25 июль
Уҡыу көйләүҙәре
25 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
25 июль Викимилектә |
25 июль — григориан стиле буйынса йылдың 206-сы (кәбисә йылында 207-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 159 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Испания: Галисия көнө.
- Тунис: Республика көнө.
- Пуэрто-Рико: Конституция көнө.
- Ер: Кулинарҙар көнө.
- Беларусь: Янғын һағы хеҙмәте көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Йылға полицияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Теш технигы көнө.
- Тажикстан: Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1930: ВКП(б) Үҙәк Комитеты СССР-ҙа дөйөм башланғыс белем биреүҙе индереү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1940: Өфө ҡалаһында 2-се ТЭЦ эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Низам Ҡәрип (Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы; 1905—26.10.1942), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусы, журналист. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1941 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары, бер үк ваҡытта 1941 йылда хәҙерге «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире.
- Хәниф Кәрим (Кәримов Хәниф Кәрим улы; 1910—26.08.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1946 йылдан Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары, 1958—1959 йылдарҙа — рәйес урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970). Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Трушков Илья Фёдорович (1925—4.01.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Сәхибгәреев Әхмәт Әхкәметдин улы (1945), ғалим-агроном. «Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы директорының фән буйынса беренсе урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Фәниҙә Исхаҡова (1965), яҙыусы. 1994—2010 йылдарҙа хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2005 йылдан нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, 2007 йылдан — бүлек етәксеһе; 2011—2012 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры әҙәби-драма бүлегенең баш мөхәррире. 1997 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Балалар өсөн драма әҫәрҙәренең беренсе республика конкурсы лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбдрәхимов Рәшит Латип улы (1926), ауыл хужалығы эшмәкәре. Туймазы районы «Илсембәт» совхозының элекке директоры, районда теплица хужалығына нигеҙ һалыусы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Иҫке Туймазы ауылынан.
- Соков Борис Михайлович (1936), прокуратура органдары ветераны, юстицияның өлкән кәңәшсеһе. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1992), Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы районы Отнурок (Нура) ауылынан.
тулы исемлек
- Сорокин Валентин Васильевич (1936), СССР һәм Рәсәй шағиры, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1965 йылдан «Волга» (Һарытау ҡалаһы), 1968 йылдан «Молодая гвардия» (Мәскәү) журналдарының бүлек мөдире, 1970—1980 йылда Мәскәүҙәге «Современник» нәшриәтенең баш мөхәррире; 1983 йылдан М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстар етәксеһе; 1980—1983 йылдарҙа Мәскәү ҡала яҙыусылары ойошмаһы секретары, 1994—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйестәше РСФСР-ың М.Горький исемендәге Дәүләт премияһы. (1986), Ленин комсомолы (1974), М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара (2000), С. В. Михалков исемендәге (2015), С. А. Есенин исемендәге (2015) һәм башҡа әҙәби премиялар лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1984), Дуҫлыҡ (2007) һәм сит ил ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Авашла утарынан (хәҙер бөткән).
- Яковлев Виктор Николаевич (1951), театр ветераны, актёр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006). 1977 йылдан Өфөләге «Юбилейный» мәҙәниәт һарайының «Товарищ» халыҡ театры режиссёры—етәксеһе, 1979 йылдан — Псков ҡалаһының А. С. Пушкин исемендәге драма театры актёры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Михеева Элла Анатольевна (1961), табип-физиотерапевт. 2-се Республика клиник дауаханаһының физиотерапия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Морев Николай Николаевич (1917—5.08.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944-1977 йылдарҙа Өфө заводтарында цех начальнигы. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙер Санкт-Петербург ҡалаһына ҡараған Павловск ҡалаһынан.
- Шаһиев Рауил Әбделкарам улы (1937—2010), Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке механизаторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Науразбаев Иҙрис Хәмит улы (1942), механизатор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977).
- Девятова Розалия Ғилем ҡыҙы (1947), мәғариф ветераны. 1980-2010 йылдарҙа Кушнаренко мәктәп-гимназияһы педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Кәлимуллин Рим Сәлихйән улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1985—2010 йылдарҙа Дүртөйлө сорт һынау участкаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Баҡай ауылынан.
- Ибраһимов Рәшит Мәхмүт улы (1947), ауыл хужалығы ветераны. 1967 йылдан Стәрлетамаҡ районы «Авангард» колхозы бригадиры, партком секретары, 1975 йылдан — рәйесе. 2006 йылдан район Советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ош райондың Ҡыҙыл таң ауылынан.
- Арыҫланбаев Вәли Сәмиғулла улы (1957), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1977—2011 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Аҡтау ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәсибуллин Хисбулат Ғәйфулла улы (1903—11.1979), партия һәм башҡарма органдар, матбуғат хеҙмәткәре. 1930 йылдан ВКП(б)-ның Бүздәк, 1931—1934 йылдарҙа Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары; 1938—1941 йылдарҙа Мәғариф халыҡ комиссариатының сәйәси-ағартыу эштәре идаралығы начальнигы, артабан — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, Әлшәй район комитетының икенсе, Байҡыбаш район комитетының беренсе секретары, Дүртөйлө район советы башҡарма комитетының мәҙәни-ағартыу бүлеге мөдире. 1954 йылдан «Советская Башкирия» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, 1956 йылдан — Дүртөйлө районының «Знамя труда» газитенең бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1945), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Матвеев Александр Александрович (1908—1975), йырсы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының элекке солисы, Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған артисы.
тулы исемлек
- Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (1908—18.06.1971), инженер-электрик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958). Октябрь Революцияһы (1971), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мөҡсин ауылынан.
- Полюдов Александр Фёдорович (1923—?), токарь. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1983 йылдарҙа Бөрө геология-эҙләнеү контораһы токаре, әүҙем рационализатор. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрө районының Десяткин ауылынан.
- Сафин Нурулла Дәүләтгәрәй улы (1923—15.05.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт расчёты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылынан.
- Ишмөхәмәтов Альберт Зәйнетдин улы (1948), математик-ғалим. 1994 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Юғары етештереүсәнле иҫәпләү системалары институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1997 йылдан РФА-ның А.А.Дородницын исемендәге Иҫәпләү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек мөдире, 2009—2011 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Мәскәү авиация технологиялары институты, 1995—2010 йылдарҙа Мәскәү энергетика институты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Вәлиев Марат Хәниф улы (1953), полиграфист. «Мир печати» нәшриәт-полиграфия комплекстары һәм нәшриәте директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Шәрипова Альбина Хәмәтйән ҡыҙы (1953), мәҙәниәт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр йырсы. 1971—2011 йылдарҙа Кушнаренко район мәҙәниәт йорто директоры, художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1985). Йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Тамаҡ ауылынан.
- Иванов Иван Прокофьевич (1958), зоотехник. 1980 йылдан Бишбүләк районы «Новомихайловский» совхозы бригадиры, зоотехнигы, «Россия» колхозының баш зоотехнигы; 1986 йылдан «Спартак» совхозының бүлексә идарасыһы, 2005 йылдан «Пионер» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы (1924—14.05.1997), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1942–1979 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Белорет металлургия комбинатының сым һыҙыусыһы һәм участка мастеры. СССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1974—1979). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).
- Чванов Михаил Андреевич (1944), Башҡортостанда тыуған һәм республикала йәшәп ижад итеүсе рус яҙыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең «Оло әҙәбиәт» (2006), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1982) һәм башҡа әҙәби премиялар лауреаты, Почёт ордены кавалеры (2010). Өфө ҡалаһының (2009) һәм Салауат районының (2014) почётлы гражданы. Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры (2014).
тулы исемлек
- Василевский Андрей Андреевич (1994 йыл), Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта НХЛ-дың «Тампа-Бэй Лайтнинг» клубы уйынсыһы. Рәсәй чемпионатында 2013/2014 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» составында көмөш призер. 2014 йылғы донъя чемпионы. Почёт ордены кавалеры (2014).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1575: Кристоф Шейнер, Германия астрономы.
- 1855: Юлиан Кулаковский, Рәсәй империяһы филологы, тарихсы, археолог, Боронғо Рим һәм Византия буйынса белгес.
тулы исемлек
- 1894: Гаврило Принцип, Сербияның милләтсе-революционеры.
- 1905: Элиас Канетти, Австрия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1981).
- 1935: Лилиана Алёшникова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989).
- 1955: Искәндәр Сәйфуллин, СССР һәм Рәсәй архитекторы, Ҡазандағы Ҡол Шәриф мәсете проекты авторҙарының береһе. Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012).
- 1975: Евгений Набоков, Рәсәй хоккейсыһы (ҡапҡасы), донъя чемпионы (2008).
- 1980: Владимир Высоцкий, СССР актёры, шағир һәм йырҙар авторы-башҡарыусы.
- 2007: Таһир Сәйфуллин, дирижёр, Башҡортостандың халыҡ артисы (1995).