8 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(8 февраля битенән йүнәлтелде)
8 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
8 февраль Викимилектә |
8 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 39-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 326 көн ҡала (кәбисә йылында 327).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Риэльторҙар көнө.
- Йәш герой-антифашист көнө.
- Хәүефһеҙ интернет көнө.
- Иран: Хәрби-һауа көстәре көнө.
- Люксембург: Инженерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Фән көнө.
- Хәрби топограф көнө.
- 421 йыл: Констанций III Көнбайыш Рим империяһының хакимдаш императоры була.
- 1433 йыл: Мәскәү бөйөк кенәзе Василий II һәм Мария Ярославнаның туйы.
тулы исемлек
- 1575 йыл: Нидерландтағы иң боронғо булған Лейден университетына нигеҙ һалына.
- 1672 йыл: Исаак Ньютон төҫ һәм яҡтылыҡ тураһында доклад менән сығыш яһай.
- 1676 йыл: Алексей Михайлович батшаның улы Федор Алексеевич, ағаһы Алексей вафат булғандан һуң, тәхет вариҫы итеп иғлан ителә.
- 1724: Пётр I Рәсәй империяһы Фәндәр академияһын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя.
- 1815: Вена конгресында ҡолдар менән сауҙа итеүҙе тыйған декларация ҡабул ителә.
- 1816: Шотландияның Абердиншир графлығында донъяла тәүге тапҡыр полиция операцияһында эт файҙаланыла.
- 1838 — Филадельфияның Франклин университетында Сэмюэл Морзе тәүге тапҡыр халыҡ алдында үҙенең электромагнит телеграф системаһын күрһәтә.
- 1879 — Канада король институты ултырышында сэр Сэндфорд Флеминг тәүге тапҡыр бөтә донъя ваҡытын индереү тураһында фекер әйтә.
- 1887 — АҠШ Конгресы Дэвис актын раҫлай.
- 1889 — Франция астрономы Огюст Шарлуа Ницца обсерваторияһында астероидтар һыҙатының эре астероиды Эмманы аса.
- 1904 — Порт-Артур янында Рәсәй империяһына Япония һөжүм итә. Рус-япон һуғышы башлана. Төнөн, һуғыш рәсми иғлан ителгәнсе, япондар рус флотына торпеда һөжүме яһай, һөҙөмтәлә бер нисә яҡшы карап сафтан сыға.
- 1906 — Сидней Соннино Италияның премьер-министры була.
- 1910 — АҠШ-та бойскауттар ойошмаһы булдырыла (ингл. «Boy Scouts of America»).
- 1918 — Грузияның иң боронғо юғары уҡыу йорто — Иванэ Джахишвили исемендәге Тбилиси дәүләт университетына нигеҙ һалына.
- 1919 — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы «Ваҡыт иҫәпләүҙе халыҡ-ара система буйынса алып барыуҙы индереү» тураһында декрет ҡабул итә.
- 1920 — Албан милли конгресы ҡарары буйынса Тирана Албанияның баш ҡалаһы һәм хөкүмәт резиденцияһы итеп иғлан ителә.
- 1924 — АҠШ-тың Невада штатында төрмә теш табибы Тернер тәҡдиме буйынса енәйәтсене язалау өсөн тәүге тапҡыр газ камераһы ҡулланыла.
- 1930 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Башҡортостандың тотош коллективлаштырыу райондарында кулак хужалыҡтарын бөтөрөү буйынса саралар тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1931 — Һиндостандың яңы баш ҡалаһы Нью-Делиҙы тантаналы асыу.
- 1940 — Польша биләмәһендә рәсми рәүештә Лодзь геттоһы асыла.
- 1942 — Бүздәк тимер юл станцияһында 120-се миномёт полкы формалаша.
- 1943 — Икенсе донъя һуғышы: совет ғәскәрҙәре Курск ҡалаһын ала.
- 1944 — Икенсе донъя һуғышы: совет ғәскәрҙәре Никополь ҡалаһын азат итә.
- 1945 — Түбәнге Силезия һөжүм операцияһы: И. С. Коневтың 1-се Украин фронтының Түбәнге Силезия һөжүм операцияһы башлана, ул 1945 йылдың 24 февраленә тиклем дауам итә. Яуҙарҙа совет ғәскәрҙәре Одер һәм Ныса-Лужицка араһындағы немец ғәскәрҙәрен ҡыйрата һәм Силезия сәнәғәт төбәгенең бер өлөшөн ала.
- Гитлерға ҡаршы коалиция ғәскәрҙәренең Маас-Рейн операцияһы башлана, һөҙөмтәлә немец ғәскәрҙәре Рейндан көнбайышҡа бөтә ерҙәрҙе юғалта.
- 1948 — Рәсми рәүештә Корея халыҡ армияһы булдырыла.
- Санкт-Морицта V Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана, миҙалдар һаны буйынса норвегтар һәм шведтар алда була.
- 1950 — Совет дәүләт именлеге министрлығы өлгөһөндә ГДР дәүләт именлеге министрлығы булдырыла (нем. Ministerium für Sta ats si cherheit, Шта́зи, нем. Stasi).
- 1955 — Ҡорал етештереүҙе кәметеү һәм илдә көнкүреш тауарҙарын сығарыуҙы арттырыу ниәте өсөн Г. М. Маленков тәнҡитләнә һәм СССР Министрҙар Советы Рәйесе вазифаһынан бушатыла. Уның урынына Н. А. Булганин тәғәйенләнә.
- 1956 — Лондонда ике ҡатлы автобус (Даблдекер) «Рутмастер» йөрөй башлай.
- 1960 — Голливудта "Дан аллеяһы"нда тәүге һигеҙ йондоҙҙо (Оливия Бордендың, Рональд Колмандың, Луис Фазенданың, Престон Фостерҙың, Берт Ланкастерҙың, Эдвард Седжвиктың һәм Эрнест Торренстың) урынлаштыралар.
- 1969 — Мексиканың Чиуауа штатында эре Allende метеориты төшә.
- 1979 — Дени Сассу-Нгессо Конго Республикаһының президенты була.
- 1984 — Сараевола XIV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1990 — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ағзалары һәм ағзалығына кандидаттар үҙҙәренең коллектив отставкаға китеүҙәре тураһында иғлан итә.
- 1992 — Альбервилдә XVI Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 2002 — Солт-Лейк-Сити ҡалаһында XIX Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәрләмов Рәфис Исхаҡ улы (1940—2004), ғалим-инженер-химик. 1970—2004 йылдарҙа Ҡазан химия-технология институтының һәм Ҡазан дәүләт технология университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1970). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
- Баймырҙин Хәмит Хәйербара улы (1955), ғалим-педагог, юғары һәм махсус урта мәктәп, йәмәғәт эшмәкәре. 2011 йылдан Ишембай нефть колледжы директоры, 2006—2011 йылдарҙа ул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2009). Спорт ориентирлашыуы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1984).
тулы исемлек
- Мәһәҙиева Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы (1965), ғалим-журналист. 2017 йылдан «Ватандаш» журналы мөхәррире, бер үк ваҡытта 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. 1995 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тоҡомбәтов Мәхмүт Исхаҡ улы (1916—25.05.1989), ғалим-ауыл хужалығы иҡтисадсыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1963 йылдан сектор мөдире, 1971—1985 йылдарҙа Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966, 1975).
- Злотников Рафаил Абрамович (1921—24.10.1994), ғалим-философ. 1960—1992 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981—1986 йылдарҙа инженерлыҡ педагогикаһы кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990). Сығышы менән Витебск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Майя Таһирова (1931—9.06.2003), балет артисы, педагог. 1949—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1978—2000 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең педагог-репетиторы, бер үк ваҡытта 1994 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһының художество етәксеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2001) артисы. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1969) лауреаты. Дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Афзал Таһировтың ҡыҙы.
- Кяк Владимир Константинович (1941), спорт һәм хеҙмәт ветераны, тренер. 1967 йылдан Өфөләге Гастелло исемендәге спорт клубы тренеры, 1969 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, 1978 йылдан Олимпия резервының 1-се махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры, 1989—2012 йылдарҙа 49-сы урта мәктәптең физик культура уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1975—1977 йылдарҙа конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры. Конькиҙа шыуыу спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975), велосипед спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1964). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Анфёров Михаил Анисимович (1956), ғалим-инженер-механик. 1979 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы, 2017 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты, бер үк ваҡытта Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краузе Константин Павлович (1877—9.09.1964), педагог. 1905 йылдан Өфөләге 2-се ҡыҙ балалар гимназияһы уҡытыусыһы; 1919—1927 йылдарҙа 4-се Совет мәктәбе мөдире, бер үк ваҡытта 1919—1937 йыдарҙа Өфө физика институты директоры, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (1930—1955), Башҡорт дәүләт медицина институтының (1944—1948) физика кафедраһы мөдире. Профессор (1930). Ленин (1953) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Заянчковский Иван Филиппович (1917–24.05.2010), ғалим-ветеринар врач, биолог-зоолог, яҙыусы-натуралист. 1964—1997 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылға тиклем акушерлыҡ һәм хирургия кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), ветеринария фәндәре докторы (1962), профессор (1963). РСФСР-ҙың (1977) һәм Башҡорт АССР-ының (1970) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
тулы исемлек
- Аҙнағолов Венир Ғәлимйән улы (1947), ауыл хужалығы, партия органдары, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-политилог. 1978—1991 йылдарҙа КПСС-тың Күгәрсен район комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1991 йылдан — халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе, 1992 йылдан — район хакимиәте башлығы; 2000—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Башҡорт АССР-ының 11-се (1985—1990) һәм 12-се (1990—1993) саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сәйәси фәндәр кандидаты (2002). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн орденының миҙалы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Күгәрсен районының почётлы гражданы.
- Кәримов Марат Мәғәсүм улы (1952), мәҙәниәт өлкәһе ветераны. Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Мифтахов Ринат Ғариф улы (1957), төҙөлөш тармағы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. «Стронег» төҙөлөш ойошмаһының генераль директоры, 2013—2016 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһы хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Яңы Шишмә районы Ерекле ауылынан.
- Супряга Наталья Александровна (1957), матбуғат ветераны. 1999 йылдан «Республика Башкортостан» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 2003 йылдан — мөхәррире, 2011 йылдан — әҙәби мөхөррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Черенков Александр Александрович (1938—28.03.2018), инженер, урман хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1979 йылдан Өфө ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1981 йылдан — ҡала хужалығы идаралығы начальнигы, 1987—1998 йылдарҙа ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, ҡала мэры һәм ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978). Сығышы менән Воронеж ҡалаһынан.
- Ганцева Хәлиҙә Хәнәфи ҡыҙы (1948), ғалим-терапевт, аллерголог-иммунолог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003—2011 йылдарҙа уҡытыу-методика идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 2004 йылдан эске ағза ауырыуҙары кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006).
- Байғужин Ғимран Фатих улы (1953), инженер, урман хужалығы, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2001 йылдан Ейәнсура район хакимиәте башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы, 2005 йылдан Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Ейәнсура районы буйынса идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре, Рәсәй Пенсия фондының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Күгәрсен ауылынан.
- Вазиғәтов Илшат Әғзәм улы (1968), ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2008—2023 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш (2023—2028) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2012), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2018) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Макаренко Илона Анатольевна (1968), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының элекке директоры, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Юридик фәндәр докторы (2006), профессор. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Семёнов Александр Андреевич (1968), балалайкасы-музыкант, педагог. 1993 йылдан Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан «Ағиҙел» халыҡ бейеү ансамбле оркестры солисы, 2006—2015 йылдарҙа — художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Шәфиев Таһир Әмирйән улы (1968), спортсы, тренер. Күмертау ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының Кикбоксинг һәм бокс федерацияһы президенты. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юртов Авксентий Филиппович (1854—20.04.1916), эрзә мәғрифәтсеһе, педагог, этнограф, дин әһеле. Кириллицаға нигеҙләнгән тәүге эрзә әлифбаһын төҙөүсе. 1891—1916 йылдарҙа Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Андреевка (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы Илтирәк) ауылындағы сиркәү руханийы.
- Кузнецова Валентина Георгиевна (1949), керамика оҫтаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы, педагог. 1968 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1979—1988 йылдарҙа Өфөләге М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе, 2000 йылдан Мәскәү һынлы сәнғәт студиялары уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1834: Менделеев Дмитрий Иванович, Рәсәй империяһы химигы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1828: Жюль Верн, Франция яҙыусыһы, фәнни фантастикаға нигеҙ һалыусы.
- 1895: Хорлогийн Чойбалсан, Монголияның сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1900: Иван Иванов-Вано, СССР режиссёры, рәссам, сценарист, совет мультипликацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1931: Джеймс Дин, АҠШ актёры.
- 1965: Игорь Прокопенко, СССР һәм Рәсәй журналисы, яҙыусы.