12 март
Уҡыу көйләүҙәре
12 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 март Викимилектә |
12 март — григориан стиле буйынса йылдың 71-се (кәбисә йылында 72-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 294 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Планетарийҙар көнө (марттың икенсе йәкшәмбеһе.
- Ер: Бөтә донъя ананас көнө.
- Интернетта һүҙ азатлығы көнө.
- Мәктәптә туҡланыу көнө.
- АҠШ: Эшләүсе әсәйҙәр көнө.
- Сәскә ултыртыу көнө.
- Габон: Яңырыу көнө.
- Замбия: Йәштәр көнө.
- Ирландия: Генеология көнө.
- Ҡытай: Ағас ултыртыу көнө.
- Маврикий: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө (марттың икенсе йәкшәмбеһе).
- Юстиция министрлығының хөкөм үтәү системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1708: Рәсәй империяһында геометрия буйынса тәүге дәреслек әҙерләнә.
- 1899: Петербургта Рәсәй империяһында тәүге халыҡ-ара хоккей матчы үтә.
- 1918: Мәскәү Совет дәүләтенең баш ҡалаһы итеп иғлан ителә.
- 1923: Өфөлә «Башҡортостан шағирҙар берләшмәһе» ойошторола, һуңыраҡ ул «Башҡортостан яҙыусылар ассоциацияһы» тип үҙгәртелә.
- 1940: Мәскәүҙә Совет-фин һуғышын рәсми туҡтатҡан СССР һәм Финляндия араһында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла.
- 1951: СССР Юғары Советы «Тыныслыҡты яҡлау тураһында» закон ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тереғолов Хәлил Ниғмәтулла улы (1890—7.12.1937), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһы поручигы, Башҡорт хәрби шураһының бүлек мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сафиев Әмир Рәхмәтулла улы (1940), хужалыҡ эшмәкәре. 1974 йылдан Дүртөйлө районындағы хәҙерге «Ағиҙел-Сервис» етештереү-сауҙа фирмаһы директоры. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, совет сауҙаһы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Әйтәктамаҡ ауылынан.
- Үлмәҫҡолова Гүзәл Кашшаф ҡыҙы (1965—17.04.2022), йырсы. 1995 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008), «Яҙғы моңдар—95» башҡорт йыры конкурсы (1995) һәм вокалсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге асыҡ республика конкурсы (1997) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районыны Иҫке Субыл ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пейко Николай Иванович (1916—1.07.1995), композитор, педагог. 1943—1959 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһы, бер үк ваҡытта 1954—1995 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге Музыка академияһы уҡытыусыһы. Профессор (1958). 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына әҙерләнеү барышында Мәсәлим Вәлиев менән берлектә Өфөлә «Айһылыу» операһын ижад итә. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1964). Ике тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1947, 1951).
- Филиппова Мария Фёдоровна (1936—4.10.2019), хеҙмәт алдынғыһы. Сибай ҡалаһының тәүге кондитеры. Совет сауҙаһы отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1985).
тулы исемлек
- Лещенко Нина Ивановна (1941), хеҙмәт ветераны, ғалим-селекционер. 1965 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1973 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996 йылдан — лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1984). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, СССР-ҙың (1986) һәм Рәсәйҙең (1999) уйлап табыусыһы. СССР Министрҙар Советы премияһы (1982), Сабир Ҡунаҡбаев исемендәге премия (2006) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Община ауылынан.
- Абдрахманова Гөлсөм Мөхәмәт ҡыҙы (1961), мәғариф алдынғыһы. Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2009). Сығышы менән ошо райондың Иҫәнбай ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлимйән Ибраһимов (1887—21.01.1938), яҙыусы, публицист, мәғрифәтсе, йәмәғәтсе. Хәҙерге татар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Хеҙмәт Геройы (1932). Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Солтанморат ауылынан.
- Масьянов Иван Иванович (1907—3.03.1969), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы (1945). Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Нәжип Иҙелбай (1912—1.10.1991), журналист, шағир һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры.
- Краснов Василий Кириллович (1912—1976), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1932—1972 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы комбайнсыһы. Ленин ордены кавалеры (1956). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Сидоровка ауылынан.
- Солтанов Зөфәр Хәбир улы (1927—28.11.2012), режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан Дүртөйлө район мәҙәниәт йортоноң түңәрәк етәксеһе; 1968—1990 йылдарҙа хәҙерге Зөфәр Солтанов исемендәге татар халыҡ театры режиссёры; 1994—2008 йылдарҙа «Әллүки» фольклор ансамбле етәксеһе. РСФСР-ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Маншыр ауылынан.
- Әбсәләмов Кинйәбай Ирғәли улы (1927—2.03.2011), механизатор. 1942—1987 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Мәхмүт ауылынан.
- Ғүмәров Тимерйән Ғәлимйән улы (1932—?), нефтсе. 1953—1987 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресы Бөрө быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, моторисы һәм дизелсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Яныш ауылынан.
- Орехова Тамара Фёдоровна (1932—17.07.2014), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1957 —1987 йылдарҙа Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозы агрономы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы. Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1956) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Курск өлкәһенең Паники ауылынан.
- Әхмәҙуллина Сания Мөхәмәҙиә ҡыҙы (1932—4.12.2003), малсылыҡ алдынғыһы. 1962 йылдан Бөрйән районы Фрунзе исемендәге колхоз һауынсыһы, 1981—1987 йылдарҙа — быҙау ҡараусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1973). Ленин (1966) һәм Октябрь Революцияһы (1971) ордендары кавалеры. Райондың беренсе класлы «Малсылыҡ оҫтаһы» (1979).
- Хмелёв Анатолий Павлович (1937), хеҙмәт ветераны, тау инженеры. 1982 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш инженеры, 1989 йылдан — директоры, 1992—1998 йылдарҙа — генераль директоры. Рәсәй Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (1994), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Халыҡтар Дуҫлығы (1991) һәм «Почёт Билдәһе» (1979) ордендары кавалеры.
- Әбсәләмов Ғаяс Ғүмәр улы (1937), хеҙмәт ветераны. 1968—1997 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһы эшсеһе, слесарь-сигәләүсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Октябрь Революцияһы (1982) ордендары кавалеры.
- Шишков Анатолий Ильич (1947), ауыл хужалығы, партия һәм хужалыҡ органдары ветераны. 1983—1990 йылдарҙа КПСС-тың Архангель район комитетының беренсе секретары, артабан Өфө ҡалаһының «Төҙөкләндереү буйынса заказсы һәм техник күҙәтеү хеҙмәте» муниципаль бюджет учреждениеһының әйҙәүсе инженеры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2017).
- Гайдичар Людмила Павловна (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1978 йылдан Хәйбулла районы Бүребай участка дауаханаһы, 2003—2013 йылдарҙа Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010) һәм Һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). Сығышы менән Бүребай ауылынан.
- Сафиуллин Марс Ғәлим улы (1952—16.09.2019), бейеүсе. 1973 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында бейеү буйынса репетитор, 1995—1998 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1991—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
- Свечников Михаил Петрович (1952), муниципаль хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре. 1998 йылдан Дыуан район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 2020 йылдан «Дувангаз» предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2007). Сығышы менән ошо райондың Мәсәғүт ауылынан.
- Соловьев Владимир Дмитриевич (1952), хеҙмәт ветераны. 1990—2020 йылдарҙа Иглин үлсәгестәр заводы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Райондың почетлы гражданы. Сығышы менән Иглин ауылынан.
- Яманғолова Заһира Дауыт ҡыҙы (1957), хеҙмәт ветераны, малсылыҡ алдынғыһы. 1971—2011 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән ошо райондың Һаҡмар ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анпилогов Поликарп Иванович (1923—7.06.2007), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының разведка отделение командиры, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
- Мәғәфүров Зиннәт Рәжәп улы (1933), малсы. 1958 йылдан Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозының, 1987—1992 йылдарҙа «Амангилде» совхозының мал ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Амангилде ауылынан.
тулы исемлек
- Алышева Мария Васильевна (1938), Мәләүез һөт-консерва комбинатының элекке эшсеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре.
- Карбушев Владимир Федорович (1943), инженер, комсомол, партия, урындағы башҡарма органдар, нефть сәнәғәте һәм энергетика тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1991—2001 йылдарҙа Бәләбәй район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһы директоры. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Мари АССР‑ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1982), Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы (2015).
- Фәттәхова Дилара Ғәзиз ҡыҙы (1943), инженер. 1965—1999 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының эш хаҡы буйынса инженеры, өлкән инженер-иҡтисадсы, план бүлеге начальнигы урынбаҫары, начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1997). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Гурьев өлкәһе Косчагыл ҡасабаһынан.
- Атанова Рәйсә Самат ҡыҙы (1963), педагог. 1987 йылдан Баймаҡ районы Ишбирҙе мәктәбе уҡытыусыһы, 1992 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2004—2013 йылдарҙа — директор. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Исламбай ауылынан.
- Хәбирова Светлана Әсхәт ҡыҙы (1978), спортсы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994), ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Переселенцев Анатолий Андреевич (1889—1956), театр хеҙмәткәре. 1942—1954 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры администраторы, коменданты, баш администраторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Килдейәрова Зәйнәп Бәхти ҡыҙы (1924—2015), бухгалтер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968—1979 йылдарҙа Учалы урман хужалығының бухгалтер-иҫәпсеһе, өлкән бухгалтеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Кәсеүән ауылынан.
тулы исемлек
- Юзыкайн Александр Михайлович (1929—17.12.1996), Марий Эл Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1996), Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Янаҡтай ауылынан.
- Шестакович Владимир Июстинович (1929), йылылыҡ селтәрҙәре хеҙмәткәре. 1964—1998 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының хәҙерге йылылыҡ селтәрҙәре дирекцияһының өлкән слесары, бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Мәләкәс (1972 йылдан Димитровград) ҡалаһынан.
- Етеханов Билал Исмәғил улы (1934—12.02.2011), инженер-механик. 1959—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Авангард» заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы начальнигы, 1984 йылдан — баш инженер. 1986—2004 йылдарҙа «Шихан» комбинатының производство начальнигы. СССР‑ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1985). «Почёт Билдәһе» ордены (1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһе Иҫке Кулатка районы Александровка ауылынан.
- Әҙеһәмов Рәүил Рәшит улы (1934—24.2009), шахтер, рационализатор. 1954 йылдан Хәйбулла районындағы Бүребай руда идаралығы эшсеһе, шул иҫәптән 1979—1984 йылдарҙа нығытыусыһы. Почётлы таусы (1966), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы (1939—21.06.2017), Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының 1959—1999 йылдарҙағы дикторы. РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2014).
- Хәйретдинов Зөфәр Ғәләүетдин улы (1949), спортсы, тренер, йәмәғәтсе. 1975 йылдан «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтенең, 1987 йылдан — профсоюздар спорт йәмғиәтенең спорт мәктәбе директоры, 2003 йылдан Өфөләге 5-се спорт мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире. 1991—2003 йылдарҙа Башҡортостан Саңғы федерацияһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Әминева Әлфиә Әлиф ҡыҙы (1954), табип. 1978 йылдан Шишмә район үҙәк дауаханаһы табибы, 2010 йылдан медицина профилактикаһы бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2021).
- Васильева Нина Петровна (1959), ультратауыш диагностикаһы табибы-ғалим. 1982 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһы табибы, 1990 йылдан — бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004).
- Райман Ишбаев (1959—5.12.2006), йырсы, 1992—1997 һәм 1999—2005 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003), Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1825: граф Алексей Уваров, Рәсәй империяһы археологы, Петербург Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы.
- 1895: Николай Гаген, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, 1941 йылда — тәүге совет гвардия дивизияларының береһенең командиры.
- 1895: Василий Киквидзе, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙыл командир.
- 1910: Алексей Карасёв, мокша яҙыусыһы һәм шағиры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1910: Вахтанг Чабукиани, балет артисы, хореограф, балетмейстер, СССР-ҙың халыҡ артисы (1950).
- 1935: Валентин Черных, СССР һәм Рәсәй киносценарисы, драматург, кинорежиссёр һәм продюсер.
- 1935: Татьяна Лютаева, СССР һәм Рәсәйҙең театр, кино һәм телевидение актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2014).
- 1935: Григорий Горин, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, драматург.
- 1801: Павел I, Рәсәйҙең 1796—1801 йылдарҙа хакимлек иткән императоры.
- 2001: Фәрит Богданов, драматург, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).