23 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
23 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 декабрь Викимилектә |
23 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 357-се көнө (кәбисә йылында 358-се). Йыл тамамланыуға 8 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Сноубординг көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-космос көстәренең Алыҫ араға осоусы авиацияһы көнө.
- Украина: Штаб хеҙмәткәрҙәре һәм махсус элемтә ғәскәрҙәре көнө.
- Һиндостан: Фермерҙар көнө.
- 1876: Ғосман империяһының беренсе конституцияһы ҡабул ителә.
- 1900: Канада уйлап табыусыһы Реджинальд Фессенден донъяла беренсе тапҡыр тауышлы радиотапшырыу сеансы үткәрә.
- 1904: Вильнюста литва телендәге беренсе легаль гәзит «Вильняус жиниос» («Вильнюс хәбәрҙәре») сыға башлай.
- 1947: Беренсе транзистор эшләтеп күрһәтелә.
- 1982: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
- 1994: Молдова Республикаһы составындағы Гагауз автономиялы территораль берәмеге хаҡында рәсми указ баҫыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Конарев Василий Григорьевич (1915—27.12.2006), ғалим-генетик, биохимик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан Биология институтының биохимия лабораторияһы мөдире, институт директоры, 1962 йылдан — Биохимия һәм цитохимия бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университетының биохимия кафедраһы мөдире. 1966 йылдан Н. И. Вавилов исемендәге Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы (ВАСХНИЛ) академигы (1978), биология фәндәре докторы (1955), профессор (1956). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Чухарев Александр Иванович (1915—2.03.2007), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник (1961). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан осоусы, штурм авиация полкының эскадрилья командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Әхтәмова Ләйлә Абдрахман ҡыҙы (1915—14.03.1986), театр актёры. 1957 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1935—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969). Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Тимербаев Роберт Ғәфүр улы (1960), композитор, баянсы. 1999—2015 йылдарҙа «Фәриҙә менән Роберт Тимербаевтар» ижади төркөмөнең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Алтын Урал» халыҡ ижади премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
- Анапин Игорь Борисович (1960), Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Зинковский Евгений Валерьевич (1960), спортсы, тренер. 1982—1986 йылдарҙа хәҙерге бишбәйге буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы, 2006 йылдан Олимпия резервының махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр республика спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Казаков Владимир Иванович (1975—18.04.1995), саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткәр, сержант, танк командиры. Батырлыҡ ордены кавалеры (үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Богородский ауылынан.
- Шәрифйәнов Вадим Рим улы (1975), хоккейсы. «Салауат Юлаев» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Үҫмерҙәр араһында БДБ чемпионы (1992). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Устюгов Николай Владимирович (1896—24.09.1963), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Урал-Волга буйы төбәге халыҡтары тарихын, 17—18 быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын өйрәнеүсе. Тарих фәндәре докторы (1957), профессор (1959). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры.
- Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙһәм улы (1901—10.07.1938), театр эшмәкәре, актёр. 1926—1937 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры һәм режиссёры. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Каганов Зосим Григорьевич (1911—23.11.1998), ғалим-инженер-электрик. 1971—1988 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971 йылдан теоретик һәм дөйөм электротехника кафедраһы, 1979 йылдан — электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1963), профессор (1969).
- Баһаманов Камил Шакир улы (1916—28.10.1998), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан СССР Дәүләт резервтары министрлығының Башҡортостан территориаль идаралығының, 1949 йылдан — СССР Дәүләт контроле министрлығының Башҡорт АССР-ы буйынса баш контролёры төркөмөнөң яуаплы хеҙмәткәре; 1958—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1963). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.
- Вәхитов Сәғмән Фәйзрахман улы (1921), педагогик хеҙмәт ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия техник-лейтенанты. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ҡоҙаш ауылынан.
- Гузаев Владимир Дмитриевич (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-акушер-гинеколог, психиатр. 1978 йылдан Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары; 1985 йылдан — психоневрология диспансерының баш табибы; 1986 йылдан — ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, 1987 йылдан Бәләбәй ҡала дауаханаһының баш табибы; 1994—2003 йылдарҙа Бәләбәйҙәге район-ара психоневронаркология диспансерының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1990), һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Львов өлкәһе Николаев ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдулла Амантай (1907—10.07.1938), шағир, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы һәм йәмәғәтсе. 1933—1937 йылдарҙа Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. СССР яҙыусыларының 1-се съезы делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Шелепова Нина Александровна (1922—2007), ауыл хужалығы хеҙмәткәре хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Благовещен районы Димитров исемендәге колхоздың элекке баш агрономы. Башҡорт АССР-ының дүртенсе саҡырылыш (1955—1959) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған агрономы. Ленин һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Неверов Анатолий Александрович (1937), инженер-төҙөүсе. 1966 йылдан Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресының 8-се төҙөлөш идаралығы мастеры, прорабы, участка начальнигы, баш инженеры, директоры; 1983—2005 йылдарҙа — трест начальнигы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1993). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1970). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Яңы Александровка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәйнан Мөхәмәт Сафа (1898—9.01.1984), дин әһеле. 1967—1984 йылдарҙа Токио йәмиғ мәсетенең имам-хатибы. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһе Әшит ҡала округының Ләмте ауылынан. Милләте башҡорт.
- Миролюбов Серафим Николаевич (1913—10.01.1998), нефтсе-инженер. 1941 йылдан Туймазы эҙләнеү-геология контораһы инженеры, партия начальнигы, баш инженеры һәм идарасыһы; 1953—1976 йылдарҙа «Башнефтегеофизика» тресы идарасыһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1975), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1976). Октябрь Революцияһы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһе Старица районының Берново ауылынан.
тулы исемлек
- Бугаев Николай Михайлович (1923—19.07.2008), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1954—1983 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы механизаторы. 2-се һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пенза өлкәһенең Озерки ауылынан.
- Бенин Лев Аронович (1928—30.12.2012), актёр. 1953—1996 йылдарҙа Өфөләге Рус дәүләт академия драма театры актёры. 1951 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1981). Бөтә Рәсәй театр фестивале лауреаты (Өфө, 1957). Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
- Байсурин Азат Әхмәт улы (1933), педагог, журналист. 1956 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры. 1969—1997 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1993). Сығышы менән Хәйбулла районының Бикбау ауылынан.
- Дәүләтов Салауат Абрар улы (1933—13.12.2006), механизатор. 1953 йылдан Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоз тракторсыһы, 1985 йылдан — слесарь, 1987—1993 йылдарҙа үҙәк нефтебаза мөдире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1981). Сығышы менән ошо райондың Хәлил ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Куликов Павел Александрович (1904—1970), шағир, журналист. 1930—1943 йылдарҙа «Советская Башкирия» (хәҙер «Республика Башкортостан») гәзите хеҙмәткәре. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы (2014—7.07.2010), Бөрйән районының мәғариф ветераны. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944).
- Богин Георгий Исаевич (1929—10.10.2001), СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-педагогы, филолог. 1958—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты инглиз теле кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1966), филология фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999).
- Хәйруллин Йәүис Йәмиғнур улы (1939), сауҙа тармағы ветераны. 1980—2000 йылдарҙа Кушнаренко районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең әҙерләүҙәр контораһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.
- Камалов Тальвик Богдан улы (1949), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1971—1997 йылдарҙа Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡтағы 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең физик культура уҡытыусыһы, артабан район хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1983). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1970). Сығышы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1777: Александр I, Рәсәй императоры.
- 1799: Карл Павлович Брюллов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1804: Шарль Огюстен де Сент-Бёв, Францияның әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе.
- 1805: Джозеф Смит, Американың дин эшмәкәре.
- 1858: Владимир Иванович Немирович-Данченко, драматург һәм режиссёр, СССР-ҙың тәүге халыҡ артистарының береһе (1936).
- 1874: Екатерина Корчагина-Александровская, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1936).
- 1919: Харис Яҡупов, рәссам, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980), Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1958).
- 1929: Чет Бейкер, Америка джаз музыканты.
- 1934: Наталья Фатеева, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1939: Вячеслав Куприянов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, тәржемәсе.
- 1907: Пьер Жюль Сезар Жансен, Франция астрономы.
- 1953: Лаврентий Берия, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1972: Андрей Николаевич Туполев, СССР авиаконструкторы.