7 ғинуар
Уҡыу көйләүҙәре
(7 января битенән йүнәлтелде)
7 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 ғинуар Викимилектә |
7 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 7-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 358 көн ҡала (кәбисә йылында 359).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Программистар көнө.
- 1610: Италия ғалимы Галилео Галилей Юпитерҙың дүрт юлдашын аса.
- 1708: Златоуст янындағы алыш (1708): башҡорт һәм татар баш күтәреүселәре Һәм Рус батшалығының хөкүмәт ғәскәрҙәре араһындағы алыш. Был 1704-1711 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалы ваҡиғаларының береһе.
- 1918: Башҡортостан мөхтәриәтен үҙәк властар тарафынан танытыу маҡсаты менән Башҡорт мәркәз шураһы вәкиле Ш. Ә. Манатов Петроградта В. И. Ленин менән осраша.
- 1928: СССР-ҙа «Кукурузник» атамаһы алған «У-2» самолётының беренсе осошо.
- 1708: Күсем Түләкәев етәкселегендәге Башҡорт баш күтәреүселәре Тарафынан Алабуға Ҡамауы.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәширов Радик Миңлехан улы (1935), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Докучаева Алла Анатольевна (1935), яҙыусы, журналист. 1993—2001 йылдарҙа «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, 2001—2007 йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзете хәбәрсеһе. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы, 1994 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы (1997), Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты премияһы (1997) һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2010) лауреаты.
- Әхмәров Әнүәр Ғарифулла улы (1935), мәғариф ветераны, йәмәғәтсе. 1962—2004 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалылағы 143-сө һөнәри-техник училище директоры. Башҡортостан мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы махсус белем биреү хеҙмәткәре, СССР-ҙың социалистик иҫәп отличнигы. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Муллаҡаев Рәйес Муллаҡай улы (1935), эске эштәр органдары ветераны, отставкалағы милиция полковнигы, йәмәғәтсе. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Нуғай ауылынан.
- Константинова Варвара Александровна (1955), Мәләүез үҙәк китапхана системаһы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Луняков Григорий Евгеньевич (1955—7.10.1990), СССР альпинисы. Гималайҙағы Канченджанганың бөтә дүрт түбәһенә (1989) һәм Эверестҡа (1990) менеүсе. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1989).
- Хардина Анна Арнольдовна (1955), боронғо урыҫ темпера рәсем сәнғәте реставраторы, 1983 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәре. 2010 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).
- Мөхәмәтшина Рәмиҙә Санир ҡыҙы (1965), бейеүсе, балетмейстер, 1985—2006 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы, бейеүҙәр ҡуйыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Йәштәр һәм студенттарҙың ХII Бөтә донъя фестивале дипломанты (Мәскәү, 1985), Бөтә Рәсәй «Арлекин» милли премияһының «Иң яҡшы балетмейстер» номинацияһы лауреаты (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңы Алдар ауылынан.
- Пушкарёва Марина Алексеевна (1965), ғалим-философ. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузнецов Григорий Тимофеевич (1916—13.02.1947), совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар дивизияһы айырым сапёр батальонының отделение, 1944 йылдан — взвод командиры. Дан орденының тулы кавалеры.
- Камалетдинов Мансур Фәтхинур улы (1926—19.04.2012), СССР һәм АҠШ-тың балет бейеүсеһе, уҡытыусы, балетмейстер һәм хореограф.
- Хлызов Фёдор Васильевич (1926—12.09.1999), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1989 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Златоуст машиналар эшләү заводы токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Ярославка ауылынан.
- Шустер Лёва Шмульевич (1936), ғалим-инженер. 1962 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—1984 йылдарҙа һәм 1990 йылдан машина деталдәре һәм механизмдар теорияһы кафедраһы, 1992—2001 йылдарҙа механизм һәм машиналар ҡороу нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981). Сығышы менән Тирасполь ҡалаһынан.
- Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы (1941), ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыыһы, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 2007—2016 йылдарҙа Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире. 1991—1996 йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), тарих фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр Академияһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге (2002), Р. Ғ. Кузеев исемендәге (2014) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
- Ғәлимова Венира Заһит ҡыҙы (1951), ғалим-ветеринар врач. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылдан малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм стандартлаштырыу технологияһы кафедраһы, 2005—2009 йылдарҙа ветеринария-санитария экспертизаһы кафедраһы мөдире. Ветеринария фәндәре докторы (1999), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Иҫке Ҡоҙаш ауылынан.
- Фазлетдинов Илгиз Йосопьян улы (1966), иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһының Мәсетле юл төҙөү-төҙәтеү идаралығы начальнигы; 2006—2008 йылдарҙа Мәсетле район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2011). Сығышы менән ошо райондың Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Андреев Григорий Александрович (1976), Рәсәй спортсыһы, алыҫ дистанцияға йүгереүсе. 2002 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Марафон дистанцияларына йүгереүҙә 2004 һәм 2008 йылдарҙа Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Словакияла уҙған халыҡ-ара марафон еңеүсеһе (Кошице ҡалаһы, 2003). Экиден буйынса Рәсәй чемпионы (2002).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ваганов Василий Андреевич (1927— ? ), хеҙмәт алдынғыһы, рационализатор. 1953—1994 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ромадановка ауылынан.
- Косилов Николай Иванович (1937—18.07.2009), ғалим-инженер-механик. 1968 йылдан хәҙерге Силәбе агроинженерҙар университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1972 йылдарҙа һәм 2005 йылдан урып-йыйыу машиналары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан квалификация күтәреү факультеты директоры, 2005 йылдан — проректоры. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Чайковка ауылынан.
- Курушин Анатолий Степанович (1937), ауыл хужалығы ветераны. 1955—1988 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы, 1989—1997 йылдарҙа — «Быҙаулыҡ» совхозы механизаторы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Хәлитов Бәхтиәр Әсфәндиәр улы (1942—2021), ғалим-иҡтисадсы, шағир. Башҡорт дәүләт университетының элекке уҡытыусыһы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.
- Сафин Мәснәүи Фәйзелғаян улы (1957), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1998—2005 йылдарҙа Ҡариҙел район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары — район финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Фазлыев Ғәлишан Йәнәхмәт улы (1957), хеҙмәт ветераны. Ҡариҙел районы Салауат исемендәге колхоздың элекке тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Рәхимов Рәмил Нәсибулла улы (1962), ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Рәсәй Хәрби фәндәр академияһы профессоры. 2000 йылдан Рәсәй тарихсы-архивсылар ойошмаһы Башҡортостан бүлексәһенең рәйес урынбаҫары, 2002 йылдан «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клуб рәйесе. Тарих фәндәре кандидаты (1993), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2020).
- Бураҡаева Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы (1982), кинорежиссёр, сценарийҙар авторы, рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. 2017 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союздары ағзаһы. «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивале лауреаты (2017).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхтәмов Хәбибулла Абдулхаҡ улы (1883—6.02.1938), дини эшмәкәр, ахун. 1927—1936 йылдарҙа Өфө педагогия техникумы уҡытыусыһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сәхәүетдинова Мәстүрә Низам ҡыҙы (1903—2.03.1996), инженер-архитектор, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1945—1962 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Архитектура эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы. 1936 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың 2—4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1967) ордендары кавалеры.
- Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы (1903—19.09.1969), опера йырсыһы, йәмәғәтсе. БАССР-ҙың 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1955—1959). Башҡорт АССР-ының (1947) һәм РСФСР-ҙың (1955) халыҡ артисы. Ленин (1955), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1955) ордендары кавалеры.
- Абдуллин Хәмзә Ильяс улы (1918—31.07.2008), педагог, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1938 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1946 йылдан Мәмбәт мәктәбе директоры; 1950 йылдан ВКП (б) район комитетының сәйси ағартыу кабинеты мөдире, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, 1953—1954 йылдарҙа «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозының партия ойошмаһы секретары; 1958 йылдан район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1960 йылдан Бүребай ауылындағы башҡорт һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, 1976 йылдан Бүребайҙағы хәҙерге 1-се мәктәп, 1979—1986 йылдарҙа Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971) һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Үрге Наҙарғол ауылынан.
- Силантьев Степан Николаевич (1918—2011), педагог. Ауырғазы районы Талбазы урта мәктәбенең элекке директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Савосин Алексей Петрович (1938), техник-төҙөүсе. 1964 йылдан Сибай ҡалаһындағы «Башмедьстрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982—1993 йылдарҙа трест идарасыһы урынбаҫары, баш инженер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1973). Сығышы менән Беларусь ССР-ының Слуцк ҡалаһынан.
- Абдуллин Фәнил Ғәли улы (1948), табип-рентгенолог. Кушнаренко үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Петунин Вячеслав Федорович (1948), журналист. 2001—2008 йылдарҙа Ҡариҙел район гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Ҡорбанов Марат Мәүләүи улы (1958), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1981 йылдан Дүртөйлө районы «Уңыш» колхозының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, 1983 йылдан — баш инженер, 1986 йылдан — партия ойошмаһы секретары, 1991 йылдан — малсылыҡ буйынса механик; 1994 йылдан — Түбәнге Маншыр ауыл хакимиәте башлығы, 1999—2018 йылдарҙа «Уңыш» тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры. Колхозсыларҙың 4-се Бөтә Союз съезы делегаты (Мәскәү, 1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2011) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2006). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Маншыр ауылынан.
- Никулин Олег Яковлевич (1968), приборсы. «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәтенең нефть эшкәртеү заводы операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Виноградов Василий Иванович (1874—12.11.1948), бала сағы һәм йәшлеге Өфөлә үткән музыкант һәм композитор. Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәренә нигеҙләнгән симфоник әҫәрҙәр авторы, башҡорт, татар һәм мари халыҡ көйҙәрен яҙып алыусы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944).
- Даушев Әхмәт Ғәләүетдин улы (1929—15.11.1992), хирург-табип, уролог, йәмәғәтсе. 1953 йылдан Силәбе өлкәһе Златоуст металлургия заводы дауаханаһы хирургы, хирургия бүлеге мөдире, 1959 йылдан урология бүлеге мөдире, 1974 йылдан — Златоуст ҡалаһының баш урологы. Юғары категориялы табип, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ахун ауылынан.
тулы исемлек
- Мальцев Иван Васильевич (1929—1990), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Урал» совхозының элекке механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Миронов Вадим Николаевич (1929—20.07.1979), журналист, шағир һәм тәржемәсе. 1949 йылдан «Белорецкий рабочий», 1966 йылдан — «Магнитогорский рабочий», 1970 йылдан — «Челябинский металлург» гәзите хеҙмәткәре, 1973—1979 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзының Силәбе пропаганда бюроһы директоры. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Кашаев Рим Нәбиулла улы (1939), агроном. 1969—1979 йылдарҙа Кушнаренко районының Ильич исемендәге колхоз рәйесе, артабан Саҡмағош районы ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
- Камалова Фирүзә Үлмәҫ ҡыҙы (1949), нәшриәт хеҙмәткәре. 1987—2008 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Пузик Константин Дмитриевич (1949), төҙөүсе. 1994—2016 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының «Стройиндустрия» муниципаль унитар предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2009).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1898: Виви Лоран-Текхолм, Швецияның ғалим-ботанигы һәм балалар яҙыусыһы.
- 1947: Александр Доронин, Мордва прозаигы.
- 1987: Сирушо, Әрмәнстан йырсыһы.