13 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(13 февраля битенән йүнәлтелде)
13 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 февраль Викимилектә |
13 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 44-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 321 көн ҡала (кәбисә йылында 322).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бөтә донъя радио көнө.
- Ер: Интернеттағы дуҫтар көнө.
- Әхирәттәр көнө.
- Үҙ-үҙеңде һөйөү көнө.
- Кинокамераның тыуған көнө.
- АҠШ: Хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡи мәғлүмәтлелек көнө.
- Ир-аттар көнө.
- Яҡын дуҫ көнө.
- Мьянма: Балалар көнө.
- Норвегия: Әсә көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: «Рәсәй саңғыһы» ярыштары.
- Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө.
- Һиндостан: Үбешеүҙәр көнө.
Төбәк байрамдары
- Саха Республикаһы: Туған тел һәм яҙма көнө.
- 1241: Монголдарҙың Польшаға баҫып инеүе: Турск янындағы алышта Байдар етәкселегендәге монгол отряды Краков воеводаһы Владимирҙың ополчениеһын ҡыйрата.
- 1503: Барлетталағы рыцарҙар турниры: Шарль де ла Мотте етәкселегендәге ун өс французға ҡаршы Этторе Фьерамоска етәкселегендә ун өс итальян ҡаршы сыға. Аяуһыҙ алышта итальяндар еңеп сыға. Наполи короллеге француздарҙан азат ителә, Неаполдә тәхеткә испан короле Фердинанд Католик ултыра, ә уның үлеменән һуң тәхет Габсбургтарға ҡала. Этторе Фьерамоска хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыла.
- 1511: Тевтон ордены рыцарҙары үҙенең бөйөк магистры итеп Альбрехт Бранденбург-Ансбах фон Гогенцоллернды һайлай. Ул ордендың һуңғы бөйөк магистры һәм Пруссияның беренсе герцогы була.
тулы исемлек
- 1575: Реймс соборында Польша короле һәм Литва бөйөк кенәзе Генрих III Франция тәхетенә ултыртыла.
- 1633: Галилео Галилей Рим ҡалаһына инквизиция судына килә.
- 1706: Бөйөк Новгородта ағалы-энеле Софроний һәм Иоанникий Лихудтар грек-славян мәктәбен аса, ул Славян-грек-латин академияһынан һуң Рәсәйҙә икенсе юғары уҡыу йорто була.
- 1720 — Пётр I бойороғо буйынса Баш магистрат — Рәсәй империяһының бюрократик учреждениеһы асыла.
- 1772 — Франция диңгеҙсеһе Ив Жозеф де Кергелен яңы архипелаг аса.
- 1842 — Николай I Санкт-Петербург — Мәскәү тимер юлын төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
- 1848 — Фёдор Иванович Тютчев сит ил эштәре министрлығының өлкән цензоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала хеҙмәт иткәндә, Коммунистар фирҡәһе манифесын рус телендә таратырға рөхсәт итмәй. Уның әйтеүенсә, «кемгә кәрәк, ул нимессә лә уҡыр».
- 1849 — Дунай кенәзлектәрендә инҡилап: Трансильваниялағы румын православие сиркәүе митрополиты Андрей Шагуна етәкселегендәге делегация император Франц Иосиф Беренсегә Трансильвания, Банат һәм Буковиналағы румын халҡы исеменән петиция тапшыра (тәүге тапҡыр рәсми рәүештә «румын халҡы» атамаһы ҡулланыла).
- 1858 — Африканы өйрәнеүсе инглиз ғалимдары Ричард Бертон һәм Джон Спик Нилдың һыу башын эҙләгәндә Үҙәк Африканың көнсығыш өлөшөндә Танганьика күлен аса.
- 1859 — Мәскәүҙә тәүге ҡыҙҙар гимназияһы асыла.
- 1861 — Генерал Чальдини етәкселегендәге Пьемонт ғәскәре ҡамауҙан һуң Гаэта ҡәлғәһен ала, унда Капуя ҡалаһы бирелгәндән һуң Наполи короле Франциск II йәшенгән була. Ике Сицилия короллеге юҡҡа сыға.
- 1867 — Венаның «Диана» музыка залында Иоганн Штраустың «Гүзәл зәңгәр Дунайҙа» вальсы тәүге тапҡыр башҡарыла. Ул ниндәйҙер кимәлдә Австрияның рәсми булмаған гимны булып тора һәм йола буйынса Вена филармония оркестрының яңы йыл концертында бисҡа башҡарыла.
- 1870 — Санкт-Петербургта Финляндия вокзалы һәм Выборг ҡалаһына тиклем тимер юлдың тәүге өлөшө асыла.
- 1886 — Рәсәйгә Пәнжекәнт районы ҡушыла.
- 1895 — Француз уйлап табыусылары Люмьерҙар кинематограф аппаратына патент ала.
- 1901 — Мәскәү художество театрында А. П. Чеховтың «Өс ҡәрендәш» пьесаһының премьераһы була.
- 1902 — Шәмәхәләге ер тетрәүҙә өс меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә.
- 1916 — Буласаҡ Чехословакияның күренекле сәйәсмәндәре — чехтар Томаш Масарик һәм Эдвард Бенеш һәм словак Милан Штефаник Парижда Чехословак милли иттифағын булдыра.
- 1917 — Парижда легендар шымсы Мата Хари ҡулға алына.
- 1918 — Ырымбурҙа Мосолман губерна хәрби-революцион комитеты ойошторола.
- 1919 — Совет-поляк һуғышы: капитан Меницкий етәкселегендәге поляк һалдаттары отряды Береза-Картузская ҡалаһы янында совет ғәскәрҙәренә һөжүм итә. Береза-Картузская өсөн алыш совет-поляк һуғышының тәүге хәрби бәрелеше һанала.
- Герман империяһының милли йыйылышы Веймар Республикаһының 1-се премьер-министры (канцлеры) итеп Филипп Шейдеманды һайлай.
- 1920 — Версаль килешеүенә һәм Милләттәр лигаһы мандаты менән Франция Мемельландта (Клайпеда крайында) тулы хакимлыҡты ҡабул итә.
- 1922 — Литваның министрҙар кабинеты «ваҡытлыса баш ҡала» Каунаста Литва университетын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1924 — РСФСР составында Көньяҡ-Көнсығыш өлкә барлыҡҡа килә, әле — Ставрополь крайы.
- 1925 — Тунгус ихтилалы: эвенк отрядтары совет ғәскәрҙәренә Оймяконға үтергә бирмәй.
- СССР-ҙа Ҙур совет энциклопедияһының тәүге баҫмаһын сығарыу өсөн «Совет энциклопедияһы» акционерҙар йәмғиәте булдырыла.
- 1931 — СССР Революцион хәрби советы Ф. В. Токарев системаһы пистолеттарын бер мең дана етештерергә бойороҡ бирә. Ошонан алып ул ҡоралланыуға инә, бөтә донъяға ТТ (Тула, Токарев) булараҡ таныла.
- 1934 — «Челюскин» пароходы боҙҙар менән иҙелә һәм Төньяҡ боҙло океанда һыу аҫтына китә.
- 1943 — совет яугир-альпинистары Эльбрусҡа менә, унан фашист байраҡтарын алып ташлай, СССР байраҡтарын ҡуя.
- 1945 — Будапешт операцияһы: 2-се Украин фронты ғәскәрҙәре 3-сө Украин фронты ғәскәрҙәре булышлығында Будапешты ала.
- Икенсе донъя һуғышы: инглиз-АҠШ авиацияһы Дрезденды көслө утҡа тота башлай.
- 1946 — Америка хәрбиҙәре тәүге һанлы компьютер эшләүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Уға 160 киловатт энергия кәрәк була, уның 17 468 лампаһы, 70 000 меңләп резисторы, 10 000 конденсаторы, 1500 релеһы һәм 6 меңләп ҡул күсергесе була.
- 1948 — Германияла «Кёльн» футбол клубы барлыҡҡа килә.
- 1956 — «Мирный» совет поляр станцияһы эшләй башлай.
- 1960 — Сахараның Танезфрут сүлендәге Регган оазисында француздар үҙҙәренең тәүге атом ҡоралын һынай.
- 1962 — Генрих Харрер етәкселегендәге дүрт австриялы альпинист Океанияның иң бейек нөктәһе Джаяға күтәрелә.
- 1963 — Ленинградта әрәмтамаҡлыҡта ғәйепләнеп шағир Иосиф Бродский ҡулға алына.
- 1972 — Японияның Саппоро ҡалаһында XI Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
- 1974 — СССР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән яҙыусы А. И. Солженицын гражданлыҡтан мәхрүм ителә һәм илдән ҡыуып сығарыла.
- 1975 — Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы иғлан ителә.
- 1976 — Нигерия президенты Мортала Мөхәммәт иртән машинаһында эшкә китеп барғанда атып үлтерелә.
- 1980 — Лэйк-Плэсид ҡалаһында XIII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1984 — Константин Черненко КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары итеп һайлана.
- 1988 — Калгариҙа XV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1996 — Непал коммунистар фирҡәһе илдә король хакимлығына көрәш башлай.
- 2007 — D-Wave компанияһы (Канада) квант компьютеры өлгөһөн булдырыу тураһында белдерә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красичков-Терновский Игорь Фёдорович (1935—8.03.2012), ғалим-математик. 1973 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Физика һәм математика бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1976—1981 йылдарҙа Өфө авиация институтының ғәмәли математика һәм ышаныслылыҡ теорияһы кафедраһы мөдире; 1987 йылдан Математика институтының төп, 1994 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1993), физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1981).
- Гәрәев Алик Әмирхан улы (1970), хоккейсы, тренер. Нефтекама ҡалаһының «Торос» хоккей клубы тренеры. Шайбалы хоккей буйынса спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан. Хоккей тренеры Владимир Быковтың кейәүе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рафаэль Аҙнағолов (1941—23.01.2015), тел белгесе, педагог-методист. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, 1978 йылдан — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
- Бигнов Рәмил Имамәғзәм улы (1956) — сәйәсмән, хужалыҡ хеҙмәткәре, эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың Юғары Советы халыҡ депутаты (1990—1993), Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының икенсе саҡырылыш депутаты (1996—1999). Сығышы менән Саҡмағош районының Үрге Аташ ауылынан.
- Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы (1976), юрист, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Рәсәй граждандар авиацияһы топ-менеджеры, илдең аэропорт һәм аэродромдар селтәре үҫеше инициаторы. 2008—2011 йылдарҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортының, 2014 йылдан «Калуга» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010), II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2019).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жухин Виктор Александрович (1902—1.04.1965), ғалим-патологоанатом, йәмәғәтсе. 1940—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының патологик анатомия кафедраһы мөдире. 1954—1965 йылдарҙа Башҡортостан патологоанатомдары һәм суд медиктары ғилми йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1942), профессор (1942). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954). Сығышы менән хәҙерге Тула өлкәһенең Узловая ҡалаһынан.
- Волкова Лидия Михайловна (1947—25.01.2011), педагог. 1967 йылдан Салауат ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2011 йылдарҙа 21-се мәктәптең директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Бер-Чогур ҡасабаһынан.
- Шулепова Галина Романовна (1947), сәнғәт өлкәһе ветераны. 1983 йылдан Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беляев Николай Ильич (1903—28.10.1966), СССР-ҙың партия органдары хеҙмәткәре. 1955—1958 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты секретары, 1957—1959 йылдарҙа Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары, 1960 йылда КПСС-тың Ставрополь край комитетының беренсе секретары. 1952—1961 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты, 1957—1960 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитетының Президиум ағзаһы. СССР-ҙың өсөнсө-бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының Күтәрем ауылынан.
- Фәхретдинов Әнүәр Нуретдин улы (1928—2.04.1987), бейеүсе, балетмейстер, педагог. 1942 йылдан Дүртөйлө колхоз-совхоз театры актёры; 1946 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1965—1970 йылдарҙа педагог-репетитор, 1975—1978 йылдарҙа ансамлдең художество етәксеһе, 1986—1987 йылдарҙа Өфө хореография училищеһының педагог-хореографы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1969), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1959) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Байғотлин Зиннур Ғатаулла улы (1938), ҡорос иретеүсе. 1960—1988 йылдарҙа хәҙерге Баймаҡ машина эшләү заводының ҡорос иретеүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1981), СССР-ҙың почётлы металлургы (1972), 2-се (1981) һәм 3-сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Үрге Мәмбәт ауылынан.
- Мәснаүиев Зөфәр Мәснаүи улы (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Балтас районы «Правда» колхозының элекке ветеринар табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар табибы (1981). Сығышы менән ошо райондың Штәнде ауылынан.
- Хәсәнова Винира Ғиниәт ҡыҙы (1948), театр актёры. 1974—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005).
- Юрий Андрианов (1953—21.08.2007), журналист, яҙыусы, шағир һәм тәржемәсе. «Бельские просторы» журналының беренсе баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001), Степан Злобин исемендәге (2000) һәм Фәтих Кәрим исемендәге (2002) әҙәби премиялар лауреаты.
- Дәүләтова Гөлшат Марс ҡыҙы (1963), хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Эштәр идаралығының әйҙәүсе белгесе, 2000 йылдан — бүлек мөдире, 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының ҡануни эштәр бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы (1924—16.01.2009), инженер-технолог. 1956 йылдан Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1960 йылдан — лаборатория, 1978—1986 йылдарҙа — бүлек мөдире. Техник фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Суфия Ҡорбанғәлиева (1949), театр актёры, педагог. 1973 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1989 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, профессор. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) артисы.
тулы исемлек
- Фомин Вадим Александрович (1949), спортсы, иҡтисадсы-ғалим. Өфө нефть институты спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1985). Саңғы ярышы буйынса донъя (1995, 2000, 2006), РСФСР (1990) һәм Рәсәй (1995, 1996, 1998, 2003) чемпионы. СССР‑ҙың спорт мастеры (1981). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). Сығышы менән Дондағы Ростов ҡалаһынан.
- Гордиенко Вячеслав Семёнович (1954), инженер-төҙөүсе. 1976 йылдан «Башспецнефтестрой» тресының 8-се төҙөлөш-монтаж идаралығы мастеры, прорабы, баш инженеры, идаралыҡ начальнигы; 1997 йылдан Өфөләге «Паллада» йәмғиәте директорының төҙөлөш буйынса урынбаҫары; 2001—2014 йылдарҙа «Уфаводоканал» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Рөстәм Ҡудашев (1954), музыкант. 1973 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккомпаниатор-концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999).
- Риф Әхмәҙиев (1954), әҙәбиәт белгесе-ғалим, шағир. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2013—2018 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (2004), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Байбулатов Валерий Тимиргалиевич (1959), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, педагог, йәмәғәтсе. Мишкә агросәнәғәт колледжы директоры. 2008—2016 йылдарҙа Бөтә мари Советы — Мер Канашта Башҡортостан Республикаһынан Совет рәйесе урынбаҫары һәм президиум ағзаһы. 1982 йылдан Мишкә район Советы депутаты, 2012—2014 йылдарҙа район Советы рәйесе. 2003-2016 йылдарҙа «Мишкә» республика мари тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире, 2016 йылдан көнсығыш мариҙарҙың милли-мәҙәи автономияһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф (2009) һәм ауыл хужалығы (2013) хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1766: Томас Мальтус, Бөйөк Британия демографы, иҡтисадсыһы.
- 1805: Петер Густав Лежён-Дирихле, Германия математигы.
- 1883: Евгений Вахтангов, актёр һәм режиссёр, Мәскәүҙәге хәҙерге Вахтангов исемендәге Дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге етәксеһе.
- 1892: Семён Андреевич Новгородов, телсе, яҡут алфавитын төҙөүсе.
- 1910: Уильям Брэдфорд Шокли, Америка физигы, транзистор уйлап сығарыусыларың береһе, физика буйынса 1956 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1910: Лидия Смирнова, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1974).
- 1950: Питер Габриэл, Бөйөк Британия музыканты.
- 1988: Евгений Гараничев, Рәсәй биатлонсыһы, 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарының бронза призёры.