26 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
26 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
26 ноябрь Викимилектә |
26 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 330-сы көнө (кәбисә йылында 331-се). Йыл тамамланыуға 35 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Абхазия: Конституция көнө.
- АҠШ: Торт көнө.
- Монголия: Республика иғлан ителгән көн.
- Рәсәй Федерацияһы: Әсәләр көнө (ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе).
- Орган көнө.
- Сингапур: Оләсәй һәм олатайҙар көнө.
- Төркмәнстан: Уңыш көнө.
- Үзбәкстан: Мамыҡ байрамы.
- Һиндостан: Конституция көнө.
- Һөт көнө.
Төбәк байрамдары
- Себер татарҙары теле көнө.
- Ер: Итексе көнө.
- Аргентина: Юмористар көнө.
- Ҡырғыҙстан: Оборона спорт-техник ойошмалар хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Шәкәр сөгөлдөрө тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө (ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе).
- Украина: Логистар көнө.
Төбәк байрамдары
- 1394: Сеул Корея Республикаһының баш ҡалаһы статусын ала.
- 1905: хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Элемтә хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзы ойошторола.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ковшова Наталья Венедиктовна (1920—14.08.1942), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, уҡсылар полкы снайперы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Йосопов Ҡасим Нәзиф улы (1935), ғалим-иҡтисадсы. 1968—1989 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшереүҙәр бүлеге ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылға тиклем милли иҡтисад кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1991), Рәсәйҙең (2006), Башҡорт АССР-ының (1985) һәм Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Ғ. Рамаҙанов (2005), М. И. Тоҡомбәтов (2006) исемендәге премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Донцов Сергей Иванович (1950), ветеран спортсы. Күмертау педагогия колледжының дзюдо буйынса уҡытыусы-тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Исламов Яхия Айса улы (1950), хеҙмәт ветераны. 1971—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы «Сельхозтехника» берекмәһе, 1977—2010 йылдарҙа ошо райондың «Комсомолец» колхозы, 2007-2011 йылдарҙа Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе водителе. СССР профсоюздарының XVII съезы делегаты (1982). Социалистик ярыш еңеүсеһе (1981), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981), Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2011). Сығышы менән ошо райондың Бурансы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ихсанов Зәйнулла Әмин улы (1906—25.12.1997), ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1932—1934, 1939—1941 һәм 1963—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1963 йылдан уҡыу эштәре буйынса проректор, 1965 йылдан — ректор, бер үк ваҡытта 1968 йылдан нормаль физиология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Октябрь Революцияһы (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1979) ордендары кавалеры.
- Яков Ухсай (1911—7.07.1986), шағир, яҙыусы, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сыуаш АССР-ының бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Сыуаш АССР-ының халыҡ шағиры (1950) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945). РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт (1972) һәм Сыуаш АССР-ының К. Иванов исемендәге дәүләт (1971) премиялары лауреаты. Ленин (1981), Октябрь Революцияһы (1971), 1-се (1943) һәм 2-се дәрәжә (1944) Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), «Почёт Билдәһе» (1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылынан.
тулы исемлек
- Грахов Николай Леонидович (1946), матбуғат ветераны, балалар шағиры, тәржемәсе, йырҙар авторы һәм башҡарыусы. 1985 йылдан «Китап» нәшриәте хеҙмәткәре, 2003 йылдан «Бельские просторы» журналының бүлек мөдире. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. А. Н. Толстой исемендәге халыҡ-ара (2006), Степан Злобин һәм Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда «автор йырына» нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (1942—2020), ғалим-хирург, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы табибы, 1972 йылдан хирургия бүлеге мөдире; 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан — балалар хирургияһы кафедраһы мөдире; 1989 йылдан Республика балалар хирургияһы үҙәге етәксеһе һәм Республика балалар клиник дауаханаһы базаһындағы хирургия клиникаһы директоры. Башҡортостандың Балалар хирургтары ассоциацияһын ойоштороусы һәм 1991 йылдан уның президенты. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған табибы; Рәсәйҙең (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богданович Татьяна Александровна (1873—31.12.1942), яҙыусы, тарихи повестар авторы. Әҫәрҙәрендә 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоро башҡорттарының тормошон һүрәтләй. Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Сухов Анатолий Петрович (1948—10.09.2012), спортсы, тренер. 1967 йылдан Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресы спорт клубының спидвей буйынса «Башкирия» командаһы ағзаһы, 1973 йылдан тренеры, 1980 йылдан — өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1982 йылдан СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһы тренеры; 2000—2002 йылдарҙа Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубы тренеры. Мотоспорт буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972).
тулы исемлек
- Суфиянов Нәғим Муса улы (1948—15.12.2012), водитель. 1970—2006 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Ҡырҙас ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәҙиева Рәйсә Рәхим ҡыҙы (1924—24.2.2002), опера йырсыһы (меццо сопрано), педагог. 1955—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1957—2002 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы, Өфө сәнғәт училищеһының тарих музейына нигеҙ һалыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Иванов Евгений Григорьевич (1934—29.09.2016), төҙөүсе. 1959—1996 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһындағы «Башнефтепромстрой» тресының монтажсылар бригадиры, 1974 йылдан — слесарь, 1978 йылдан — мастер, 1980 йылдан — уҡыу комбинатының өлкән мастеры, 1985 йылдан — хеҙмәт һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында бөткән Семёновка ауылынан.
тулы исемлек
- Раянов Валерий Ғәлим улы (1949), педагог. 1975—2016 йылдарҙа Шарандағы 1-се мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Шаран районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Тәләк ауылынан.
- Хәйруллина Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы (1949), ғалим-иммунолог. 1974 йылдан Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан – өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм иммунология лабораторияһы мөдире, 1992 йылдан — Өфөнөң 8-се дауаханаһында иммунология һәм клиник иммунология лабораторияһы мөдире. 1995 йылдан — Республика балалар клиник дауаханаһының клиник иммунология бүлеге менән иммунология лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Республика балалар иммуноаллергология үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Александров Игорь Васильевич (1954), ғалим-физик. 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан 2-се авиация технологияһы факультеты, 1987—1995 йылдарҙа — дөйөм фәндәр кафедралары факультеты деканы, 2004 йылдан — физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
- Ҡасимов Эльвир Әбүбәкер улы (1979), спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000), донъя чемпионы (2000), Рәсәй кубоктарын (2002—2003) яулаусы. Бокс буйынса Рәсәй чемпионатының (2000) бронза призёры, студенттар араһында Рәсәй чемпионы (1999—2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1897: Лукитс Теодор, АҠШтың Румыния сығышлы рәссамы.
- 1921: Вергиз Куриен, Һиндостан социаль эшҡыуары, менеджеры һәм чиновнигы.
тулы исемлек
- 1948: Элизабет Блэкбёрн, АҠШ ғалимы, цитогенетик. Нобель премияһы лауреаты
- 1963: Жозефина Топали, Албания сәйәсмәне.
- 1547: Джованни Кариани, Италия рәссамы.
- 1967: Ғиләж Ғүмәрский, драматург, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.