27 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
27 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 сентябрь Викимилектә |
27 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 270-се көнө (кәбисә йылында 271-се). Йыл аҙағына тиклем 95 көн.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Ысын дуҫлыҡ көнө.
- АҠШ: Ғаилә көнө.
- Бельгия: Француз телендә һөйләшеүселәр берләшмәһенең милли мәҙәниәт көнө.
- Украина: Туризм көнө.
- Монголия: Телевидение көнө.
- Рәсәй Федерацияһы
Төбәк байрамдары
- Ульяновск өлкәһе: Казактар көнө.
- Яҡут (Саха) Республикаһы: Дәүләтселек көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Словакия: Тимер юлсылар көнө.
- Төркмәнстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- 1863: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы беренсе балалар баҡсаһы асыла.
- 1885: Харьковта Көньяҡ Рәсәй технологик институты (Южнороссийский технологический институт) — Рәсәй империяһындағы беренсе юғары техник уҡыу йорто асыла.
тулы исемлек
- 1905: Альберт Эйнштейн билдәле E=mc² формулаһын баҫтыра.
- 1990: СССР Интерполға инә.
- 1991: ВЛКСМ-дың ғәҙәттән тыш XXII съезы йәштәр ойошмаһының үҙ-үҙен таратыуы тураһында ҡарар ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөсәйенова Физа Сәләх ҡыҙы (1930), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1965—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1986 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1981—1986 йылдарҙа Башҡортостан терапевтар йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1973), профессор (1977). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1983), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Бәрҫеүәнбаш ауылынан.
- Берлин Александр Александрович (1940), ғалим-физик, физик-химик. 1963 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Н. Н. Семёнов исемендәге Химик физика институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан лабратория мөдире, 1993 йылдан — директор урынбаҫары, 1996 йылдан — директоры; бер үк ваҡытта 1996 йылдан Мәскәү физик-техник институтының химик физика кафедраһы мөдире. 2006 йылдан «Все материалы. Энциклопедический справочник», 2004 йылдан «Клеи. Герметики. Технологии» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002). Химия фәндәре докторы (1974), профессор (1980). В. А. Каргин исемендәге премия (1999), Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы (2001), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2004) лауреаты. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Вагин Владимир Геннадьевич (1945—15.7.2016), спортсы-ауыр атлет, тренер. 1993 йылдан олимпия резервының Өфө ҡалаһындағы 15-се махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы. Өсбәйгелә РСФСР чемпионы (1972), икебәйгелә көмөш (1973—1974) һәм өсбәйгелә бронза (1970) призёры, ырғымда РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1971). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Рспубликаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004) һәм иң яҡшы тренеры, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1971). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы кавалеры (2006).
- Ихсанов Рафиҡ Рәшит улы (1965), отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник (2002), йәмәғәт эшмәкәре. 1982 йылдан Совет Армияһында, 1992— 2006 йылдарҙа Рәсәй Армияһында. 1987—1988 йылдарҙа Афғанстанда һәм 1995—1996, 1999—2000 йылдарҙа Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 2006 йылдан Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына ярҙам итеү төбәк йәмәғәт фондының вице-президенты, президиум ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбитов Кашаф Фәррәх улы (1921—5.04.2016), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры; 1965 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, 1971—1989 йылдарҙа ҡаланың эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, милиция полковнигы. I (1985) һәм II (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Совет милицияһы отличнигы (1975), ҡаланың почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылынан.
- Фролов Александр Павлович (1921—10.10.1994), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, хәрби осоусы, авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965).
тулы исемлек
- Гулина Эльвира Александровна (1936—21.01.2012), малсы. 1960—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовещен районының «Степановка» совхозы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы (1976—1980) һәм унынсы (1981—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, 1982).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рыбаков Сергей Гаврилович (1867—28.12.1921), этнограф, фольклорсы. Башҡорт халыҡ музыкаһы өлгөләрен йыйыусы һәм өйрәнеүсе.
- Чанышев Әҙеһәм Миҙхәт улы (1902—7.02.1985), педагог. 1919 йылдан хәҙерге Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, уҡытыу бүлеге мөдире һәм директоры; 1930—1932, 1936 һәм 1942—1953 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм халыҡ мәғарифы отличнигы. Ленин (1946), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм Почёт Билдәһе (1951) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Кәримский Әнүр Муса улы (1932—8.10.1993), ғалим-философ, 1967—1993 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан.
- Аҙнағолов Вансит Кинйә улы (1937—29.03.2011), журналист. 1970—2000 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Ленинский путь» (1990 йылдан «Выбор» гәзите) мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән (1968) бүләкләнеүсе. Сығышы менән Мәләүез районының хәҙерге ваҡытта Салауат ҡалаһы эсендә ҡалған Ҡоҙаҡай ауылынан.
- Маскулов Рамзит Мөнир улы (1957), архитектор. 2004 йылдан Өфө ҡалаһының баш архитекторы; 2012 йылдан Мәскәү ҡалаһы генераль планы ғилми-тикшеренеү һәм проект институты директорының беренсе урынбаҫары. 1987 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2002) архитекторы. Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Ҡыйышҡы ауылынан.
- Илешева Рәйсә Хәким ҡыҙы (1962), әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп педагогы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Күгәрсен районы Түбәнге Сирбай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лоскутов Виктор Георгиевич (1923—23.02.1970), Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, Тымыҡ океан флоты бомбардировщиктар дивизияһы осоусыһы, майор. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл ҡалаһынан.
- Ноғоманов Ғилем Ноғоман улы (1923—2018), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Краснокама районы «Ағиҙел», «Мир» һәм «Ҡыҙыл таң» колхоздарының элекке рәйесе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сауыҙбаш ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтйәнов Рәшит Әүәл улы (1923—2016), эске эштәр органдары хеҙмәткәре, милиция капитаны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1960 йылдарҙа Учалы район эске эштәр бүлегенең участка инспекторы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Рысай ауылынан.
- Иванов Леонид Маркович (1928—19.05.1996), музыкант, хәрби дирижёр, педагог. 1961—1995 йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль тәрбиә биреү интернат-гимназияһы (1978—1988 йылдарҙа директор урынбаҫары), бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1960—1980‑се йылдарҙа республика тынлы оркестрҙар марш‑парадтарының баш дирижёры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).
- Романов Анатолий Александрович (1948), СССР һәм Рәсәй-ҙең хәрби хеҙмәткәре. 1995 йылда Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министры урынбаҫары — эске ғәскәрҙәр командующийы һәм Федерал ғәскәрҙәрҙең Чечнялағы берләштерелгән төркөмө командующийы. Генерал-полковник (1995), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). Һарытау һәм Бәләбәй ҡалаларының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Михайловка ауылынан.
- Бикмөхәмәтов Мансур Илгиз улы (1958), металлург. 1978—1995 йылдарҙа Баймаҡ машиналар эшләү заводы эшсеһе. Рәсәй Федерацияһының почётлы металургы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Смирнов Михаил Иванович (1958), рәссам, яҙыусы. 1979 йылдан «Салауатбыяла» берекмәһенең рәссам-биҙәүсеһе, 1993—2003 йылдарҙа «Ағиҙел» сәләмәтлек комбинаты рәссамы. Рәсәйҙең Балалар һәм үҫмерҙәр яҙыусылары берекмәһе ағзаһы. Халыҡ-ара ижади конкурстар лауреаты. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Сәлимов Ниязбай Булатбай улы (1958), филолог-ғалим, журналист, яҙыусы, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәтсе. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы (1995—2015). Филология фәндәре кандидаты (2002). Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Жәлил Кейекбаев (1992) һәм Мәжит Ғафури (2006) исемендәге премиялар лауреаты. Ғафури районының почётлы гражданы (2021).
- Шәфиғуллина Алһыу Тәлғәт ҡыҙы (1973), бейеүсе. 1991—2015 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000) артисы.
- Нагаев Никита Васильевич (1993), зәғиф спортсы. Фехтование буйынса олимпия резервының Өфөләге спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Токиолағы 2021 йылғы Паралимпия уйындарының бронза призёры. Рәсәйҙең спорт мастеры (2010) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2021). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләклдәнеүсе (2021). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кириков Сергей Васильевич (1899—27.08.1984), ғалим-зоогеограф, эколог. 1937—1947 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының ғилми бүлек мөдире. Биология фәндәре докторы (1947).
- Дадай Сергей Иеронимович (1914—1988), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1960—1980 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының 5-се һәм 6-сы төҙөлөш идаралыҡтары начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1975). Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1966) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры. Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1987). Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Торжок ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сәйетгәрәев Халит Ғәбделкәрим улы (1939–2006), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960–2000 йылдарҙа Кушнаренко районының Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы. Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1993).
- Фәтҡуллин Фәрит Миңнула улы (1949), журналист. 1975 йылдан «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре. 1975 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (1998) һәм Татарстан Республикаһының (2014) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2000), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге (1996) премиялар һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәжит Ғафури — XXI быуат» мәҙәниәт фонды төбәк йәмәғәт ойошмаһының Мәжит Ғафури исемендәге (2008) премияһы лауреаты.
- Лоҡманов Давид Дамостан улы (1959), ғалим-иҡтисадсы. 1986 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1995—2001 йылдарҙа бухгалтер хисабы, аудит һәм финанс факультеты, 2005—2006 йылдарҙа — мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү факультеты деканы, 2009 йылдан — иҡтисад теорияһы һәм социология кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Үкәрле ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1880: Беззубова Фёкла Игнатьевна, эрзә халыҡ әкиәтсеһе, йәмәғәтсе.
- 1976: Франческо Тотти, Италия футболсыһы.
- 1891: Иван Гончаров, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1937: Хафиз Ҡушаев, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 3-cө рәйесе.
тулы исемлек
- 1937: Афзал Таһиров, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре, БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК) Рәйесе (1931—1937).
- 1944: Сергей Прокудин-Горский, Рәсәй империяһы фотографы.
- 2016: Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры.