаттарының көмөш һәм бронза призёры. Клубтар араһында Европа шашка конфедерацияһы кубогын яулаусы (2002). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионы (1989). Халыҡ-ара (2007) һәм Рәсәй (1999) гроссмейстеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Варнавский Михаил Карпович (1937), Көйөргәҙе районы Калинин исемендәге колхоздың элекке механизаторы, 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Бахмут ауылынан.
- Кузнецов Михаил Дмитриевич (1947—14.02.2021), рәссам. 1969 йылдан Өфө ҡалаһының һәм Силәбе өлкәһенең төрлө учреждениелары һәм предприятиелары рәссамы, 1974—1981 йылдарҙа Өфөләге 2-се художество мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1983—1989 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. 1989 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008).
тулы исемлек
- Әсләмов Александр Иҙиәт улы (1947), Күмертау авиация етештереү предприятиеһы техник директорының элекке урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы (1957), педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ғүмәр ауылынан.
- Молчанова Наталья Вадимовна (1962—2.08.2015), спортсы, ғалим-педагог. Фридайвинг (диңгеҙ тәрәнлектәренә төшөү) буйынса донъя чемпионы, Рәсәйҙең фридайвинг федерацияһы президенты. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты.
- Фазлыев Марат Мөҙәрис улы (1967), ғалим-терапевт. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты, 2002 йылдан университеттың Өҫтәлмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының медик-санитария бүлеге госпитале начальнигы. Медицина фәндәре докторы (2005), профессор (2006).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғайсин Хәсән Нәзир улы (1908—12.08.1991), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ҡарай ауылынан.
- Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улы (1923—28.01.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы пулеметсыһы, ҡыҙылармеец. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Осколков Константин Владимирович (1923—18.07.2013), инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1981—1986 йылдарҙа Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы конструкторы һәм баш конструкторы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1988). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1980). Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы.
- Вәхитов Марат Абдулла улы (1938—3.08.2010), педагог. 1960 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы хәҙерге 1-се мәктәп уҡытыусыһы, 1967 йылдан — Маҡан мәктәбе директоры; 1977 йылдан Сибай интернат-мәктәбенең директор урынбаҫары, 1979 йылдан — директоры; 1981—1995 йылдарҙа Сибайҙың 24-се һөнәри-техник училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1991 йылдарҙа директор урынбаҫары. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1972). Сығышы менән Аҡъяр ауылынан.
- Колеганов Михаил Евгеньевич (1938), электрик-энергетик, педагог. 1962 йылдан Салауат нефть химияһы комбинаты электромонтёры, мастеры, подстанциялар төркөмөнең өлкән мастеры, район электр селтәрҙәре начальнигы; 1977 йылдан Салауат индустриаль техникумы (хәҙер колледж) уҡытыусыһы, 1983—1988 йылдарҙа — директорҙың уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары. Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Зарипов Радик Шәрифғәли улы (1953—22.01.2001), табип. 1981 йылдан Ҡариҙел районы Ҡараяр участка дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Яңы Баҙраҡ ауылынан.
- Латфуллина Елена Александровна (1968), хормейстер. Нефтекама ҡала мәҙәниәт үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Казанцева Тамара Тимофеевна (1934—2.02.2024), тау инженеры‑геолог-ғалим. 1965 йылдан «Башнефть» берекмәһе, 1975 йылдан — хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Геология институты хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1985). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999).
- Шамуратова Фәнүза Ғабдулла ҡыҙы (1949), табип. Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының функциональ диагностика табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районынан.
тулы исемлек
- Шәрәфетдинов Рим Әмир улы (1969), рәссам‑мультипликатор, режиссёр. 1997 йылдан Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Рәсәй Федерацияһының почётлы кинематографсыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Одесса ҡалаһынан.
- Омельяненко Александр Владимирович (1974), хәрби хеҙмәткәр-осоусы, полковник. Осоусыларҙың Өфө юғары хәрби авиация училищеһын тамамлаусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). Сығышы менән хәҙерге Белоруссиянан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1770: Василий Львович Пушкин, Рәсәй империяһы шағиры, А. С. Пушкиндың бабаһы.
- 1885: Томас Костейн, Канада яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1895: Эдмунд Уилсон, АҠШ-ың әҙәби тәнҡитсеһе, яҙыусы.
- 1903: Фернандель, Франция актёры.
- 1920: Сол Басс, АҠШ-тың график дизайнеры.
- 1940: Рики Нельсон, АҠШ актёры, йырсы һәм музыкант, рок-н-ролл башҡарыусы.
- 1940: Питер Бенчли, АҠШ яҙыусыһы, сценарист.
- 1940: Владимир Дейнека, СССР һәм Рәсәйҙең хәрби эшмәкәре, генерал-полковник.
- 1960: Франко Барези, Италияның «Милан» клубының элекке уйынсыһы, тренер, донъя футболы тарихындағы иң яҡшы һаҡсыларҙың береһе.
- 1970: Луис Энрике Мартинес Гарсия, Испания футболсыһы, тренер, олимпия чемпионы.
- 1975: Энрике Иглесиас, Испания йырсыһы.