22 март
Уҡыу көйләүҙәре
(22 марта битенән йүнәлтелде)
22 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
22 март Викимилектә |
22 март — григориан стиле буйынса йылдың 81-се (кәбисә йылында 82-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 284 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бөтә донъя һыу ресурстары көнө.
- Балтик диңгеҙе көнө.
- Ғәрәп илдәре лигаһы көнө.
- АҠШ: Ауыл хужалығы көнө.
- Иран, Ҡаҙағстан, Пакистан, Рәсәй Федерацияһы ( Башҡортостан, Татарстан һәм башҡалар), Төркмәнстан, Әзербайжан һәм башҡалар: Науруз байрамы.
- Япония: Телевидение көнө.
- 1841: АҠШ-та крахмал етештереүгә патент алына.
- 1895: Парижда тарихта беренсе тапҡыр кинофильм күрһәтелә.
- 1917: Хәҙерге Сәнәғәттең нефть, газ тармаҡтары һәм төҙөлөш хеҙмәтсәндәре һөнәри союзының Башҡортостан республика ойошмаһы төҙөлә.
- 1942: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының Байрағы тапшырыла.
- 1990: Ленинградта Кеше мейеһе институты асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғарифуллин Ҡәҙим Мөғәллим улы (1930), ғалим-иҡтисадсы. 1986 йылдан Ҡазан дәүләт һәм хәҙерге Волга буйы федераль университетының Иҡтисад һәм финанс институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2000 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Иҡтисад фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Татарстан Республикаһының (1994) атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы (1965), спортсы, педагог. 1984 йылдан Өфө районы Алексеевка мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы. 1993—2003 йылдарҙа ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999), өс тапҡыр донъя чемпионы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1911—18.06.1989), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946—1950 йылдарҙа
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1958—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 2‑се, 4—8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1950). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибраһимов Фәттәх Әҙелмырҙа улы (1882—8.12.1937), граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1921 йылдан Бөрйән-Түңгәүер кантонының милиция начальнигы, башҡарма комитет рәйесе; 1922 йылдан Түбә алтын йыуыу фабрикаһы директоры, 1932 йылдан Бәкер-Үҙәк, 1932 йылдан — Ишбирҙе руднигы, артабан Башҡортостан геология-разведка тресының эҙләнеү партияһы начальнигы. Башҡорт АССР-ының почётлы таусыһы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Хизбуллин Ғәйнулла Хизбулла улы (1912—10.10.2000), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1934 йылдан Мәсетле МТС-ының трактор бригадаһы бригадиры. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләшереүҙә ҡатнашыусы. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың элекке Иҫәнбай ауылынан.
тулы исемлек
- Бикҡолов Хөрмәт Талха улы (1927—4.08.1997), яҙыусы, тәржемәсе. 1959—1966 һәм 1970—1995 йылдарҙа «Китап» нәшриәте мөхәррире. 1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).
- Баһауетдинов Сәғит Хәбибрахман улы (1937—2001), муниципаль хеҙмәткәр, финансист. 1975 йылдан Өфө ҡалаһының Киров район Советы башҡарма комитетының финанс бүлеге мөдире, 1987—1998 йылдарҙа Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының һәм Өфө ҡала хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы — хакимиәт башлығы урынбаҫары. Рәсәйҙең (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тайыш ауылынан.
- Пахомов Николай Александрович (1937), рәссам. 1967 йылдан Башҡортостан ижад-производство комбинаты рәссамы, 1992 йылдан — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1993—2002 йылдарҙа А. Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейы мөдире. 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Вәлиев Ғәҙел Камил улы (1947), ғалим-тел белгесе. 1974 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле кафедраһы уҡытыусыһы, 1982—1988 йылдарҙа сит телдәр кафедраһы деканы. 1988—1992 йылдарҙа Силәбе дәүләт университетының рус теле кафедраһы уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент, Халыҡ-ара төрки академияһының мөхбир ағзаһы (1997). Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997) һәм мәғариф отличнигы (1997), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
- Фәүзиә Юлдашбаева (1947—16.08.1996), шағир. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Яңыбаев Рәдиф Иҙрис улы (1947—2017), театр актёры. 1974—2017 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Комсомол ауылынан.
- Ванюшов Владимир Георгиевич (1957), хеҙмәтләндереү өлкәһе ветераны. 2006—2019 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.
- Зәйнәғәбдинова Хәлиҙә Зиннур ҡыҙы (1957), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1975 йылдан Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Нәби ауылынан.
- Дунаев Андрей Михайлович (1967), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, полиция полковнигы. 1992 йылдан Башҡортостан Эске эштәр министрлығы, 2003 йылдан — Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре, 2008 йылдан — идаралыҡ начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, эске эштәр һәм нарконтроль органдарының почетлы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жданов Рәжәп Солтан улы (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1969—2000 йылдарҙа Ишембай районының «III Интернационал» колхозы рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының почётлы гражданы (2000).
- Бәғишәева Зилә Миңлеғәли ҡыҙы (1963), педагог. 1986 йылдан Хәйбулла районы Маҡан урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2014) һәм мәғариф отличнигы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан.
тулы исемлек
- Зарипова Зөлфирә Илдар ҡыҙы (1963), типография эшсеһе. Ҡариҙел мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Тимиряева Инна Ивановна (1963), ғалим-философ, муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1998 йылдан Ҡалтасы район хакимиәтенең кадрҙар эше буйынса бүлек начальнигы, 2022 йылдан райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. «Эрвел марий» милли-мәҙәни автономияһының район ойошмаһы рәйесе. Философия докторы (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе (2022). Сығышы менән ошо райондың Кәкүш ауылынан.
- Вилухина Ольга Геннадьевна (1988), спортсы, биатлонсы. Межгорье ҡалаһының «Йәшлек» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2009 йылдан Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2014). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2014).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ёлкин Иван Сергеевич (1924—3.04.1991), хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Покровка ауылынан.
- Мансуров Фәрит Ишмырҙа улы (1924—2.11.1997), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоздың элекке механизаторы. Ленин, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Ниғмәтуллин Карам Ғиләж улы (1924—25.02.2012), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945).
- Даминдарова Фәниә Вәли ҡыҙы (1949), мәғариф, комсомол, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, философ-ғалим. 2001 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының факультет деканы урынбаҫары, 2002 йылдан — деканы, 2009 йылдан — уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2011), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2019).
- Ҡашаев Әнүәр Шакир улы (1949), рәссам, педагог. 1987—2010 йылдарҙа Өфөләге 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010). Төрлө кимәл ижади конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
- Усманов Нәғим Ғәбдрахим улы (1949), инженер, сәнәғәт, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1994 йылдан Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы, 1998 йылдан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең бүлек мөдире, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мансур ауылынан.
.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1895: Георгий Тасин, СССР кинорежиссёры, сценарист, драматург, Сталин премияһы лауреаты (1948).
- 1895: Леонид Утёсов, йырсы, актёр, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1905: Николай Баскаков, төрки телдәр белгесе, профессор (1969).
- 1905: Григорий Козинцев, кино һәм театр режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1964).
- 1915: Георгий Жжёнов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1832: Йоһанн Вольфганг фон Гёте, немец ғалимы һәм яҙыусыһы.
- 1988: Йософ Гәрәй, башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
- 2010: Валентина Толкунова, СССР йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1987).