27 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
27 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 октябрь Викимилектә |
27 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 300-сө көнө (кәбисә йылында 301-се). Йыл аҙағына тиклем 65 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- ЮНЕСКО: Бөтә донъя аудиовизуаль мираҫ (ҡомартҡылар) көнө.
- Ер: Бөтә донъя эрготерапия көнө.
- Мыжыҡ хеҙмәткәрҙәр көнө
- Австралия: Балаларҙы яҡлау көнө.
- Алжир: Ағас ултыртыу көнө.
- Греция: Милли флаг көнө.
- Индонезия: Электр көнө.
- Мальдив Республикаһы: Исламды ҡабул итеү көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡағыҙ ҡулланмау көнө.
- Төркмәнстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Сент-Винсент һәм Гренадиндар: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Абхазия: Абхаз теле көнө.
- АҠШ: Хәрби-диңгеҙ флоты көнө.
- Бөйөк Британия: Остазлыҡ көнө
- 1918: хәҙерге Иркутск дәүләт университеты эшләй башлай.
- 1982: Ҡытайҙа халыҡ һаны бер миллиардтан аша.
тулы исемлек
- 1984: Байкал—Амур магистрале файҙаланыуға тапшырыла.
- 2007: Санкт-Петербургта Рус Википедияһының беренсе Вики-конференцияһы башлана.
- 2008: Швейцарияла беренсе метро линияһы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Демидова Наталья Фёдоровна (1920—20.02.2015), ғалим-тарихсы. 1946—1964 һәм 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивы, 1964 йылдан Дәүләт тарих музейы, 1967 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Алыҫ Көнсығыш институты, 1976—1992 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институты хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1990). «Өфө буйынса ер бүлеп биреү кенәгәһе (1591/92—1629 йй.», 1971; «Башҡортостан тарихы буйынса материалдар» (3–6-сы томдар, 1949—2002) йыйынтыҡтарын баҫмаға әҙерләүсе.
- Минин Геннадий Дмитриевич (1940—30.09.2019), ғалим-санитар табип. 1964 йылдан хәҙерге «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» Федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан бүлек мөдире, 1983—2015 йылдарҙа баш табип; бер үк ваҡытта 1983—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт санитар табибы; 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2008 йылға тиклем Дипломдан һуң белем биреү институтының гигиена, эпидемиология һәм санитар эпидемиология хеҙмәтен ойоштороу кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй Дәүләт санитария эпидемиология хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәйфуллин Эдуард Зөфәр улы (1945), музыкант, фаготсы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1972—1984 һәм 2003—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестр артисы, 1986—1987 йылдарҙа Өфөләге Урта махсус музыка колледжы директоры, 2012 йылдан — уҡытыусыһы, 1984 йылдан, 1987 йылда һәм 2011 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1994 йылдарҙа вокаль-инструменталь башҡарыу факультеты деканы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Останина Вера Григорьевна (1945), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977 йылдан Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай 1-се урта мәктәбенең химия һәм биология уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Әхмәтова Руза Әнғәм ҡыҙы (1945), ғалим-педиатр. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылынан.
- Беспалов Юрий Владимирович (1950), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1991—2009 йылдарҙа Яңауыл урман хужалығы директоры. 2006—2016 йылдарҙа Яңауыл район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2001). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайынан.
- Вәкил Йәләлетдинов (1955), йырсы (баритон). 1984 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада, 1986—2009 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторий солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға Республика йәш йырсылар бәйгеһе лауреаты (1979).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рященко Людмила Александровна (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1979—2013 йылдарҙа хәҙерге Салауат индустриаль колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтехимигы (2004). Сығышы менән Артём ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡасимов Үзбәк Шакир улы (1927—1994), комсомол, партия һәм совет органдары, нефть сығарыу тармағы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан КПСС-тың Бәләбәй ҡала комитеты инструкторы, 1963 йылдың мартынан Бәләбәй ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1965 йылдан — рәйесе. 1973—1988 йылдарҙа Бәләбәй быраулау эштәре идаралығының бүлек начальнигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Берек-Алға ауылынан.
- Чапало Владимир Петрович (1947—27.09.2017), спортсы, тренер. 1970—1978 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы, 1979 йылдан йыйылма команда тренеры; 1985—1991 йылдарҙа боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса Башҡорт АССР-ы йыйылма командаһының, 2001 йылдан Өфөләге Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубының өлкән тренеры, 2003 йылдан Стәрлетамаҡтың «Каустик» мотоклубы директоры. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2007). Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса СССР чемпионы (1973). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәлләмов Рушан Рәхимйән улы (1962), ғалим-социолог. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2008 йылдарҙа философия һәм социология кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (1997). Профессор (2000).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туснолобов Степан Сергеевич (1918—24.12.1986), нефтсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар дивизияһының орудие командиры. 1948 йылдан «Туймазабурнефть» тресының быраулаусы ярҙамсыһы һәм быраулаусыһы; 1970—1974 йылдарҙа Дүртөйлө быраулау идаралығы быраулаусыһы. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән Вятка губернаһының Белогорье ауылынан.
- Илларионов Михаил Иванович (1928—29.10.1999), инженер, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Салауат ТЭЦ-ы директоры, 1978—1998 йылдан Яңы Салауат ТЭЦ-ының директор урынбаҫары. 8-се (1967—1969), 12-се һәм 13-сө (1975—1979) саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Борский ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡаһриманов Маркс Муса улы (1948), водитель. Чернобыль атом электр станцияһындағы авария һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы (1987). «Кумертаумежрайгаз» тресының элекке водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Североуральск ҡалаһынан.
- Кәримов Радик Ринат улы (1963—23.02.1984), мотлаҡ саҡырыу буйынса хеҙмәткә алынып, Афған һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1984, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауылынан.
- Айгиз Баймөхәмәтов (1988), журналист, яҙыусы. 2022 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш (2023—2028) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нифантов Иван Перфирьевич (1904—25.03.1991), нефть сығарыу тармағы эшмәкәре. 1939—1940 һәм 1943—1948 йылдарҙа «Туймазанефть» тресы идарасыһы, 1953—1963 йылдарҙа — нефть промыслаһы мөдире. Башҡорт АССР‑ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1969). Ике Ленин (1942, 1948) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Добрянка районы Түбәнге Тюлка ауылынан.
- Маҡулов Айрат Һәүбән улы (1934—28.07.2017), ғалим-иҡтисадсы. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1991—2002 йылдарҙа — эшҡыуарлыҡ иҡтисады кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1990), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
тулы исемлек
- Ибраһимов Әсхәт Әхәт улы (1949), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1996—2019 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Авангард» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Яңы Шишмә районы Саллы Башы ауылынан.
- Хәсәнов Миҙхәт Рәүил улы (1949), төҙөлөш тармағы ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. Төмән өлкәһенең В. И. Муравленко исемендәге йәмәғәт фонды вице-президенты. Рәсәй Федерацияһының һәм Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан.
- Рамазанов Рамазан Омар улы (1959), юрист, хужалыҡ эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 2013 йылдан Өфөләге «Метойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең үҫеш буйынса директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Курах районы Квардал ауылынан.
- Халиҡов Рөстәм Миңлегәрәй улы (1969), хужалыҡ эшмәкәре. 2005 йылдан «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы — Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Рассвет ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1728: Джеймс Кук, Англияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе.
- 1782: Никколо Паганини, Италия композиторы һәм скрипкасыһы.
тулы исемлек
- 1855: Иван Мичурин, Рәсәй Империяһы һәм СССР биологы.
- 1858: Теодор Рузвельт, АҠШ-тың 26-сы президенты.
- 1899: Михаил Жаров, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1949).
- 1900: Лидия Русланова, СССР-ҙың эстрада йырсыһы (контральто), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1942).
- 1944: Николай Караченцов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1978: Ванесса Мэй, Сингапур скрипкасыһы, йырсы һәм композитор, тау саңғысыһы.
- 1983: Артур Смольяни́нов, Рәсәй театр һәм кино актёры («Штрафбат», «9 рота» «Самара» һ.б.)
тулы исемлек
- 1943: Дәүләтов Ғәбдрәүеф Ғәни улы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир-кавалерист. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- 1949: Борис Добронравов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- 2013: Ризван Хажиев, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).