18 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
18 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
18 октябрь Викимилектә |
18 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 291-се көнө (кәбисә йылында 292-се). Йыл аҙағына тиклем 74 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Аляска көнө.
- Чили: Флаг көнө.
- Әзербайжан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Ҡалмыҡ Республикаһы: Республика көнө.
- Польша: Почтальон көнө.
тулы исемлек
- 1867: Рәсәй империяһы Алясканы АҠШ-ҡа бирә.
- 1892: Беренсе коммерция телефон линияһы үткәрелә.
- 1896: «Нью-Йорк Джорнел»да тәүге комикстар сыға.
- 1914: Бер һыу аҫты кәмәһе икенсе һыу аҫты кәмәһе тарафынан тәүге тапҡыр батырыла.
- 1916: Амур йылғаһы аша Хабаровск күпере сафҡа индерелеп, Себер тимер юлы төҙөлөп бөтә.
- 1920: Башҡортостан өлкә комсомол ойошмаһы төҙөлә.
- 1920: Мәскәүҙең Матбуғат йортонда пролетар яҙыусыларҙың I Бөтә Рәсәй съезы асыла.
- 1921: Совет Рәсәйе составында Ҡырым автономияһы ойошторола, ул 1945 йылда Ҡырым өлкәһе итеп үҙгәртелә, 1954 йылдан Украина ССР-ы составында, 1991 йылдан — Ҡырым Автономиялы Республикаһы. 2014 йылдың 18 мартынан — Рәсәй Федерацияһының Ҡырым Республикаһы.
- 1922: Британияның «BBC» радио корпорацияһы эш башлай.
- 1924: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡара сәсәктән мотлаҡ прививка эшләтеү тураһында декрет ҡабул итә.
- 1941: Токиола СССР разведчигы Рихард Зорге ҡулға алына.
- 1951: СССР йәҙрә ҡоралын һынау үткәрә.
- 1991: СССР Юғары Советы Президиумының һуңғы ултырышы була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миллер Герард Фридрих (1705—11.10.1783), Рәсәй империяһының ғалим-тарихсыһы, профессор (1731). Урал аръяғы башҡорттары, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм Салауат Юлаев, Юламан Ҡушаев, Ҡаранай Моратов тураһындағы тарихи материалдар авторы. Сығышы менән хәҙерге Германияның Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге Херфорд ҡалаһынан.
- Рабовалюк Михаил Иванович (1915—10.02.1945), 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының 45 миллиметрлы пушкалар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Платонов Анатолий Иванович (1930—17.12.2001), рәссам. 1955—1984 йылдарҙа Башҡортостан ижади художество комбинаты хеҙмәткәре. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1990). Сығышы менән хәҙерге Владимир өлкәһенең Ковров ҡалаһынан.
- Исламов Дәүләтша Шайморат улы (псевдонимы Дәүләт Исламов; (1935—7.09.1991), мари шағиры, журналист һәм тәржемәсе. Мари Республикаһының гимн һүҙҙәре авторы. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Яңы Байгилде ауылынан.
- Токарев Пётр Михайлович (1945—29.09.2012), йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабитов Альберт Миҙхәт улы (1936), селекционер-ғалим. 1966—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты Шишмә тәжрибә-производство хужалығының ғилми хеҙмәткәре, 1976 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1986 йылдан — лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1987). Сабир Ҡунаҡбаев исемендәге премия лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ҡарғалы ауылынан.
- Аптулманов Алексей Аптулманович (1941), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1990 йылдан Мишкә район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, райондың Яныш Ялкайн исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән Изимари ауылынан.
тулы исемлек
- Стороженко Светлана Борисовна (1966), мәғариф хеҙмәткәре. Күмертау ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең социаль педагогы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татаринов Дмитрий Иванович (1877[1]—25.07.1956), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1934 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1936—1956 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың 1-се (1938—1947) һәм 2-се (1947—1951) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1924—1932 йылдарҙа Өфө табиптар йәмғиәте, 1939—1951 йылдарҙа Терапевтарҙың Бөтә Союз ғилми медицина йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1905), профессор (1934). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Крылова Елизавета Николаевна (1912—12.05.1994), музыкант-пианист, педагог. 1938 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры концертмейстеры, 1966—1974 йылдарҙа Өфөләге 2-се педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1953). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Балтина Лидия Ашрафовна (1947), ғалим-химик-органик. 1971 йылдан Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1980—1984 йылдарҙа ғилми секретарь, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2004 йылдан — Республика экспертизалар тикшеренеү ғилми-консультация үҙәге эксперты. Химия фәндәре докторы (1995), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
- Золотарёв Фёдор Викторович (1947), сәнәғәт, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1966 йылдан (өҙөклөктәр менән) Салауат нефть химияһы комбинатының яуаплы хеҙмәткәре; 1977 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы; 1981 йылдан Салауат нефтебазаһы директоры; 1988 йылдан ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1993—2005 йылдарҙа — ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Александровка ауылынан.
- Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы (1952), йырсы, педагог. 1983 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм бер үк ваҡытта 1997 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
- Ҡоҙабаева Мәүлиҙә Сәлимйән ҡыҙы (1957), педагог. 1981 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1990—2013 йылдарҙа Фёдоровка мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы (1995) һәм Башҡортостандың мәғариф (2007) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Ноғаманов Юнир Ғаяз улы (1982), бейеүсе. 1998 йылдан (өҙөклөк менән) Нефтекама дәүләт филармонияһының «Тәңгәүер» бейеү ансамбле солисы, 2009 йылдан — ансамбль етәксеһе, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының «Прикамье» халыҡ бейеү ансамбле репетиторы. 2003—2005 йылдарҙа Рәсәй Армияһында хәрби хеҙмәттә, «Красная звезда» йыр һәм бейеү ансамбле бейеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙғы ауылынан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 18 ноябрҙә тыуған
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәжитов Хәсән Барлыбай улы (1923—24.02.2020), педагог, мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан Күгәрсен районы мәғариф бүлеге мөдире, 1972—1985 йылдарҙа Мораҡтағы 1-се урта мәктәп директоры. РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың һәм Мораҡ ауылының почётлы гражданы. Сығышы менән Сәйетҡол ауылынан.
- Яҡшымбәтов Әҡсән Хәсән улы (1928—6.11.2018), тау эшсеһе, йәмәғәтсе. 1953—1983 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты быраулаусыһы, газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсеһе. 1965—1968 йылдарҙа профсоюз комитеты рәйесе, СССР металлургия хеҙмәткәрҙәре профсоюзы съезы делегаты. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны.
тулы исемлек
- Густов Борис Михайлович (1938), нефтсе, йәмәғәтсе. 1963 йылдан «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш технологы, начальниктың төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 1985—2005 йылдарҙа — идаралыҡ начальнигы. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм өсөнсө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1989), Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған (1998), Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы (1993) хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Нефтекама ҡалаһының (2002) һәм Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Иҫке Драж ауылынан.
- Заволокин Владислав Константинович (1938), инженер-төҙөүсе, төҙөлөш тармағы, партия һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1961 йылдан Дүртөйлө колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы мастеры, 1963 йылдан — баш инженеры; 1965 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының инженер-төҙөүсеһе һәм баш инженеры; 1973 йылдан КПСС район комитетының 2-се секретары; 1991 йылдан район ауыл хужалығы идаралығы капиталь төҙөлөш бүлегенең начальник урынбаҫары, 1994—1998 йылдарҙа — бүлек начальнигы; 1998 йылдан Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары; 1999—2003 йылдарҙа район капиталь төҙөлөш бүлегенең баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1975, 1986) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Курск өлкәһе Чернянка ауылынан.
- Ҡорбанова Мәсиҙә Ғабдулла ҡыҙы (1938), педагог, йәмәғәтсе. Балтас районы Иҫке Янбай мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 7-се съезы делегаты (1978). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Октябрь Революцияһы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡомъяҙы ауылынан.
- Фәйзрахманов Фаат Фәйзрахман улы (1943), хәрби хеҙмәткәр, полковник. 1964—1990 йылдарҙа Совет Армияһы хәрби хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Атһөйәр ауылынан.
- Вуколов Константин Иванович (1948), төҙөүсе, педагог, шағир. 1975—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар техникумы уҡытыусыһы һәм директоры. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Бөтә Рәсәй һәм төбәк әҙәби конкурстар еңеүсеһе, лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Васильевка ауылынан.
- Камалетдинов Мөсәүир Зиннур улы (1948), журналист, яҙыусы. 1969 йылдан «Туймазинский вестник» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары, мөхәррире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙер Октябрьский ҡалаһы составында ҡалған Үрге Зәйет ауылынан.
- Салауатова Сәмирә Сәлих ҡыҙы (1948), педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1992), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Гәрәев Рәдиф Рифғәт улы (1963), дәүләт хеҙмәткәре. 1996 йылдан Краснокама районындағы «Раздолье» психоневрология интернаты, 2016 йылдан — Нефтекама психоневрология интернаты директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Травницкий Вениамин Николаевич (1919—18.04.1987), инженер‑нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1972). 1955—1979 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры һәм начальнигы. Октябрь Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1959, 1971) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Починков районы Ризоватово ауылынан.
- Хәкимйән Зарипов (1929—4.04.2012), яҙыусы һәм драматург, юрист, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1999).
тулы исемлек
- Иҫәнғолов Вәхит Абдрахман улы (1934), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты 1975), доцент (1975).
- Йосопов Рафас Миңлеғәли улы (1939—04.09.2012), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1957—1999 йылдарҙа Мәсетле районы «Әй» совхозының, артабан республика Ауыл хужалығы министрлығының яуаплы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989).
- Флорида Исмәғилева (1964), йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1405: Пий II, 1458—1464 йылдарҙа Рим Папаһы.
- 1738: Андрей Боло́тов, Рәсәй Империяһы яҙыусыһы, ғалим-ботаник, илдә агрономия фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
тулы исемлек
- 1799: Кристиан Фридрих Шёнбейн, Германия химигы, озон газын асыусы һәм уға исем биреүсе.
- 1847: Александр Лоды́гин, Рәсәй Империяһының электр технигы, лампочка уйлап табыусыларҙың береһе.
- 1859: Анри Бергсон, Францияның философ-идеалисы, әҙәбиәт буйынса 1927 йылғы Нобель премияһы лауреаты («Творческая эволюция», «Материя и память»).
- 1893: Владимир Владоми́рский, Белоруссия һәм СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- 1894: Юрий Тынянов, СССР яҙыусыһы, драматург, әҙәбиәт белгесе һәм тәнҡитсе.
- 1901: Владимир Захаров, СССР композиторы, дирижер, СССР-ҙың халыҡ артисы (1944).
- 1908: Николай Каманин, СССР осоусыһы һәм хәрби эшмәкәре, авиация генерал-полковнигы, тәүге Советтар Союзы Геройҙарының береһе (1934), Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү парадында ҡатнашыусы.
- 1922: Әнүәр Ғөбәйҙуллин, СССР-ҙың театр актёры, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1983).
- 1925: Фазыл Фасиев, телсе-ғалим, тәржемәсе, 1983 йылда Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и-Йософ» — («Йософ китабы»)н татар телендә баҫтырып сығарыусы.
- 1934: Кир Булычёв, СССР-ҙың фантаст яҙыусыһы, ғалим, ССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982).
- 1959: Сергей Доренко, СССР һәм Рәсәй журналисы.
- 1960: Жан-Клод Ван Дамм, АҠШ актёры, сценарист и кинорежиссёр (төп исеме Жан-Клод Камилл Франсуа Ван Варенберг, сығышы менән Бельгиянан).
- 1973: Сергей Безруков, Рәсәй актёры.
- 31: Луций Элий Сеян, преториан гвардияһы командиры (Рим сенаты хөкөмө буйынса язалап үлтерелә).
- 1871: Чарльз Бэббидж, Англия математигы.
тулы исемлек
- 1931: Томас Алва Эдисон, АҠШ уйлап табыусыһы.
- 1942: Михаил Нестеров, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфөлә тыуған.
- 1990: Пётр Федосе́ев, СССР философы, социолог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978), Ленин премияһы лауреаты (1983).
- 2005: Александр Яковлев, СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне, ғалим, публицист, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, СССР-ҙа «үҙгәртеп ҡороу» сәйәсәтен башлаусыларҙың береһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.