20 июль
Уҡыу көйләүҙәре
20 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
20 июль Викимилектә |
20 июль — григориан стиле буйынса йылдың 201-се (кәбисә йылында 202-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 164 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Торт көнө.
- Шахмат көнө.
- Йыһанды яулау көнө.
- АҠШ: Ай көнө.
- Хот-дог көнө.
- Колумбия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Кипр Республикаһы: Тыныслыҡ һәм азатлыҡ көнө.
- Румыния: Авиация көнө.
- Коста-Рика: Инженерҙар көнө.
- Ҡырғыҙстан: Милли гвардия көнө.
- 1810: Латин Америкаһында бойондороҡһоҙ Колумбия дәүләте төҙөлөү тураһында иғлан ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәжит Ғафури (1880—28.10.1934), шағир һәм яҙыусы, башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре классигы, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1923.
- Әбүзәров Имам Сәлимгәрәй улы (1925—2018), СССР Аэрофлоты хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1985 йылдарҙа Өфө аэропорты авиатехнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, СССР Аэрофлоты отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ташаҫты ауылынан.
тулы исемлек
- Субаев Флүр Йосоп улы (1930—28.07.2000), хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор (1980). Даманский утрауында СССР-Ҡытай ҡораллы бәрелешендә (1969) һәм Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1984) ҡатнашыусы. 1950 йылдан СССР Дәүләт именлеге органдарының Сик буйы ғәскәренең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1953 йылдан — сик буйы заставаһы начальнигы урынбаҫары, застава начальнигы, артабан Алыҫ Көнсығыш сик буйы округының сик буйы отряды начальнигы; 1977 йылдан Байкал аръяғы, 1981—1990 йылдарҙа Кавказ аръяғы сик буйы округтары командующийҙары урынбаҫары. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Ҡыҙыл Йондоҙ (1984), 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1977) ордендары кавалеры.
- Каланов Рим Ғариф улы (1955), ғалим-хирург, онколог. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1992 йылдан — Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1995 йылға тиклем бүлек мөдире, 2012 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Нуғай ауылынан.
- Ураҙаева Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы (1955—27.03.2011), ғалим-педагог. 1984 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан психологик эксперименталь лаборатория мөдире. Психология фәндәре докторы (2003), профессор (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәшергән ауылынан.
- Артюхов Александр Викторович (1970), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006—2011 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры, 2011—2015 йылдарҙа идара итеүсе директоры; 2015 йылдан «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционер берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2009), Почёт ордены кавалеры (2013).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтшин Әбделғәзиз Абдулла улы (1861—12.05.1920), Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйенең хәрби эшмәкәре, генерал-майор (1913). Дворяндарҙан. 1880 йылдан Рәсәй империяһы армияһында, шул иҫәптән 1907 йылдан Хәрби министрлыҡ Баш штабының Азия бүлеге хеҙмәткәре, 1917 йылдың июленән 1918 йылдың декабренәсә — начальнигы. 1918 йылдан РККА-ның Бөтә Рәсәй баш штабы хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1919 йылдан РККА-ның башҡорт частары кавалерияһы инспекторы, башҡорт милли ғәскәрҙәренең тарихын өйрәнеүсе. 3-сө дәрәжә Изге Владимир (1915), 2-се дәрәжә Изге Анна (1910), 2-се (1906) һәм 3-сө (1896) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры. Сығышы менән Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙенән.
- Сухоруков Алексей Яковлевич (1916—20.02.1973), 1939–40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында, Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала 1940 йылдағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир. Майор. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Преображеновка ауылынан.
тулы исемлек
- Михалёв Борис Андреевич (1921—8.03.2005), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан Красноусол быяла заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1957 йылдан — баш инженер, 1962 йылдан — директор, 1982—1991 йылдарҙа граждандар оборонаһы буйынса инженер. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1968) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылынан.
- Ҡотошов Наил Муллайән улы (1926—23.02.2007), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1953 йылдан Йәркәй МТС-ының баш инженеры һәм директоры; 1956—1961 һәм 1966—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары; 1970—1987 йылдарҙа — республиканың халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1981). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996).
- Бронштейн Ефим Михайлович (1946), ғалим-математик, юғары мәктәп ветераны. 1968 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1999), профессор (2001 Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ишбаев Ғиниәтулла Ғарифулла улы (1961), ғалим-тау инженеры. 2000 йылдан Өфөләге «Буринтех» ғилми-производство предприятиеһы директоры, 2008 йылдан — генереаль директоры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған нефтсеһе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйфуллин Ғәлиәхмәт Айытбай улы (1907—19.08.1980), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1928 йылдан хәҙерге Баймаҡ районының үҙе ойошторған «Кубань» хужалығының (һуңынан К. Маркс исемендәге колхоз) ферма мөдире, 1936—1941 һәм 1945—1950 йылдарҙа — колхоз рәйесе; 1953—1967 йылдарҙа «Урал» колхозының төҙөүселәр бригадиры. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың 1950-се йылдарҙа бөткән Түбәнге Ғәҙелбай ауылынан.
- Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы (1932), ғалим-табип-онколог. 1960 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, 1966 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1968—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы. Медицина фәндәре докторы (2000). РСФСР‑ҙың (1985) һəм Башҡорт АССР‑ының (1975) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1973). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев (2012) ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).
тулы исемлек
- Кондакова Людмила Алексеевна (1947), хеҙмәт ветераны. «Салауатгипронефтехим» институтының контроль-иҫәпләү һәм автоматизация төркөмөнең элекке мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районынан.
- Мәһәҙиев Марат Шәриф улы (1962), комсомол, дәүләт органдары һәм хәрби хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер. 1987—1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрының беренсе урынбаҫары, 1999 йылдан — министры; 2005—2010 йылдарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ начальнигы; 2012—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. Генерал-майор. Техник фәндәр кандидаты. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы (2007). II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы һәм «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кинйә Арыҫланов (1723—1774), башҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.
- Рябов Александр Николаевич (1923—?), бухгалтер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1987 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ОРС-ының база директоры, баш бухгалтер урынбаҫары, баш бухгалтеры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Воскресенск ауылынан.
тулы исемлек
- Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы (1923—2013), педагог, Кушнаренко районының Талбаҙы ауыл мәктәбенең элекке уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Власов Виктор Николаевич (1928—26.12.2006), механизатор. 1954 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы тракторсыһы, 1968—1988 йылдарҙа (өҙөклөк менән) баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1981). Сығышы менән ошо райондың Һамар ауылынан.
- Ефремов Фёдор Михайлович (1928—?), инженер-ғалим. 1948 йылдан «Саратовнефтегазразведка» тресының өлкән коллекторы, геологы һәм өлкән геологы, 1954—1996 йылдарҙа техник, өлкән техник, өлкән инженер, кесе һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория етәксеһе, сектор мөдире, әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр. «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ятҡылыҡтарын үҙләштереү проекттары авторы. Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Үрге Әүжән ауылынан.
- Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы (1933—31.10.2012), инженер-ғалим, дәүләт, ауыл хужалығы һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1982 йылдан Республика икмәк продуктары идаралығы начальнигы, 1992 йылдан — әҙерләүҙәр министры, 1993 йылдан «Башкирхлебопродукт» йәмғиәтенең генераль директоры; 1995 йылдан Ырымбур дәүләт университеты филиалы директоры, 2005—2008 йылдарҙа — уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр кандидаты (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре (1993). Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (21971), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (1938—14.02.2023), ғалим-этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).
- Мусин Рәзил Ситдиҡ улы (1943—9.03.1994), партия, дәүләт һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының элекке 1-се секретары һәм Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының элекке хакимиәт башлығы, 1990—1994 йылдарҙа Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының 10-12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иғмәт ауылынан.
- Фәйезов Ғәли Биктимер улы (1948), комсомол, партия, дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәре. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ғәбделхаҡов Рәдиф Әхвәс улы (1953), философ-ғалим, 1974—2002 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт полковнигы, философия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районының Штәнде ауылынан.
- Ғәҙиев Нәфис Ғилмулла улы (1953—2021), ветеринария табибы. 2002 йылдан Ҡариҙел районы ветеринария станцияһы начальнигы, 2009—2011 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ованесов Гурген Павлович (1909—9.10.1993), ғалим-инженер‑геолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1952—1963 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш геологы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1961). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1959), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1979), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969). Сталин премияһы лауреаты (1950). Ике Ленин (1955, 1959), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Әзербайжан Республикаһынан.
- Безценный Виктор Николаевич (1924—2.12.1976), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры, өлкән лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1943).
тулы исемлек
- Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы (1924—4.03.1994), нефть сығарыу тармағы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсы, гвардия өлкән сержанты. СССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV, XXV һәм XXVI съездары делегаты. Дан орденының тулы кавалеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969).
- Садиҡов Рим Хәсән улы (1934—4.08.1999), ғалим-химик‑технолог. Техник фәндәр кандидаты (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ишкилдин Люцир Мирзаян улы (1939), хеҙмәт ветераны. 1962—1983 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ауыр йөк ташыусы автомобилдәр йөрөтөүсеһе, артабан 1997 йылғаса — үҙбушатҡыс машина йөрөтөүселәр бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. СССР-ҙың почётлы таусыһы (1979).
- Турунтаева Галина Абдулловна (1939), педагогик хеҙмәт ветераны. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Сәлихов Азат Әҡсән улы (1949), ғалим-йылылыҡ энергетикаһы инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. 1998-2001 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1999). Рәсәй Федерацияһы Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1995) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Төпкилде ауылынан.
- Сафиуллин Динус Нуриман улы (1949—9.02.2007), ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Сауыҙ ауылынан.
- Усманов Радик Рәғиб улы (1959), алдынғы механизатор, Балтас районының Куйбышев исемендәге хужалыҡ тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1785: Мәхмүт II, Ғосман империяһының 1808—1839 йылдарҙа хакимлек иткән 30-сы солтаны.
- 1800: Александр Вельтман, Рәсәй империяһы картографы, лингвист, археолог, шағир һәм яҙыусы.
тулы исемлек