8 август
Уҡыу көйләүҙәре
8 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 август Викимилектә |
8 август — григориан стиле буйынса йылдың 220-се (кәбисә йылында 221-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 145 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Альпинистар көнө.
- Офтальмология көнө.
- Ер: Бөтә донъя бесәйҙәр көнө.
- Һыуытҡыстың «тыуған» көнө.
- АҠШ: Доллар көнө.
- Бутан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ҡытай Республикаһы: Атайҙар көнө.
- Швеция: Флаг көнө.
- Иран: Журналистар көнө.
- Украина: Ветеринарҙар көнө.
Төбәк байрамдары
- 1899: АҠШ-тың Миннесота штаты уйлап табыусыһы Альберт Маршалл һыуытҡысҡа патент ала.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воробьёв Леонид Николаевич (1890—1.10.1969), СССР-ҙың тел белгесе, филолог, профессор. 1929—1932 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) директоры урынбаҫары, тел ғилеме һәм әҙәбиәт кафедраһы мөдире.
- Рахманович Анисим Наумович (1905—10.03.1985), ғалим-инженер-механик. 1949—1983 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1958—1963 йылдарҙа авиация двигателдәре теорияһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1948), профессор (1950). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Кропивницкий ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Лаврёнова Гөлшат Зиннәт ҡыҙы (1955), педагог, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләре ветераны, 2002—2016 йылдарҙа Әбйәлил район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000) һәм мәғариф алдынғыһы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герасимов Иван Александрович (1921—4.06.2008), Бөйөк Ватан һуғышында, 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, танкист, армия генералы (1977), йәмәғәтсе. 1938—1992 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәттә, шул иҫәптән 1973 йылдан Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө командующийы, 1975 йылдан — Киев хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, 1984 йылдан — Көньяҡ-Көнбайыш йүнәлеш ғәскәрҙәренең баш командующийы. 1989 йылдан СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙар төркөмө ағзаһы. СССР-ҙың 8—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты; 2002 йылдан Украинаның халыҡ депутаты. 1991 йылдан Украинаның Ветерандар советы рәйесе. Украина Геройы (1999). СССР-ҙың ике Ленин (1980, 1986), Октябрь Революцияһы (1986), өс Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1956, 1967), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1951), 2-се (1988) һәм 3-сө (1975) дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордендары һәм сит ил ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Оло Аксаков ауылынан.
- Фәрит Бикбулатов (1936—26.11.2016), йырсы, диктор, рәссам. 1968 йылдан Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты дикторы, өлкән мөхәррире, 1989—1998 йылдарҙа «Башҡортостан» ижад клубының директоры һәм солисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
тулы исемлек
- Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы (1946), сценограф, рәссам. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1987—1990 йылдарҙа һәм 1995 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы, 2017 йылдан — ҡуйыусы рәссамы, бер үк ваҡытта 1978 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2013) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).
- Назаров Николай Григорьевич (1946), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1969—1992 йылдарҙа Учалы районы «Байрамғол» совхозының мал ҡараусыһы, 1990—1994 йылдарҙа — бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Вознесенка ауылынан.
- Дәүләтов Рауил Шәрифйән улы (1951), уҡытыусы, мәғариф, партия органдары, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1979 йылдан КПСС-тың Дүртөйлө район комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире, 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө ҡала комитеты секретары; 1994—2010 йылдарҙа Дүртөйлө район хакимиәте башлығы; 2010—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Почёт (2000) һәм Дуҫлыҡ (2007) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Яңы Яндыҙ ауылынан.
- Фәттәхов Мөхәрәм Миңлейәр улы (1956), ғалим-инженер-механик. 1978 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан автомобиль юлдары һәм төҙөлөш производствоһы технологиялары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2011—2015 йылдарҙа архитектура-төҙөлөш факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2010), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Круглов Григорий Михайлович (1927—26.08.2018), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1985 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. 1968 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (1996). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1962).
- Иванова Галина Андреевна (1932—21.07.2008), комсомол органдары һәм мәғариф хеҙмәткәре. 1956 йылдан ВЛКСМ-дың Салауат ҡала комитеты инструкторы, бүлек мөдире, секретары, 1960 йылдан — беренсе секретары; 1964 йылдан Салауат индустриаль техникумының көндөҙгө бүлек мөдире, 1974 йылдан 18-се мәктәп директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1981—2006 йылдарҙа 8-се лицей директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Бәхтиев Индус Мәғәфүр улы (1937), зоотехник. 1974—2002 йылдарҙа Краснокама районы «1 Май» колхозы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1987) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986), райондың почётлы гражданы (2005).
- Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы (1952), ғалим-селекционер. 1976 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2012 йылдан — лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2006).
- Косарев Михаил Николаевич (1957), ғалим-урмансы. 1981 йылдан «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәре, 1993 йылдан — директоры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2000). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (2018), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы.
- Ғарипова Ленария Даһи ҡыҙы (1962), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, шәфҡәт туташы. 1980 йылдан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1-се дауаханаһы, 1998 йылдан — 2-се Республика клиник дауаханыһының Психоневрология һәм эпилептология балалар үҙәге, 2004 йылдан — Республика балалар клиник дауаханаының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Гөлөк ауылынан.
- Хаматшин Тимур Зәбир улы (1982), инвалид спортсы. 2009 йылдан инвалид арбаһында фехтование буйынса Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы. Терәк-хәрәкәт аппараттары зарарлағандар араһында Рәсәйҙең спорт мастеры (2010). Донъя кубогы призёры, донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡырҙыр еңеүсеһе һәм призёры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Шыршы-Тартыш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Булатов Ғәлимйән Хәкимйән улы (1938—19.07.1984), малсы. 1961 йылдан Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозының мал ҡараусыһы, 1982—1984 йылдарҙа һауын гурты бригдиры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1974). Сығышы менән ошо райондың Әбделкәрим ауылынан.
- Шәрипова Мәрйәм Хәбибулла ҡыҙы (1938), аҙыҡ-түлек етештереү тармағы хеҙмәткәре. Мәләүез һөт-консерва комбинатының элекке эшсеһе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Ибәтуллин Ғәйнулла Хәлиулла улы (1943), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ районының элекке «Йондоҙ» колхозының йәшелсә үҫтереүселәр бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Талас ауылынан.
- Ғүмәрова Рәмзиә Бәшир ҡыҙы (1958), санитария табибы, эпидемиолог-гигиенист-ғалим. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының элекке уҡытыусыһы, Милиция подполковнигы, медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
- Хәкиева Разия Хаммат ҡыҙы (1958), шәфҡәт туташы. 1979 йылдан Әбйәлил районы Асҡар район үҙәк дауаханаһы акушеркаһы. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2010). Сығышы менән ошо райондың Ишбулды ауылынан.
- Буланкин Дмитрий Александрович (1978), спортсы. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2010). Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубы өсөн 2000 йылдан башлап сығыш яһай. 2002 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чулошников Александр Петрович (1894—1941), СССР-ҙың ғалим-тарихсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Башҡортостан тарихы буйынса белгес. Тарих фәндәре кандидаты (1935).
- Маньшин Василий Петрович (1924—18.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие расчёты командиры, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Шамаев Әмир Ғабдрахман улы (1929—25.03.2017), медицина өлкәһе эшмәкәре, ғалим-табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы.
- Шаһиәхмәтова Светлана Георгиевна (1939), композитор, педагог. 1967—1972 йылдарҙа БАССР Композиторҙар союзының яуаплы секретары. 1964 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Жернаков Владимир Сергеевич (1944), ғалим-инженер-механик, 1993—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының фән буйынса проректоры. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (2018), техник фәндәр докторы (1992), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1992), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Күлбаев Мөсәлим Георгий улы (1969), театр режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1790: Ференц Кёльчеи, Венгрияның романтик шағиры, дәүләттең милли гимнының һүҙҙәр авторы.
- 1930: Арунас Жебрюнас, СССР һәм Литва кинорежиссёры, сценарист.
тулы исемлек