21 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(21 октября битенән йүнәлтелде)
21 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
21 октябрь Викимилектә |
21 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 294-се көнө (кәбисә йылында 295-се). Йыл аҙағына тиклем 71 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Организмға йод етмәүҙе иҫкәртеү көнө.
- Аҡыл көнө.
- Цемент көнө.
- Лабиринт көнө.
- Бөйөк Британия: Алма көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Дағстан Республикаһы мәҙәниәте һәм телдәре көнө.
- Судан: Революция көнө.
- Таиланд: Ағастарға һөйөү көнө.
- Теш гигиенаһы көнө.
- Үзбәкстан: Дәүләт теле көнө.
- 1520: Фернан Магеллан Атлантик һәм Тымыҡ океан араһындағы боғаҙҙы аса (Магеллан боғаҙы).
- 1721: Батша Рәсәйе рәсми нигеҙҙә империя итеп иғлан ителә.
- 1879: Томас Эдисон үҙенең беренсе электр лампаһына һынау үткәрә.
- 1899: Владивостокта Көнсығыш институты асыла (хәҙер Алыҫ Көнсығыш дәүләт университеты).
- 1915: АҠШ һәм Париж араһында беренсе трансатлантик радиотелефон бәйләнеше урынлаштырыла.
- 1917: Петроград гарнизоны хәрби-революцион комитет яғына сыға.
- 1923: Мюнхенда донъялағы беренсе планетарий асыла.
- 1936: Ленинградта троллейбус йөрөй башлай.
- 1948: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы атом ҡоралын юҡ итеү буйынса СССР-ҙың тәҡдимен кире ҡаға.
- 1966: Ҡыҫҡа авиалиниялар өсөн тәғәйенләнгән «ЯК-40» реактив самолеты тәүге осош яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбулатов Ғәлимнур Хөснийәр улы (1925—16.12.1996), диктор, театр актёры. 1947—1993 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1957—1997 йылдарҙа Борай, Баймаҡ колхоз-совхоз театрҙары һәм хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Янағош ауылынан.
- Яруллин Айҙар Флүр улы (1960), тренер. 2011 йылдан «Уфимец» олимпия резервы спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 464-се Уҡыу күнекмәләр үҙәге (1986—2011), Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы (1993—1998), Рәсәй ир-егеттәр йыйылма командаһы (1999 йылдан) тренеры. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003), СССР-ҙың спорт мастеры (1983) һәм 1-се халыҡ ара категориялы судья (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). Почёт ордены кавалеры (2007). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Губаха ҡалаһынан.
- Ефимов Александр Анатольевич (1960), тренер, йәмәғәтсе. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының Спорт буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы «Физкультура һәм сәләмәтлек» кесе предприятиеһы директоры, 1995 йылдан — «Ирбис» спорт клубы президенты, 2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы начальнигы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының Пауэрлифтинг федерацияһы президенты. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000), халыҡ-ара категориялы судья (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004).
- Сафиуллин Руслан Ильяс улы (1970), ғалим-уролог. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор (2010). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылынан.
- Буренин Алексей Александрович (1985), спортсы, йәмәғәтсе. Парашют спорты буйынса 2002 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Парашют спорты федерацияһы рәйесе урынбаҫары. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2005), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2008). Парашют спорты буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы. «Рәсәй өмөтө» премияһы лауреаты.
- Меркулов Артём Александрович (1990), спортсы, дзюдоист. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр араһында дзюдо буйынса төрлө кимәл чемпионаттары еңеүсеһе һәм призёры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Турганов Борис Александрович (1901—7.05.1980), рус СССР шағиры, тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй. Башҡорт шағирҙары әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеүсе. Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Яковлев Борис Григорьевич (1931—17.03.2011), СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, әҙәби тәнҡитсе, журналист, яҙыусы һәм публицист. Филология фәндәре кандидаты, профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районының Урғыш ауылынан.
- Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы (1941—22.2.2011), ғалим-химик-технолог. 1966 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1991—1995 йылдарҙа технология факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Бикес ауылынан.
- Әлимов Викторий (Виктор) Ришат улы (1946—19.07.2012), фоторәссам. 1992 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Фоторәссамдар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Ҡариҙел ауылынан.
- Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы (1951), сәнәғәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-металлург, йәмәғәтсе. 1998—2010 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты (2009). Рәсәйҙең (2007) һәм Башҡортостандың (1999) атҡаҙанған металлургы. Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2003). Халыҡтар дуҫлығы (2002) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры.
- Шәйәхмәтов Илдар Тимерғасим улы (1951), ауыл хужалығы, партия һәм дәүләт органдары ветераны, агроном, ғалим-иҡтисадсы. 1985 йылдан КПСС-тың Илеш район комитеты секретары, 1987 йылдан — беренсе секретары; 1991—1995 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Секретариаты етәксеһе; 1998 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры; 2008—2016 йылдарҙа «Башҡорт» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).
- Раҡаева Әминә Сәмиғулла ҡыҙы (1961), педагогик хеҙмәт һәм матбуғат ветераны. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы баш мөхәрриренең элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылынан.
- Ишкилдин Әмир Фәтҡулла улы (21 октябрь 1941 йыл — 22 февраль 2011 йыл — химик-технолог, техник фәндәр докторы (1998), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2001)
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы (1912—18.06.1984), беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы һәм 1939—1970 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) уның художество етәксеһе. 1972—1982 йылдарҙа Әбйәлил районы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының художество етәксеһе. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967).
- Старцев Александр Петрович (1922—9.04.2008), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист-тоҫҡаусы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрө районының Старцин ауылынан.
- Педчик Александр Юрьевич (1947), инженер-төҙөүсе. «30-сы төҙөлөш идаралығы» федераль дәүләт унитар предприятиеһының баш инженеры. Халыҡ-ара экология һәм кеше эшмәкәрлеге именлеге академияһының ағза-корреспонденты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Бикмәтова Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы (Рәшиҙә Бик; 1952), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад итеүсе балалар яҙыусыһы, шағир. «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» Милли әҙәби (2013) һәм төрлө кимәлдәге башҡа, шул иҫәптән халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты.
- Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙы (1962), ғалим-сәйәсмән, комсомол, мәғариф һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары, 2010 йылдан — йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының беренсе урынбаҫары, 2011 йылдан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, 2014 йылдан — мәғариф министры урынбаҫары; 2016—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының фәнни инновацион эштәр буйынса проректоры. Рәсәй Федерацияһының 4-се саҡырылыш (2003—2007) Дәүләт думаһы депутаты. Сәйәси фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012) һәм Рәсәйҙең 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зеленин Дмитрий Константинович (1878—31.08.1954), Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың фольклорсы-ғалимы, диалектолог, этнограф. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1925), Болгария Фәндәр Академияһы академигы (1946), рус теле һәм әҙәбиәте докторы (1917), этнография докторы (1935). Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1904). Башҡорттар этнографияһын һәм фольклорын өйрәнеүсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945). Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһы Завьялов районының Люк ауылынан.
- Мусин Хәниф Муса улы (1893—21.10.1993), мәҙәниәт хеҙмәткәре, театр актёры. 1933 йылдан Дүртөйлө район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе, 1943 йылдан Дүртөйлө колхоз-совхоз театры, 1949 йылдан Борай халыҡ театры актёры; 1951—1959 йылдарҙа республика Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1949). Сығышы менән ошо райондың Әкәнәй ауылынан.
тулы исемлек
- Мусин Мөнир Муса улы (1938—31.05.2013), агроном, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1966 йылдан Дүртөйлө районы «Рассвет» колхозының баш агрономы, 1969 йылдан Таймырҙа ауыл советы рәйесе, «Маяҡ» колхозы парторгы, 1988—2008 йылдарҙа «Игенсе» колхозы парторгы, Түбәнге Аташ ауыл советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1983). Сығышы менән Түбәнге Аташ ауылынан.
- Ганабина Любовь Васильевна (1953), юрист, адвокат. Башҡортостан адвокаттар коллегияһының Күмертау филиалы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2014).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позднов Виктор Андреевич (1929—11.10.2010), рәссам, йәмәғәтсе. 1952—1992 йылдарҙа Башҡортостан ижади‑производство комбинаты рәссамы, бер үк ваҡытта 1981—2010 йылдарҙа Өфөләге «Таң» Республика үҙешмәкәр рәссамдар клубы етәксеһе. 1960 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған рәссамы (1973). «Тыуған ил буйлап» Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙмәһе дипломанты (Мәскәү, 1981).
- Боғҙанова Ғәлиә Нәғим ҡыҙы (1944), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылынан.
- Бибисара Азаматова (1949), хеҙмәт ветераны, инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, үҙешмәкәр йырсы. 1980–1998 йылдарҙа Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводы директоры. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ индустирияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылынан.
- Трошина Наталия Борисовна (1949), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 1980—2013 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының ғилми хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1833: Альфред Бернхард Нобель, Швеция химигы, Нобель премияһын булдырыусы.
- 1896: Евгений Шварц, СССР драматургы, прозаик һәм сценарист.
- 1899: Григорий Роша́ль, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, сценарист һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1967).
- 1903: Михаил Куприя́нов, СССР рәссамы, «Кукрыниксылар» ижади төркөмө ағзаһы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1958), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- 1923: Михаил Бушно́в, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1928: Раднэ́р Моратов, СССР-ҙың кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986). (Василий Алибабаевич — «Джентльмены удачи»).
- 1930: Иван Сила́ев, СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1990—1991 йылдарҙа РСФСР Министрҙар Советы рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- 1942: Елена Сана́ева, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1990).
- 1945: Никита Михалков, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр, сценарист һәм продюсер. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1949: Биньямин Нетаньяху, Израиль премьер-министры.
- 1950: Геннадий Онищенко, сәйәсмән, академик, медицина фәндәре докторы.
- 1805: Горацио Нельсон, Англия адмиралы.
- 1976: Садиҡ Сайранов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 1978: Анаста́с Микоя́н, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1943).
- 1979: Жозеф Котин, СССР-ҙың танк һәм тракторҙар конструкторы, генерал-полковник, техник фәндәр докторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1941).
- 2007: Нәзиф Бәхтизин, Башҡортостандың ауыл хужалығы ғалимы, профессор, юғары мәктәп эшмәкәре. 1964—1973 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты ректоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).