2 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(2 февраля битенән йүнәлтелде)
2 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 февраль Викимилектә |
2 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 33-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 332 көн ҡала (кәбисә йылында 333).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Документтарға ҡул ҡуйыу көнө.
- Иран: Космос технологиялары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө (Сталинград янында еңеү хөрмәтенә).
- Таиланд: Ауыл хужалығы көнө.
- Филиппин: Конституция көнө.
- Әзербайжан: Йәштәр көнө.
- 506: Король Аларих II бойороғо буйынса «Вестготтарҙың Рим законы» исемле яңы хоҡуҡи йыйынтыҡ әҙерләнә һәм индерелә.
- 629: Дзёмэй Японияның 34-се императоры итеп иғлан ителә.
- 962: Оттон I Изге Рим империяһының императоры була.
- 1033: Конрад II төньяҡ Бургундия аҡһөйәктәре тарафынан бургунд короле итеп иғлан ителә.
- 1119: 162-се Рим папаһы итеп граф Гвидо һайлана, ул Каликст II исемен ҡабул итә.
тулы исемлек
- 1207: Хәҙерге Латвия һәм Эстония биләмәләрендә Изге Рим империяһы составында Терра Мариана кенәзлеге барлыҡҡа килә.
- 1386: Люблинда шляхтаның дөйөм йыйынында Литва кенәзе Ягайло Владислав II исеме аҫтында Польша короле итеп һайлана.
- 1421: Чжу Ди император булғанда Ябыҡ ҡаланы төҙөү тантаналы рәүештә тамамлана.
- 1440: Фридрих III Габсбург Германия короле була.
- 1536: Испан конкистадоры Педро де Мендоса Буэнос-Айрес ҡалаһына нигеҙ һала.
- 1626: Инглиз короле Карл I тәхеткә ултыра.
- 1701: Рәсәй империяһының Балтика флоты ойошторола
- 1886: АҠШ-та тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Һыуыр көнөн билдәләйҙәр.
- 1892: Шешә ябыу өсөн тимер бөкөгә патент алына.
- 1918: Халыҡ Комиссарҙары Советы «Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу» тураһында декрет ҡабул итә.
- 1919: Мәскәүҙә беренсе рабфак асыла.
- 1919: РСФСР һәм Эстония араһында Тарту солох килешеүе төҙөлә.
- 1924: СССР һәм Бөйөк Британия араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1924: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе итеп Алексей Иванович Рыков ҡуйыла.
- 1924: Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы ойошторола.
- 1932: Өфөлә Берләшкән ҡурсаҡ театры (хәҙер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры) асыла.
- 1938: Башҡортостанда Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторола.
- 1940: СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһе ойошторола.
- 1943: Совет ғәскәрҙәре Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата.
- 1947: «Октябрьский нефтяник» гәзитенең беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1966: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың музейын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1986: Лихтенштейнда ҡатын-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнаша.
- 1987: Референдумда Филиппин Республикаһының Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1993: Чехословакия тарҡалғандан һуң, Вацлав Гавел Чехияның беренсе Президенты була.
- 1993: Андорра Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1999: Саксония Ирекле Дәүләтендә (Германия) Башҡортостан Республикаһының көндәре асыла.
- 1999: Уго Чавес Венесуэланың Президенты итеп һайлана.
- 2001: «Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырыла
- 2005: Арманду Эмилио Гебуза Мозамбик Президенты итеп һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәт Арыҫланов (1910—20.10.2001), сәхнә биҙәүсе рәссам, педагог, йәмәғәтсе. 1938—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы, бер үк ваҡытта 1936—1941 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһы, 1973—1978 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1954—1955 йылдарҙа Башҡортостан Рәссамдар союзының идара рәйесе. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың (1954) һәм Башҡорт АССР-ының (1943) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1973). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955, 1971).
- Фәнис Янышев (1950), журналист, яҙыусы, хужалыҡ һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2011—2019 йылдарҙа Миәкә районындағы Мифтахетдин Аҡмулла музейы директоры. Райондың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2010).
- Хәләф Ишморатов (1960), ғалим-тарихсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1995—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры һәм Премьер-министр урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Әлфиә Хәмбәлиева (1960—3.07.2013), башҡорт опера йырсыһы (драматик сопрано). 1994—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996). Вокалсыларҙың Михаил Глинка исемендәге халыҡ‑ара конкурсы лауреаты (Өфө, 1995).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зарипов Фәғил Вәкил улы (1936), хеҙмәт ветераны. 1958—1997 йылдарҙа Мәсетле районы Жданов исемендәге колхоздың иген келәте мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мөслим ауылынан.
- Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы (1951), мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2019 йылдан Бөрйән районы ветерандар советы рәйесе, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе хакимиәтенең элекке башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зендель Моисей Львович (1892—22.07.1964), табип-инфекционист. 1945—1960 йылдарҙа Өфө ҡалаһының хәҙерге Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан инфекция дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1947), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1942). Сығышы менән хәҙерге Белоруссияның Полоцк ҡалаһынан.
- Ларин Юрий Анатольевич (1922—27.07.1981), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерист, өлкән лейтенант (1952), Дан орденының тулы кавалеры.
- Муллагилдин Йомабай Абдулғәни улы (1932—2003), механизатор. 1949—1994 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Маликов Марат Фәйзелҡадир улы (1937), юғары мәктәп ветераны, ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан дәүләт хоҡуғы кафедраһы мөдире; 1995 йылдан Стәрлетамаҡ филиалының иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты деканы, 2000—2006 йылдарҙа филиал директоры; 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан социаль технологиялар институты уҡытыусыһы. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1992).
- Рәхмәтуллин Әнәс Сәғиҙулла улы (1937), сәнәғәт өлкәһе ветераны, йәмәғәтсе. 1958 йылдан Салауат машина эшләү заводында өлкән мастер, бюро начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, директорҙың капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары; 1975 йылдан Күмертауҙағы төҙөлөүсе «Искра» заводы директоры; 1978—1998 йылдарҙа ғәмәлдәге «Искра» заводы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған машина эшләүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ғайнанов Флорид Ғәбделйән улы (1947—25.11.1995), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1977 йылдан Мәсетле районы Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе, 1982—1983 һәм 1991—1992 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 1987—1991 һәм 1992—1995 йылдарҙа Мәсетле төҙөлөш материалдары комбинаты директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән ошо райондың Мәләкәҫ ауылынан.
- Йәнсурин Миңлейән Ғәйнетдин улы (1947), хеҙмәт ветераны. «Баштрансгаз» берекмәһе Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһының технологик компрессорҙар машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1984). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
- Харисов Марат Шамил улы (1947—2017), хәрби хеҙмәткәр, полковник, йәмәғәтсе. 1977—1996 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең яуаплы хеҙмәткәре. Афған һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының икенсе (1999—2003) һәм өсөнсө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең Почёт ордены һәм Афғанстан Республикаһының 3-сө дәрәжә «Йондоҙ» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Аҙнағол ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крашенинников Фёдор Павлович (1898—16.02.1979), театр актёры, педагог. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1963 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы Республика Рус драма театры актёры һәм бер үк ваҡытта 1947 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949, 1955).
- Яуымбаев Дәүләт Яуымбай улы (1918—5.05.1972), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Учалы районының Ленин исемендәге колхозының элекке рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡалҡан ауылынан.
- Шаһбалов Зиннәт Мостафа улы (1928—1.11.2009), малсы. Әбйәлил районы «Путь Ленина» колхозының элекке мал ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Салауат ауылынан.
тулы исемлек
- Абдрахманов Музафар Абдулла улы (1938), педагог. Белорет районы Ғәбдүк урта мәктәбенең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ҡантүҡов Йонос Хәбибулла улы (1938—1991), водитель. «Салауатбыяла» йәмғиәте автотранспорт цехының элекке шофёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кузина Людмила Павловна (1943), педагог, Күмертау ҡалаһының «Гармония» 1-се урта мәктәбенең 1983—2004 йылдарҙағы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Кейекбирҙин Кирәймәргән Әғзәм улы (1953), педагог, муниципаль органдар һәм транспорт хеҙмәткәре. 1975 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1982 йылдан Йылым, 1986 йылдан — Ниғәмәт мәктәбе директоры; 1995 йылдан Баймаҡ ҡала советы рәйесе урынбаҫары, 2004 йылдан — секретары, 2006 йылдан — Баймаҡ район советы секретары, 2011 йылдан Баймаҡ автовокзалы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән ошо райондың Йылым ауылынан.
- Сивухова Любовь Ивановна (1958), биолог, шәфҡәт туташы, педагог. 1980 йылдан Салауат ҡалаһы балалар поликлиникаһының шәфҡәт туташы; 1985 йылдан Салауат медицина училищеһы һәм колледжы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004—2015 йылдарҙа бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2013), мәғариф (2008) һәм һаулыҡ һаҡлау (2009) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Гавриловка ауылынан.
- Тен Лариса Семеновна (1953), инженер-технолог. Күмертау ҡалаһындағы «Искра» заводы технологик әҙерләү бюроһының элекке начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Аҙнабаева Рәүиә Ғәбделхаҡ ҡыҙы (1963), Көйөргәҙе районы С. М. Киров исемендәге хужалыҡ һауынсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ковальский Алексей Алексеевич (1968), ғалим-физик, дәүләт органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 2004 йылдан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспекторы, 2012—2021 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. Физика-математика фәндәре кандидаты, доцент. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Алматы ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (1919—21.08.1991), журналист, партия органдары һәм нәшриәт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, капитан, 2-се разрядлы хәрби тәржемәсе. 1956—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1963 йылдан — директоры. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат отличнигы (1984). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары кавалеры. Ҡыуатовтар нәҫеленән.
- Горячкин Леонид Степанович (1934—12.03.2006), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1954—1994 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Ҡуғанаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Аллаяров Риф Фазылйән улы (1939), агроном-ғалим, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Учалы районы «Байрамғол» совхозының элекке баш агрономы, директор урынбаҫары; район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 1990—2005 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ураҙ ауылынан.
- Әмиров Марс Басыр улы (1939—10.02.2010), агроном-ғалим, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1963 йылдан Фёдоровка районы «Ленин юлы» колхозының өлкән, район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы. 1966—2002 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992), профессор (1995). Сығышы менән ошо райондың Балыҡлы ауылынан.
- Ғүмәрова Минзифа Ғабит ҡыҙы (1949), мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре. 1966—2004 йылдарҙа Баймаҡ районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары тәрбиәсеһе һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2002).
- Ибраһимов Баязит Ғәбиҙулла улы (1949), ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2000—2001 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы.
- Яшкулов Валерий Борисович (1954), театр рәссамы. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы. Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән Элиста ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1208 йыл: Хайме I, Арагон короле.
- 1494 йыл: Бона Сфорца, Польша батшабикәһе.
- 1522 йыл: Лодовико Феррари, Италия математигы.
- 1616 йыл: Себастьян Бурдон, Франция рәссамы.
- 1786: Жак Филлип Мари Бине, Франция математигы, механик һәм астроном.
- 1883: Михаил Гнесин, Рәсәй империяһы һәм СССР композиторы, педагог.
- 1885: Михаил Фрунзе, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы йылдарында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы полководецы.
- 1904: Михаил Чкалов, СССР-ҙың хәрби осоусыһы, Советтар Союзы Геройы.
- 1906: Муса Йәлил, СССР шағиры. Советтар Союзы Геройы (1956, үлгәндән һуң), Ленин премияһы лауреаты (1957. үлгәндән һуң).
- 1930: Юрий Апресян, СССР лингвисы, академик.
- 1930: Евгений Велихов, СССР һәм Рәсәй ғалим-физигы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1960: Салауат Юзеев, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, драматург һәм режиссёр, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.