11 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
(11 января битенән йүнәлтелде)
11 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 ғинуар Викимилектә |
11 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 11-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 354 көн ҡала (кәбисә йылында 355).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Хеҙмәт урынында тигеҙлек көнө.
- Скетчноутинг көнө.
- «Рәхмәт» әйтеү көнө.
- Йәшерен дуҫ көнө.
- АҠШ: Һөт көнө.
- Албания: Республика көнө.
- Германия: Алма көнө.
- Непал: Берләшеү көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө.
- Тунис: Балалар көнө.
- 1569: Англияла тарихта беренсе тапҡыр лотерея уйнатыла.
- 1700: Рәсәй империяһында Византия календарына алмашҡа Юлиан календары индерелә. 7208 йылдың 31 декабренән һуң 1700 йылдың 1 ғинуары килә. Яңы йыл башы 1 ғинуарға күсерелә.
- 1917: Рәсәй биләмәләрендә тәүге ҡурсаулыҡ — Баргузин ҡурсаулығы ойошторола. Ошо менән бәйле 11 ғинуарҙа 1997 йылдан «Ҡурсаулыҡ һәм милли парктар» көнө билдәләнә.
- 1923: Өфөлә «Йәш юҡсыл» (хәҙер — «Йәшлек») йәштәр гәзите сыға башлай.
- 1940: Ленинградта композитор Сергей Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта» балетының премьераһы була.
- 1960: СССР-ҙа Космонавтар әҙерләү үҙәге ойошторола.
- 1994: Рәсәйҙең яңы парламенты — 1993 йылдың 12 декабрендә һайланған һәм ике палатанан: юғары — Федерация Советынан һәм түбәнге — Дәүләт Думаһынан торған Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы — үҙ эшен башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лаврентьев Пётр Денисович (1905—4.10.1979), ғалим-инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 1941—1947 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең баш инженеры һәм директоры. 1969—1978 йылдарҙа. Мәскәү авиация институты уҡытыусыһы. Испаниялағы Граждандар һуғышында (1936—1939) ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).
- Нариман Сабитов (1925—9.06.1971), композитор, дирижер. 1954—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры һәм дирижёры. 1951 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) лауреаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.
- Первушин Юрий Сергеевич (1935), ғалим-инженер механик. 1965 йылдан Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтов Сафа Әхмәт улы (1935), ғалим-инженер¬-технолог. Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, 1981—1991 йылдарҙа СССР Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү министрлығы тармаҡ лабораторияһының фәнни етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977). Г. В. Вахрушев исемендәге (2005) һәм Н. К. Байбаков исемендәге (2006) премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Алағуз ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәһәҙиева Сәриә Сәмиғулла ҡыҙы (1926—2011), журналист. 1971—2006 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире һәм бүлек мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ибрай ауылынан.
- Байназаров Азамат Хажмөхәмәт улы (1936), хеҙмәт ветераны. 1982—1996 йылдарҙа «Башмедьстрой» тресы идарасыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Күсей ауылынан.
- Саҙретдинов Зәнфир Хәбәбетдин улы (1936), ветеран-төҙөүсе. 1964—2002 йылдарҙа 3-сө төҙөлөш тресының яуаплы хеҙмәткәре, 1967 йылдан —өлкән прораб. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1986). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1988). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сыуалкип ауылынан.
- Мәхмүтов Ким Зөфәр улы (1941), ғалим-зоотехник. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2000). 1962—1973 йылдарҙа Учалы районы «Байрамғол» совхозы зоотехнигы; 1974—1993 йылдарҙа республика хужалыҡтарында яуаплы хеҙмәткәр; 1994—1997 һәм 2001—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1997—2001 йылдарҙа «Башкирский» агрохимия хеҙмәте үҙәге директоры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Аҡъялан ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәниев Әхәт Сәйет улы (1927—28.03.2011), СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физигы. 1955—2002 йылдарҙа хәҙерге Снежинск ябыҡ ҡалаһындағы Рәсәй федераль ядро үҙәге — Бөтә Рәсәй техник физика ғилми-тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1978), профессор (1994). Ленин премияһы лауреаты (1964), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
- Әхтәмйәнов Ихсан Нәсибулла улы (1932—2000), журналист, шағир, тәржемәсе, прозаик-документалист.
- Нәҙершин Ким Рәүеф улы (1937), театр ветераны, режиссёр. 1980—1992 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Исмәғил ауылынан.
- Рәшит Шәкүр (1937), ғалим-тел белгесе, төркиәтсе, энциклопедист, шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Халыҡ-ара Төрки академияһы академигы, филология фәндәре докторы (1998), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры (2021), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012). Салауат Юлаев (2007) һәм «Башҡортостан Республикаһындағы хеҙмәттәре өсөн» (2020) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2018).
- Дышаленкова Римма Андрияновна (1942—9.07.2019), СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, публицист. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Д. Н. Мамин-Сибиряк исемендәге премия лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Камалиева Зилә Әсләм ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1988—2007 йылдарҙа Саҡмағоштағы 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Саматова Рәүилә Сәләм ҡыҙы (1962), мәҙәниәт өлкәһе ветераны. Мишкә район мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе методисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Сарбаев Раил Сәлих улы (1962), ауыл хужалығы, комсомол органдары, мунициаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1999). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
- Төхбәтова Роза Рәшит ҡыҙы (1967), журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокампанияһы «Спутник ФМ» радиостанцияһының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әминев Риза Фәтхлислам улы (1928), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1966—1982 йылдарҙа Дүртөйлө районы Ильич исемендәге колхоз рәйесе. Октябрь Революцияһы (1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Өсбүлә ауылынан.
- Бабушкин Александр Фёдорович (1933), механизатор. 1944 йылдан Әбйәлил районы хужалыҡтары, шул иҫәптән 1964—1999 йылдарҙа «Заветы Ильича» колхозының тракторсы-комбайнсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән ошо райондың Борисов ауылынан.
- Абдуллин Сәхипкирәй Муллағәлим улы (1938—8.11.2013), малсы. 1955—1993 йылдарҙа Хәйбулла районы Салауат исемендәге колхоздың мал ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың 1980-се йылдар башында бөткән Аҡъегет ауылынан.
- Яналин Вәлиәхмәт Хәбир улы (1938—19.06.2008), механизатор. 1952—1998 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозының тракторсы-комбайнсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Яҡшыдәүләтов Йәркәй Әнүәр улы (1943—8.09.2005), журналист. 1978 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите, 1989 йылдан Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1992 йылдан «Тамаша» ижади берекмәһенең өлкән мөхәррире, 1999 йылдан – етәксеһе. Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» проекты авторы. Ислам мәсьәләләренә арналған «Йома» (1991–2005) дини-мәғрифәт тапшырыуының, «Замана» (1989–1994) публицистик тележурналының авторы һәм алып барыусыһы. Башҡорт телендәге мосолман календарҙарын төҙөүселәрҙең береһе. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1991). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Ағишева Румиә Мәхмүд ҡыҙы (1958), педагог. 2000—2015 йылдарҙа Салауат ҡалаһының Сәнғәт үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ихсанова Вәхиҙә Ташбулат ҡыҙы (1963), педагог. 1987 йылдан Әбйәлил районы Тупаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы, завучы, 1996 йылдан Ҡырҙас урта мәктәбе уҡытыусыһы, 2001—2011 йылдарҙа директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2014), «Живая русская классика» республика конкурсы еңеүсеһе (2014). Сығышы менән Тупаҡ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александров Степан Константинович (1924—19.01.2015), юрист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар ротаһы командиры, гвардия лейтенанты. 1945 йылдан прокуратура органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1967—1984 йылдарҙа республика прокурорының ойоштороу эштәре һәм башҡарыуға контроль буйынса өлкән ярҙамсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1982), СССР прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Иглин ауылынан.
- Абыҙбаев Измаил Ибраһим улы (1929—4.09.1997), тау инженеры-ғалим. 1975—1986 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1988). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), нефть сәнәғәте отличнигы (1971). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
тулы исемлек
- Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (1929—28.08.1995), әҙәбиәт белгесе-ғалим. 1956 йылдан Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1962 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Илеш ауылынан.
- Кәрим Булат (Сәлимов Кәрим Булатбай улы) (1949), эшсе-шағир, йәмәғәтсе. Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Яугилде ауылынан.
- Коган Ольга Станиславовна (1959), спорт медицинаһы табибы-ғалим. 1982 йылдан Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1996 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, 2001 йылдан Башҡортостан физик культура институты, 2014 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2008), профессор (2013). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы (1959), юрист-ғалим. 1985 йылдан СССР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1991 йылдан Өфө юридик институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты Хоҡуҡ институтының директор урынбаҫары һәм кафедра мөдире. Юридик фәндәр докторы (2008), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009), Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2009).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1757: Александр Гамильтон, Америка Ҡушма Штаттарының беренсе финанс министры.
- 1858: Герда Тирен, Швецияның рәссам-иллюстраторы.
- 1972: Константин Хабенский, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2012).
- 1972: Андрей Малахов, Рәсәйҙең телетапшырыуҙар алып барыусыһы, шоумен.
- 2017: Рәмил Йәнбәк, шағир һәм журналист.