6 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
6 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
6 июнь Викимилектә |
6 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 157-се (кәбисә йылында 158-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 208 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- : Рус теле көнө.
- Ер: Ҡоротҡос бөжәктәр менән көрөш көнө.
- Электр үтегенең тыуған көнө.
- Тетрис уйыны көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Пушкин көнө.
- Рус теле көнө.
- Швеция: Илдең милли көнө.
- Аргентина: Инженерҙар көнө.
- Венгрия: Уҡытыусылар көнө.
- Ҡаҙағстан: Финанс полицияһы көнө.
- Украина: Журналистар көнө.
- 1882: Электр үтегенә патент алына.
- 1905: Өфө ҡалаһында хәҙерге «Иммунопрепарат» предприятиеһы эш башлай.
- 1921: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты башҡорт телен рус теле менән бер тиң дәрәжәлә дәүләт теле итеп иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1922: СССР-ҙа Әҙәбиәт һәм нәшриәт эштәре буйынса баш идаралыҡ (рус. Главлит) ойошторола.
- 1937: Донъялағы беренсе күсеп йөрөүсе поляр ғилми-тикшеренеү станцияһы «Северный полюс-1» эш башлай.
- 1957: Мәскәүҙә «Балалар донъяһы» магазины асыла.
- 1985: СССР-ҙа «Союз Т-13» йыһан карабы осорола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монасипов Рөстәм Әнүәр улы (1960), ғалим-электрон техникаһы инженеры. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2014 йылдан мехатрон станок системалары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2004), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Безак Александр Павлович (1801—30.12.1869), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1860—1864 йылдарҙа Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы һәм Ырымбур айырым корпусы командиры. «Башҡорттар тураһында положение» проектын төҙөү етәксеһе. 1864 йылда Ырымбур губернаһын Ырымбур һәм Өфө губерналарына бүлеү проектын тәҡдим итеүсе. Изге Андрей Первозванный (1866), 4-се дәрәжә Изге Георгий (1842), 2-се (1850), 3-сө (?) һәм 4-се дәрәжә бантлы (1828) Изге Владимир, бриллиантлы Изге Александр Невский (1855), Аҡ Бөркөт (1852), 1-се (1845), 2-се, 3-сө һәм 4-се дәрәжә Изге Анна ордендары кавалеры. Ырымбур ҡалаһының почётлы гражданы (1864).
- Якимов Владимир Николаевич (1911—28.01.1989), партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан ВКП (б)-ның, 1952 йылдан КПСС-тың Ишембай, 1954—1959 йылдарҙа — КПСС-тың Салауат ҡала комитеттарының беренсе секретары, артабан Башҡорт АССР-ының Халыҡ контроле комитеты рәйесе, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 2-се, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, биш Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Әбләзова Зәлифә Мәүлит ҡыҙы (1921—16.10.2016), педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1983 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 8-се «Теремок» балалар баҡсаһы мөдире. Бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Камкино ауылынан.
- Фадеев Сергей Анатольевич (1926—24.10.1988), график. Ваҡыт талабына яуап биргән тәьҫирле, сәйәси характерҙағы эштәр һәм плакаттар авторы. 1971 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар, 1961 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. 1956 йылдан Өфөлә йәшәй. Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Эртиль районы Ростоши ауылынан.
- Ғәниев Зәит Ғаяз улы (1951), медицина өлкәһе ветераны. Табип-оториноларинголог, психиатр. Миәкә үҙәк район дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Ишле ауылынан.
- Звягинцева Ольга Анатольевна (1956), хеҙмәт ветераны. Күмертау ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһының өҫтәлмә белем биреү педагогы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1990).
- Катькало Олег Александрович (1961), спортсы, тренер. 1990 йылдан хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы Урал оптика-механика заводының «Луч» спорт-һауыҡтырыу комплексының баш инженеры. Саңғыла уҙышыу буйынса СССР спорт мастеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Руденко Олег Александрович (1966), спортсы, тренер. 2003—2005 йылдарҙа Олимпия резервының Өфөләге 15-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1998), Санкт-Петербург кубогына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Меңлекәйев Мәғҙән Йәнәфәй улы (1932—2015), ғалим-үҫемлектәр белгесе. 1980 йылдар башынан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире; 1986 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Һынны ауылынан.
- Ярбулов Зиннур Сәмиғулла улы (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1987 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы хәҙерге 110-сы һөнәри училищеның директор урынбаҫары, 1990—2008 йылдарҙа — уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матвеев Тимофей Матвеевич (1908—8.12.1975), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1937 йылдан Хәйбулла МТС-ының оҫтахана мөдире, өлкән һәм баш механигы, 1955 йылдан — баш инженер, 1960—1968 йылда ремонт оҫтаханаһы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Савельевка ауылынан.
- Пурис Евгений Григорьевич (1928—27.09.1988), инженер-электромеханик, йәмәғәтсе. 1960 йылдан Салауат машиналар эшләү заводы директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары; 1974 йылдан «Салауатнефтемаш» заводының генераль директоры; 1986—1988 йылдарҙа ремонт-механика заводы директоры. 1975—1987 йылдарҙа ҡала советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1969), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1998). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Софиполь ауылынан.
тулы исемлек
- Сырлыбаев Рим Әшрәф улы (1938), мәғариф, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1962 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры, 1973 йылдан КПСС-тың Баймаҡ район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1980 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1982 йылдан — рәйесе; 1988—1991 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. 1996 йылдан район хакимиәте башлығының беренсе урыынбаҫары, 2001—2006 йылдарҙа хакимиәттең бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының ун беренсе һәм ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1997), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981, 1988). Башҡортостандың, РСФСР һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2011).
- Арыҫланова Минзилә Фәсхи ҡыҙы (1948), педагог. 1971 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1978 йылдан 1-се Этҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1993 йылдан ошондағы Республика компьютер интернат-лицейы директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2003—2011 йылдарҙа — уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001) һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Рәсәйҙең почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Сәғит ауылынан.
- Әхмәтова Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы (1948—2020), фельдшер. 1966 йылдан Баймаҡ районы Ҡарамалы фельдшер пункты фельдшеры, 2002—2008 йылдарҙа — пункт мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1998), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1979). Сығышы менән ошо райондың 2-се Этҡол ауылынан.
- Сурин Артур Шәйхетдин улы (1958—1.04.2012), педагог. 1981 йылдан Өфөләге 2—се педагогия колледжы тәрбиәсеһе, уҡытыусыһы, 1990 йылдан — директор урынбаҫары, 2001 йылдан — директоры; 2005—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997) һәм мәғариф отличнигы (1993), Рәсәйҙең почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан. Константин Ушинский һәм Михаил Шолохов исемендәге миҙалдар эйәһе.
- Хаҡов Азат Әхмәтзыя улы (1963), зоотехник. 1989 йылдан Дүртөйлө районының Карл Маркс исемендәге колхоз зоотехнигы, 2000 йылдан Йәнекәев исемендәге итеп үҙгәртелгән ошо уҡ хужалыҡтың баш зоотехнигы, 2007 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Итеево ауылынан.
- Айгөл Һағынбаева (1983), йырсы, 2011 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2019) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, республика, төбәк- һәм халыҡ-ара конкурс һәм фестивалдәр еңеүсеһе, лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Илсеғол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәйнәшева Зарима Ғафар ҡыҙы (1954), ғалим-иҡтисадсы, 1979 йылдан Мәскәү технология институтының Өфө филиалы, артабан Өфө технология сервис институты һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, 1994—2014 йылдарҙа факультет деканы. Иҡтисад фәндәре докторы (2005), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Бейбаҡты ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1599: Диего Веласкес, Испания рәссамы.
- 1735: Антон Швейцер, Германия дирижёры, композитор.
- 1850: Фердинанд Браун, Германия физигы, кинескопты уйлап сығарыусы, Нобель премияһы лауреаты (1909).
- 1799: Александр Сергеевич Пушкин, Рәсәй империяһы шағиры, яҙыусы, драматург, рус рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы.
- 1875: Томас Манн, Германия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1890: Александр Аросев, революционер, СССР-ҙың партия эшмәкәре, чекист, дипломат һәм яҙыусы, актриса Ольга Аросеваның атаһы.
- 1895: Николай Щорс, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында һәләк булған ҡыҙыл командир.
- 1895: Александр Бродский, СССР ғалимы, физик-химик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969).
- 1900: Манфред Сакель, Польша неврологы, психиатр.
- 1903: Арам Ильич Хачатурян, композитор. СССР-ҙың халыҡ артисы (1954), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- 1915: Винсент Персикетти, АҠШ композиторы, пианист һәм педагог.
- 1950: Шанталь Акерман, Бельгия кинорежиссёры, сценарист һәм актриса.
- 1950: Алексей Дударев, СССР һәм Белоруссия драматургы, сценарист.
- 1960: Стив Вай, АҠШ музыканты, рок-гитарист һәм композитор.
- 1962: Орлов Андрей Борисович, хәрби осоусы, Рәсәй Федерацияһы Геройы.
- 1970: Джеймс Шаффер, АҠШ-тың рок-музыканты, «Korn» төркөмө гитарисы.