20 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
(20 июня битенән йүнәлтелде)
20 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
20 июнь Викимилектә |
20 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 171-се (кәбисә йылында 172-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 194 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Ер: Мотоциклистар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-Диңгеҙ флотының мина-торпедо хеҙмәте белгестәре көнө.
- Әзербайжан: Газ хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1793: АҠШ-та мамыҡ таҙартыу машинаһына патент алына.
- 1840: АҠШ уйлап сығарыусыһы Сэмюэл Морзе телеграфҡа патент ала.
тулы исемлек
- 1881: Түбәнге Новгородта Рәсәй империяһындағы тәүге телефон линияһы эшләй башлай.
- 1895: Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәрен тоташтырыусы һәм оҙонлоғо 98 километр, һыу өҫтөндәге киңлеге 102 метр, тәрәнлеге 11,3 метр булған Киль каналы асыла.
- 1933: СССР-ҙың Генераль прокуратураһы ойошторола.
- 1937: Советтарҙың X Бөтә Башҡортостан съезы Башҡорт АССР-ының икенсе Конституцияһын ҡабул итә.
- 2003: Викимедиа фонды ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мироненко Иван Иванович (1915—30.10.1989), архитектор, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1940 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Төҙөлөш һәм архитектура эштәре идаралығы начальнигы; 1966—1968 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1974). Ҡыҙыл Байраҡ (1941) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) ордендары кавалеры. Сығышы менән Рәсәй империяһы Дон ғәскәре өлкәһенең Долотиновка утарынан.
- Солтанов Альберт Хан улы (1950), ғалим-электр элемтәһе инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. 1981 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан телекоммуникация системалары кафедраһы мөдире, 2004 йылдан — Инфокоммуникация технологиялары институты директоры. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылынан.
тулы исемлек
- Бабенко Василий Яковлевич (1960), ғалим-тарихсы, педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1999 йылдан хәҙерге М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү гуманитар университетының Өфө филиалы директоры һәм ректоры. Тарих фәндәре кандидаты (1985), доцент (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (2000), Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2001).
- Саттаров Рәшит Фәнис улы (1960), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1999—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Һалым һәм йыйымдар министрлығының хәҙерге Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе; 2008—2010 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2010—2012 йылдарҙа Өфө районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Степановка ауылынан.
- Сәлимов Мәхмүт Бакир улы (1960), хәрби хеҙмәткәр, яҙыусы, йәмәғәтсе. Отставкалағы подполковник. Осетин-ингуш низағында, чечен һуғышында ҡатнашыусы. Ростов ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виноградов Илья Васильевич (1906—15.02.1978), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант (1968). Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Түбәнге Әүжән ауылынан.
- Суковатов Николай Иванович (1921—24.05.1992), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1943).
тулы исемлек
- Селезнёв Юрий Акимович (1946), баянсы, дирижёр, педагог. 1969 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан оркестр менән дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1993—2012 йылдарҙа Урта махсус музыка колледжы һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 1970—1993 йылдарҙа — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, концертмейстеры. Профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006). «Pianello Val Tidone» халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Пианелло Валь Тидон ҡалаһы, Италия; 2006). Сығышы менән Брянск ҡалаһынан.
- Тамара Ғәниева (1951), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2019). Журналист-публицист, тәржемәсе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Әҙәби премиялар лауреаты.
- Хәнәфина Гөлнур Шәйхетдин ҡыҙы (1961), дәүләт хеҙмәткәре. 2002 йылдан Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең идарасы урынбаҫары. Пенсия фонды отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асҡаров Рәхмәт Ғөбәйт улы (1927—4.02.1999), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1943 йылдан Әбйәлил районы Ҡырҙас фермаһы, шул иҫәптән 1972—1987 йылдарҙа «Ҡырҙас» мал һимертеү совхозы малсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Йәрмөхәмәтов Мөхәмәтша Мөхәмәтдин улы (1927—22.03.2003), хеҙмәт алдынғыһы. 1952 йылдан хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Степан Разин исемендәге колхоз бригадиры; 1958—1985 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозының иҫәпсеһе, келәт мөдире, һөт-тауар фермаһы бригадиры, бригадир ярҙамсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҫәнгилде ауылынан.
тулы исемлек
- Зайдман Александр Яковлевич (1932), инженер-электрик. 1955 йылдан Өфөләге «Кабель» махсус конструкторлыҡ бюроһының, 1988 йылдан — «Солитон» ғилми-тикшеренеү институтының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1996 йылдан — институттың генераль директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, СССР-ҙың почётлы радисы. Сығышы менән Румынияның Хацег ҡалаһынан.
- Заманов Нәжип Сафи улы (1937—22.01.1992), механизатор. 1960—1992 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1972). Сығышы менән шул уҡ райондың Билал ауылынан.
- Әбдрәзәков Эльверт Рөстәмхан улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1970 йылдан Бәләбәй «Автонормаль» заводыныңның яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән генераль директорҙың беренсе урынбаҫары; 2000—2008 йылдарҙа — Бәләбәй спирт-араҡы заводы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Шланлыкүл ауылынан.
- Казаков Юрий Васильевич (1952), педагогик хеҙмәт ветераны. 1993 йылдан Өфө ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Н. И. Кузнецов исемендәге 105-се гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994), Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1996).
- Кәримов Азат Әхмәтхан улы (1952—26.12.2017), табип, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Учалы район үҙәк дауаханаһы табибы, 1979 йылдан — туберкулездан дауалау диспансерының баш табибы, 1985—1994 һәм 1999—2006 йылдарҙа район үҙәк дауаханаһының баш табибы. 1994—1999 йылдарҙа Мотлаҡ медицина страховкаһы республика фондының Учалы филиалы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Халиҡова Антонида Ивановна (1957), кинотехник, йәмәғәтсе. 2006 йылдан Баймаҡ районы «Ирәндек» кинотеатры директоры. 1980—2000 йылдарҙа район кино селтәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе. Рәсәйҙең почётлы кинематографисы (2001). Сығышы менән ошо райондың Хисмәт ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Якутов Иван Степанович (1868—7.11.1907), Рәсәй империяһындағы социал-демократик хәрәкәттә ҡатнашыусы, Өфө тимер юлсыларының марксистик түңәрәге етәксеһе. Ҡалала эшсе депутаттарҙың тәүге Советын ойоштороусы һәм уның рәйесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Асҡын районының Королев ауылынан.
- Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы (1948), шағир, яҙыусы, драматург. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
тулы исемлек
- Ҡаһарманов Әсғәт Кирам улы (1948), спортсы, тренер. 1975 йылдан Силәбе трактор заводы спортклубының саңғы спорты буйынса тренеры, 1981—1987 йылдарҙа «Пермьстрой» төҙөлөш тресының физкультура буйынса уҡытыусы-тренеры. Саңғыла уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1972) һәм чемпионы (1973), РСФСР халыҡтары (1977) һәм СССР профсоюздары (1977) спартакиадалары еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан.
- Насибуллина Минзиә Биктимир ҡыҙы (1948—5.04.2021), бейеүсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).
- Хәбиров Әнғәм Әғләм улы (1948), нефтсе. 1969 йылдан «Өфөнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, скважиналар ремонтлау мастеры, диспетчеры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылынан.
- Кәримов Азат Әхмәтхан улы (1958—26.12.2017), фтизиатр-табип, йәмәғәтсе. 1985—1994 һәм 1999—2006 йылдарҙа Учалы ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы (1939—6.03.2006), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974—2006 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Почёт ордены кавалеры (1998).
- Фәттәхова Фәйхүнә Фәмүтдин ҡыҙы (1944), мәғариф ветераны. Благовар районы Шырлыҡ мәктәбенең элекке директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987).
тулы исемлек
- Ғәлимова Ғәлиә Ғәли ҡыҙы (1949), нәшерсе, 1992–2011 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Булат Рафиҡов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Себенле ауылынан.
- Мөхәмәтйәнов Самат Әбдрәхим улы (1949), ғалим-педагог, философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002).
- Ниғмәтуллин Радик Әсхәт улы (1959—5.10.2012), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Салҡаҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1615: Сальватор Роза, Италия рәссамы, гравёр, шағир һәм музыкант.
- 1915: Теренс Янг, Англия кинорежиссёры, сценарист.
тулы исемлек
- 1940: Владимир Коренев, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998).
- 1943: Александра Навроцки, АҠШ-тың ғалим-геофизигы, геохимик.
- 2003: Домашников Борис Фёдорович, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1977).